Проделки Кощея и Кикиморы
материал (старшая, подготовительная группа) на тему

Газизова Лэйсан Рауфовна

Сценарий новогоднего утренника

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл olkndr_hm_mktpks_yshtge_balalar_oson_yany_yyl_stsenariyy.docx29.96 КБ

Предварительный просмотр:

                          МДОБУ  детский  сад  №  25 г. Белорецк

                                                              «Согласовано»

                                                               Ст.воспитатель  

                                                                   Ахматнурова М.Т.

Сценарий  Нового  года  в старшей - подготовительной  группе  детского  сада

                                                                                                       Составила:

  музыкальный  руководитель

                                                                       Газизова Л.Р.

                                                                 2016 г.

Дети заходят в зал и выполняют  танцевальные  движения, после  танца  садятся  на  стульчики.

Фея: -Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы  бурандан  ҡурҡып  тормағанһығыҙ, бөгөнгө  байрамға  килеп  еткәнһегеҙ. У-у, бында  балалар  ғына  түгел, ҡар бөртөктәре,  хатта  юлбаҫарҙар ҙа бар икән. Ә  мин  - Фея. Мин  булған  ерҙә  мөғжизәләр  тыуа, донъя  үҙе  әкиәткә  әйләнә. Тик  яуызлыҡтар  ғына  әкиәттә  ҡала, ә изгелектәр  иһә  беҙҙең  менән  ысынбарлыҡта  йәшәй. Алда  беҙҙе  матур  әкиәт  көтә.

(ҡурҡыныс  ауаздар  ишетелә)

Фея: Абау , ни  булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында  кемдер  килә  шикелле... Бәй  яуыз  Шүрәле  үҙенең  тоғро хеҙмәтсеһе  Юха  менән килә  бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк  китәйек! Барығыҙ  ҙа  миңә  ҡарағыҙ  әле! Әпсен – төпсөн, барыһы  ла  бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Фея  таяғы  менән  һелтәнә). Булды! Улар  беҙҙе  бәшмәктәр  үҫеп  ултыра  икән  , тип  уйлаясаҡ.(бәшмәк  шапкаһын  кейәләр)

Шүрәле  менән  юха  инә. Улар  икеһе  лә  имәнес ҡийәфәттә.

Шүрәле: Тәәк,тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?! 
Юха, тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:
– Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы...
Шүрәле уны елкәһенән  тотоп ала:
– Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыт туҡтаясаҡ, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйынға бәйләһәң, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға ғүмер  оҙоная, һин оноттоңмо әллә шуны? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!
Юха:
– Юҡ, юҡ, онотманым да ул…Тик, ҡайҙан  табайым  икән?... ӘӘ, ә  мин Ҡыш  бабайҙың  ейәнсәре  Ҡарһылыуҙың  сәсе  алтын  тип  ишеткәйнем!
Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):
– Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле Ҡарһылыуҙы табып килтер!
Юха:
– Эйе, эйе, батшам! (Сығып барышлай). Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән. Эйе, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана бәшмәк йыя башлай).
Шүрәле:
– Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!

Юха:– Ә-ә, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер ки-ки-килтерәм!
Юха башын аҫҡа эйеп сыға.

Шүрәле.Был ни хәл ул? Ҡыш  уртаһында бәшмәктәр үҫеп ултыра.Аптырап,тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.

Фея: Уф, беҙҙе танырҙар, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ янай), мин дә бар бит әле! Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн беҙгә  нисек  тә  булһа  Ҡарһылыуҙы  иҫкәртер кәрәк.

Ут һүнә (ҡар бөртөктәре  ҡарһылыу менән зал  уртаһында йыйылыша)

Икенсе күренеш.

Көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар бөртөктәре  менән Ҡарһылыу инә.

                                     “Ҡар бөртөктәре” бейеуе

Бейеуҙән һуң зал уртаһына ултыралар
Ҡарһылыу:
– Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән ергә ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме!
Ҡар бөртөктәре :
– Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең – шул серле көҙгөң бар бит әле. Шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә! Минең дә! Минең дә! Минең дә!
Ҡарһылыу:
– Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!
(Ярым түңәрәккә тороп, көҙгөгә текәләләр).
Ҡар бөртөктәре:
– Ҡарағыҙ әле, бына  балалар  сана  шыуалар, ә  икенселәре  шыршы  биҙәйҙәр, ә бына  бер  балалар  баҡсаһы Яңы  йыл  байрамына йыйылған, Фея  ла  улар  менән, тик  ниңәлер  кәйефтәре  юҡ  уларҙың.Ерҙә яуызлыҡ һаман да бөтмәгән микән  ни?

-Эһем,эһем тип  Ҡыш  бабай  килеп инә.(ҡарһылыу  көҙгөһөн йәшерә ) Ҡулында глобус.

Ҡыш  бабай.Һеҙ  нимә менән мәшғүлһегеҙ?

– Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды.Мин  һеҙҙе ҡыштың илселәре итеп Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән? Шуны белегеҙ.!
Ҡыш бабай:
– Барығыҙ, барығыҙ! Мин Яңы йыл кисендә килеп етермен! Тик һаҡ йөрөгөҙ!
Ҡар бөртөктәре:
– Уй, рәхмәт, олатай! (Ҡар бөртөктәре Ҡыш бабайҙы һырып алып, сикәһенән үбә). Әйҙәгеҙ, остоҡ, Ҡыҙҙар-йондоҙҙар .

Ҡыш бабай сыға.

Ҡар бөртөктәре Ҡарһылыу  менән шыршы  тирәләй югереп, зал  буйлап әйләнәләр. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей. 
Ҡарһылыу. Бына беҙ Ерҙә! Бәй, бында балалар байрамға йыйылған бит!Һаумыһығыҙ балалар! Һаумы  Фея! Беҙ үҙебеҙ байрамға саҡ-саҡ һуңламай ҡалғанбыҙ икән. Бына тағы һеҙгә ҡунаҡҡа килдек. Һеҙгә тик аҡлыҡ, сафлыҡ ҡына килтерҙек. Яуызлыҡты юҡҡа сығарырға, Яңы йылды бүләк итергә тип килдек беҙ һеҙгә!

Фея: Әйҙәгеҙ, әле Яңы   йылды  тәбрикләп  йыр йырлап  алайыҡ.

Йыр  “Яңы  йыл  тураһында”

Йырҙан  һуң  балалар  урындарына  ултыралар.

Ҡарһылыу: Афарин, балалар! Фея,балалар  мин Ҡыш бабайҙы ғына ҡарап киләйем, байрамға килеп етермен тигәйне, ниңәлер һуңлай.

Ҡарһылыу сығып китә.

Елка артынан Юханың килгәне күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа:
Юха.– Әһә, алтын сәсле ҡыҙыҡай!
Юха шул арала ҡайҙандыр аҡ кейем табып кейә, битлеген сисеп,көҙгөһөнә  ҡарана.

Юха: Копия  ҡармалай  булдым  да  ҡуйҙым, хәҙер мине таный  алмаясаҡтар!
Ҡарһылыу керә Юха – Ҡармалайҙы күреп ҡала күреп тертләп китә):
– Ҡармалай?
Юха-Ҡармалай:
– Эйе, мин, эйе Ҡармалай .
Ҡарһылыу:
Таныным мин һине,былтыр һин балаларға ҡарҙан бейек тау эшләгән  инең. Балалар рәхәтләнеп шул  тауҙан  шыуған инеләр.
Юха-Аҡъегет:Ә  мин быйыл да буш ҡул менән килмәнем, балаларға уйнарға ҡар йомғаҡтарын  килтерҙем, әйҙәгеҙ һуң уйнап алайыҡ.

Эстафета “Катаем  снежки”

Уйындан һуң урындарына ултыралар.

Юха-Ҡармалай.– Ә, беләһеңме, мин тағы ла балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Тик ул урман ситендәге бер мәмерйәлә. Ул бик  ауыр,әйҙә, миңә  ярҙам ит әле!

Ҡарһылыу: – Ярай, улайһа. Мин хәҙер!

Юха-Ҡармалай: Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең.
Ҡарһылыу:Фея ,һеҙ бында күңел аса тороғоҙ, беҙ хәҙер Ҡармалай менән бүләктәр алып киләбеҙ!ҡарһылыуҙың  көҙгөһә  төшөп  ҡала.

Ҡарһылыу менән Ҡармалай сығып китәләр.

Алып барыусы.Ҡарһылыу менән Ҡармалай йөрөп килгәнсе, беҙ шыршыбыҙҙы  маҡтап  йыр йырлап  алайыҡ .

                                          Йыр “ Елочка ”

Йырҙан һуң урындарына ултыралар. Звучит  музыка бубенцов.Һөйләнә-һөйләнә Ҡыш бабай  килеп инә.

Буран –ҡарҙарҙы  һепереп,

Мин киләм  һеҙгә.

Яңы йылды  ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

Шыршының иң матурын

Урмандан таптым.

Балаларҙы  шыршыға тип,

Саҡырып ҡайттым.

Ҡарһылыу  ҡыҙым  менән

Беҙ уйындар  ҡорорбоҙ,

Матур  шыршы  янында

Байрам ойошторорбоҙ.

Минең шыршыны биҙәргә  теләуемде кем белгән? Кем былай  матур иттереп  уйынсыҡтарҙы элгән? Ҡарһылыу!!! Ҡыҙым  һинме?Ә  уттары ни  эләптер  янмай.

 Фея  менән балаларҙы күреп ҡала.

Алып барыусы.Һаумы, һаумы ҡыш бабай!

Һин ҡайҙарҙа йөрөйһөң?

Беҙ һине һағынып көттөк,

Төрлө уй уйлап бөттөк.

Ҡыш бабай.Һаумыһығыҙ, балалар! Яңы  йыл менән һеҙҙе  ҡотлайым!

Алып барыусы. Әйҙә. Ҡыш бабай, түрҙән уҙ.

Йыр “Ҡыш бабай”

Йырҙан һуң урындарына ултыралар.

 Ҡыш бабай.Тик Ҡарһылыу ҡыҙым ғына күренмәй, күптән һеҙгә тип  киткәйне.Бына  көҙгөһө  лә  бында, тағын  шаярып  уйнап  йөрөйме  әллә.

Фея алып барыусы. Бәлә  беҙҙә, шүрәле менән юха тағын яуызлыҡ  ҡылырға  уйлайҙар. юха ҡармалай булып кейенеп, ҡарһылыуҙы алдаштырып үҙе менән алып китте. Ҡарһылыуҙың Сәсен  ҡырҡып, ваҡытты  туҡтатмаҡсы  итәләр.Ни эшләргә  инде Ҡыш бабай?

Ҡыш бабай. Ҡайҙа Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһөнә  күҙ  һалайыҡ, барыһында күрербеҙ.

Бына  Шүрәле менән  Юханы  күрәм  ниндәйҙер  мәмерйә  эргәһендә, ҡарһылыуҙың  сәсен  ҡырҡырға  йыйыналар.Тик ул  мәмерйә  кеше  сыҡмаҫлыҡ  ҡара  урман  эсендә, ҙур  тауҙар артында.Балалар, һеҙ  миңә  ярҙам  итәһегеҙме?Әйҙәгеҙ,бергәләп  урманды  сығайыҡ. Урманда төрлө  ағастар үҫә, бейек  йә  тәпәш, йыуан һәм нәҙек. “Бейек” тиһәм, һеҙ  ҡулдарығыҙҙы өҫкә  күтәрерһегеҙ, “Тәпәш” тиһәм- сүкәйәһегеҙ. “Йыуан” тигәндә  ҡулдарығыҙҙы  тирә-яҡҡа  йәйегеҙ, ә “нәҙек” сужаем круг. Аңлашылдымы. Әйҙә , киттек.

Уйнағандан һуң урындарына ултыралар.

Ҡыш бабай. Урманды үттек, ә  хәҙер тауҙарҙы  тик  малайҙар менән генә үтергә  тура  киләсәк, ҡыҙҙарҙың  тауға менергә хәле  ҡалмаясаҡ.

Танец  мальчиков “Пираты”.

Бейеуҙән  һуң малайҙар урындарына ултыралар

Ҡыш бабай: Рәхмәт, малайҙар, һеҙ миңә бик ярҙам иттегеҙ, бына тауҙы ла менеп еттек. Мәмерйәгә үҙем генә юл тотам.

Ҡыш бабай сығып  китә.

Шүрәле менән Юха инә.

Шүрәле:
– Ҡыҙҙы алып килеүен-килгәс, ниңә уның ҡойроғон да эйәрттең?
Юха:
– Бәй, уның ҡойроғо бармы ни?
Шүрәле:
– Алйот! Ҡойроҡло Ҡарһы лыуҙы ҡайҙа күргәнең бар? Ҡыш бабайын ни эшләп эйәрттең, тим?
Юха (ҡурҡа-ҡурҡа):
– Ә-ә, ней, Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһө төшөп ҡалған икән. Шунан күреп, Ҡыш бабай беҙҙе эҙләп килә. Мин уның юлына ҡаршылыҡтар ҡуйҙым. Ул урманды үтә алмаясаҡ. Урманды үткәндә лә, тауҙарҙы үтә  алмаясаҡтар.
Шүрәле: 
– Хәҙер борғоланыуҙан файҙа юҡ. Ваҡытты туҡтатырға кәрәк! Әгәр ҡыш бабай килеп етә ҡалһа, беҙгә көн бөттө! Шуға тиклем беҙгә Ҡарһылыуҙың алтын сәсен ҡырҡып, арҡан ишергә кәрәк.
Шүрәле (мыҫҡыллы йылмайып):
– Һаумы, Ҡыш бабайҙың ҡәҙерле ейәнсәре. Ҡарһылыумы әле исемең? Ҡурҡма, ҡурҡма! Беҙгә һин түгел, ни бары алтын сәсең генә кәрәк! Хәҙер беҙ уны ҡырҡып алырбыҙ...
Ҡарһылыу (ҡурҡа-ҡурҡа):
– Һеҙ быны эшләргә тейеш түгелһегеҙ! Бер генә бөртөк сәсем өҙөлһә лә, ваҡыт туҡтаясаҡ. Яңы йыл килмәйәсәк! Зинһар, теймәгеҙ минең сәсемә! Балалар, бөтә халыҡ Яңы йылды көтә бит!
Шүрәле:
– Ха-ха-ха! Ә беҙгә Яңы йыл кәрәкмәй. Ул бит кешене тағы ла бер йылға ҡартайта. Юха, һинең ҡартайғың киләме?
Юха: Юҡ,юҡ, әфәндем. Ҡарһылыуҙың сәсен усына алып, ҡырҡырға итә... Шул ваҡытта  Ҡыш бабай  килеп  инә. Юха  ҡалтырап, тубыҡланып төшә.
Ҡыш  бабай.Ҡыуанмай тороғоҙ әле! Мин булғанда яуыз ниәтеңде атҡара алмаҫһың, Шүрәле!
Шүрәле:
– Ҡыш бабай?! Һин бында нисек килдең?

Ҡыш бабай Шүрәленең муйынынан тотоп ала.

Шүрәле. Ҡы ҡыш  бабай, ғәфү  ит  инде  беҙҙе.Ба- башҡаса  улай  итмәбеҙ.Теймә  инде, беҙгә  зинһар, Ҡыш бабай. Бөтә  теләгеңде  лә  үтәрбеҙ.

Ҡыш бабай.Ни эшләйек  икән, балалар?

Фея.Бына һеҙ  Шүрәле, Юха беҙҙең  байрамды боҙмаҡсы  инегеҙ, ә балалар  шул  тиклем әҙерләнеп, шиғыр ятлағандар. Беҙҙең шартыбыҙ шул- балаларҙың шиғырҙарын тыңлайыҡ.

Ҡыш бабай, Шүрәле, Юха: Әйҙәгеҙ,әйҙәгеҙ .

Балалар шиғыр һәйләйҙәр(яртыһы)

Юха менән Шүрәле хырылдап йоҡлап китә.

Ҡыш бабай: Был ни хәл?Таяғы  менәән эргәләренә барып туҡылдата.Икеһе лә һикереп килеп тора.

Юха. Уй, йоҡлап киткәнбеҙ.

Фея.Ә мин беләм , һеҙҙе нисек уятырға.Әйҙәгеҙ әле, күмәкләп бейеп алығыҙ!

(Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Шүрәле, Юха бейейҙәр)

Ҡыш бабай: Уф,арыттырҙы,ял итеп алайым әле.(ултырғысҡа ултыра)

Юха менән Шүрәле тубыҡланып барып Ҡыш бабай эргәһенә ултыралар.

Фея:Беҙҙең балалар барыһы ла шиғыр һөйләп өлгөрмәне, әйҙәгеҙ тыңлап алығыҙ, ҡунаҡтарыбыҙ!

Балалар шиғыр һөйләй.

Юха менән Шүрәле.Беҙгә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Барығыҙ ҙа беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ!

Ҡарһылыу.Яңы йыл – ул Ҡәҙер кисе кеуек,

Теләктәрҙән күңел сафлана

Өр-яңы йыл ҡаҡһын  һәр ишекте-

Шул саҡ яңы тормош  башлана ! Яңы йыл менән ,дуҫтар!

Ҡыш бабай.

Һау  булығыҙ балалар! Киләһе йыл осрашҡанға тиклем!


Скачать свидетельство о публикации


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий праздника 8 Марта "Проделки Кощея"

Праздник для старших и подготовительных групп...

Сценарий новогоднего утренника «Проделки Кощея на новогоднем празднике» для подготовительных к школе групп

Цель: воспитывать в детях интерес к миру музыки, желание участвовать в музыкальной деятельности, способствовать развитию активной творческой личности ребёнка. Задачи: - учить дете...

Конспект комплексной непосредственно образовательной деятельности для подготовительной к школе группы «Проделки Кощея Бессмертного»

Конспект итогового комплексного занятия в подготовительной к школе группы с использованием  русских народных сказкок....

Конспект занятие по исследовательской деятельности в старшей группе «Б» "Проделки Кощея"

Систематизация знаний о магните на основе расширения и уточнения представлений о свойствах магнита....

Конспект занятия и презентация по исследовательской деятельности в старшей группе № 2 "Проделки Кощея" 2019

Конспект занятия и презентация к нему по исследовательской деятельности в старшей группе № 2"Проделки Кощея", отчет о данном мероприятии...

"Проделки Кощея и Бабы Яги"

Сценарий новогоднего праздника в детском саду....

Сценарий новогоднего утренника "Новогодняя песенка или проделки Кощея"

Сценарий новогоднего утренника в средней группе "Новогодняя песенка или проделки Кощея"...