Ҡурай байрамы
план-конспект занятия (старшая группа)
Предварительный просмотр:
“Ҡурай- башҡорт халҡының милли ҡоралы» фольклор байрамы.
Сәхнә асылғанда бер яҡлап ҡыҙҙар, икенсе яҡлап малайҙар ҡапма-ҡаршы баҫып торалар.
Беренсе бала:
Ҡарап тормай ара йыраҡҡа
Дуҫтар килгән беҙгә ҡунаҡҡа
Дуҫлыҡ – беҙҙең тормош үҙәге,
Дуҫлыҡ – беҙҙең байрам биҙәге.
Икенсе бала:
Бөгөн беҙҙә оло байрам!
Ҡунаҡ килде! Ҡунаҡ килде!
Өсөнсө бала:
Байрамдар кәрәк атайға!
Байрамдар кәрәк әсәйгә!
Тәрбиәсе апайҙарға!
Килгән бөтә ҡунаҡтарға!
Байрамдар шатлыҡ килтерә,
Йөҙҙәр көләс һәм алсаҡ.
Ә шулай ҙа. ә шулай ҙа
Иң шәп байрам бала саҡ.
Дүртенсе бала:
-Байрам булғас, уйнағы, йырлағы килеп китте. Йырлашып, бейешеп алайыҡ әле.
Ҡыҙҙар:
Аҡ алъяпҡыс билдәрҙә
Елберләмәй елдәрҙә.
Һандуғастар ҙа һайрамай
Беҙ булмаған илдәрҙә.
Малайҙар:
Селтәр элдем ситәнгә
Елбер-елбер итергә
Беҙ килмәнек буш китергә,
Килдек алып китергә
Ҡыҙҙар:
Алын алырһыҙмы икән,
Гөлөн алырһыҙмы икән?
Урталарға сығып баҫып,
Кемде алырһыҙ икән?
Малайҙар:
Алдарын да алырбыҙ,
Гөлдәрен дә алырбыҙ.
Күңелдәргә кем оҡшаһа,
Шуны һайлап алырбыҙ.
Малай:
-Уйынға киткәс, уйнарға инде. Әйҙәгеҙ, “йөҙөк һалыш” уйнайбыҙ.(Ошонда ул һанай башлай.)
Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе ватылған,
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк?
(шунда йөҙөк һалыусы билдәләнә)
-Йөҙөк кемдә?
Гүзәл йөҙөктә яңылыша. Уға йырларға наказ бирелә. Ғ.Дәүләтова һүҙҙәренә,Д.Заһитов көй яҙған “Башҡорт теле- тыуған телем” йыры башҡарыла.
Башҡорт теле
Башҡорт теле моңло ҡурай кеүек
Донъя буйлап иркен таралған.
Бөйөк Салауат та мәңгелеккә
Уның арҡаһында дан алған.
Башҡорт теле – минең туған телем
Иң ҡәҙерле, иң ҙур байлығым
Алтын-көмөш бары тәшкил итә
Байлыҡтарҙың тик бер айлығын.
Башҡорт теле- тоғро дуҫлыҡ теле
Сал Уралдың йырсы шишмәһе
Алда әле ошо изге фәндең
Күп серҙәрен асып сисәһе.
Мәңге йәшә, ғәзиз башҡорт теле
Һин бит илдең ҡото, терәге.
Йәш быуындарыбыҙ өйрәнһендәр
Бына ошо изге теләгем.
Яңынан тәңкә һалына башлай. Ошо ваҡыт алыҫта ҡурай тауышы ишетелә.
Уҡыусы:
- Туҡтап тороғоҙ әле,моң ишетелә(балалар уйындан туҡтайҙар)
- Беҙ матур көй ишетеп туҡтаныҡ.
- Ошо көйҙө уйнаған ҡорал тураһында белергә теләйһегеҙме?
- Эйе
- Улайһа тыңлағыҙ мин һеҙгә йомаҡ әйтәм:
Күпте күргән- күҙе юҡ,
Бер кемдән дә сере юҡ.
Ауыҙы бар- һүҙе юҡ,
Тауышы бар-теле юҡ.
-Ҡурай.
Ҡурайсы: Дөрөҫ, балалар, был ҡурай. Уйын ҡоралы. Беләһегеҙме. Уны бит үләндән яһайҙар. Нисек? (һүрәттән күрһәтә ) Бына был ҡурай үләне. Уны киҫеп алғас, тишектәр тишеп ҡурай яһайҙар.
-Ҡыҙыҡ. Эйе бит.
-Әйҙәгеҙ, ҡурай күп үҫһен өсөн теләк теләйбеҙ.
Бөтәһе лә тороп, ҡулдарын йәйеп һамаҡлайҙар.
Ямғыр яу,яу,яу
Ҡурай үҫһен күп итеп
Ямғыр яу,яу,яу
Ҡурай үҫһен мул итеп.
Ал томалап,
Ал томалап
Иренмәһәң, иләк менән,
Сикләмәһәң силәк менән.
Бер бала ямғыр булып, бөтәһенең дә араһынан үтә. Ҡурай тауышы ишетелә. Балар балаҫ өҫтөнә барып ултыралар.
Тәрбиәсе:
Эй, ҡурайым,ҡурайым.
Үҫтең һин ҡырлас тауҙа
Һайрай унда һандуғас,
Бытбылдыҡ та, турғай ҙа
Йырла һин үҫкән тауҙар
Моңға тулғансы,
Тыңларбыҙ иртә- кисен
Ғүмер буйы, туйғансы.
Бер бер ҡурайҙы ҡулына ала.
-Ҡурай!
-Әү!
-Һин ниңә уйнамайһың?
-Мине бит ҡурайсы уйнай.
-Ә ҡурайсы ҡайҙа икән?
Уны табып, ултырғысҡа ултырталар.
Бала:
-Борон- борондан ҡурайсыны ҡәҙерләп, түргә ултыртҡандар.
Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ҡурайсыға хөрмәт күрһәтәйек.
Ҡурайсы:
-Теләгегеҙ булһа, бер бейетеп алайым.
“Һоп-һа” бейеүе башҡарыла.
Әбей килеп инә:
-Уф, арып бөттөм, йомғағым артынан килә торғас. Һаумыһығыҙ, иҫәнмеһегеҙ. Балалар, минең кемлегемде беләһегеҙме? Мин ябай әкиәтсе түгелмен,әкиәтсе әбеймен. Серле йомғағым һеҙгә килтергәс, берәй әкиәт һөйләп китәйем булмаһа.
Балалар:
-Һөйлә,әйҙә һөйлә!
Әбейҙе ҡурайсы эргәһенә ултырталар.
Әбей һөйлә башлай:
-Борон- борон заманда Искәндәр исемле бер батша йәшәгән. Ул мөгөҙлө булған. Сәсен алған кешене үлтертеп торған. Әгәр үлтермәһәм,мөгөҙөм барлығын халыҡҡа һөйләрҙәр, тип ҡурҡҡан.
Бер ваҡыт уға сәсен алдырырға туғаныраҡ тейешле кешене ебәрәләр. Теге Искәндәрҙең сәсен ала. Ә Искәндәр батша уйға ҡала:”Сәс алыусыны үлтерергәме,юҡмы?” Үлтермәҫ ине хур була, үлтерер ине- туғаны.
Шунан: “Был сер һинең эсеңә һыймаҫ инде,минең мөгөҙөм барлығын халыҡҡа һөйләргә теләрһең.Бына һиңә бер ҡурай. Серҙе әйткең килһә, сәхрәгә сыҡта ошо ҡурайҙы өр ҙә өр,” –тигән.
Сәс алыусы ҡайтып киткән. Батшаның мөгөҙө барлығын әйткеһе килһә, сәхрәгә сыға ла ҡурайын өрә икән. Шулай йөрөй торғас, бер матур көй килеп сыҡҡан. Башҡалар ҙа унан күрмәксе, ҡурайҙан көй сығарырға өйрәнгәндәр.
Балалар:
-Әбей, ә ҡурайҙы сәс алыусы уйлап тапҡанмы?
Әбей:
- Балаҡайҙарым, ҡурай тураһында бик күп легендалар йәшәй. Мәҫәлән, беҙҙең яҡтарҙа ҡурай бик күп үҫә.Кибеп бөткән көпшәле үләндәр һына ла ел өргән һайын, тауыш сығара икән.
Таҡыя башлы, ваҡ сәскәле, төбөнән осона тиклем ҡыуыш үлән күрһәң, ҡурай булыр. Уны көҙөн, япраҡтары ҡойолғас, киҫеп алып ышыҡ урында киптерергә кәрәк.
Балалар, ә һеҙ үҙегеҙ ҡурай тураһында нимә беләһегеҙ?
Тәрбиәсе:
- Ә мин ысын ҡурайсыларҙы күргәнем бар. Башҡортостандың күренекле ҡурайсылары: Азат Айытҡолов, Ғата Сөләймәнов,Әҙһәм Исхужин, Кәрим Дияров, Йомабай Иҫәнбаевтар тураһында ла беләм. Ә бына Ишмулла Дилмөхәмәтовтың олатаһының атаһы һәм үҙе лә ҡурай менән Парижға уҡ барып еткән. Тәүге ҡурайсы көмөш миҙал алһа, француздар ошондай ябай ғына үҫемлектән көй сығарған музыкант Ишмулла олатайға алтын миҙал бирәләр.
Балалар :
-Ҡурай тураһында бик күп әйтемдәр, йомаҡтар ҙа беләбеҙ.
Ошо урында Д.Заһитов башҡарыуында Ишмулла Дилмөхәмәтов ижад иткән “Ҡурайсы” йыры башҡарыла. Көйгә ҡушылып бейеү башҡарыла.
Әбей:
-Һай, рәхмәт төшкөрҙәре, ҡурай тураһында бик күп нимәбеләһегеҙ икән дә.Ярай, рәхмәт, балалар,һеҙҙең менән бик күңелле. Һеҙ мине бик ныҡ шатландырҙығыҙ. Әкиәт йомғағым ары тәгәрәп китте. Мине башҡа урындарҙа ла балалар көтәләр. Уларҙы әкиәт һөйләп ҡыуандырырға кәрәк миңә . һеҙгә тағы ла килермен әле. Әлегә хушығыҙ .
Балалар :
-Хуш,һау булып тороғоҙ, әбей!
Ҡурайсы:
-Бигерәк яҡшы күңелле балалар икәнһегеҙ. Миңә лә бик оҡшанығыҙ.
Балалар :
-Ә ҡунаҡтарға оҡшаныҡмы икән? Әгәр оҡшаһаҡ бергәләп “ҡурай” уйынын уйнайыҡ.
Уртала ҡурайсы баҫа. Уйын башлана.
“Ҡурай” уйыны
Сыңрай, моңлана ҡурай.
Беҙҙе саҡыра буғай.
Ҡурай көйөнә дәртләнеп,
Бейеп йөрөйбеҙ шулай
Һай,һай,һай,һай
Дәртлерәк уйна ҡурай.
Ҡурай көйөнә дәртләнеп
Бейеп йөрөйбеҙ шулай
Әйҙә, дуҫтар, баҫайыҡ,
Ҙур түңәрәк яһайыҡ.
Кем арҡаға килеп һуҡты,
Шуны эҙләп табайыҡ
Һай,һай.һай,һай
Ҡара минең күҙемә
Тапсы кем һуҡты һиңә
Мин түгел, мин түгел
Уйын “Кем күберәк”: ҡурай һүҙенең баш хәрефтәре менән тәүҙә малайҙар исемен, аҙаҡ ҡыҙҙар исемен әйт
Тәрбиәсе:
- Йыр, бейеү, шиғыр ғүмер буйына айырылмаҫ юлдашығыҙ булһын, балалар. Улар һеҙҙе матурлыҡ донъяһына алып инер. Матурлыҡты тоя белгән кеше бер ваҡытта ла насарлыҡ эшләмәй.Тере донъябыҙҙа ҡояш илаһи йылыһынан айырмаһын, һәр яҙҙа ер өҫтөн меңдәрсә үлән ҡаплаһын, ҡоштар бала сығарһын, һәммә тере йән йәшәһен. Матурлыҡты күреү, тойоу менән бергә бар ерҙә үҙегеҙ матурлыҡ тыуҙырығыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
![](/sites/default/files/pictures/2015/05/09/picture-482009-1431183977.jpg)
образовательная программа «Наш дом — Южный Урал» ,проект:мини-музей «НАШ ДОМ – ЮЖНЫЙ УРАЛ»
Областная образовательная программа воспитания и развития детей дошкольного возраста на идеях народной педагогики «Наш дом — Южный Урал» содержательно раскрывает один из путей социально-личностного ...
Кәкүк сәйе байрамы.
Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3. Йолаларға ҡарата, башҡ...
Комплексно-тематическое планирование«В гостях у Хозяйки Медной горы» (неделя Урала, уральские горы, сказы Бажова, культура и традиции нашего края, народы, животный и растительный мир Урала)
Воспитывать патриотические чувства, приобщать к культурному наследию родного края; формировать чувство гордости за свой родной край. Формировать представления об Уральском писателе-сказителе П. Б...
![](/sites/default/files/pictures/2018/02/11/picture-1010724-1518376246.jpg)
Педагогический проект "Красота Урало-Сибирской росписи" (приобщение детей к истокам народной культуры Сибири и Урала через знакомство с Урало-Сибирской росписью)
Проект "Красота Урало-Сибирской росписи" направлен на обновление содержания педагогической работы воспитателя с детьми старшего дошкольного возраста от 6 до 8 лет по образовательной области ...
Дидактическое пособие "Дикие животные Южного Урала"(экологическое образование дошкольников в рамках реализации программы "Наш дом - Южный Урал"
Дидактическое пособие...
![](/sites/default/files/pictures/2017/11/29/picture-979360-1511929209.jpg)
Использование нетрадиционной техники рисования в реализации проекта "Богатства Урала" "Камнерезное искусство Урала"
Использование нетрадиционной техники рисования в реализации проекта "Богатства Урала" "Камнерезное искусство". Рисование по пене для бритья. Мастер-класс для педагогов....