сказки
материал по развитию речи (средняя группа)

Хуснутдинова Эльзида Рафаэловна

башкирские сказки

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kit_turahynda_statya.docx14.41 КБ

Предварительный просмотр:

Әкиәт менән һәр саҡ дуҫ йәшәйбеҙ,

                                 әкиәт бит ул серҙәр донъяһы!

Хөснөтдинова Эльзида Рафаэловна, тәрбиәсе

308-се Башҡорт балалар баҡсаһы, Өфө

                                                                           Әкиәт бит ул серҙәр донъяһы                

                                                                               Ниндәй моңһоу булыр ине икән

                                                                         Әгәр ерҙә тылсым булмаһа...

                                                                          Бик борондан килә әкиәттәр,

                                                                       Яҙылмаған улар бер көндө.

                                                                  Йылдар үтә, һыуҙар аға,

                                                                   Ә әкиәт йәшәй бөгөн дә!

   Әкиәт ул әҙәбиәттә халыҡ ижады менән бәйле, мөғжизәле һәм мажаралы ваҡиғаларға, тылсымлы көстәргә бәйле әҫәр, тик халыҡ әкиәтенән айырмалы булараҡ, әкиәттең авторы бар.

    Әкиәт батшалығы алыҫ та түгел, яҡын да түгел, нәҡ баласаҡ иленең эргәһендә генә икән. Баласаҡ иле ниндәй тылсымлы, яҡты, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһа, әкиәт иле лә иҫ китмәле матур ер, ти. Унда тик әкиәттәр генә йәшәй икән. Улар һис тә бер-береһенә оҡшамаған: оҙондары ла, ҡыҫҡалары ла, тылсымлылары ла, уйландыра торғандары ла, боронғолары ла, замансалары ла бар икән. Көндөҙ улар ҡояшта ҡыҙынып, ҡоштар һайрауын, баласаҡ иленән килгән шат тауыштарҙы тыңлап ял итәләр, ә эңер төшөү менән баласаҡ иленә  китәләр. Балалар йоҡларға ятҡансы өлгөрәйек тип, ашыға-ашыға, йүгерәләр, икән. Улар туйғансы уйнап, тештәрен таҙартып, өйҙәгеләргә тыныс йоҡо теләп, йоҡо урынына йүнәләләр. Ололарҙың береһе әкиәт һөйләп, тиҙерәк йоҡлатырға тырышҡан мәлде көтөп тороусы күҙгә күренмәҫ әкиәттәр, өлкәндәрҙең тел осона ҡуна һәм балаларҙы үҙенең тылсымы менән арбай, керпектәренә һырыла, шуға ла бәпестәрҙең күҙҙәре ауырайып тыныс йоҡоға тала. Мендәрҙәргә һырынып ҡына ятҡан әкиәт, бала керпектәре аша үтеп инеп, матур-матур төштәр күрһәтә башлай.

   Әкиәт донъяһы бик серле, бай һәм төрлө. Әгәр ҙә әкиәттә төрлө кейек-йәнлектәр, ҡырағай һәм йорт хайуандары, ҡош-ҡорттар ҡатнаша икән. Был әкиәттәр хайуандар тураһында тип атала. Был жанр иң боронғо әкиәт төрөнә инә. Ә бына бер төн эсендә төҙөлгән затлы һарай, алтмыш ҡолас ала бейә, үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш иргәйел ҡарт, осоусы балаҫтар менән ҡанатлы толпарҙар, батырҙарҙы бер урындан икенсе урынға йәшен тиҙлеге менән күсереп ҡуйыусы уҡтар хаҡында һүҙ барһа, был инде тылсымлы әкиәттәр. Батша ҡыҙын мәкерле Дейеү ҡоллоғонан ҡотҡарған, йәки уҫал батшаның барлыҡ яуызлыҡтарын еңеп, халыҡҡа иреклек, муллыҡ килтергән ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу ир-егеттәр тураһында әкиәттәр- батырҙар тураһында әкиәттәр рәтенә инә. Беҙҙең тағы халыҡтың көндәлек тормошона ҡараған ваҡиғаларға бәйле әкиәттәребеҙ бар. Улар башҡа төрлө әкиәттәрҙән ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килеүе менән айырылып тора. Был әкиәттәр тормош-көкүреш әкиәттәре тип һанала. Унда зирәк хеҙмәтселәр, һаран бай-муллалар, хәйләкәр таҙҙар, етем ҡыҙҙар, хатта аңғыра ендәр ҙә бар.

   Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ваҡиғалар мөғжизәле батшалыҡта, ете диңгеҙ аръяғында йәки Ҡафтау артында, ер аҫтында йәки һыу аҫтында, аждаһалар, ен-пәрейҙәр донъяһында. Тағы әллә ҡайҙарҙа бара-былар барыһы ла  халыҡ фантазияһының бер емеше булып тыуғандар һәм әкиәттәргә килеп ингәндәр.

   Баласаҡ тураһында иң яҡты иҫтәлектәр әкиәттәр менән бәйле. Изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, дуҫтар һәм һатлыҡ йәндәр тураһында тәүге һабаҡтар нәҡ әкиәттәрҙән башлана. Нәҡ әкиәттәр аша беҙ, хыялдарыбыҙҙа булһа ла Ҡамыр батыр, Урал батыр, һыуһылыуға, һомаға әүерелдек. Әкиәттәр үҙендә халҡыбыҙҙың бөтмәҫ аҡылын туплай, уларҙа беҙҙең отҡорлоҡ та, зирәклек тә. Матурлыҡ та, аҡыллылыҡ та сағыла.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Что за чудо эти сказки!!! Аппликация по сказке А. С .Пушкина «Сказка о рыбаке и рыбке».

Что за чудо эти сказки!!! Аппликация по сказке А. С. Пушкина «Сказка о рыбаке и рыбке».Ко дню памяти А. С. Пушкина, мы решили оформить выставку детских работ, посвященных творчеству поэта. Для этого з...

Интегрированное комплексное занятие в первой младшей группе "Путешествие в сказку" Интегрированное комплексное занятие в первой младшей группе "Путешествие в сказку" Интегрированное комплексное занятие в первой младшей группе "Путешествие в сказку"

Цель: Напомнить детям содержание знакомой сказки, побуждать их к проговариванию и повторению вслед за воспитателем отдельных слов и фраз, воспитывать любовь к художественной литературе.Задачи:·...

Развлечение по сказкам Абдуллы Алиша "Сказка за Сказкой"

Материал подготовлен к юбилею татарского поэта и писателя А.Алиша для ознокомления детей дошкольного возраста с его творчеством...

Памятка для родителей: "Сказка....Сказка? Сказка!"

Значение сказки в жезни ребенка...

"Сказка ложь, да в ней намёк" Сценарий развлечения для детей старшего дошкольного возраста по сказке А.С. Пушкина "Сказка о царе Салтене"

Сценарий музыкально - театрализованного развлечения по сказке А. С. Пушкина предназначен для детей старшего дошкольного возраста. Дети рассматривают репродукции иллюстраций к сказке знаменитых русских...

Русские народные сказки. Сказки – один из основных видов устного народного поэтического творчества. «Словом “сказка” мы называем и нравоучительные рассказы о животных, и полные чудес волшебные сказки.

Русские народные сказки.Сказки – один из основных видов устного народного поэтического творчества. «Словом “сказка” мы называем и нравоучительные рассказы о животных, и полные ...