Йомаҡтар
материал

Алибаева Амина Надировна

1.Алма тиһәң дә алалар, 
Нимә һуң ул,балалар? 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yomaktar.docx30.12 КБ

Предварительный просмотр:

Йомаҡтар

1.Алма тиһәң дә алалар, 
Нимә һуң ул,балалар? 


2.Шишмә түгел, әммә ү
ҙен 
"Белем шишмәһе” ти
ҙәр. 
Бик белемле булғың килһә, 
Ҡулдан төшмәһен, тиҙәр. 


3.Орлоғо
ҡара,ере аҡ
Ҡул менән сәсәләр, 
Кү
ҙ менән йыялар. 


4.Тун түгел-тегелгән. 


5.Ү
ҙе уҡый белмәһә лә, 
Ғүмер буйы я
ҙыша. 


6.
Ҡулланған һайын 
Ҡысҡара бара; 
Ҡыҫҡарған һайын 
О
ҫтара бара. 
7.Ике туған: 
Береһе-а
ҡ
Икенсеһе-
ҡара. 
8.
Ҡыҙыл төймә таптым, 
Ауы
ҙыма ҡаптым. 
9.Ү
ҙе ҡып-ҡыҙыл, 
Күлдәге йәм-йәшел. 
10.Һыу ө
ҫтөндә һары май 
Батмай
ҙа,иремәй ҙә. 
11.
Ҡышын да йәшел, Йәйен дә йәшел. 
12.Әсәй әйтә бер йома
ҡ
Ап-а
ҡ ҡына тумалаҡ
А
ҡ мейескә инеп ята 
Йомро-йомро йомарла
ҡ
13.Беләбе
ҙ бит,әсәкәй, 
Бе
ҙ итәбеҙ сәпәкәй: 
Йомро-йомро йоморла
ҡ
Әпәкәй ул,әпәкәй! (Г.Я
ҡупова.) 
14.Кем белә? 
Әсәйем мейескә һалһа, 
Табала ул
ҡабара. 
Бешкәс телеп кенә алһаң, 
Тәмле е
ҫтәр тарала. 
Нимә һуң ул?Кем белә? 
Йә әйтеге
ҙ тиҙ генә. (М.Шиһапов.) 
15.Түтәлдер
ҙе ҡаҙып бөткәс, 
Мыштырлап о
ҙаҡ торма. 
Эшкә тотон йәһәт кенә 
Ҡулыңа алып… . 
16.Бесән
ҡалай ныҡ кипкән, 
Йыйырға ва
ҡыт еткән. 
Ҡарап торма,тик торма, 
Йә,
ҡулыңа тот … 
17.Был
ҡоралды сабый саҡтан 
Ҡулда тоторға кәрәк
 Ғүмер буйы бары фай
ҙа 
Бирә кешегә… . 
18.Ер
ҙән ҡаҙып алалар, 
Аш, бәлешкә һалалар. 
Көлгә күмә малай
ҙар, 
И
ҙеп ашай бабайҙар. 
19.Миңә о
ҡшай ҡурғаны, 
Кетерләп үк торғаны, 
Ма
ҡтап бөтөргөһөҙ, уф! 
Нимә ашайым? … . (З.Әхмәтйәнова.) 
20.Бер ағаста мең
ҡара. 
21.Сәскәһе ап-а
ҡ,емеше ҡыҙыл. 
Ҡыҙарып беште,ергә төштө. 
22.Эсе
ҡыҙыл,тышы ҡара, 
Ышанмаһаң,ашап
ҡара. 
23.Кәкре
ҡайын аҫтында, 
Ҡан тамсылап ултыра. 
24.Үләндәр
ҙә ҡыҙарып бешер, 
Һабағын бөгөп, ергә төшөр. 
25.Әбей түгел,бабай түгел, 
Ү
ҙе ҡат-ҡат тун кейә, 
Һыу
ҙар һибеп үҫтерәбеҙ
Ул дымлы ер
ҙе һөйә. 
Йәшкелтем һәм а
ҡ төҫтә, 
Шытырлап тора тештә, 
Ә исеме-... 
26.Лампочкаға бик о
ҡшаған 
Татлы был емеш. 
Исемен әйтһәң,һиңә лә
 Сығарам өлөш! 
27."Бал”лы ижеге булһа ла, 
Һис тә түгел ул татлы. 
Миләшкә о
ҡшаш емештең, 
Йә, исемен кем тапты? 
28.Әхмәттең бер алмаһы, 
Әсғәттең бер алмаһы, 
Бер алма бар Әсмәлә, 
Бер алама бар Сафала, 
Берәү ө
ҫтәлдә ята, 
Бөтәһе нисә алма? (Ғ.Ғүмәр.) 
29.Ағас башында туп һыма
ҡ 
Ул һикереп шаяра, 
Йә тубырсы
ҡ эҙләп йыя, 
Йә ул сәтләүек яра. 
Имәнгә
ҡора өйөн, 
Ниндәй кейек ул? 
30.
Ҡойроғо көлтә кеүек, 
Ярат
ҡаны сәтләүек, 
Ҡыуышҡа яһай өйөн, 
Был ни,әлбиттә,… . 
31.Энәләре күп булһа ла, 
Кейем текмәй был кейек. 
Сәнскеле балаһын да Һөйә:
”Йомшағым!”-тиеп. 
32.Энәһе күп:йө
ҙләп-меңләп,
 Бер ни тегә алмай йүнләп. 
33.Һа
ҡалы бар-бабай түгел, 
Бер кемгә лә ағай түгел. 
34.Тәү
ҡарашҡа меҫкен,өтөк, 
Үсектерһәң-китә төкөп. 
35.Борса
ҡтай ғына күҙҙәре, 
Морон осо
ҡап-ҡара. 
Я
ҡын килһәң, йоморлана, 
Энәле-тотоп
ҡара! 
Кем белә,кем белә, 
Йә әйтеге
ҙ тиҙ генә. (М.Шиһапов.) 
36.Йәйен-урманда батша, 
Ҡышын-ҡарҙан да аҫта. 
37.Йәйен-һоро,
ҡышын-аҡ
Ҡыҫҡа ҡойороҡ,шеш ҡолаҡ
38.Йылыта,кейендерә, 
Ә
ҙәмде һөйөндөрә. 
39.Дүртәү
ҙер аяғы, 
Ҡайсылай ҡолағы, 
Таштан
ҡаты тояғы. 
40.Йәй
ҙә,ҡыш та тире тун кейеп йөрөй. 
41.-
Ҡаҡ-ҡаҡ,-тиер,-ҡаҡ,-тиер, 
Ни
ҙер ҡағырға ҡушыр. 
Ү
ҙе ҡанат ҡағып ҡына 
Һыу буйында булашыр. 
Күл, йылғала табыр на
ҙ 
Ҡыҙыл ситек кейгән … . 
42.Сиры
ҡ-сирыҡ сирҡылдай, 
Бә
ҫле ботаҡҡа ҡунып. 
Сиры
ҡ-сирыҡҙ телендә 
Ни
ҙер һөйләй ҡыуанып. 
Ни
ҙер генә һөйләһә лә, 
Аңламайым шул телен. 
Шуны беләм: йылы э
ҙләп, 
Ташлап китмәй ү
ҙ илен. 
Кисерһә лә күп этлек, 
Иленән китмәй … . 
43.-
Ҡыт-ҡытыҡ,-ти,-ҡытыҡ,-ти,- 
Тибенеүе
ҡыҙыҡ,-ти, 
Әйтеп
ҡуймағыҙ яҙыҡ
Әлеге
ҡош ул-… . 
44.-Мин барыһын уятам,-тип 
Ҡысҡыра,-кикирикүүүк! 
Бара торған ереге
ҙгә 
Һуңлап
ҡуймағыҙ берүк! 
Һис кәрәк түгел бәхәс, 
Был булыр инде … . 
45.Яңғыратып һыу буй
ҙарын 
Һарай,алһыу таң тыуғас, 
Моңло,дәртле … . 
46.Йылы я
ҡтан 
Бе
ҙгә килә, 
Ул йылдар
ҙы 
Һанай белә. 
Был ниндәй
ҡош? 
Бирсе әйтеп! 
Әйтәм-әйтәм, 
Был бит … . 
47.Бар белгәне
ҡар ҙа ҡар, 
Бер ту
ҡтауһыҙ ҡар даулар. 
Ниндәй
ҡош мохтаж ҡарға? 
Ни булһын инде … . 
48.Көнө буйы ту
ҡ та туҡ,
 Ағастан
ҡорт табып туҡ
Ағасты йырған
ҡортҡа 
Иң
ҙур дошман … . 
49.А
ҡ бабай, аҡ бабай, 
А
ҡ туныңды ҡаҡ, бабай. 
50.Утта янмай, һыу
ҙа батмай. 
51.Осоп китә, йө
ҙөп китә, 
Ва
ҡыт еткәс, иреп бөтә. 
52.Йондо
ҙ булып ҡойола, 
Мамы
ҡ булып йыйыла. 
Ел булһа, оса, Я
ҙ булһа, ҡаса. 
53.Үкерә лә
ҡотора, бөтә ерҙе тултыра. 
54.
Ҡара ерҙең өҫтөнә ҡаҙ мамығын кем һипкән? 
А
ҡ юрғанды кем теккән, ап-аҡ ондо кем һипкән? 
55.Кәкре муйын ағай
ҙар, ҡарға батмай баралар. 
56.Ике ағай йәнәшә бара,
 Береһен-береһе у
ҙыша бара. 
57.Көндө
ҙ йоҡлай, кис уяна. 
58.Ямауы бар,йөйө ю
ҡ
59.Атта бар,
ҡолонда юҡ
60.Эй ат саба, ат саба, 
Һығыла билгенәһе, 
Тоя
ҡтары резина, 
Тимер
ҙән дилбегәһе. 
61.Ай бир
ҙе, ҡояш алды. 
62."Был” һү
ҙен ике мәртәбә 
Я
ҙҙым да бергә ҡуштым. 
Йә у
ҡы: килеп сыҡты 
Исеме ниндәй
ҡоштоң? (Ф.Рәхимғолова.) 
63.Ү
ҙе йомшаҡ, үҙе еңел, 
Бе
ҙҙә үҫә торған түгел. 
А
ҡ төҫөнән була танып, 
Белдем, белдем! Был бит-…. 
64.Ауы
ҙы юҡ-теше бар. 
65.Тегеүсе ү
ҙе, һыңар ғына күҙе, 
Кеше кейем тегә, янланғас ү
ҙе. 
66.Ауы
ҙы юҡ-теле бар. 
67.Өй башына мендем,
ҡанатымды йәйҙем. 
68.А
ҡ ерҙә эҙ һалған, эҙ ҡалмаған, һүҙ ҡалған. 
69.Теле ю
ҡ-һүҙе бар. 
Кү
ҙе юҡ-күрһәтә, 
Бар нәмәне өйрәтә. 
70.Кү
ҙгә күренмәй, 
Бик шәп йүгерә, 
Һүндерһәң-һүнә, 
Яндырһаң-яна, 
Тотонһаң-үлтерә. 
71.
Ҡумта эсендә кеше, 
Йырлау,һөйләү
ҙә эше. 
72.Тарағы бар-сәсен тарамай, 
Урағы бар-иген урмай. 
73.Берәү уның бармағы, 
Әйтерһең дә,
ҡармағы, 
Бәйләй
ҙәр дә, ҡармағы. 
Бәйләй
ҙәр уны ептән, 
Йөндән йәки дебеттән, 
Уға
ҡулдар эйәләй, 
Ә исеме … 
74.Өй
ҙә лә бар, һарайҙа ла: 
Береһе ашау өсөн, 
Икенсеһе һыйыр-малға
 Бесәнде ташлау өсөн, 
Икеһе лә бик кәрәк, 
Исеме уның … . 
75.Ике туған булған, 
Береһе-а
ҡ булған, 
Икенсеһе-
ҡара булған. 
76.Өй башында айыу бейей. 
77.
Ҡояш ҡайҙа барһа, уға ҡарап йылмая. 
78.Ү
ҙе аҡ-ҡара түгел, 
Ү
ҙе шыйыҡ-һыу түгел.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Йомаҡтар

Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билд...

Йомаҡтар

                  ТРАНСПОРТ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Ат түгел, кешнәмәй, Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/ Һыу эсә, бесән ашамай,...

Йомаҡтар

Балалар өсөн йомаҡтар...

Йомаҡтар

Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныус...

Йомаҡтар

Йомаҡтар...

Йомаҡтар

Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныус...