Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге
план-конспект занятия (младшая группа)
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yany_yyl.docx | 17.82 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Килешелде
Өлкән тәрбиәсе:
___________Р.М. Сәғитова
«Ҡыңғырау» беренсе кескәйҙәр төркөмөндә
Яңы йыл иртәлеге
Яңы йыл байрамы
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү.
Йыһаздар: кишер, ҡар бөртөктәре, кәрзин.
Ҡатнашалар:
Ҡуян
Ҡарһылыу
Ҡыш бабай
Байрам барышы
Көй яңғырай.
Зал уртаһында шыршы. Балалар Ҡарһылыу менән бергә залға инәләр.
Ҡарһылыу: Беҙгә ҡунаҡҡа шыршы килгән. Бигерәк матур уйынсыҡтар эленгән. Ә Ҡыш бабай һаманда килеп етмәгән. Бәлки йырыбыҙҙы ишетеп тиҙерәк килер.
Ҡарһылыу: Шыршыбыҙ ниндәй матур! Уттары ниңә янмай икән? Әйҙәгеҙ бергәләп ҡабыҙайыҡ.
Балалар өскә хәтле һанағас, шыршыла уттар ҡабынып китә.
Ҡарһылыу: Афарин, балалар. Ә хәҙер ултырып торайыҡ.
Күңелле генә көйгә ҡуян килеп инә, үҙе нимәлер эҙләй.
Ҡарһылыу: Һаумы ҡуян. Беҙ байрамға йыйылдыҡ, ә һин нимә эҙләйһең?
Ҡуян: Һаумыһығыҙ балалар. Һаумы Ҡарһылыу. Байрамға тип кишер һаҡлағайным, урман буйлап килә ятҡанда юғалттым да ҡуйҙым. Һеҙ күрмәнегеҙме, минең кишеремде?
Ҡуян илай.
Ҡарһылыу: Илама инде, ҡуянҡай, илама. Табылыр кишер. Борсолма, һинең күңелеңде асып беҙ һиңә йыр йырлап ишеттерәйек.
«Аҡ ҡуян» йыры.
Ҡуян: Һай, афарин, бигерәк матур йырлайһығыҙ. Кәйефем күтәрелеп китте.
Кишер бәлки ҡар аҫтында яталыр, миңә ҡар бөртөктәрен йыйырға ярҙам итегеҙ.
Уйын: “ Ҡар бөртөктәрен йый”
Ҡуян: Уф, арыным! Бында ла юҡ.
Ҡарһылыу: Әйҙәгеҙ барыбыҙ ҙа бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ, күңеллерәк булып китәр ине. Бәлки ул беләлер.
Барыһы бергәләп: Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ балалар, ҡунаҡтар. Ай-һай! Бигерәк шәп малайҙар, бигерәк матур ҡыҙҙар йыйылған икән шыршы эргәһенә. Мин һеҙгә бер тоҡ бүләктәр, күстәнәстәр килтерҙем.
Ҡарһылыу: Әйҙә, Ҡыш бабай, түрҙән үт, беҙ һине һағынып көттөк.
Ҡыш бабай: Ҡыҙым, Ҡарһылыу һин дә килеп еткәнһең бит. Мин һине урманда эҙләп йөрөнөм, юлда кишер табып алдым.
Тоҡтан кишер сығара.
Ҡуянҡайҙыҡылыр инде. Күрмәнегеҙме ҡуянды?
Шыршы артынан ҡуян сыға.
Ҡуян: Ҡыш бабай! Минеке ине, байрамға күстәнәс итеп әҙерләгән инем, юлда бик ҡабаланып юғалтҡанмын.
Ҡыш бабай кишерҙе ҡуянға бирә.
Ҡуян: Рәхмәт, Ҡыш бабай! Был күстәнәс һеҙгә. (Ҡарһылыуға бирә) Миңә урманға ҡайтырға ваҡыт, һау булығыҙ.
Ҡарһылыу: Һау бул ҡуян!
Балалар, хәҙер беҙ Ҡыш бабайға йыр бүләк итәйек.
Йыр «Тышта ҡар яуа»
Ҡарһылыу: Балалар, әйҙәгеҙ Ҡыш бабайҙың бейегәнен күрәйек әле.
Ҡыш бабайҙың бейеүе.
Ҡарһылыу: Ҡыш бабай, һин арығанһыңдыр, ултырып тор, ә беҙ бейеп күрһәтәйек.
Полька
Ҡыш бабай: Бигерәк матур булды йырығыҙ ҙа, бейеүҙәрегеҙ ҙә. Ә хәҙер уйнап алайыҡ.
Уйын “ Туңдырам”
Ҡыш бабай: Уф, уф арыным. Ял итеп шиғыр тыңлап алайым.
Шиғырҙар
Бәләкәстәр Ҡыш бабайҙың алдына ултырып шиғыр һөйләйҙәр, ул һәр береһенә бүләген өләшә бара.
Ҡыш бабай: Рәхмәт балалар, матур йырланығыҙ, бейенегеҙ, шиғырҙар һөйләнегеҙ, бик күңелле булды, әммә беҙгә ҡайтырға ваҡыт етте. Һау булығыҙ.
Балалар: Һау булығыҙ.
Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай хушлашып сығып китәләр. Балалар рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалалар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
тема:Беҙҙең беренсе ярҙамсыларыбыҙ
По развития речи...
Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе
Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...
Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә яңы йыл иртәлеге
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү...
Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге сценарийы “ Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығы”
Балаларҙа якынлашып килеүсе яңы йыл байрамы менән бәйле шатлыҡлы хистәр уятыу...
Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов - Тәүәкән ауылынан сығып, хәҙерге Рәсәй федерацияһының иң абруйлы һәм күренекле шәхестәренең береһенә әүерелгән. Башҡортостан Республикаһы менән күп йылдар е...
Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Яны йыл иртәлеге сценарийы "Ҡыш бабайҙын тылсымлы һандығы"
Балаларҙа яҡынлашып килеүсе яны йыл байрамы менән шатлыҡлы хистәр уятыу....
Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә яны йыл иртәлеге
Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә.Таныш йырҙар,уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү....