Йомаҡтар
материал (старшая группа)
ТРАНСПОРТ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Ат түгел, кешнәмәй,
Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/
Һыу эсә, бесән ашамай,
Үҙе дүрт аяҡлы. /автомобиль/
Балыҡ түгел, ҡош түгел,
Һыуҙа йөрөй үҙе гел. /пароход/
Ҡамыты юҡ, дуғаһы юҡ
Ҡара атым егеүле. /паровоз/
Эй ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе,
Тояҡтары резина,
Тимерҙән дилбегәһе. /автомобиль/
Йә тәрән соҡор ҡаҙый ул,
Йә бейек өйөм өйә.
Төҙөүсөләр уны һөйә,
"Тимер бәһлеүән!” — тиә. /экскаватор/
Тимер сысҡан,
Сүс ҡойроҡ. /самолет/
Ҡанаты бар — елпемәй,
Эсе йылы — ел теймәй. /самолет/
Ҡанаты бар, йөнө юҡ,
Үҙе бара, юлы юҡ. /самолет/
Юҡ, мин поезд түгел,
Ләкин уға оҡшаған.
Сөнки йөрөйбөҙ беҙ
Тимер юлдарҙан. /трамвай/
Үҙе ура, үҙе һуға,
Үҙе ҡапсыҡҡа һала.
Шаулап, гөрләп эшләгәнгә
Ҡыр матурланып ҡала. /комбайн/
Тимер жираф, башы күктә,
Күп күтәрә көсө күпкә,
Тонна-тонна йөктәрҙе
Эләктереп ала ул,
Балкондарын балҡытып,
Бейек өйҙәр һала ул. /кран/
Ул үҙе шундай көслө,
Тешле-тешле сүмесле.
Бер үҙе эшләй ала
Йөз кешелек эште. /экскаватор/
Эйәремә менәләр,
Өҙәңгемә тибәләр.
Йөгөртәләр, саптыралар,
Кәрәк ергә китәләр. /мотоцикл/
Арымай, талмай,
Ат артынан ҡалмай. /арба/
Ике күсәр дөнъя кисер. /арба/
Ике аяҡлы үгеҙ,
Маңлайында ҡуш мөгөҙ. /велосипед/
Үҙе атта бара,
Үҙе атлап бара. /велосипед/
Үҙе бара, эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ. /кәмә/
Ел өрә - үҙе бара. /елкәнле кәмә/
Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килүе,
Ай-һай, уның кешнәүе.
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерҙе ярып килүе. /паровоз, поезд/
Уф-уф һулар,
Уфтанһа ла алып китер,
Барыр еренә етер. /паровоз, поезд/
Ҡылға аҫылына,
Тимергә таяна.
Ултыртып саба
Теләһәң ҡайҙа. /трамвай/
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йомаҡ әйтәм, йомаҡ әйтәм,
Уны сискән сос булыр,
Сисәлмәгән тик торор.
Һаҡалы бар - бабай түгел,
Бер кемгә лә ағай түгел.
Тәү ҡарашҡа меҫкен, өтөк,
Үсектерһәң - китә төкөп. /кәзә/
Ишек алдына хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
Ләү-ләү итеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә. /көсөк/
Һаҡаллы ул, мөгөҙлө,
Һанға һуҡмай һис кемде.
Баҡсаға бик йыш инә,
Кәбеҫтәне кимерә. /кәзә/
Мендәр өҫтөндә ятыр,
Йә мейескә ул ҡасыр.
Көндөҙ әҙерәк серем итеп,
Төнөн сысҡан ул тотор. /бесәй/
Йүгерекләп йөрөр ул,
Ләү-ләү итеп өрөр ул,
Мал-тыуарҙы ҡыуыр ул,
Өйгә һаҡсы булыр ул. /көсөк/
Шып-шым баҫып йөрөй ул,
Сысҡандарҙы тота ул.
Һөт эсә лә рәхәтләнеп,
Мейес башында ята ул. /бесәй/
Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә. /һарыҡ/
Дүртәүҙер аяғы,
Ҡайсылай ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы. /ат/
Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килеүе,
Ай-һай уның кешнәүе.
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерғе ярып килеүе. /ат/
Ишек алдында сүмәлә,
Аҫтында дүрт бағана,
Алдында ике һәнәк,
Артында һепертке. /һыйыр/
Ҡойроғо уралған, теле һалынған. /эт/
Һабан да түгелмен – һөрөргә яратам. /сусҡа/
Ҡуян ҡолаҡлы, ат тояҡлы. /ишәк/
Муйыны – дуға, арҡаһы – эйәр. /дөйә/
Туны бар – сапаны юҡ,
Мыйығы бар – һаҡалы юҡ. /бесәй/
Арҡаһынан һыпырһаң,
Күҙҙәре ялт-йолт итә.
Гел яратып, иркәләп,
Һөйөп торғанды көтә. /бесәй/
Ауыҙы бар – көйшәмәҫ,
Теше бар – тешләмәҫ,
Ултырһаң – күтәрер,
Етәкләһәң – эйәрер. /ат/
Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире лә йүгерә Зәпзәки.
Тамаҡ ҡыра Зәпзәки,
Һаҡал һелкә Зәпзәки. /кәзә/
Һәр кистә яландан ҡайта
Мөңрәй-мөңрәй көтөүҙән.
Май, ҡаймаҡ яһайҙар уның
Тәмле ап-аҡ һөтөнән. /һыйыр/
Бысраҡ һыуҙа аунай,
Мырҡ-мырҡ, мырҡылдай. /сусҡа/
Йәйен дә, ҡышын да,
Йылы тунда. /һарыҡ/
Бик оҙон мыйыҡтары,
Күҙҙәре янып тора.
Сысҡандарҙы аулар өсөн
Туҡтауһыҙ хәйлә ҡора. /бесәй/
ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Эй тырыша – кәрәк уға
Сәтләүектең орлоғо.
Өйө ағас ҡыуышында,
Көлтә ҙурлыҡ ҡойроғо. /тейен/
Йөрөмәй ул буранда,
Ҡышын йоҡлай урманда,
Йәйен солоҡ "таҙарта",
Еләкте лә ярата. /айыу/
Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ,
Баҡсаны үтмәй урап,
Һайлап, кишер кимерә,
Бигерәк шәп йүгерә. /ҡуян/
Уңайлы ултыра ағаста,
Сәтләүекте ярата,
Көлтә ҡойроҡ, бик етеҙ ул,
Һикерергә ярата. /тейен/
Энәләрен үҙендә
Текмәһә лә йөрөтөр.
Яҡын килһәң - йомарлана,
Киткәнеңде көтәлер. /терпе/
Ул тегеүсе булмаһа ла
Энәләр күп йөрөтә,
Яҡын килһәң - йомарлана,
Китһәң - йүгереп китә. /терпе/
Урманда йыш тап булар,
Мөгөҙҙәре бигерәк ҙур,
Ат ҡәҙәре кәүҙәһе,
Һис еткермәй берәүҙе. /мышы/
Йәйгә сыҡһа һөйөнә,
Һоро тунын кейенә,
Ҡышын ҡарҙа күренмәй ул -
Кейенә аҡ кейемгә. /ҡуян/
Ҡара морон, һарғылт йөн,
Көлтә ҡойроҡ, хәйләкәр,
Тауыҡ итен бик ярата,
Ялан, урманда йәшәр. /төлкө/
Бәләкәй генә, бик етеҙ,
Йөнтәҫ ҡойроҡ, ялтыр күҙ,
Сәтләүекте бик ярата,-
Кем ағаста? Әйтегеҙ. /тейен/
Ҡомда мәҙәк юл ҡалдыра,
Һыуҙа йөҙә ҡай саҡта,
Үҙе менән һөйрәп йөрөй
Үҙенең өйөн йыраҡҡа. /гөбөргәйел/
Ағас башында туп һымаҡ
Ул һикереп шаяра,
Йә тубырсыҡ эҙләп йыя,
Йә ул сәтләүек яра.
Имәнгә ҡора өйөн,
Ниндәй кейек ул? /тейен/
Ҡойроғо көлтә кеүек,
Яратҡаны сәтләүек,
Ҡыуышҡа яһай өйөн,
Был ни, әлбиттә,… . /тейен/
Энәләре күп булһа ла,
Кейем текмәй был кейек.
Сәнскеле балаһын да
Һөйә: ”Йомшағым!”- тиеп. /терпе/
Энәһе күп: йөҙләп-меңләп,
Бер ни тегә алмай йүнләп. /терпе/
Борсаҡтай ғына күҙҙәре,
Морон осо ҡап-ҡара.
Яҡын килһәң, йоморлана,
Энәле - тотоп ҡара!
Кем белә, кем белә,
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. /терпе/
Йәйен - урманда батша,
Ҡышын - ҡарҙан да аҫта. /айыу/
Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойороҡ, шеш ҡолаҡ. /ҡуян/
Баҙҙа йәшәй, дошманы – бесәй. /сысҡан/
Ерҙе тиштем – йәшәнем,
Ер өҫтөнә сыҡтым – үлдем. /һуҡыр сысҡан/
ЙОРТ ҠОШТАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Бәпкәләрен үләндә
Эйәртеп йөрөтә ул,
Оҙон муйын,ҡыҙыл тәпәй,
Ыҫылдап суҡымаҡсы ул. /ҡаҙ/
Һыуҙа йыуынып алды,
Өҫтө ҡоро ҡалды. /ҡаҙ/
Таң атмаҫ борон уяна,
Ҡанат ҡаға, талпына,
- Килтере-е-е-п би-и-и-р!- тиеп һөрән һала,
Баҫып кәртә башына. /әтәс/
Ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡыт итә,
Килгәнебеҙҙе көтә,
Йомортҡаны алығыҙ! – тип,
Ул беҙгә хәбәр итә. /тауыҡ/
Әсәй көтә был ҡоштарҙы,
Улар тоя һөйөү, наҙ.
Бәпкәләрен сығарғанда,
Шатлығынан бейей ... . /ҡаҙ/
-Ҡыт-ҡытыҡ,-ти,-ҡытыҡ,-ти,-
Тибенеүе ҡыҙыҡ,-ти,
Әйтеп ҡуймағыҙ яҙыҡ,
Әлеге ҡош ул-… . /тауыҡ/
-Мин барыһын уятам,- тип
Ҡысҡыра,-кикирикүүүк!
Бара торған ерегеҙгә
Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!
Һис кәрәк түгел бәхәс,
Был булыр инде … . /әтәс/
-Ҡаҡ-ҡаҡ,-тиер,-ҡаҡ,-тиер,
Ниҙер ҡағырға ҡушыр.
Үҙе ҡанат ҡағып ҡына
Һыу буйында булашыр.
Күл, йылғала табыр наҙ
Ҡыҙыл ситек кейгән … . /ҡаҙ/
Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ,
Ҡысҡыртып борғоһон, уята барыһын. /әтәс/
Оса лап-лап, төшә лап-лап,
Йөҙә шәп-шәп, йөрөй саҡ-саҡ,
Әкрен атлап, кейеҙен ҡаплап. /өйрәк/
Күбеп китһә, көймә кеүек,
Күпереп бешкән икмәк кеүек,
Губернский ҡыҙҙар кеүек,
Ултырыуы мулла кеүек,
Ҡысҡырыуы торна кеүек?! /күркә/
Гөбөр-гөбөр гөбөрә, ҡыҙыл күрһә, ҡабара. /күркә/
Тарағы бар - сәсен тарамай,
Урағы бар – иген урмай. /әтәс/
Бәләкәй генә һары йомғаҡ
Йүгереп йөрөй сиҙәмдә. /себеш/
ҠОШТАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар?
Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/
Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,
Ишек-тәҙрәһе асыҡ.
Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе
Ошо йортҡа ... . /сыйырсыҡ/
Хужанан да, эттән дә
Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
Килеп ҡунды ... . /турғайҙар/
Тәҙрәләремә ҡарап,
Ҡойма башына баҫҡан.
- Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип
Шыҡырланы ... . /һайыҫҡан/
Ниңә ҡаҙҙар ҡаңғылдашып
Бәпкәләрен өйөргән?
Күктә ҡанаттарын йәйеп,
Бәпкә күҙләй ... . /төйлөгән/
Ниңә әле был балалар
Күккә ҡарап торалар?
Йылы яҡҡа үтеп китте,
Ҡаңғылдашып ... . /торналар/
Үҙе йомортҡа баҫмай,
Балаһын да баҡмай. /кәкүк/
Ҡулы юҡ, балсыҡ ташый,
Балтаһы юҡ, өй яһай. /ҡарлуғас/
Ҡыҙыл ситектәрен кейгән
Күк күлдәкле ҡыҙ килгән.
Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле
Әйтегеҙсе, кем икән? /күгәрсен/
Көндөҙ ул насар күрә.
Тап бына шуға күрә,
Үҙ ҡорбанын һағалап,
Төндә тора самалап. /ябалаҡ/
Айырып булмай был ҡоштоң
Исемен есеменән.
Һоҡландыра бөтәһен дә
Аҡтан-аҡ төҫө менән. /аҡҡош/
Осоп киләм, осоп киләм,
Күҙгә эләккәнде тибеп киләм. /бөркөт/
Ағас башында бер Ҡолой,
Көндөҙ йоҡлай, кис олой. /өкө/
Торған булһалар ҙа ҡысҡыралар
Торайыҡ та торайыҡ. /торна/
Баҫтырығы оҙон, көлтәһе ҡыҫҡа. /һайыҫҡан/
Сирыҡ-сирыҡ сирҡылдай,
Бәҫле ботаҡҡа ҡунып.
Сирыҡ-сирыҡ,үҙ телендә
Ниҙер һөйләй ҡыуанып.
Ниҙәр генә һөйләһә лә,
Аңламайым шул телен.
Шуны беләм: йылы эҙләп,
Ташлап китмәй үҙ илен.
Кисерһә лә күп этлек,
Иленән китмәй … . /сәпсек/
Көндөҙ йоҡлай, төнөн илай. /өкө/
Яңғыратып һыу буйҙарын
Һарай, алһыу таң тыуғас,
Моңло, дәртле … . /һандуғас/
Йылы яҡтан
Беҙгә килә,
Ул йылдарҙы
Һанай белә.
Был ниндәй ҡош?
Бирсе әйтеп! /кәкүк/
Бар белгәне ҡар ҙа ҡар,
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?
Ни булһын инде … . /ҡарға/
Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағасты йырған ҡортҡа
Иң ҙур дошман … . /тумыртҡа/
Һайлап алып ҡыу ағасты
Көнө буйы туҡылдар,
Ҡорттан һаҡлай ағастарҙы,-
Ә исеме кем булыр? /тумыртҡа/
"Шыҡырыҡ-шыҡырыҡ!" - һөрән һала,-
Нимә икән ул тапҡан?
Аҡлы-ҡаралы кәүҙәле,-
Ул ҡош була - ... . /һайыҫҡан/
Ҡатыҡты ла ул эсмәйҙер,
Эсмәйҙер ул һис тә һөт,
- Һөҙ һ-ө-ө-өт! - тип оҙаҡ өндәй
Тажлы башлы ҡош ... . /һөҙһөт/
Ауыр йөк һөйрәгән һымаҡ,
- Тар-р-р-т!- та, - Тар-р-р-т!- ярҙам һорай,
Тыныс төбәкте ярата,
Был ҡош булалыр ... . /тартай/
Көндөҙ яратҡан урыны
Ҡоро ағаста - аулаҡ,
Төн етте ниһә һунар итә
Бесәй башлы ... . /ябалаҡ/
Иң моңло йырҙы тыңлата
Беҙгә, йәмле яҙ булғас,
Барса кеше бирелеп тыңлай,
Ул ҡош була ... . /һандуғас/
Моңло итеп ул саҡыра,
Күренеп бармай бик үк,
Кә-күк, кә-күк,- тигән һүҙен
Ҡабатлай оҙаҡ ... . /кәкүк/
Йәй көнөндә бер ҡош күрәң
Туҡтап, ҡанат елпегән,
Сысҡан аулай, йә сиңерткә,
Ул ҡош була ... . /төйлөгән/
Һауала ул батша инде,
Саңҡып бирә ул тауыш,
Бөрйән башҡортоноң ҡошо,
Ул булалыр ... . /ҡарағош/
Ағас башында ояһы,
Йәйен-ҡышын ҡар даулай,
Ҡарауһыҙ ҡалдырһаң әгәр,
Себештәрҙән күҙ алмай. /ҡарға/
Ҡанатлы ла ҡолаҡлы,
Төнөн генә оса ул,
Ҡош тип әйтеп булмай уны,-
Ниндәй хайуан була ул? /ярғанат/
«Ҡыж-ҡыж » тиеп тауыш бирә,
Мороно, гүйә, көрәк.
Йылы яҡтан яҙын ҡайта,
Ниндәй ҡош, тиһең? ... . /өйрәк/
Аяҡтары уның оҙон,
Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.
Яҙын ҡайта көҙөн китә,
“Тор-райыҡ” тиһә лә … . /торна/
Өй артындағы тирәккә
Ҡайсаҡ ҡунып китә ул.
Ҡасан ҡунаҡтар килерен
Беҙгә хәбәр итә ул. /һайыҫҡан/
Талға ҡунып, йөҙ төрлө
Йыр йырланы маҡтансыҡ.
Булһа булһын маҡтансыҡ,
Үҙебеҙгә бик танһыҡ. /сыйырсыҡ/
Оҡшанымы йомаҡтар? -
Әйтегеҙ,һеҙ,балалар.
БӨЖӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йоҡонан тора иртә,
Үҙен-үҙе һикертә.
Йәйен уйнап үткәрә
Сырылдауыҡ ... . /сиңерткә/
Матур итеп селтәр үрҙе
Кешеләрҙән күрмәксе.
Аҫҡа табан төштө китте
Селтәр буйлап ... . /үрмәксе/
Бейек кенә бейек ҡаялар,
Ул ҡаяға ҡыйғыр оялар.
Һурпаһы хәләл, ите хәрәм,
Ул ни булыр икән?! /бал ҡорто/
Бесәнлектә бер көршәкте
Ҡарап торғас бик оҙаҡ
Салғым менән тейеү булды –
Һырып алды ... . /һағыҙаҡ/
Ҡап-ҡаранғы бүлмәлә
Селтәр бәйләй ҡыҙ бала. /бал ҡорто/
Бейек тауға менәләр,
Тоҡтар йөкмәп киләләр. /ҡырмыҫҡа/
Деү-деү, деү итә – дуғаға ҡуна,
Сей-сей, сей итә – ситәнгә ҡуна. /күгәүен/
Беҙелдәп оса ла семетеп ала,
Ул семеткән ерҙә ҡан ҡала. /серәкәй/
Бал ҡортона бик оҡшаған,
Тик саҡһа, саға елле!
Шул бөжәктекеләй, тиҙәр,
Ҡыҙҙарҙың нәҙек биле. /һағыҙаҡ/
Гөжләп тора өй-йорттары,
Ҡупҡан һуң ниндәй ғауға?
Хәүеф килһә, күмәкләшеп,
Дәррәү сығалар яуға. /ҡырмыҫҡалар/
Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр. /бал ҡорто/
«Тоттом» тигәндә, тороп китте,
«Баҫтым» тигәндә, тороп ҡасты. /сиңерткә/
Шем шекерә-мекерә,
Тотам тиһәң, һикерә. /сиңерткә/
Ат башлы,
Болан мөгөҙлө,
Бүре кәүҙә,
Бүкән һын,
Ҡош ҡанатлы,
Ҡырмыҫҡа аяҡлы. /сиңерткә/
Эт башлы,
Ырғаҡ муйынлы,
Бүре кәүҙәле,
Бүкән һынлы,
Ҡуш ҡанатлы,
Тиктормаҫ йәнле. /сиңерткә/
Аяғы ҡулдан юғары,
Һикерә талдан юғары.
Ни ҡош түгел, ни ҡорт түгел,
Теҙе билдән юғары. /сиңерткә/
ТӘБИҒӘТ КҮРЕНЕШТӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Әй, малайҙар! Әй, ҡыҙҙар!
Ҡойҙоғоҙмо ҡоймаҡтар?
Килегеҙ, әйҙә, ултырығыҙ,
Табышайыҡ йомаҡтар.
Ап-аҡ ҡына, шәкәр түгел,
Йылыға иреп бара.
Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,
Йомшаҡ ҡына, тотоп ҡара. /ҡар/
Ҡышын яуа аҡ булып,
Бигерәк тә йомшаҡ булып,
Атлағанда - шығыр-шығыр,
Эҙҙәрҙе ала уйып. /ҡар/
Йәйен томра эҫелә
Күгәреп болоттар килһә,
Тамсылар булып тамыр,
Был ни була? Был ... . /ямғыр/
Күктән яуа ынйылай,
Үҙе ап-аҡ, мамыҡтай,
Аяҡ баҫһаң - шығырҙай,
Ул ҡыштың йырын йырлай. /ҡар/
Ағастарға ул ҡунған,
Ап-аҡ ҡар һымаҡ булған,
Анау урман әкиәттәге
Көмөш аҡ урман булған. /бәҫ/
Эй, ыжғыра, асыулана,
Үкерә, ярһый, өрә.
Кеше йөрөй алмаһын, тип,
Ҡарҙарҙы юлға өйә. /буран/
Өшөттөрә, туңдыра –
Үҙе күренмәй күҙгә.
Ҡайсаҡ ул йүгерттерә,
Йылы тунды кейҙерә. /һыуыҡ/
Ҡыш көнө генә яуа,
Сафланып ҡала һауа,
Атлағанда шығыр-шығыр
Эҙҙәрҙе уйып ала. /ҡар/
Аҡ мунсаҡ төшөп ҡалды,
Ай күрҙе, ҡояш алды. /ысыҡ/
Осоп китә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, иреп бөтә. /ҡар/
Йондоҙ булып ҡойола,
Мамыҡ булып йыйыла.
Ел булһа, оса,
Яҙ булһа, ҡаса. /ҡар/
Үкерә лә ҡотора,
бөтә ерҙе тултыра. /буран/
Күктән килде, ергә китте. /ямғыр/
Ялт-йолт ялтырай,
Ерҙең өҫтө ҡалтырай. /йәшен/
Тау арҡылы уҡ аттым,
Атҡан уғым юғалттым. /йондоҙ атылыу/
Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ тәҙрә ҡаға. /ел/
Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Һөйләшергә теле юҡ,
Ҡояш кеүек нуры юҡ,
Күрергә күҙе юҡ,
Һис етмәгән ере юҡ. /ел/
Уты юҡ, төтөнө бар. /томан/
Таҫмаларым йыуам да,
Киптерәмен дуғамда. /йәйғор/
Ишек алды таш була,
Өйгә инһә, һыу була. /боҙ/
Ишектән керер, түргә уҙыр. /һыуыҡ/
Аҡ булһа ла, һөт түгел,
Күп булһа ла, йөк түгел.
Һыу буйында ярала,
Ҡояш сыҡһа, тарала. /томан/
Йәшенегеҙ, ти, тиҙерәк,
Ҡурҡыныс минең утым.
Ҡаялағы бөркөттөң дә
Алам да ҡуям ҡотон. /йәшен/
Иретһәң, һыу була,
Ҡайнатһаң, быу була. /ҡар/
Мин дә эй күшегеп бөттөм,
Урман-ҡырҙар күшекте.
Күк күкрәүен ер аҫтында
Һуҡыр сысҡан ишетте. /ямғыр/
Ямғыр тынды, ҡояш сыҡты,
Ҡалҡты күктә ҙур күпер.
Шул күперҙең бөтә төҫөн
Айыра ала тик өлгөр. /йәйғор/
Көндөҙ йоҡлай, төндә илай. /ысыҡ/
Ҡыш буйы ятты - ятты ла,
яҙын тороп сапты. /ҡар/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ, бабай. /ҡар/
Утта янмай, һыуҙа батмай. /боҙ/
Сәстәремде тағатып
Йөрөй нисек иренмәй?
Әллә уйнай йәшенмәк,
Үҙе ҡайҙа? Күренмәй. /ел/
ЙӘШЕЛСӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йәшелсә - витаминдар,
Ашайым да ҡуямым.
Йәшелсәләр хаҡында мин
Һеҙгә йомаҡ ҡоямын.
Бер-береһенән уҙышып
Үҫәләр гел бер өйҙә.
Өйҙәрен төп тип атайым,
Сығалар өйҙән көҙгә. /картуф/
Ҡыяҡтары йәм-йәшел дә,
Һап-һары уның башы.
Ашнаҡсыны илатһа ла,
Их, тәмләй ул һәр ашты. /һуған/
Ҡып-ҡыҙыл ғына күлдәкте
Ҡайҙан ала ... ?
Күлдәге матур булғас ни,
Уға хатта ер аҫтында
Һис күңелһеҙ түгелдер. /сөгөлдөр/
Ерҙән ҡаҙып алалар,
Аш, бәлешкә һалалар.
Көлгә күмә малайҙар,
Иҙеп ашай бабайҙар. /картуф/
Миңә оҡшай ҡурғаны,
Кетерләп үк торғаны,
Маҡтап бөтөргөһөҙ, уф!
Нимә ашайым? … . /картуф/
Әбей түгел, бабай түгел,
Үҙе ҡат-ҡат тун кейә,
Һыуҙар һибеп үҫтерәбеҙ-
Ул дымлы ерҙе һөйә.
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтә,
Шытырлап тора тештә,
Ә исеме - ... . /кәбеҫтә/
Йәшкелт аҡһыл төҫтә ул,
Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле,
Әсәй турап ашҡа һала,
Ашағанда бик тәмле. /кәбеҫтә/
Ҡуян бик ярата икән
Ул ҡыҙыл йәшелсәне,
Ҡыш көнөндә Ҡар-бабайҙың
Танауы ул - беләһеңме? /кишер/
Әрсей ҡалһаң, йәһәт кенә
Күҙ йәштәрен ағыҙа.
Уны ашаһаң сирләмәйһең,-
Кәрәк түгел дарыу ҙа. /һуған/
Йоморо уның кәүҙәһе,
Унан аштар бик тәмле,
Әйт әле, һин, әйт әле,-
Был нимә ул? /бәрәңге/
Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ,
Эсе тулы халыҡ. /ҡыяр/
Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ. /кишер/
Ҡат-ҡат тунлы,
Ҡарыш буйлы. /кәбеҫтә/
Бабай ҡат-ҡат тун кейгән,
Сисендерһәң – иларһың. /һуған/
Үҙе генә ашалмай,
Унан башҡа аш бармай. /һуған/
Келәте бар, малы юҡ,
Балаһының һаны юҡ. /ҡыяр/
Үҙе һимеҙ – майы юҡ,
Тиреһе ҡалын – йөнө юҡ. /шалҡан/
Әй,малайҙар,әй,ҡыҙҙар!
Оҡшанымы йомаҡтар?
ЭШ ҠОРАЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Түтәлдерҙе ҡаҙып бөткәс,
Мыштырлап оҙаҡ торма.
Эшкә тотон йәһәт кенә
Ҡулыңа алып… . /тырма/
Бесән ҡалай ныҡ кипкән,
Йыйырға ваҡыт еткән.
Ҡарап торма,тик торма,
Йә,ҡулыңа тот … . /тырма/
Был ҡоралды сабый саҡтан
Ҡулда тоторға кәрәк.
Ғүмер буйы бары файҙа
Бирә кешегә… . /көрәк/
Ҡар көрәргә
Булһа кәрәк,
Нимә кәрәк?
Дөрөҫ! ... . /көрәк/
“Т” хәрефенә оҡшаш был
Оҫтаға кәрәк ҡорал.
Һыры бар урау-урау,
Был нимә? Был бит ... . /бырау/
Әй, күп тә һуң тештәре!
Әй, күп тә һуң эштәре!
Ағасты «ашай-ашай»,
Төрлө әйберҙәр яһай. /бысҡы/
Нисек кенә бәйләп тотма,
Ятҡырып булмай тоҡта.
Барыбер сыға тишеп,
Уның исеме нисек? /беҙ/
Был ҡорал менән
Шымартып алғас,
Ял итеп ҡала
Ҡытыршы ағас.
Түңәрәкләнеп
Оса юнысҡы,
Оҫта ҡулында
Нимә ул? /йышҡы/
ЙЫЛ МИҘГЕЛДӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Ҡар иреп,ер күренер,
Һайрар ҡоштар ҙа килер,
Йәшел үләндәр үҫер,-
Был ниндәй ваҡыт етер? /яҙ/
Көндәр бигерәк эҫелер,
Еләктәр ҙә бешәлер.
Көн дә беҙ һыу инәбеҙ,-
Ниндәй ваҡыт? Әйт әле. /йәй/
Ағастарҙан, һарғайып,
Япраҡтар ергә төшә.
Баландар ҡыҙарып бешә,-
Был ниндәй ваҡыт етә? /көҙ/
Көндәре һыуыҡ булыр,
Ерҙең өҫтө аҡ булыр,
Балалар санала шыуыр,-
Был ниндәй ваҡыт булыр? /ҡыш/
Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығын кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән,
Ап-аҡ ондо кем һипкән? /ҡыш/
Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып. /ҡыш/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ бабай. /ҡыш/
Битеңде алландырыр,
Өҫтөңдө ҡарландырыр. /ҡыш/
Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра. /ҡыш/
Аҡ юрғанын ташлай,
Һыртын аса башлай. /яҙ/
Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
Һағынып-һағынып килгән. /яҙ/
Аҡ юрғаным алып ҡуйҙым,
Йәшел юрғаным йәйеп ҡуйҙым. /яҙ/
Йәшел елән йәйепҡуйҙы,
Бар ҡайғыны алып ҡуйҙы. /йәй/
Кейгән кейеменең биҙәге
Бар донъяны биҙәне. /йәй/
Үҙе илай, үҙе һыйлай. /көҙ/
Ашай ҙа ашай,
Илай ҙа илай,
Бала-сағаны
Өйгә ҡыуалай. /көҙ/
Үҙе туҡ кеүек,
Ҡайғыһы юҡ кеүек,
Илай башлаһа –
Туҡтамай. /көҙ/
Ҡарҙар ирене,
Һыуҙар йүгерҙе,
Илап йылғалар,
Йәштәр түгелде.
Көндәр оҙая,
Төндәр ҡыҫҡара,
Был ҡайһы ваҡыт,
Йә, әйтеп ҡара? /яҙ/
(Ғ.Туҡай)
Ашлыҡтар үҫте,
Башаҡтар беште,
Ҡояш бешерә,
Тиргә төшөрә.
Халыҡ ашыға,
Китә баҫыуға,
Игенен ура -
Был ҡай саҡ була? /йәй/
(Ғ.Туҡай)
Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана -
Был ҡай саҡ була? /көҙ/
(Ғ.Туҡай)
Һәр ер ҡарланған ,
Һыуҙар боҙланған ,
Уйнай ел-буран -
Был ҡай саҡ, туған? /ҡыш/
(Ғ.Туҡай)
АҒАСТАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йәм-йәшел йәйен,ҡышын да,
Энәһе күп ботаҡта.
Ул төҙәнә беҙгә килеп
Яңы йылда ҡунаҡҡа. /шыршы/
Йәшел төҫлө кейемдәрен
Кейеп тора ағайҙар.
Йәйҙәр үтә, көҙҙәр үтә -
Һис бер уны һалмайҙар. /шыршы/
Бер ағаста мең ҡара. /муйыл/
Уңмай көндә - ҡояшта,
Йәшел була ул ҡыш та.
Оҙон буйлы бер ағай –
Күпте күргән ... . /ҡарағай/
Ул хас бойҙай орлоғо –
Шундай ғына ҙурлығы.
Етһен әле йәй генә -
Ул япраҡҡа әүерелә. /бөрө/
Суҡ толомло, аҡ һынлы,
Гел һөйкөмлө, яғымлы.
Сағылда табып яйын
Сәләмләй килгән һайын. /ҡайын/
Йәй ҙә йәшел, ҡыш та йәшел
Тауҙа ла, урманда ла.
Ултыра уртала илап
Ҡыш байрам ҡорғанда ла. /шыршы/
Майҙа ап-аҡ күлдәкле,
Унан йәшеллек кейә.
Ҡарайғас шул күлдәге,
Башҡайын түбән эйә. /муйыл/
Гел бейеккә, гел киңлеккә әйҙәр,
Йәмле булыр унан өйҙәр-өйҙәр,
Өй аҫтына һалһаң, йөҙ йыл түҙәр,
Ныҡ кешене уның кеүек тиҙәр. /имән/
Күлдәктәре аҡ ҡына,
Бөҙрә уның сәстәре.
Бысаҡ тейҙеме яҙын,
Сәсрәп сыға йәштәре.
Тик яраламаһын һис кем
Матур йәшел дуҫҡайын.
Урман булып шаулаһын
Беҙҙең ерҙә аҡ. /ҡайын/
Аҡ кейемен кейгән
Йәшел суғын элгән. /ҡайын/
Ирендәрҙе күгәртә,
Ҡан баҫымын үҙгәртә.
Яҙын, әйтерһең, кәләш,
Көҙөн – көп-көрән ... . /миләш/
Урамдарҙа йәй бураны,
Ап-аҡ иткән йорт-ҡураны. /тирәктәр/
ЕМЕШ-ЕЛӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Алма тиһәң, алма түгел,
Ҡыяр тиһәң - түңәрәк. /киви/
Сәскәһе ап-аҡ, емеше ҡыҙыл,
Ҡыҙарып беште, ергә төштө. /алма/
Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,
Ышанмаһаң, ашап ҡара. /ҡарағат/
Кәкре ҡайын аҫтында,
Ҡан тамсылап ултыра. /ҡурай еләге/
Үләндәрҙә ҡыҙарып бешер,
Һабағын бөгөп, ергә төшөр. /ер еләге/
Лампочкаға бик оҡшаған
Татлы был емеш.
Исемен әйтһәң, һиңә лә
Сығарам өлөш! /груша/
"Бал”лы ижеге булһа ла,
Һис тә түгел ул татлы.
Миләшкә оҡшаш емештең,
Йә, исемен кем тапты? /балан/
“Алма” тиһәң, алалар.
Нимә һуң ул, балалар? /алма/
Ҡыҙыл төймә таптым,
Ауыҙыма ҡаптым. /ер еләге/
Үҙе ҡып-ҡыҙыл,
Күлдәге йәм-йәшел. /ер еләге/
Оҙон ҡурай үләндәр,
Ҡыҙыл алҡа элгәндәр. /ҡурай еләге/
Түңәрәк-түңәрәк шар кеүек,
Ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡан кеүек,
Әсе лә, татлы ла,
Йотайым тиһәң, ташлы ла. /сейә/
ҺӨНӘРҘӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Шым йөрөй еңел баҫып,
Мылтығын алған аҫып,
Шулай һунар итә ул,
Ул кеше кем була ул? /һунарсы/
Ҡармаҡ алып ҡулына
Китә йылға буйына,
Көн оҙон тик ултыра,
Сабаҡ,суртандар тота. /балыҡсы/
Атҡа атланып һыбай
Һыҙғыра йә ул йырлай,
Үҙе төшмәй эйәрҙән,
Эте уға эйәргән. /көтөүсе/
Иртүк тороп фермаға
Йүгерә атлай бара,
Аҡ халатын кейеп алып
Кем әле һыйыр һауа? /һауынсы/
Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр...
Һикереп йөрөй туптай.
Ҡош ҡанатылай ҡулдары,
Күҙҙәре яна уттай. /бейеүсе/
Эшем күп шул - хат ташыйым
Өйҙәрҙән өйгә кереп.
Ҡаршы сығып алалар,
Минең килгәнде күреп. /хат ташыусы/
Хат , газета-журналдарҙы
Ул бар өйгә тарата.
Пенсия биргәнгә күрә,
Бар өлкәндәр ярата. /хат ташыусы/
Тәмле аштар бешерә,
Аш-һыуы төшкә керә.
Әйтегеҙсе, кем һуң шулай
Барыбыҙҙы ла һыйлай? /ашнаҡсы/
Ут менән көрәшәбеҙ беҙ,
Шуға көслө, ҡыйыубыҙ.
Бар кешегә кәрәк һөнәр –
Әйтегеҙсе, беҙ кемдәр? /янғын һүндереүселәр/
Беҙ бик иртә торабыҙ,
Алдыбыҙҙа - юлыбыҙ.
Барығыҙҙы ла йыйып,
Кәрәк ергә илтербеҙ. /автобус йөрөтөүсе/
Уҡырға ла өйрәтә,
Яҙырға ла өйрәтә.
Уны белә һәр кеше,
Ул була … . /уҡытыусы/
Ул ҡалалар төҙөй
Ҡағыҙҙа йылдар буйы.
Хыялы һәм оҫта ҡулы
Бүләк итә өй туйы. /архитектор/
Быяла күҙен көйләй ҙә
Бер генә йомоп ала –
Һеҙҙе иҫтә ҡалдыра.
Аңлатығыҙ, был эште
Кем бик оҫта башҡара? /фотограф/
Сәскә араһында үтә
Уның бөтә көндәре.
Матурлыҡ биҙәй дөнъяны -
Гөлдәр оҡшай һәр кемгә. /баҡсасы/
АҢ-БЕЛЕМ, УҠЫУ-ЯҘЫУ, УҠЫУ ӘСБАПТАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Бер байлыҡ бар − янмай,
Ҡараҡ та урлай алмай,
Төшөп тә юғалмай. /белем/
Аҡыллы сәсә барыр,
Аҡылһыҙ йыя барыр. /белем/
Әйтермен − минән китер,
Тыңламаһаң − һинән китер./һүҙ/
Аҡсаһыҙ инәһең,
Хазина алып сығаһың. /мәктәп/
Ҡат-ҡат ҡатлама,
Аҡылың булһа, ташлама. /китап/
Ағас түгел - япраҡлы,
Тун түгел – тегелгән. /китап/
Өнһөҙ, йәнһеҙ − иң яҡын дуҫ. /китап/
Шишмә түгел, әммә үҙен
"Белем шишмәһе” тиҙәр.
Бик белемле булғың килһә,
Ҡулдан төшмәһен, тиҙәр. /китап/
Орлоғо ҡара,ере аҡ,
Ҡул менән сәсәләр,
Күҙ менән йыялар. /яҙыу, уҡыу/
Бишәү сәсә, берәү йыя. /яҙыу, уҡыу/
Иген сәсте биш малай,
Урҙылар ике ағай. /яҙыу, уҡыу/
Ҡул менән сәсәһең,
Күҙ менән йыяһың. /яҙыу, уҡыу/
Аҡ ерҙә эҙ һалған,
Эҙ ҡалмаған, һүҙ ҡалған. /яҙыу/
Ҡалаһы бар, халҡы юҡ,
Дингеҙе бар, һыуы юҡ. /карта/
Ямауы бар, йөйө юҡ. /карта/
Бабай бүреге йөҙ ямау. /глобус/
Тимер ҡоҙоҡ, оҙон ҡойроҡ, бирә бойороҡ. /ручка/
Үҙе уҡый белмәһә лә,
Ғүмер буйы яҙыша. /ручка/
Ҡулланған һайын,
Ҡыҫҡара бара.
Ҡыҫҡарған һайын,
Оҫтара бара. /ҡәләм/
Оҙон, йоҡа, төп-төҙ ул,
Билдәләй ул иң төҙ юл.
Юлдарҙың оҙонлоғон
Беләм һанап һыҙығын. /линейка/
Ишекле, тәҙрәһеҙ
Тап-тар өйҙә йәшәйҙәр.
Әҙерләгәндә дәрес
Сиратлашып эшләйҙәр. /пенал, ручка-ҡәләмдәр/
Торалар бергә бер йортта,
Төрлөһө төрлө төҫтә.
Аҡ ҡығыҙҙа бер ҡул йөрөтә
Төрлөһөн төрлө эшкә. /төҫлө ҡәләмдәр/
МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Таҡыя башын тубайтып,
Үҙе урманда үҫә.
Елкендереп күңелде,
Йәшен-ҡартын бейетә.
Наҙлы моңло был ҡорал
Ниндәй исем йөрөтә? /ҡурай/
Ҡырҙа үҫкән бер бала
Өйгә килеп моң һала. /ҡурай/
Бәләкәй генә көпшәлә
Уйылғандар тишектәр.
Моңло тауыш сығарһа,
Бейеп китә ситектәр. /ҡурай/
Үҙе үҫемлек,
Унан да моңло нәмә юҡ. /ҡурай/
Ҡарар күҙгә ҙур түгел,
Киләсәге ҙур уның. /ҡумыҙ/
Кире кәпәс кире һикерә. /ҡумыҙ/
Туҡмағанды ярата,
Бик дәртле көй тарата:
Тра-та-та-та! Тра-та-та! /барабан/
Эсе ҡыуыш,
Даңғылдарға уны ҡуш./барабан/
Йәнле йәнһеҙҙе ҡыйнай,
Йәнһеҙ ҡысҡырып илай. /барабан/
Сирткән һайын терт итә,
Шунда уҡ йырлап китә. /мандолина/
Телдәре күп булғанғалыр,
Көй һуҙа моңло итеп.
Яратам уны шуға мин,
Тыңлайым иҫем китеп. /гармун/
Тартыла ла һуҙыла,
Бар донъяға моң һала. /гармун/
Ауыҙы юҡ, күп телле,
Дәртләндермәй һуң кемде? /гармун/
Бармаҡ менән баҫалар,
Уйнап күңел асалар. /пианино/
Тейһәң, илаған,
Тауышы халыҡҡа уйнаған.
Эсендә эсәге бар,
Тышында түшәге бар. /думбыра/
Ҡолағы – ҡойроҡ осонда,
Эсәге – кендек өҫтөндә,
Тейһәң, илай. /думбыра/
Ебенә тейһәң, илаған,
Тауышы матур сыңлаған.
Өҫтөндә эсәге бар,
Аҫтында түшәге бар. /скрипка/
ИКМӘК ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Әсәй әйтә бер йомаҡ:
Ап-аҡ ҡына тумалаҡ,
Аҡ мейескә инеп ята
Йомро-йомро йомарлаҡ. /икмәк/
Әсәйем мейескә һалһа,
Табала ул ҡабара.
Бешкәс телеп кенә алһаң,
Тәмле еҫтәр тарала.
Нимә һуң ул? Кем белә?
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. /икмәк/
Бик ҡәҙерләп кенә телеп
Ашъяулыҡҡа һалалар,
Ул өҫтәлдә иң бөйөк аш,-
Был ни була,балалар? /икмәк/
ҠЫШ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Көндәре һыуыҡ булыр,
Ерҙең өҫтө аҡ булыр,
Балалар санала шыуыр,-
Был ниндәй ваҡыт булыр? /ҡыш/
Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығын кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән,
Ап-аҡ ондо кем һипкән? /ҡыш/
Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып. /ҡыш/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ бабай. /ҡыш/
Битеңде алландырыр,
Өҫтөңдө ҡарландырыр. /ҡыш/
Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра. /ҡыш/
Ап-аҡ ҡына, шәкәр түгел,
Йылыға иреп бара.
Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,
Йомшаҡ ҡына, тотоп ҡара. /ҡар/
Ҡышын яуа аҡ булып,
Бигерәк тә йомшаҡ булып,
Атлағанда - шығыр-шығыр,
Эҙҙәрҙе ала уйып. /ҡар/
Күктән яуа ынйылай,
Үҙе ап-аҡ, мамыҡтай,
Аяҡ баҫһаң - шығырҙай,
Ул ҡыштың йырын йырлай. /ҡар/
Ағастарға ул ҡунған,
Ап-аҡ ҡар һымаҡ булған,
Анау урман әкиәттәге
Көмөш аҡ урман булған. /бәҫ/
Эй, ыжғыра, асыулана,
Үкерә, ярһый, өрә.
Кеше йөрөй алмаһын, тип,
Ҡарҙарҙы юлға өйә. /буран/
Өшөттөрә, туңдыра –
Үҙе күренмәй күҙгә.
Ҡайсаҡ ул йүгерттерә,
Йылы тунды кейҙерә. /һыуыҡ/
Ҡыш көнө генә яуа,
Сафланып ҡала һауа,
Атлағанда шығыр-шығыр
Эҙҙәрҙе уйып ала. /ҡар/
Осоп китә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, иреп бөтә. /ҡар/
Йондоҙ булып ҡойола,
Мамыҡ булып йыйыла.
Ел булһа, оса,
Яҙ булһа, ҡаса. /ҡар/
Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра. /буран/
Ишек алды таш була,
Өйгә инһә, һыу була. /боҙ/
Ишектән керер, түргә уҙыр. /һыуыҡ/
Иретһәң, һыу була,
Ҡайнатһаң, быу була. /ҡар/
Ҡыш буйы ятты - ятты ла,
Яҙын тороп сапты. /ҡар/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ, бабай. /ҡар/
Утта янмай, һыуҙа батмай. /боҙ/
ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Тәмле аштар бешерә,
Матур гөлдәр үҫтерә.
Өйөбөҙҙөң нуры ул,
Барыбыҙҙан оло ул. /өләсәй/
Уның сәскәйҙәре аҡтан-аҡ,
Һырлы-һырлы маңлайы.
Минең атай ҙур булһа ла,
Уның кесе малайы. /олатай/
Беҙҙең арала ул бигерәк көслө,
Белмәгән эше юҡтыр ҙа төҫлө.
Уның кеүек иртүк торормон,
Төрлө һөнәргә эйә булырмын. /атай/
Ул булмаһа, өй ҡараңғы,
Ул булмаһа, аш тәмһеҙ.
Ул –иң ҡәҙерле кеше,
Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ. /әсәй/
Татлынан татлы,
Әсәйҙәргә кем татлы?/бала/
Әсәйемдең өлкән ҡыҙы ул,
Ә миңә кем булыр һуң?/апай/
Эй һөйләшә бер үҙе,
Аңлашылмай һис һүҙе.
Тәү аҙымдарын атлай,
Йығылһа, илап ятмай. /ҡусты/
Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ",
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә берегәбеҙ. (ғаилә)
РӘСИМӘ УРАҠСИНА
Өс йөҙ алтмыш биш бала турғай,
Ҡырҡ һигеҙ инә турғай,
Ун икеһе аҡҡош.
Шуны белмәгән – йолҡош. /йыл хисабы/
Ун ике батыр егет
Өс йөҙ алтмыш биш өйрәк
Алып ҡайттылар. /йыл хисабы/
Ун ике туған теҙелешеп торған.
Йөрөр, йөрөр ҙә тағы әйләнеп урынына ҡайтыр. /йыл эсендәге айҙар/
Ҡыйҡым, ҡыйҡым, ҡыйҡым ҡош
Ҡыйҡылдашып бара, имеш.
Утыҙлаған йомортҡа
Ояһында ҡала, имеш. /ай эсендә көн иҫәбе/
Ете туған юлға сыҡты,
Етеһе лә бер йәштә,
Исемдәре башҡа. /аҙна/
Бер ояла ете йомортҡа. /аҙна/
Ике туған,
Береһе аҡ булған,
Береһе ҡара булған. /көн менән төн/
Донъяла бар бер йәнлек,
Уның бер яғы аҡ,
Икенсе яғы ҡара. /көн менән төн/
Кисен үлә, иртән терлә. /көн/
Көндөҙ үлә, кис терелә. /төн/
Ҡара һыйыр килде,
Бар донъяны еңде. /төн/
Ауыҙы юҡ, теле юҡ,
Һөйләмәгән көнө юҡ.
Бер ҙә тынып тормай ул,
Һөйләп туйғас, йырлай ул. /радио/
Яҡын итә йыраҡты,
Күп тапҡырға ҙурайтып.
Астроном ағайҙар
Шуның аша ҡарайҙар. /телескоп/
Теле юҡ-һүҙе бар.
Күҙе юҡ-күрһәтә,
Бар нәмәне өйрәтә. /телевизор/
Күҙгә күренмәй,
Бик шәп йүгерә,
Һүндерһәң-һүнә,
Яндырһаң-яна,
Тотонһаң-үлтерә. /электр тогы/
Ҡумта эсендә кеше,
Йырлау, һөйләүҙә эше. /радио/
Кер кипкәнде тора көтөп,
Яңылыш тейһәң – ала өтөп. /үтек/
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 44.04 КБ |
Предварительный просмотр:
ТРАНСПОРТ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Ат түгел, кешнәмәй,
Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/
Һыу эсә, бесән ашамай,
Үҙе дүрт аяҡлы. /автомобиль/
Балыҡ түгел, ҡош түгел,
Һыуҙа йөрөй үҙе гел. /пароход/
Ҡамыты юҡ, дуғаһы юҡ
Ҡара атым егеүле. /паровоз/
Эй ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе,
Тояҡтары резина,
Тимерҙән дилбегәһе. /автомобиль/
Йә тәрән соҡор ҡаҙый ул,
Йә бейек өйөм өйә.
Төҙөүсөләр уны һөйә,
"Тимер бәһлеүән!” — тиә. /экскаватор/
Тимер сысҡан,
Сүс ҡойроҡ. /самолет/
Ҡанаты бар — елпемәй,
Эсе йылы — ел теймәй. /самолет/
Ҡанаты бар, йөнө юҡ,
Үҙе бара, юлы юҡ. /самолет/
Юҡ, мин поезд түгел,
Ләкин уға оҡшаған.
Сөнки йөрөйбөҙ беҙ
Тимер юлдарҙан. /трамвай/
Үҙе ура, үҙе һуға,
Үҙе ҡапсыҡҡа һала.
Шаулап, гөрләп эшләгәнгә
Ҡыр матурланып ҡала. /комбайн/
Тимер жираф, башы күктә,
Күп күтәрә көсө күпкә,
Тонна-тонна йөктәрҙе
Эләктереп ала ул,
Балкондарын балҡытып,
Бейек өйҙәр һала ул. /кран/
Ул үҙе шундай көслө,
Тешле-тешле сүмесле.
Бер үҙе эшләй ала
Йөз кешелек эште. /экскаватор/
Эйәремә менәләр,
Өҙәңгемә тибәләр.
Йөгөртәләр, саптыралар,
Кәрәк ергә китәләр. /мотоцикл/
Арымай, талмай,
Ат артынан ҡалмай. /арба/
Ике күсәр дөнъя кисер. /арба/
Ике аяҡлы үгеҙ,
Маңлайында ҡуш мөгөҙ. /велосипед/
Үҙе атта бара,
Үҙе атлап бара. /велосипед/
Үҙе бара, эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ. /кәмә/
Ел өрә - үҙе бара. /елкәнле кәмә/
Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килүе,
Ай-һай, уның кешнәүе.
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерҙе ярып килүе. /паровоз, поезд/
Уф-уф һулар,
Уфтанһа ла алып китер,
Барыр еренә етер. /паровоз, поезд/
Ҡылға аҫылына,
Тимергә таяна.
Ултыртып саба
Теләһәң ҡайҙа. /трамвай/
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йомаҡ әйтәм, йомаҡ әйтәм,
Уны сискән сос булыр,
Сисәлмәгән тик торор.
Һаҡалы бар - бабай түгел,
Бер кемгә лә ағай түгел.
Тәү ҡарашҡа меҫкен, өтөк,
Үсектерһәң - китә төкөп. /кәзә/
Ишек алдына хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
Ләү-ләү итеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә. /көсөк/
Һаҡаллы ул, мөгөҙлө,
Һанға һуҡмай һис кемде.
Баҡсаға бик йыш инә,
Кәбеҫтәне кимерә. /кәзә/
Мендәр өҫтөндә ятыр,
Йә мейескә ул ҡасыр.
Көндөҙ әҙерәк серем итеп,
Төнөн сысҡан ул тотор. /бесәй/
Йүгерекләп йөрөр ул,
Ләү-ләү итеп өрөр ул,
Мал-тыуарҙы ҡыуыр ул,
Өйгә һаҡсы булыр ул. /көсөк/
Шып-шым баҫып йөрөй ул,
Сысҡандарҙы тота ул.
Һөт эсә лә рәхәтләнеп,
Мейес башында ята ул. /бесәй/
Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә. /һарыҡ/
Дүртәүҙер аяғы,
Ҡайсылай ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы. /ат/
Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килеүе,
Ай-һай уның кешнәүе.
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерғе ярып килеүе. /ат/
Ишек алдында сүмәлә,
Аҫтында дүрт бағана,
Алдында ике һәнәк,
Артында һепертке. /һыйыр/
Ҡойроғо уралған, теле һалынған. /эт/
Һабан да түгелмен – һөрөргә яратам. /сусҡа/
Ҡуян ҡолаҡлы, ат тояҡлы. /ишәк/
Муйыны – дуға, арҡаһы – эйәр. /дөйә/
Туны бар – сапаны юҡ,
Мыйығы бар – һаҡалы юҡ. /бесәй/
Арҡаһынан һыпырһаң,
Күҙҙәре ялт-йолт итә.
Гел яратып, иркәләп,
Һөйөп торғанды көтә. /бесәй/
Ауыҙы бар – көйшәмәҫ,
Теше бар – тешләмәҫ,
Ултырһаң – күтәрер,
Етәкләһәң – эйәрер. /ат/
Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире лә йүгерә Зәпзәки.
Тамаҡ ҡыра Зәпзәки,
Һаҡал һелкә Зәпзәки. /кәзә/
Һәр кистә яландан ҡайта
Мөңрәй-мөңрәй көтөүҙән.
Май, ҡаймаҡ яһайҙар уның
Тәмле ап-аҡ һөтөнән. /һыйыр/
Бысраҡ һыуҙа аунай,
Мырҡ-мырҡ, мырҡылдай. /сусҡа/
Йәйен дә, ҡышын да,
Йылы тунда. /һарыҡ/
Бик оҙон мыйыҡтары,
Күҙҙәре янып тора.
Сысҡандарҙы аулар өсөн
Туҡтауһыҙ хәйлә ҡора. /бесәй/
ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Эй тырыша – кәрәк уға
Сәтләүектең орлоғо.
Өйө ағас ҡыуышында,
Көлтә ҙурлыҡ ҡойроғо. /тейен/
Йөрөмәй ул буранда,
Ҡышын йоҡлай урманда,
Йәйен солоҡ "таҙарта",
Еләкте лә ярата. /айыу/
Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ,
Баҡсаны үтмәй урап,
Һайлап, кишер кимерә,
Бигерәк шәп йүгерә. /ҡуян/
Уңайлы ултыра ағаста,
Сәтләүекте ярата,
Көлтә ҡойроҡ, бик етеҙ ул,
Һикерергә ярата. /тейен/
Энәләрен үҙендә
Текмәһә лә йөрөтөр.
Яҡын килһәң - йомарлана,
Киткәнеңде көтәлер. /терпе/
Ул тегеүсе булмаһа ла
Энәләр күп йөрөтә,
Яҡын килһәң - йомарлана,
Китһәң - йүгереп китә. /терпе/
Урманда йыш тап булар,
Мөгөҙҙәре бигерәк ҙур,
Ат ҡәҙәре кәүҙәһе,
Һис еткермәй берәүҙе. /мышы/
Йәйгә сыҡһа һөйөнә,
Һоро тунын кейенә,
Ҡышын ҡарҙа күренмәй ул -
Кейенә аҡ кейемгә. /ҡуян/
Ҡара морон, һарғылт йөн,
Көлтә ҡойроҡ, хәйләкәр,
Тауыҡ итен бик ярата,
Ялан, урманда йәшәр. /төлкө/
Бәләкәй генә, бик етеҙ,
Йөнтәҫ ҡойроҡ, ялтыр күҙ,
Сәтләүекте бик ярата,-
Кем ағаста? Әйтегеҙ. /тейен/
Ҡомда мәҙәк юл ҡалдыра,
Һыуҙа йөҙә ҡай саҡта,
Үҙе менән һөйрәп йөрөй
Үҙенең өйөн йыраҡҡа. /гөбөргәйел/
Ағас башында туп һымаҡ
Ул һикереп шаяра,
Йә тубырсыҡ эҙләп йыя,
Йә ул сәтләүек яра.
Имәнгә ҡора өйөн,
Ниндәй кейек ул? /тейен/
Ҡойроғо көлтә кеүек,
Яратҡаны сәтләүек,
Ҡыуышҡа яһай өйөн,
Был ни, әлбиттә,… . /тейен/
Энәләре күп булһа ла,
Кейем текмәй был кейек.
Сәнскеле балаһын да
Һөйә: ”Йомшағым!”- тиеп. /терпе/
Энәһе күп: йөҙләп-меңләп,
Бер ни тегә алмай йүнләп. /терпе/
Борсаҡтай ғына күҙҙәре,
Морон осо ҡап-ҡара.
Яҡын килһәң, йоморлана,
Энәле - тотоп ҡара!
Кем белә, кем белә,
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. /терпе/
Йәйен - урманда батша,
Ҡышын - ҡарҙан да аҫта. /айыу/
Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойороҡ, шеш ҡолаҡ. /ҡуян/
Баҙҙа йәшәй, дошманы – бесәй. /сысҡан/
Ерҙе тиштем – йәшәнем,
Ер өҫтөнә сыҡтым – үлдем. /һуҡыр сысҡан/
ЙОРТ ҠОШТАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Бәпкәләрен үләндә
Эйәртеп йөрөтә ул,
Оҙон муйын,ҡыҙыл тәпәй,
Ыҫылдап суҡымаҡсы ул. /ҡаҙ/
Һыуҙа йыуынып алды,
Өҫтө ҡоро ҡалды. /ҡаҙ/
Таң атмаҫ борон уяна,
Ҡанат ҡаға, талпына,
- Килтере-е-е-п би-и-и-р!- тиеп һөрән һала,
Баҫып кәртә башына. /әтәс/
Ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡыт итә,
Килгәнебеҙҙе көтә,
Йомортҡаны алығыҙ! – тип,
Ул беҙгә хәбәр итә. /тауыҡ/
Әсәй көтә был ҡоштарҙы,
Улар тоя һөйөү, наҙ.
Бәпкәләрен сығарғанда,
Шатлығынан бейей ... . /ҡаҙ/
-Ҡыт-ҡытыҡ,-ти,-ҡытыҡ,-ти,-
Тибенеүе ҡыҙыҡ,-ти,
Әйтеп ҡуймағыҙ яҙыҡ,
Әлеге ҡош ул-… . /тауыҡ/
-Мин барыһын уятам,- тип
Ҡысҡыра,-кикирикүүүк!
Бара торған ерегеҙгә
Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!
Һис кәрәк түгел бәхәс,
Был булыр инде … . /әтәс/
-Ҡаҡ-ҡаҡ,-тиер,-ҡаҡ,-тиер,
Ниҙер ҡағырға ҡушыр.
Үҙе ҡанат ҡағып ҡына
Һыу буйында булашыр.
Күл, йылғала табыр наҙ
Ҡыҙыл ситек кейгән … . /ҡаҙ/
Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ,
Ҡысҡыртып борғоһон, уята барыһын. /әтәс/
Оса лап-лап, төшә лап-лап,
Йөҙә шәп-шәп, йөрөй саҡ-саҡ,
Әкрен атлап, кейеҙен ҡаплап. /өйрәк/
Күбеп китһә, көймә кеүек,
Күпереп бешкән икмәк кеүек,
Губернский ҡыҙҙар кеүек,
Ултырыуы мулла кеүек,
Ҡысҡырыуы торна кеүек?! /күркә/
Гөбөр-гөбөр гөбөрә, ҡыҙыл күрһә, ҡабара. /күркә/
Тарағы бар - сәсен тарамай,
Урағы бар – иген урмай. /әтәс/
Бәләкәй генә һары йомғаҡ
Йүгереп йөрөй сиҙәмдә. /себеш/
ҠОШТАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар?
Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/
Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,
Ишек-тәҙрәһе асыҡ.
Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе
Ошо йортҡа ... . /сыйырсыҡ/
Хужанан да, эттән дә
Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
Килеп ҡунды ... . /турғайҙар/
Тәҙрәләремә ҡарап,
Ҡойма башына баҫҡан.
- Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип
Шыҡырланы ... . /һайыҫҡан/
Ниңә ҡаҙҙар ҡаңғылдашып
Бәпкәләрен өйөргән?
Күктә ҡанаттарын йәйеп,
Бәпкә күҙләй ... . /төйлөгән/
Ниңә әле был балалар
Күккә ҡарап торалар?
Йылы яҡҡа үтеп китте,
Ҡаңғылдашып ... . /торналар/
Үҙе йомортҡа баҫмай,
Балаһын да баҡмай. /кәкүк/
Ҡулы юҡ, балсыҡ ташый,
Балтаһы юҡ, өй яһай. /ҡарлуғас/
Ҡыҙыл ситектәрен кейгән
Күк күлдәкле ҡыҙ килгән.
Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле
Әйтегеҙсе, кем икән? /күгәрсен/
Көндөҙ ул насар күрә.
Тап бына шуға күрә,
Үҙ ҡорбанын һағалап,
Төндә тора самалап. /ябалаҡ/
Айырып булмай был ҡоштоң
Исемен есеменән.
Һоҡландыра бөтәһен дә
Аҡтан-аҡ төҫө менән. /аҡҡош/
Осоп киләм, осоп киләм,
Күҙгә эләккәнде тибеп киләм. /бөркөт/
Ағас башында бер Ҡолой,
Көндөҙ йоҡлай, кис олой. /өкө/
Торған булһалар ҙа ҡысҡыралар
Торайыҡ та торайыҡ. /торна/
Баҫтырығы оҙон, көлтәһе ҡыҫҡа. /һайыҫҡан/
Сирыҡ-сирыҡ сирҡылдай,
Бәҫле ботаҡҡа ҡунып.
Сирыҡ-сирыҡ,үҙ телендә
Ниҙер һөйләй ҡыуанып.
Ниҙәр генә һөйләһә лә,
Аңламайым шул телен.
Шуны беләм: йылы эҙләп,
Ташлап китмәй үҙ илен.
Кисерһә лә күп этлек,
Иленән китмәй … . /сәпсек/
Көндөҙ йоҡлай, төнөн илай. /өкө/
Яңғыратып һыу буйҙарын
Һарай, алһыу таң тыуғас,
Моңло, дәртле … . /һандуғас/
Йылы яҡтан
Беҙгә килә,
Ул йылдарҙы
Һанай белә.
Был ниндәй ҡош?
Бирсе әйтеп! /кәкүк/
Бар белгәне ҡар ҙа ҡар,
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?
Ни булһын инде … . /ҡарға/
Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағасты йырған ҡортҡа
Иң ҙур дошман … . /тумыртҡа/
Һайлап алып ҡыу ағасты
Көнө буйы туҡылдар,
Ҡорттан һаҡлай ағастарҙы,-
Ә исеме кем булыр? /тумыртҡа/
"Шыҡырыҡ-шыҡырыҡ!" - һөрән һала,-
Нимә икән ул тапҡан?
Аҡлы-ҡаралы кәүҙәле,-
Ул ҡош була - ... . /һайыҫҡан/
Ҡатыҡты ла ул эсмәйҙер,
Эсмәйҙер ул һис тә һөт,
- Һөҙ һ-ө-ө-өт! - тип оҙаҡ өндәй
Тажлы башлы ҡош ... . /һөҙһөт/
Ауыр йөк һөйрәгән һымаҡ,
- Тар-р-р-т!- та, - Тар-р-р-т!- ярҙам һорай,
Тыныс төбәкте ярата,
Был ҡош булалыр ... . /тартай/
Көндөҙ яратҡан урыны
Ҡоро ағаста - аулаҡ,
Төн етте ниһә һунар итә
Бесәй башлы ... . /ябалаҡ/
Иң моңло йырҙы тыңлата
Беҙгә, йәмле яҙ булғас,
Барса кеше бирелеп тыңлай,
Ул ҡош була ... . /һандуғас/
Моңло итеп ул саҡыра,
Күренеп бармай бик үк,
Кә-күк, кә-күк,- тигән һүҙен
Ҡабатлай оҙаҡ ... . /кәкүк/
Йәй көнөндә бер ҡош күрәң
Туҡтап, ҡанат елпегән,
Сысҡан аулай, йә сиңерткә,
Ул ҡош була ... . /төйлөгән/
Һауала ул батша инде,
Саңҡып бирә ул тауыш,
Бөрйән башҡортоноң ҡошо,
Ул булалыр ... . /ҡарағош/
Ағас башында ояһы,
Йәйен-ҡышын ҡар даулай,
Ҡарауһыҙ ҡалдырһаң әгәр,
Себештәрҙән күҙ алмай. /ҡарға/
Ҡанатлы ла ҡолаҡлы,
Төнөн генә оса ул,
Ҡош тип әйтеп булмай уны,-
Ниндәй хайуан була ул? /ярғанат/
«Ҡыж-ҡыж » тиеп тауыш бирә,
Мороно, гүйә, көрәк.
Йылы яҡтан яҙын ҡайта,
Ниндәй ҡош, тиһең? ... . /өйрәк/
Аяҡтары уның оҙон,
Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.
Яҙын ҡайта көҙөн китә,
“Тор-райыҡ” тиһә лә … . /торна/
Өй артындағы тирәккә
Ҡайсаҡ ҡунып китә ул.
Ҡасан ҡунаҡтар килерен
Беҙгә хәбәр итә ул. /һайыҫҡан/
Талға ҡунып, йөҙ төрлө
Йыр йырланы маҡтансыҡ.
Булһа булһын маҡтансыҡ,
Үҙебеҙгә бик танһыҡ. /сыйырсыҡ/
Оҡшанымы йомаҡтар? -
Әйтегеҙ,һеҙ,балалар.
БӨЖӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йоҡонан тора иртә,
Үҙен-үҙе һикертә.
Йәйен уйнап үткәрә
Сырылдауыҡ ... . /сиңерткә/
Матур итеп селтәр үрҙе
Кешеләрҙән күрмәксе.
Аҫҡа табан төштө китте
Селтәр буйлап ... . /үрмәксе/
Бейек кенә бейек ҡаялар,
Ул ҡаяға ҡыйғыр оялар.
Һурпаһы хәләл, ите хәрәм,
Ул ни булыр икән?! /бал ҡорто/
Бесәнлектә бер көршәкте
Ҡарап торғас бик оҙаҡ
Салғым менән тейеү булды –
Һырып алды ... . /һағыҙаҡ/
Ҡап-ҡаранғы бүлмәлә
Селтәр бәйләй ҡыҙ бала. /бал ҡорто/
Бейек тауға менәләр,
Тоҡтар йөкмәп киләләр. /ҡырмыҫҡа/
Деү-деү, деү итә – дуғаға ҡуна,
Сей-сей, сей итә – ситәнгә ҡуна. /күгәүен/
Беҙелдәп оса ла семетеп ала,
Ул семеткән ерҙә ҡан ҡала. /серәкәй/
Бал ҡортона бик оҡшаған,
Тик саҡһа, саға елле!
Шул бөжәктекеләй, тиҙәр,
Ҡыҙҙарҙың нәҙек биле. /һағыҙаҡ/
Гөжләп тора өй-йорттары,
Ҡупҡан һуң ниндәй ғауға?
Хәүеф килһә, күмәкләшеп,
Дәррәү сығалар яуға. /ҡырмыҫҡалар/
Нисек итеп биҙмәйҙәр,
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.
Безләшеп, улар беҙгә
Сәскәнән бал эҙләйҙәр. /бал ҡорто/
«Тоттом» тигәндә, тороп китте,
«Баҫтым» тигәндә, тороп ҡасты. /сиңерткә/
Шем шекерә-мекерә,
Тотам тиһәң, һикерә. /сиңерткә/
Ат башлы,
Болан мөгөҙлө,
Бүре кәүҙә,
Бүкән һын,
Ҡош ҡанатлы,
Ҡырмыҫҡа аяҡлы. /сиңерткә/
Эт башлы,
Ырғаҡ муйынлы,
Бүре кәүҙәле,
Бүкән һынлы,
Ҡуш ҡанатлы,
Тиктормаҫ йәнле. /сиңерткә/
Аяғы ҡулдан юғары,
Һикерә талдан юғары.
Ни ҡош түгел, ни ҡорт түгел,
Теҙе билдән юғары. /сиңерткә/
ТӘБИҒӘТ КҮРЕНЕШТӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Әй, малайҙар! Әй, ҡыҙҙар!
Ҡойҙоғоҙмо ҡоймаҡтар?
Килегеҙ, әйҙә, ултырығыҙ,
Табышайыҡ йомаҡтар.
Ап-аҡ ҡына, шәкәр түгел,
Йылыға иреп бара.
Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,
Йомшаҡ ҡына, тотоп ҡара. /ҡар/
Ҡышын яуа аҡ булып,
Бигерәк тә йомшаҡ булып,
Атлағанда - шығыр-шығыр,
Эҙҙәрҙе ала уйып. /ҡар/
Йәйен томра эҫелә
Күгәреп болоттар килһә,
Тамсылар булып тамыр,
Был ни була? Был ... . /ямғыр/
Күктән яуа ынйылай,
Үҙе ап-аҡ, мамыҡтай,
Аяҡ баҫһаң - шығырҙай,
Ул ҡыштың йырын йырлай. /ҡар/
Ағастарға ул ҡунған,
Ап-аҡ ҡар һымаҡ булған,
Анау урман әкиәттәге
Көмөш аҡ урман булған. /бәҫ/
Эй, ыжғыра, асыулана,
Үкерә, ярһый, өрә.
Кеше йөрөй алмаһын, тип,
Ҡарҙарҙы юлға өйә. /буран/
Өшөттөрә, туңдыра –
Үҙе күренмәй күҙгә.
Ҡайсаҡ ул йүгерттерә,
Йылы тунды кейҙерә. /һыуыҡ/
Ҡыш көнө генә яуа,
Сафланып ҡала һауа,
Атлағанда шығыр-шығыр
Эҙҙәрҙе уйып ала. /ҡар/
Аҡ мунсаҡ төшөп ҡалды,
Ай күрҙе, ҡояш алды. /ысыҡ/
Осоп китә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, иреп бөтә. /ҡар/
Йондоҙ булып ҡойола,
Мамыҡ булып йыйыла.
Ел булһа, оса,
Яҙ булһа, ҡаса. /ҡар/
Үкерә лә ҡотора,
бөтә ерҙе тултыра. /буран/
Күктән килде, ергә китте. /ямғыр/
Ялт-йолт ялтырай,
Ерҙең өҫтө ҡалтырай. /йәшен/
Тау арҡылы уҡ аттым,
Атҡан уғым юғалттым. /йондоҙ атылыу/
Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ тәҙрә ҡаға. /ел/
Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Һөйләшергә теле юҡ,
Ҡояш кеүек нуры юҡ,
Күрергә күҙе юҡ,
Һис етмәгән ере юҡ. /ел/
Уты юҡ, төтөнө бар. /томан/
Таҫмаларым йыуам да,
Киптерәмен дуғамда. /йәйғор/
Ишек алды таш була,
Өйгә инһә, һыу була. /боҙ/
Ишектән керер, түргә уҙыр. /һыуыҡ/
Аҡ булһа ла, һөт түгел,
Күп булһа ла, йөк түгел.
Һыу буйында ярала,
Ҡояш сыҡһа, тарала. /томан/
Йәшенегеҙ, ти, тиҙерәк,
Ҡурҡыныс минең утым.
Ҡаялағы бөркөттөң дә
Алам да ҡуям ҡотон. /йәшен/
Иретһәң, һыу була,
Ҡайнатһаң, быу була. /ҡар/
Мин дә эй күшегеп бөттөм,
Урман-ҡырҙар күшекте.
Күк күкрәүен ер аҫтында
Һуҡыр сысҡан ишетте. /ямғыр/
Ямғыр тынды, ҡояш сыҡты,
Ҡалҡты күктә ҙур күпер.
Шул күперҙең бөтә төҫөн
Айыра ала тик өлгөр. /йәйғор/
Көндөҙ йоҡлай, төндә илай. /ысыҡ/
Ҡыш буйы ятты - ятты ла,
яҙын тороп сапты. /ҡар/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ, бабай. /ҡар/
Утта янмай, һыуҙа батмай. /боҙ/
Сәстәремде тағатып
Йөрөй нисек иренмәй?
Әллә уйнай йәшенмәк,
Үҙе ҡайҙа? Күренмәй. /ел/
ЙӘШЕЛСӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йәшелсә - витаминдар,
Ашайым да ҡуямым.
Йәшелсәләр хаҡында мин
Һеҙгә йомаҡ ҡоямын.
Бер-береһенән уҙышып
Үҫәләр гел бер өйҙә.
Өйҙәрен төп тип атайым,
Сығалар өйҙән көҙгә. /картуф/
Ҡыяҡтары йәм-йәшел дә,
Һап-һары уның башы.
Ашнаҡсыны илатһа ла,
Их, тәмләй ул һәр ашты. /һуған/
Ҡып-ҡыҙыл ғына күлдәкте
Ҡайҙан ала ... ?
Күлдәге матур булғас ни,
Уға хатта ер аҫтында
Һис күңелһеҙ түгелдер. /сөгөлдөр/
Ерҙән ҡаҙып алалар,
Аш, бәлешкә һалалар.
Көлгә күмә малайҙар,
Иҙеп ашай бабайҙар. /картуф/
Миңә оҡшай ҡурғаны,
Кетерләп үк торғаны,
Маҡтап бөтөргөһөҙ, уф!
Нимә ашайым? … . /картуф/
Әбей түгел, бабай түгел,
Үҙе ҡат-ҡат тун кейә,
Һыуҙар һибеп үҫтерәбеҙ-
Ул дымлы ерҙе һөйә.
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтә,
Шытырлап тора тештә,
Ә исеме - ... . /кәбеҫтә/
Йәшкелт аҡһыл төҫтә ул,
Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле,
Әсәй турап ашҡа һала,
Ашағанда бик тәмле. /кәбеҫтә/
Ҡуян бик ярата икән
Ул ҡыҙыл йәшелсәне,
Ҡыш көнөндә Ҡар-бабайҙың
Танауы ул - беләһеңме? /кишер/
Әрсей ҡалһаң, йәһәт кенә
Күҙ йәштәрен ағыҙа.
Уны ашаһаң сирләмәйһең,-
Кәрәк түгел дарыу ҙа. /һуған/
Йоморо уның кәүҙәһе,
Унан аштар бик тәмле,
Әйт әле, һин, әйт әле,-
Был нимә ул? /бәрәңге/
Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ,
Эсе тулы халыҡ. /ҡыяр/
Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ. /кишер/
Ҡат-ҡат тунлы,
Ҡарыш буйлы. /кәбеҫтә/
Бабай ҡат-ҡат тун кейгән,
Сисендерһәң – иларһың. /һуған/
Үҙе генә ашалмай,
Унан башҡа аш бармай. /һуған/
Келәте бар, малы юҡ,
Балаһының һаны юҡ. /ҡыяр/
Үҙе һимеҙ – майы юҡ,
Тиреһе ҡалын – йөнө юҡ. /шалҡан/
Әй,малайҙар,әй,ҡыҙҙар!
Оҡшанымы йомаҡтар?
ЭШ ҠОРАЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Түтәлдерҙе ҡаҙып бөткәс,
Мыштырлап оҙаҡ торма.
Эшкә тотон йәһәт кенә
Ҡулыңа алып… . /тырма/
Бесән ҡалай ныҡ кипкән,
Йыйырға ваҡыт еткән.
Ҡарап торма,тик торма,
Йә,ҡулыңа тот … . /тырма/
Был ҡоралды сабый саҡтан
Ҡулда тоторға кәрәк.
Ғүмер буйы бары файҙа
Бирә кешегә… . /көрәк/
Ҡар көрәргә
Булһа кәрәк,
Нимә кәрәк?
Дөрөҫ! ... . /көрәк/
“Т” хәрефенә оҡшаш был
Оҫтаға кәрәк ҡорал.
Һыры бар урау-урау,
Был нимә? Был бит ... . /бырау/
Әй, күп тә һуң тештәре!
Әй, күп тә һуң эштәре!
Ағасты «ашай-ашай»,
Төрлө әйберҙәр яһай. /бысҡы/
Нисек кенә бәйләп тотма,
Ятҡырып булмай тоҡта.
Барыбер сыға тишеп,
Уның исеме нисек? /беҙ/
Был ҡорал менән
Шымартып алғас,
Ял итеп ҡала
Ҡытыршы ағас.
Түңәрәкләнеп
Оса юнысҡы,
Оҫта ҡулында
Нимә ул? /йышҡы/
ЙЫЛ МИҘГЕЛДӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Ҡар иреп,ер күренер,
Һайрар ҡоштар ҙа килер,
Йәшел үләндәр үҫер,-
Был ниндәй ваҡыт етер? /яҙ/
Көндәр бигерәк эҫелер,
Еләктәр ҙә бешәлер.
Көн дә беҙ һыу инәбеҙ,-
Ниндәй ваҡыт? Әйт әле. /йәй/
Ағастарҙан, һарғайып,
Япраҡтар ергә төшә.
Баландар ҡыҙарып бешә,-
Был ниндәй ваҡыт етә? /көҙ/
Көндәре һыуыҡ булыр,
Ерҙең өҫтө аҡ булыр,
Балалар санала шыуыр,-
Был ниндәй ваҡыт булыр? /ҡыш/
Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығын кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән,
Ап-аҡ ондо кем һипкән? /ҡыш/
Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып. /ҡыш/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ бабай. /ҡыш/
Битеңде алландырыр,
Өҫтөңдө ҡарландырыр. /ҡыш/
Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра. /ҡыш/
Аҡ юрғанын ташлай,
Һыртын аса башлай. /яҙ/
Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
Һағынып-һағынып килгән. /яҙ/
Аҡ юрғаным алып ҡуйҙым,
Йәшел юрғаным йәйеп ҡуйҙым. /яҙ/
Йәшел елән йәйепҡуйҙы,
Бар ҡайғыны алып ҡуйҙы. /йәй/
Кейгән кейеменең биҙәге
Бар донъяны биҙәне. /йәй/
Үҙе илай, үҙе һыйлай. /көҙ/
Ашай ҙа ашай,
Илай ҙа илай,
Бала-сағаны
Өйгә ҡыуалай. /көҙ/
Үҙе туҡ кеүек,
Ҡайғыһы юҡ кеүек,
Илай башлаһа –
Туҡтамай. /көҙ/
Ҡарҙар ирене,
Һыуҙар йүгерҙе,
Илап йылғалар,
Йәштәр түгелде.
Көндәр оҙая,
Төндәр ҡыҫҡара,
Был ҡайһы ваҡыт,
Йә, әйтеп ҡара? /яҙ/
(Ғ.Туҡай)
Ашлыҡтар үҫте,
Башаҡтар беште,
Ҡояш бешерә,
Тиргә төшөрә.
Халыҡ ашыға,
Китә баҫыуға,
Игенен ура -
Был ҡай саҡ була? /йәй/
(Ғ.Туҡай)
Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана -
Был ҡай саҡ була? /көҙ/
(Ғ.Туҡай)
Һәр ер ҡарланған ,
Һыуҙар боҙланған ,
Уйнай ел-буран -
Был ҡай саҡ, туған? /ҡыш/
(Ғ.Туҡай)
АҒАСТАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Йәм-йәшел йәйен,ҡышын да,
Энәһе күп ботаҡта.
Ул төҙәнә беҙгә килеп
Яңы йылда ҡунаҡҡа. /шыршы/
Йәшел төҫлө кейемдәрен
Кейеп тора ағайҙар.
Йәйҙәр үтә, көҙҙәр үтә -
Һис бер уны һалмайҙар. /шыршы/
Бер ағаста мең ҡара. /муйыл/
Уңмай көндә - ҡояшта,
Йәшел була ул ҡыш та.
Оҙон буйлы бер ағай –
Күпте күргән ... . /ҡарағай/
Ул хас бойҙай орлоғо –
Шундай ғына ҙурлығы.
Етһен әле йәй генә -
Ул япраҡҡа әүерелә. /бөрө/
Суҡ толомло, аҡ һынлы,
Гел һөйкөмлө, яғымлы.
Сағылда табып яйын
Сәләмләй килгән һайын. /ҡайын/
Йәй ҙә йәшел, ҡыш та йәшел
Тауҙа ла, урманда ла.
Ултыра уртала илап
Ҡыш байрам ҡорғанда ла. /шыршы/
Майҙа ап-аҡ күлдәкле,
Унан йәшеллек кейә.
Ҡарайғас шул күлдәге,
Башҡайын түбән эйә. /муйыл/
Гел бейеккә, гел киңлеккә әйҙәр,
Йәмле булыр унан өйҙәр-өйҙәр,
Өй аҫтына һалһаң, йөҙ йыл түҙәр,
Ныҡ кешене уның кеүек тиҙәр. /имән/
Күлдәктәре аҡ ҡына,
Бөҙрә уның сәстәре.
Бысаҡ тейҙеме яҙын,
Сәсрәп сыға йәштәре.
Тик яраламаһын һис кем
Матур йәшел дуҫҡайын.
Урман булып шаулаһын
Беҙҙең ерҙә аҡ. /ҡайын/
Аҡ кейемен кейгән
Йәшел суғын элгән. /ҡайын/
Ирендәрҙе күгәртә,
Ҡан баҫымын үҙгәртә.
Яҙын, әйтерһең, кәләш,
Көҙөн – көп-көрән ... . /миләш/
Урамдарҙа йәй бураны,
Ап-аҡ иткән йорт-ҡураны. /тирәктәр/
ЕМЕШ-ЕЛӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Алма тиһәң, алма түгел,
Ҡыяр тиһәң - түңәрәк. /киви/
Сәскәһе ап-аҡ, емеше ҡыҙыл,
Ҡыҙарып беште, ергә төштө. /алма/
Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,
Ышанмаһаң, ашап ҡара. /ҡарағат/
Кәкре ҡайын аҫтында,
Ҡан тамсылап ултыра. /ҡурай еләге/
Үләндәрҙә ҡыҙарып бешер,
Һабағын бөгөп, ергә төшөр. /ер еләге/
Лампочкаға бик оҡшаған
Татлы был емеш.
Исемен әйтһәң, һиңә лә
Сығарам өлөш! /груша/
"Бал”лы ижеге булһа ла,
Һис тә түгел ул татлы.
Миләшкә оҡшаш емештең,
Йә, исемен кем тапты? /балан/
“Алма” тиһәң, алалар.
Нимә һуң ул, балалар? /алма/
Ҡыҙыл төймә таптым,
Ауыҙыма ҡаптым. /ер еләге/
Үҙе ҡып-ҡыҙыл,
Күлдәге йәм-йәшел. /ер еләге/
Оҙон ҡурай үләндәр,
Ҡыҙыл алҡа элгәндәр. /ҡурай еләге/
Түңәрәк-түңәрәк шар кеүек,
Ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡан кеүек,
Әсе лә, татлы ла,
Йотайым тиһәң, ташлы ла. /сейә/
ҺӨНӘРҘӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Шым йөрөй еңел баҫып,
Мылтығын алған аҫып,
Шулай һунар итә ул,
Ул кеше кем була ул? /һунарсы/
Ҡармаҡ алып ҡулына
Китә йылға буйына,
Көн оҙон тик ултыра,
Сабаҡ,суртандар тота. /балыҡсы/
Атҡа атланып һыбай
Һыҙғыра йә ул йырлай,
Үҙе төшмәй эйәрҙән,
Эте уға эйәргән. /көтөүсе/
Иртүк тороп фермаға
Йүгерә атлай бара,
Аҡ халатын кейеп алып
Кем әле һыйыр һауа? /һауынсы/
Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр...
Һикереп йөрөй туптай.
Ҡош ҡанатылай ҡулдары,
Күҙҙәре яна уттай. /бейеүсе/
Эшем күп шул - хат ташыйым
Өйҙәрҙән өйгә кереп.
Ҡаршы сығып алалар,
Минең килгәнде күреп. /хат ташыусы/
Хат , газета-журналдарҙы
Ул бар өйгә тарата.
Пенсия биргәнгә күрә,
Бар өлкәндәр ярата. /хат ташыусы/
Тәмле аштар бешерә,
Аш-һыуы төшкә керә.
Әйтегеҙсе, кем һуң шулай
Барыбыҙҙы ла һыйлай? /ашнаҡсы/
Ут менән көрәшәбеҙ беҙ,
Шуға көслө, ҡыйыубыҙ.
Бар кешегә кәрәк һөнәр –
Әйтегеҙсе, беҙ кемдәр? /янғын һүндереүселәр/
Беҙ бик иртә торабыҙ,
Алдыбыҙҙа - юлыбыҙ.
Барығыҙҙы ла йыйып,
Кәрәк ергә илтербеҙ. /автобус йөрөтөүсе/
Уҡырға ла өйрәтә,
Яҙырға ла өйрәтә.
Уны белә һәр кеше,
Ул була … . /уҡытыусы/
Ул ҡалалар төҙөй
Ҡағыҙҙа йылдар буйы.
Хыялы һәм оҫта ҡулы
Бүләк итә өй туйы. /архитектор/
Быяла күҙен көйләй ҙә
Бер генә йомоп ала –
Һеҙҙе иҫтә ҡалдыра.
Аңлатығыҙ, был эште
Кем бик оҫта башҡара? /фотограф/
Сәскә араһында үтә
Уның бөтә көндәре.
Матурлыҡ биҙәй дөнъяны -
Гөлдәр оҡшай һәр кемгә. /баҡсасы/
АҢ-БЕЛЕМ, УҠЫУ-ЯҘЫУ, УҠЫУ ӘСБАПТАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Бер байлыҡ бар − янмай,
Ҡараҡ та урлай алмай,
Төшөп тә юғалмай. /белем/
Аҡыллы сәсә барыр,
Аҡылһыҙ йыя барыр. /белем/
Әйтермен − минән китер,
Тыңламаһаң − һинән китер./һүҙ/
Аҡсаһыҙ инәһең,
Хазина алып сығаһың. /мәктәп/
Ҡат-ҡат ҡатлама,
Аҡылың булһа, ташлама. /китап/
Ағас түгел - япраҡлы,
Тун түгел – тегелгән. /китап/
Өнһөҙ, йәнһеҙ − иң яҡын дуҫ. /китап/
Шишмә түгел, әммә үҙен
"Белем шишмәһе” тиҙәр.
Бик белемле булғың килһә,
Ҡулдан төшмәһен, тиҙәр. /китап/
Орлоғо ҡара,ере аҡ,
Ҡул менән сәсәләр,
Күҙ менән йыялар. /яҙыу, уҡыу/
Бишәү сәсә, берәү йыя. /яҙыу, уҡыу/
Иген сәсте биш малай,
Урҙылар ике ағай. /яҙыу, уҡыу/
Ҡул менән сәсәһең,
Күҙ менән йыяһың. /яҙыу, уҡыу/
Аҡ ерҙә эҙ һалған,
Эҙ ҡалмаған, һүҙ ҡалған. /яҙыу/
Ҡалаһы бар, халҡы юҡ,
Дингеҙе бар, һыуы юҡ. /карта/
Ямауы бар, йөйө юҡ. /карта/
Бабай бүреге йөҙ ямау. /глобус/
Тимер ҡоҙоҡ, оҙон ҡойроҡ, бирә бойороҡ. /ручка/
Үҙе уҡый белмәһә лә,
Ғүмер буйы яҙыша. /ручка/
Ҡулланған һайын,
Ҡыҫҡара бара.
Ҡыҫҡарған һайын,
Оҫтара бара. /ҡәләм/
Оҙон, йоҡа, төп-төҙ ул,
Билдәләй ул иң төҙ юл.
Юлдарҙың оҙонлоғон
Беләм һанап һыҙығын. /линейка/
Ишекле, тәҙрәһеҙ
Тап-тар өйҙә йәшәйҙәр.
Әҙерләгәндә дәрес
Сиратлашып эшләйҙәр. /пенал, ручка-ҡәләмдәр/
Торалар бергә бер йортта,
Төрлөһө төрлө төҫтә.
Аҡ ҡығыҙҙа бер ҡул йөрөтә
Төрлөһөн төрлө эшкә. /төҫлө ҡәләмдәр/
МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Таҡыя башын тубайтып,
Үҙе урманда үҫә.
Елкендереп күңелде,
Йәшен-ҡартын бейетә.
Наҙлы моңло был ҡорал
Ниндәй исем йөрөтә? /ҡурай/
Ҡырҙа үҫкән бер бала
Өйгә килеп моң һала. /ҡурай/
Бәләкәй генә көпшәлә
Уйылғандар тишектәр.
Моңло тауыш сығарһа,
Бейеп китә ситектәр. /ҡурай/
Үҙе үҫемлек,
Унан да моңло нәмә юҡ. /ҡурай/
Ҡарар күҙгә ҙур түгел,
Киләсәге ҙур уның. /ҡумыҙ/
Кире кәпәс кире һикерә. /ҡумыҙ/
Туҡмағанды ярата,
Бик дәртле көй тарата:
Тра-та-та-та! Тра-та-та! /барабан/
Эсе ҡыуыш,
Даңғылдарға уны ҡуш./барабан/
Йәнле йәнһеҙҙе ҡыйнай,
Йәнһеҙ ҡысҡырып илай. /барабан/
Сирткән һайын терт итә,
Шунда уҡ йырлап китә. /мандолина/
Телдәре күп булғанғалыр,
Көй һуҙа моңло итеп.
Яратам уны шуға мин,
Тыңлайым иҫем китеп. /гармун/
Тартыла ла һуҙыла,
Бар донъяға моң һала. /гармун/
Ауыҙы юҡ, күп телле,
Дәртләндермәй һуң кемде? /гармун/
Бармаҡ менән баҫалар,
Уйнап күңел асалар. /пианино/
Тейһәң, илаған,
Тауышы халыҡҡа уйнаған.
Эсендә эсәге бар,
Тышында түшәге бар. /думбыра/
Ҡолағы – ҡойроҡ осонда,
Эсәге – кендек өҫтөндә,
Тейһәң, илай. /думбыра/
Ебенә тейһәң, илаған,
Тауышы матур сыңлаған.
Өҫтөндә эсәге бар,
Аҫтында түшәге бар. /скрипка/
ИКМӘК ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Әсәй әйтә бер йомаҡ:
Ап-аҡ ҡына тумалаҡ,
Аҡ мейескә инеп ята
Йомро-йомро йомарлаҡ. /икмәк/
Әсәйем мейескә һалһа,
Табала ул ҡабара.
Бешкәс телеп кенә алһаң,
Тәмле еҫтәр тарала.
Нимә һуң ул? Кем белә?
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. /икмәк/
Бик ҡәҙерләп кенә телеп
Ашъяулыҡҡа һалалар,
Ул өҫтәлдә иң бөйөк аш,-
Был ни була,балалар? /икмәк/
ҠЫШ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Көндәре һыуыҡ булыр,
Ерҙең өҫтө аҡ булыр,
Балалар санала шыуыр,-
Был ниндәй ваҡыт булыр? /ҡыш/
Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығын кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән,
Ап-аҡ ондо кем һипкән? /ҡыш/
Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып. /ҡыш/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ бабай. /ҡыш/
Битеңде алландырыр,
Өҫтөңдө ҡарландырыр. /ҡыш/
Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра. /ҡыш/
Ап-аҡ ҡына, шәкәр түгел,
Йылыға иреп бара.
Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,
Йомшаҡ ҡына, тотоп ҡара. /ҡар/
Ҡышын яуа аҡ булып,
Бигерәк тә йомшаҡ булып,
Атлағанда - шығыр-шығыр,
Эҙҙәрҙе ала уйып. /ҡар/
Күктән яуа ынйылай,
Үҙе ап-аҡ, мамыҡтай,
Аяҡ баҫһаң - шығырҙай,
Ул ҡыштың йырын йырлай. /ҡар/
Ағастарға ул ҡунған,
Ап-аҡ ҡар һымаҡ булған,
Анау урман әкиәттәге
Көмөш аҡ урман булған. /бәҫ/
Эй, ыжғыра, асыулана,
Үкерә, ярһый, өрә.
Кеше йөрөй алмаһын, тип,
Ҡарҙарҙы юлға өйә. /буран/
Өшөттөрә, туңдыра –
Үҙе күренмәй күҙгә.
Ҡайсаҡ ул йүгерттерә,
Йылы тунды кейҙерә. /һыуыҡ/
Ҡыш көнө генә яуа,
Сафланып ҡала һауа,
Атлағанда шығыр-шығыр
Эҙҙәрҙе уйып ала. /ҡар/
Осоп китә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, иреп бөтә. /ҡар/
Йондоҙ булып ҡойола,
Мамыҡ булып йыйыла.
Ел булһа, оса,
Яҙ булһа, ҡаса. /ҡар/
Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра. /буран/
Ишек алды таш була,
Өйгә инһә, һыу була. /боҙ/
Ишектән керер, түргә уҙыр. /һыуыҡ/
Иретһәң, һыу була,
Ҡайнатһаң, быу була. /ҡар/
Ҡыш буйы ятты - ятты ла,
Яҙын тороп сапты. /ҡар/
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ, бабай. /ҡар/
Утта янмай, һыуҙа батмай. /боҙ/
ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
Тәмле аштар бешерә,
Матур гөлдәр үҫтерә.
Өйөбөҙҙөң нуры ул,
Барыбыҙҙан оло ул. /өләсәй/
Уның сәскәйҙәре аҡтан-аҡ,
Һырлы-һырлы маңлайы.
Минең атай ҙур булһа ла,
Уның кесе малайы. /олатай/
Беҙҙең арала ул бигерәк көслө,
Белмәгән эше юҡтыр ҙа төҫлө.
Уның кеүек иртүк торормон,
Төрлө һөнәргә эйә булырмын. /атай/
Ул булмаһа, өй ҡараңғы,
Ул булмаһа, аш тәмһеҙ.
Ул –иң ҡәҙерле кеше,
Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ. /әсәй/
Татлынан татлы,
Әсәйҙәргә кем татлы?/бала/
Әсәйемдең өлкән ҡыҙы ул,
Ә миңә кем булыр һуң?/апай/
Эй һөйләшә бер үҙе,
Аңлашылмай һис һүҙе.
Тәү аҙымдарын атлай,
Йығылһа, илап ятмай. /ҡусты/
Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ",
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә берегәбеҙ. (ғаилә)
РӘСИМӘ УРАҠСИНА
Өс йөҙ алтмыш биш бала турғай,
Ҡырҡ һигеҙ инә турғай,
Ун икеһе аҡҡош.
Шуны белмәгән – йолҡош. /йыл хисабы/
Ун ике батыр егет
Өс йөҙ алтмыш биш өйрәк
Алып ҡайттылар. /йыл хисабы/
Ун ике туған теҙелешеп торған.
Йөрөр, йөрөр ҙә тағы әйләнеп урынына ҡайтыр. /йыл эсендәге айҙар/
Ҡыйҡым, ҡыйҡым, ҡыйҡым ҡош
Ҡыйҡылдашып бара, имеш.
Утыҙлаған йомортҡа
Ояһында ҡала, имеш. /ай эсендә көн иҫәбе/
Ете туған юлға сыҡты,
Етеһе лә бер йәштә,
Исемдәре башҡа. /аҙна/
Бер ояла ете йомортҡа. /аҙна/
Ике туған,
Береһе аҡ булған,
Береһе ҡара булған. /көн менән төн/
Донъяла бар бер йәнлек,
Уның бер яғы аҡ,
Икенсе яғы ҡара. /көн менән төн/
Кисен үлә, иртән терлә. /көн/
Көндөҙ үлә, кис терелә. /төн/
Ҡара һыйыр килде,
Бар донъяны еңде. /төн/
Ауыҙы юҡ, теле юҡ,
Һөйләмәгән көнө юҡ.
Бер ҙә тынып тормай ул,
Һөйләп туйғас, йырлай ул. /радио/
Яҡын итә йыраҡты,
Күп тапҡырға ҙурайтып.
Астроном ағайҙар
Шуның аша ҡарайҙар. /телескоп/
Теле юҡ-һүҙе бар.
Күҙе юҡ-күрһәтә,
Бар нәмәне өйрәтә. /телевизор/
Күҙгә күренмәй,
Бик шәп йүгерә,
Һүндерһәң-һүнә,
Яндырһаң-яна,
Тотонһаң-үлтерә. /электр тогы/
Ҡумта эсендә кеше,
Йырлау, һөйләүҙә эше. /радио/
Кер кипкәнде тора көтөп,
Яңылыш тейһәң – ала өтөп. /үтек/
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Йомаҡтар
Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билд...

Йомаҡтар
Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныус...
Йомаҡтар
Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныус...