Мнемотехника
материал по развитию речи (старшая группа)
Предварительный просмотр:
308 – се башҡорт балалар баҡсаһы
СЕМИНАР ПРАКТИКУМ
ТЕМА: МНЕМОТЕХНИКА
Әҙерләне : Хөснөтдинова Э. Р.
ӨФӨ - 2018
Нимә ул мнемотехника?
Ул грек һүҙенән алынған мнемо – хәтер, техно – оҫталыҡ тигәнде аңлата, тимәк мнемотехника – хәтер оҫталығын камиллаштырыу, билдәле күҙаллауҙар ярҙамында хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңеләйтеү.
Беҙ иҫтә ҡалдырыу алымы техникаһы менән яҡындан танышып үтәйек
Уйын – төрлө һүрәттәр тәҡдим ителә, тиҙ генә ҡарайбыҙ һәм иҫтә ҡалдырырға тырышабыҙ. Кем күберәк предметты иҫендә ҡалдыра, яҙып бара. 20-нән артыҡ һүҙ юғары,15-тән кәм уртаса,8 – ҙән кәм түбән һөҙөмтә бирә.
Бөгөнгө көндә балаларҙы үҫтереүҙә мнемотехника йүнәлеше популяр булып тора. Был ысул һүрәттәр ярҙамында визуаль мәғлүмәтте үҙләштереүгә нигеҙләнгән.
Балалар баҡсаһында мнемотехника ни өсөн кәрәк?
Мәктәпкәсе йәштәге балалар образлы күреү хәтеренә ныҡ байҙар.
Шуға ла мнемотехника был йәштәгеләргә бик һөҙөмтәле алым. Мнемотехника балаларға хәтерҙә ҡалдырыу процессын еңелләштерергә, ассоциатив фекерләү һәм уйлап табыуҙы үҫтерергә, иғтибарлыҡты арттырырға ярҙам итә. Мнемотехника алымдары тәрбиәсенең грамотлы эш һөҙөмтәһенә ҡарап балаларҙың һүҙ байлығын арттырыуға һәм телмәр үҫтереүгә килтерә.
Балалар баҡсаһында мнемотехниканы нисек ҡулланырға?
Мнемотехника һөҙөмтәле иҫтә ҡалдырыу алымы булараҡ балалар баҡсаһында ул, ғәҙәттә. Ябай миҫалдар аша өйрәтелә башлана. Башта балалар мнемоквадрат менән танышалар – бер һүҙҙе күрһәткән аңлайышлы образ, һүҙбәйләнеш, уның характеристикаһы йәки ябай һөйләм. Һуңынан инде тәрбиәсе дәрестәрҙе ҡатмарлаштыра.- мнемодорожкалар - юлдар – күрһәтә. Был инде дүрт квадраттан торған һүрәттәр. Был һүрәттәргә ҡарап ике – өс һөйләмдән торған бәләкәй генә хикәйәләр төҙөһәң була.
Һәм ниһәйәт, иң ҡатмарлы структура – был мнемотаблицалар. Улар һүрәттең төп звеноһы булып тора, шул иҫәптән схема буйынса ла тулы хикәйә. Шиғыр иҫтә ҡалдырырға һәм уйлап сығарырға мөмкин.. башта ул таблицаларҙы тәрбиәсе үҙе уйлап сығара. Ә һуңынан инде был процессҡа балаларҙы йәлип итергә мөмкин. Шулай итеп мнемотехника баланың хәтерен үҫтереүгә генә түгел ә фантаҙияһына ла йоғонто яһамай һәм образдарҙы визуалләштерә.
Мнемотехникала иҫтә ҡалдырыуҙың төп алымдары ассоциацияларға,логик фекерләүгә, күҙәтеүсәнлеккә нигеҙләнгән.
Мнемотехника миҫалдары.
1.Балалар баҡсаһында мнемотехника миҫалы булып тора: йыуышыу, ҡул йыуыу, кейенеү, өҫтәл сервизлау процессының эҙмә-эҙлекле һүрәттәр төҙөү.
2. Артабанғы миҫал – таблицаларға ҡарап һөйләү мнемотехникаһы. Тәрбиәсе балаларға таблицаларға ҡарап уны сисергә тәҡдим итә.
Мәҫәлән: ҡыш өс айға һуҙыла. Ошо мәлдә йыш ҡына ҡар яуа. Ҡар бөртөктәре һауала осалар һәм аҡ юрғаны менән юлдарҙы һәм ағастарҙы ҡаплай. Ҡышын ҡояш иртә байый, шуның өсөн тышта тиҙ ҡараңғы төшә. Кешеләр йылы булһын өсөн өйҙәрен йылыталар. Был миҙгелдә ҡоштарға тағараҡтар эшләйҙәр. Йорт хайуандары өшөмәһен өсөн уларҙы йылы йорттарға ябалар.
Ҡыш көндәре ҡыҙҙар, малайҙар рәхәтләнеп ҡар менән уйнайҙар, ҡарҙан ҡар бабай әүәләйҙәр.
3.Һәм тағын бер мнемотехниканың бер ысулы – шиғырҙар ятлау. Бында шиғырҙың һәр фразаға һәм юлға үҙ һүрәте тура килергә тейеш. Бала уны күреп шиғырҙы тиҙ иҫендә ҡалдыра.
Шулай итеп мнемотехника ысулдары ысынлап та баланың хәтеренә һәм телмәр үҫтереүенә йоғонтоһо булһын өсөн системалы шөғөлләнергә кәрәк. Мнемотехника баладарға бик тә оҡшай. Улар ҙур теләк менән уны башҡаралар.
МӘРӘКӘ ХИКӘЙӘ ИЖАД ИТ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Проект «Чудо – мнемотехника.Познавательно – речевое развитие детей дошкольного возраста посредством использования приёмов мнемотехники»
АктуальностьМнемотехника облегчает детям овладение связной речью;Применение мнемотехники, использование обобщений позволяет ребенку систематизировать свой непосредственный опыт;Приемы мнемотехни...
Выступление на педагогическом совете: «Мнемотехника как прием обучения связной речи» на тему: «Экспериментальная работа по внедрению приемов мнемотехники в практику».
Экспериментальная работа по внедрению приемов мнемотехники в практику....
Мнемотехника в помощь родителям «Развитие познавательных способностей ребенка методом мнемотехники»
Мнемотехника – это совокупность методов и приёмов, позволяющая визуализировать информацию. То есть это своего рода конспекты в картинках...
Консультация для воспитателей на тему: «Использование мнемотехники в работе с детьми дошкольного возраста». Что такое мнемотехника?
Слова «мнемотехника» и «мнемоника» обозначают одно и тоже – техника запоминания. Они происходят от греческого «mnemonikon» по имени древнегреческой богини пам...
Проект "Чудо-мнемотехника. Использование мнемотехники для заучивания стихотворений"
Всем известно, что при заучивании стихотворений у детей возникают большие трудности, они быстро устают, путают слова местами. Встретившись с этими проблемами в работе, я стала искать способы их р...
Консультация для родителей «Что такое мнемотехника? Какая польза от мнемотехники для детей»
Консультация для родителей «Что такое мнемотехника? Какая польза от мнемотехники для детей"В современном мире наши дети получают огромный объем информации, у них полная перегрузка данными. ...
Консультация для родителей «Что такое мнемотехника? Какая польза от мнемотехники для детей»
Консультация для родителей «Что такое мнемотехника? Какая польза от мнемотехники для детей» В современном мире наши дети получают огромный объем информации, у них полная перегрузка да...