"Әкиәт урманында"
план-конспект занятия по окружающему миру (средняя группа)

Ишдавлетова Зухра Багаутдиновна

 Тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште  күрһәтеү:  ағастар тураһында белемдәрен киңәйтеү, ағастарҙың айырмаһын табырға өйрәтеү;логик фекерләү үҫтереү; оҡшаш һәм айырмалыҡтарын айыра белеү; йәнле тәбиғәткә кешегә ҡараған кеүек мөғәмәлә итергә кәрәклеген аңлатыу; балаларҙың һүҙлек запасын байытыу; бәйләнешле телмәр үҫтереү;  урман  үҫемлектәренә, хайуандарына ҡарата ихтирамлылыҡ, һаҡсыл  ҡараш тәрбиәләү.
 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһының Бөрйән районы муниципаль районы Иҫке Собханғол ауылының 1-се балалар баҡсаһы муниципаль автономиялы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы

Тема:   “Әкиәт урманында”              

(экологик-дәрес конснекты уртансылар төркөмө балалары өсөн)

                                                                                        әҙерләне: 

                                                                                         Ишдәүләтова Зөһрә Баһаутдин ҡыҙы  

Иҫке Собханғол, 2017йыл

Тема: “Әкиәт урманында” 
(дәрес- диалог).

Маҡсат: тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште  күрһәтеү:  ағастар тураһында белемдәрен киңәйтеү, ағастарҙың айырмаһын табырға өйрәтеү;логик фекерләү үҫтереү; оҡшаш һәм айырмалыҡтарын айыра белеү; йәнле тәбиғәткә кешегә ҡараған кеүек мөғәмәлә итергә кәрәклеген аңлатыу; балаларҙың һүҙлек запасын байытыу; бәйләнешле телмәр үҫтереү;  урман  үҫемлектәренә, хайуандарына ҡарата ихтирамлылыҡ, һаҡсыл  ҡараш тәрбиәләү.

Һуҙлек эше:  шыршы, ҡарағай,ылыҫлы,япраҡлы,олоно,

Методик алымдар:Урман бабай,тылсымлы хат,әңғәмә,физкультминутка, уйындар,аудиояҙма ,тәжирбә.

Күҙҙалланған һөҙөмтә: Шыршы ағасын ҡарағай ағасынан ТРИЗ аша айыра өйрәнделәр;ағастар тураһында белемдәре артты;экологик төшөнсәне нығытыу;тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Ҡулланма материалдар:Ағастар һүрәттәре,тәбиғәт материалдары: шыршы һәм ҡарағай энәләре,тубырсыҡтар ,лупа,компьютер слайдтар

                                      Дәрес барышы

Беҙҙең ауылыбыҙҙың исеме нисек?(Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы) Балалар һеҙгә оҡшаймы беҙҙең ауылыбыҙ? Ни өсөн?(ағастар , тауҙар ҡаялар)

Тәрбиәсе.Мин һеҙгә үҙебеҙҙең Бөрйәнебеҙ буйлап сәйәхәткә алып сығам.

Слайдтар Бөрйән тәбиғәте тураһында ҡарау:Ниндәй матур беҙҙең Бөрйәнебеҙҙең тәбиғәте.

Йәшел шәлле ҡайындарым
Тирбәлә иҫкән елгә.
Ғорур баҫҡан ҡарағайҙар,
Геүләп осҡан бал ҡорттары
Йәм бирә тирә-йүнгә.
Күккә ашҡан тауҙарымды
Төйәк иткән бөркөттәр.
Ауылымды данға күмә
Һәр эштә лә уңған, өлгөр,
Көслө рухлы кешеләр.

Ишек шаҡыйҙар (хат килә)

-Балалар бөгөн беҙгә тылсымлы хат килде. Кемдән килде икән хат? Был хат еҫле.(балаларға еҫкәтеп сығам).

-Балалар ,нимә еҫе сыға?( шыршы еҫе сыға)

-Ҡулығыҙға тотоп ҡарағыҙ әле.

Был хат кемдән икән?(шыршы ағасынан)

“Һаумыһыгыҙ балалар! Һеҙгә ҡупшы йәшел шыршы хат яҙа.Миңә ярҙам итеп ебарегеҙ әле.Мине күптәр шыршы ағасы тиҙәр, ә ҡайһы берәүҙәр ҡарағай тиҙәр.Мин белмәйем , ниндәй ағас икәнлегемде? Шыршымы әллә ҡарағаймы? Һеҙҙе үҙемә ҡунаҡҡа саҡырам. Шыршыҡай!”

-Балалар ярҙам итәбеҙме йәшел ҡупшыҡайға?(эйе)

-Нисек итеп ярҙам итәбеҙ. Беҙгә нимә эшләр кәрәк?(урманға барыр кәрәк)

-Беҙҙе ҡыҙыҡлы сәйәхәт көтә, тик урманға нисек барырға?(балаларҙың яуаптары:( атлап, машинала,велосипедта)

- Ҡыш көнө нисек барып була(саңғыла,санала)

    -Урманда тағы нимәләр үҫә ? (ағастар, ҡыуаҡтар, үләндәр, еләктәр,бәшмәктәр)

-Урманда тағы нимәләр бар?(хайуандар.ҡоштар,бөжәктәр һ.б.)

-Күҙҙәребеҙҙе йомдоҡ һәм беҙҙе ошо сихри тылсымлы көй әкиәттәр урманына алып барһын). Бына инде беҙ килеп тә еттек әкиәттәр урманына .

  -Ҡарағыҙ әле ҡайҙа килеп еттек( әкиәтле урманға).

      Урман бабайы балаларҙы ҡаршы ала.

Һаумыһығыҙ балалар!Минең урманыма килгән икәнһегеҙ икән.Бик һәйбәт булған.Балалар , ә һеҙ урманда йөрөү ҡағиҙәләрен беләһегеҙме? (юҡ)мин һеҙгә урманда йөрөгәндә үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырайым.

Ҡағиҙә

-Ағастарҙы,сәскәләрҙе һындырырға ярамай.Бөжәктәрҙе үлтерергә ярамай.

-Ҡош ояларын туҙҙырырға ярамай.Урманда сүп-сарҙы ташларға ярамай .

-Ҡысҡырырға ,ут яғырға ярамай.

Тәрбиәсе: Рәхмәт,беҙ был ҡағиҙәләрҙе бер ҡасанда онотмаҫбыҙ.Урман бабай беҙ урманға ҙур йомош менән килдек, ҡупшы шыршыҡайға ярҙам итергә.

(хатты урман бабайға бирә)

Урман бабай: Балалар ,мин һеҙгә ярҙам итерҙә ризамын. Бына ошо минең тылсымлы китабым һеҙгә ярҙам итер.( китап эсенән конверт сығарып бирә).

Уйын “Һүрәтте йый”

Балалар өлөштәргә ҡырҡылған ҡарағай һәм шыршы ағастарының һүрәттәрен йыялар.

Урман бабай: Афарин, балалар!Ҡарағай һәм шыршы ағастары бер-береһенә ныҡ оҡшағандар. Уларҙы ылыҫлы ағастар -тип әйтәләр. Тағы балалар һеҙ ниндәй ағастарҙы беләһегеҙ? (ҡайын,имән,уҫаҡ) Был ағастарҙы япраҡлы тип-әйтәләр.

Тәрбиәсе :Балалар ҡарағыҙ әле ,әкиәтле урманда ниндәй ағастарҙы таныйһығыҙ?(балалар һүрәттәге ағастарҙың исемдәрен танып әйтәләр)

Уйын”Ағасты танып бел”

-Ағастың нимәләре бар?( тамырҙары, олоно ,ботаҡтары , япраҡтары)

-Ағастыңтамыры ҡайҙа?(эйе ,ерҙең аҫтында ул ағасты тотоп тора)

-Балалар беҙҙе ярҙам һорап саҡырған шыршы ағасы ҡайҙа икән?

-Балалар ҡайһы ағас шыршы икән? Ҡайҙан белдегеҙ?(бына ошо ,сөнки шыршы ағасының энәләре аҫҡа ҡарай)

-Ирназар ,һин нисек уйлайһың?(Мин уйлайым ошо ,сөнки шыршы ағасы өсмөйөшкә оҡшаған). Дөрөҫ,шыршы ағасының аҫҡы яғында ботаҡтары күп, оҙон, өҫкө яғында ботаҡтары ҡыҫҡаҡ.

-Балалар бергәләп шыршы ағасы өсмөйөшкә оҡшағанын    күрһәтәйек(ҡулдарҙы өҫкә күтәрҙек)

-Шыршы ағасының олоно ниндәй төҫтә?(ҡарағосҡол һор төҫтә)

-Тәрбиәсе: Был ағастың исеме нисек икән?(ҡарағай).

-Ҡарағай ағасының нимәләре бар?(олоно,ботаҡтары,энәләре, тубырсыҡтары)

-Шыршы ағасы менән нимәһе оҡшаш?(бейек,энәлекәй,йәшел ,тубырсыҡтары бар)

-Ә,нимәһе менән айырыла?(ботаҡтары өҫкә ҡарай һәм аҫҡы яғында ботаҡтары булмай ,олоно һарғылт- һор төҫтә)

Балалар әйҙәгеҙ беҙҙә ағастар булайыҡ.

Физкультминутка

Ел иҫә, иҫә, иҫә      (ҡулдарҙы күтәреп, ағастар һелкенгән хәрәкәтте күрһәтәләр)                

 Ағастарҙы һелкетә.                                      

  Ел бөтә, бөтә, бөтә,          (сүгәләр)      

 Ағастар бейек үҫә.            (ҡулдарҙы күтәреп күрһәтәләр)

-Балалар ,ҡарағыҙ әле бында шыршы һәм ҡарағай ағастарының энәләре ята.

Тәжирбә

(шыршы һәм ҡарағай ағастарының ботаҡ энәләрен балалар ҡулдарына лупа алып сағыштыралар)

-Шыршы ағасының энәләре ниндәй?(ҡаты,ҡыҫҡаҡ,ҡара йәшел төҫтә энәләре)

-Ҡарағай ағасының энәләре ниндәй?(йомшаҡ энәләре,оҙон,асыҡ йәшел төҫтә)

-Еҫкәп ҡарағыҙ,шыршы һәм ҡарағай ағастарының энәләре бер иш еҫлеме?(юҡ)

Урман бабай: (ҡулыда кәрзине) Балалар мин һеҙгә, тип тубырсыҡтар йыйҙым. Шыршы ағасының тубырсығы һор төҫтә шыма була,ҡарағай ағасының тубырсығы башта йәшел төҫтә һуңынан ҡара –һор төҫкә керә. Тубырсыҡтар ул шыршы һәм ҡарағай ағастарының емештәре. Ошо тубырсыҡтарҙың эсендә орлоҡтары бар, шулар ергә ҡойолоп ағастар үҫә. Тубырсыҡтар менән уйнап алайыҡ.уларҙы айырып йыйыр кәрәк.

Уйын “Тубырсыҡтар”

Балалар беҙ һеҙҙең менән урманлы әкиәттә күп нәмәләргә өйрәндек.Шыршы ағасын ҡарағай ағасынан, айырырға өйрәндек ҡайтҡас был турала хат яҙып ебәрербеҙ шыршыҡайға.Урман бабайға рәхмәттәр әйтеп юлға сығайыҡ.

Урман бабай: Урман-беҙҙең байлығыбыҙ! Ул кешеләргә,хайуандарға, ҡоштарға бик кәрәк.                                                                

-Һеҙ урманда  үҙегеҙҙе нисек тотоу ҡағиҙәләрен хәҙер беләһегеҙ онотмағыҙ! беҙгә урман ҡағиҙәләрен әйтеп китегеҙ әле.                                                                          -Сәскәләрҙе, бәшмәктәрҙе  тапамаҫҡа,ҡош  йомортҡаларына теймәҫкә кәрәк. Ҡоштарҙы һәм йәнлектәрҙе йәберләмәгеҙ. Ағас ботаҡтарын һындырырға ярамай. Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ,һәр ваҡыт урманға килә алаһығыҙ.                      -Кеше урманда ҡунаҡ ҡына. Ҡунаҡ булһаң,тыйнаҡ бул,тиҙәр.Шулай итеп урманда үҙебеҙҙе тәртипле тотһаҡ, беҙ уның ысын дуҫтары булырбыҙ.

Ә,хәҙер килгәндәге кеүек сихри моңло көй ,беҙҙе өйөбөҙгә алып ҡайтыр.

 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

конспект занятия по рисованию "Шырлык урманында"

яңа сүрәтләү алымы экохенд- арт юнәлеше белән таныштыру. хәтердә калган буенча рәсемләу күнекмәләрен камилләштерү предметка хас үзенчәлекләрен бирә белүләрен ныгыту. рәсем занятиесендә продуктив эшчән...

"Шүрәле урманында"

quot;Туган телдә сөйләшәбез" (УМК)  "Урман"пректы буенча...