тема:Беҙҙең беренсе ярҙамсыларыбыҙ
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Беҙҙең беренсе ярҙамсыларыбыҙ
Маҡсат:беренсе ярҙам сығанаҡтары-01,02,03 хеҙмәте менән таныштырыу, төрлө һөнәрҙәр тураһында белемдәрен арттырыу,бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү,һүҙлек запасын байытыу,һорауҙарға дөрөҫ һөйләмдәр төҙөп аныҡ яуап биреүҙе нығытыу, конкрет куренеште анализлау һәләтен үҫтереү, тәүәккәллек тәрбиәләү.
Һүҙлек эше:милиционер,янғын һүндереүсе,врач,шәфҡәт туташы.
Типик грамматик конструкциялар:Милиционер тәртип һоҡлай.Янғын һүндереүселәр ут эсендә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡаралар. Врачтар (табиптар) ауырыған кешеләрҙе дауалайҙар.
Йыһазландырыу: градусник,фуражка,каска,шприц,дарыу, фонедоскоп, шланг,баллон.
Дәрес барышы
-Беҙҙең илебеҙҙә бөтә кешеләр ҙә эшләп йәшәй.
-Ә һеҙ, балалар,ниндәй эш һөнәрҙәрен беләһегеҙ?
-Тегеүсе,шәфҡәт туташы,шофер,һатыусы,төҙөүсе,милиционер һ. б.
-Мин һеҙгә һөнәрҙәрҙе әйтәм,ә һеҙ нимә эшләгәндәрен әйтеп үтегеҙ.Шәфҡәт туташтары һәм врачтар нимә эшләйҙәр? -Врачтар ауырыған кешеләрҙе дауалайҙар. --Милиционер нимә эшләй? -Милиционер тәртип һаҡлай.
-Янғын һүндереүсе ни эшләй?
-Янғын һүндереүселәр янғын һүндерәләр,ут эсендә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡаралар.
-Афарин,балалар.Был һөнәр кешеләрен саҡырғанда, ниндәй номер менән шылтыратырға кәрәк
-Янғын һүндереүселәргә-01,милицияға-02, тиҙ ярҙамға-03.
-Эйе, балалар,01,02,03 хеҙмәте беҙҙең беренсе ярҙамсыларыбыҙ.
-Ә хәҙер,балалар, һеҙгә ситуациялы һорауҙар бирәм,һеҙ ҡайҙа хәбәр итергә кәрәклеген әйтегеҙ.
-Әгәр ҙә күрше өйҙөң тәҙрәһенән төтөн сығып,ут ялҡыны күренһә?(01)
-Уйнап йөрөгән бала аҙашып һеҙгә мөрәжәғәт итһә?(02)
-Китеп барған оло инәй йығылып аяғын ауырттырһа?(03)
-Бала өйҙә бер үҙе,ишек шаҡылдаталар. Бала ҡайҙа хәбәр итергә тейеш?(02)
Ял минуты (хәрәкәттәр эшләйҙәр).
Берәү,икәү,берәу,икәү, Бишәү,алтау,бишәү,алтау,
Тәндәребеҙгә хәрәкәт. Аҡылыбыҙға көс-ҡеүәт.
Өсәү,дүртәү,өсәү,дүртәү, Етәү,һигеҙ,етәү,һигеҙ
Хәрәкәттә-бәрәкәт. Булырбыҙ беҙ сәләмәт.
Дидактик уйын: «Был предмет ниндәй һөнәргә кәрәк?»
Өҫтәлдә: градусник,фуражка, каска, шприц, дарыу,фонедоскоп,шланг,баллон ята (өс бала өс һөнәр предметтарын айыра һәм аңлата).
-Афарин, балалар, бик матур итеп һөнәрҙәр тураһында һөйләнегеҙ.Ошо һөнәрҙәр тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ
Больницала
Ауырыным... Больницаға әсәйем алып барҙы. Врач дауалай ул
Бөтә ауырыуҙарҙы... “Мә,дарыуҙар,һауығырһың,шуларҙы эсә-эсә...»
Ут һүндереүсе янында
Пожарник ағай янына Киләбеҙ ҙә етәбеҙ. Әйтерһең,бер командала, Бергә хеҙмәт итәбеҙ. Минең ярҙамсыларым,ти. Тимәк,эшкә ярайбыҙ. Малай-шалай ут яҡмаһын, Тирә-яҡты ҡарайбыҙ.
Милиционер
Милиционер булып
Эшләй оло ағайым.
Уның яратҡан эшен
Хәҙер мин дә аңлайым.
Кешеләрҙе яҡларға
Һаҡларға ла ул әҙер.
Шундай минең ағайым-
Ҡыйыу милиционер.
-Афарин,балалар!
-Ә хәҙер мин һеҙҙе уйынға саҡырам. Уйын мөйөшөндә атрибуттар әҙерләнгән( балалар ролдәрҙе бүлеп алып уйнайҙар).
Дәрес сюжетлы-ролле уйындар уйнау менән тамамлана.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе
Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...
Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү....
Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә яңы йыл иртәлеге
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү...
Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов - Тәүәкән ауылынан сығып, хәҙерге Рәсәй федерацияһының иң абруйлы һәм күренекле шәхестәренең береһенә әүерелгән. Башҡортостан Республикаһы менән күп йылдар е...
“Беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ баланың ата-әсәһенә 10 кәңәш”
ldquo;Беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ баланың ата-әсәһенә 10 кәңәш&rdquo...
Сценарий праздника "Беренсе сентябрь"
Материал для старших дошкольников. ...
Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә яны йыл иртәлеге
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә.Таныш йырҙар,уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү....