«Ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары» ( дәрес-экскурсия ).
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа) по теме

Ильясова Наиля Ибатулловна

 

Маҡсат: үҙҙәре йәшәгән ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныштырыуҙы дауам итеү; яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡул­ланыу, монологик телмәр үҫтереү; үҙ хәүефһеҙлеген һаҡлау һәм үҙе йәшәгән ҡалаға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: иҫтәлекле, һәйкәл, мәңгелек ут, батыр, шағир.

Типик грамматик конструкциялар: Был һәйкәл.    С. Юлаев батырға ҡуйылған. Был мәңгелек ут яуҙа һәләк булған батырҙарға арнап ҡуйылған.

Йыһазландырыу: светофор һүрәте, зебра юлы, С. Юлаев һәйкәленең һүрәте, мәңгелек ут макеты.

 

Дәрес барышы

—       Балалар, бөгөн мин һеҙҙе үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙың иҫтә­лекле урындарына экскурсияға саҡырам. Экскурсияла беҙ нимәләрҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ?

—       Юл ҡағиҙәләрен.

—       Афарин, балалар. Иң беренсе нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

—       Юлды сыҡҡанда светофорға ҡарарға кәрәк. Йәшел төҫ янһа ғына юлды аша сығырға ярай.

—       Әгәр ҙә беҙ юлды аша сыҡҡан ерҙә светофор булмаһа, нимә эшләйбеҙ?

—       Юлды аша сыға торған ерҙән генә тәүҙә һулға, унан һуң уңға ҡарайбыҙ. Машина килмәһә, сығырға ярай.

—       Афарин, балалар. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, экскурсиябыҙҙы башлайыҡ.

Балалар етәкләшеп киләләр. Тәрбиәсе ҡыҙыл төҫ төшөрөл­гән светофор күрһәтә, балалар туҡтап тора. Йәшелде күрһәт­кәс, алға атлайҙар.

Балаларға С. Юлаев һәйкәле төшөрөлгән һүрәт күрһәтелә.

—       Балалар, иғтибар менән ҡарағыҙ. Был нимә ул?

—       Был һәйкәл.

—       Был һәйкәлде кемгә эшләгәндәр?

—       Салауат Юлаевҡа.

—       Эйе. Был һәйкәл беҙҙең башҡорт халҡының милли батыры С. Юлаевҡа арнап эшләнгән. Ә ни өсөн С. Юлаевҡа һәйкәл эшләгәндәр тип уйлайһығыҙ?

—      С. Юлаев батыр булған. Беҙҙең киләсәкте яҡлаған. Ке­шеләр уны яраталар һәм хөрмәт итәләр.

—      һәйкәл тирәһенә иғтибар итегеҙ. Уның эргәһендә нимә­ләр бар?

—      Һәйкәл эргәһендә сәскәләр үҫә. Матур итеп юл һалын­ған. Ошо һәйкәлгә һоҡланып ҡарап ултырыр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған.

—      Ә һеҙгә С. Юлаев һәйкәле оҡшаймы?

—      Эйе, оҡшай.

—      Ни өсөн? (Балаларҙың яуаптары.)

—      Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, С. Юлаев батыр ғына түгел, ул оҫта шағир ҙа булған. Уның бик матур «Уралым» тигән шиғыры бар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә уҡып ишеттерәм, һеҙ иғти­бар менән тыңлағыҙ һәм иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.

Шиғыр уҡыу һәм балалар менән ятлау. (Йәйғор, 45-се бит.)

—      Әйҙәгеҙ, балалар, экскурсиябыҙҙы дауам итәйек. Юлға иғтибар итегеҙ, тәүҙә ҡайһы яҡҡа ҡарайбыҙ?

—      һулға, унан һуң уңға ҡарайбыҙ. Машина күренмәй.

—      Машина булмағас, юл аша сығайыҡ һәм Еңеү паркына барайыҡ. Ә был паркта нимә бар? (Мәңгелек ут макеты күр­һәтелә.)

—      Мәңгелек ут.

—      Мәңгелек ут кемгә арнап ҡуйылған?

—      Был мәңгелек ут яуҙа һәләк булған батырҙарға арнап ҡуйылған. Иғтибар итегеҙ әле: йондоҙ эсендә ут бер ваҡытта ла һүнмәй, гел янып тора.

—      Ә был мәңгелек утҡа кемдәр килә?

—      Кешеләр килә, сәскәләр һалалар.

—      Мәңгелек ут һеҙгә оҡшаймы?

—      Оҡшай. Сөнки мәңгелек утты матур, бейек итеп эшлә­гәндәр. Кешеләр ошо утҡа ҡарап һоҡланалар. Яуҙа һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алалар.

—      Афарин, балалар. Ә хәҙер үҙебеҙҙең балалар баҡсаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. (Юлдан сығыу ҡағиҙәләрен ҡабатлайҙар.)

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Гаиләдә баланы тәрбияләү Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , гаиләдә формалаша.

Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , г...

Балалар психик үсешенең яшь узенчәлекләре: икенче кечкенәләр төркеме ( 3 яшьтән 4 яшькә кадәр )

3-4 яшьлек баланың карашлары акрынлап гаилә чикләрен үтеп чыга башлый. Ситуацияләрдән тыш аралашулар барлыкка килә. Олы кеше аның өчен гаилә әгъзасы гына түгел, ә аерым иҗтимагый фу...

Балалар психик үсешенең яшь узенчәлекләре: уртанчылар төркеме ( 4 яшьтән 5 яшькә кадәр ).

Уртача мәктәпкәчә яшьтәге балаларның уенг эшчәнлегендә рольле мөнәсәбәтләр үзләрен аеры башлыйлар. Уен процессында рольләр үзгәрергә мөмкин.Сүрәтләү эшчэнлеге шактый үсеш ала. Рәсем предметлы һә...

Әхлакый хисләрне тәрбияләү үзенчәлекләре

Гаилә тәрбиясенең әһәмиятле бурычларының иң затлысы – балаларда әхлакый хисләр тәрбияләү. Балаларда кечкенәдән әдәплелек, инсафлылык, мәрхәмәтлелек тәрбияләү – ата-аналарның аеруча җаваплы һәм изге бу...

Чыгыш.”Педагогның профессиональ эшчәнлегендә психологик үзенчәлекләр”

Һәр кеше узенең тормышында профессиональ эшчэнлегендэ проблемалы авырлыклар белэн очрашып тора.Моның ачык мисалы- педагог профессиясе.Ул коллегалары,администрация,балалар белэн,ата-аналар белэн,хезмәт...

Проект "Галәм киңлекләрендә"

Галәм  киңлекләрендә...