«Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар». Дәрес өлгөһө.
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)
Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары өсөн дәрес өлгөһө.
Тема: «Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар».
Маҡсат: ҡоштарҙың тышкы ҡиәфәтен һурәтләү; яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу; диалогик һәм монологик телмәр үҫтереү; ҡоштарға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбияләү, мнемоюл ҡулланып шиғыр ятлау. (Г.Гәлиева «Турғай»)
Һүҙлек эше: ҡауырһын, тәпәй, туклана.
Типик граматик конструкциялар: Ҡоштарҙың кәүҙәһе ҡауырһын менән капланған. Тәпәйҙәрендә осло тырнактары бар. Баштарын ҡанат аҫтына йәшерәләр. Улар бер-берһеннән ҡауырһындарының төҫө һәм кәүҙәләренең ҙурлығы менән айырылалар.
Йыһазландырыу: Ҡарға, һайыҫкан, турғай, һүрәте.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 18.68 КБ |
Предварительный просмотр:
Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары өсөн дәрес өлгөһө.
Тема: «Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар».
Маҡсат: ҡоштарҙың тышкы ҡиәфәтен һурәтләү; яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу; диалогик һәм монологик телмәр үҫтереү; ҡоштарға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбияләү, мнемоюл ҡулланып шиғыр ятлау. (Г.Гәлиева «Турғай»)
Һүҙлек эше: ҡауырһын, тәпәй, туклана.
Типик граматик конструкциялар: Ҡоштарҙың кәүҙәһе ҡауырһын менән капланған. Тәпәйҙәрендә осло тырнактары бар. Баштарын ҡанат аҫтына йәшерәләр. Улар бер-берһеннән ҡауырһындарының төҫө һәм кәүҙәләренең ҙурлығы менән айырылалар.
Йыһазландырыу: Ҡарға, һайыҫкан, турғай, һүрәте.
Дәрес барышы
Ҡарға, һайысҡан, турғай, сәпсек ҡоштарының һүрәттәре эленгән тактаға (экранда)
- Балалар һеҙ һүрәттә нимә күрәһегеҙ?
- Ҡоштар һүрәтен.
- Ҡоштар икәнен нимәгә карап белдегеҙ?
- Бөтәһенең дә ҡанаттары бар һәм улар бөтәһе лә осалар.
- Күбәләктәрҙең дә ҡанатлары бар, улар ҙа осалар, шулай булғас, бәлки, улар ҙа ҡоштарҙыр?
- Ҡоштарҙың кәүҙәһе ҡауырһындар менән ҡапланған. Уларҙың суҡыштары бар. Тәпәйҙәрендә осло тырнаҡтары бар.
- Балалар, «ҡауырһын» һүҙен бергәләп ҡабатлайык һәм ижекләргә бүләйек: ҡа-уыр-һын. Был һүҙҙә нисә ижек? Ҡауырһын һүҙе өс ижектән тора. Бөтә ҡоштарҙың да ҡаыуһындары булғаҫ, улар бер – берһенә охшағанмы?
- Улар бер-берһеннән ҡауырһындарының төҫө һәм кәүҙәләренең зурлығы менән айырылалар.
- Ошо ҡоштар тураһында тағы нимә әйтә алаһыгыҙ? Улар ниндәй коштар?
- Ҡарға. Һайысҡан, турғай, сәпсәк көҙ көнө йылы яҡҡа осоп китмәйҙәр, беҙҙә йәшәргә ҡалалар. Шуға был ҡоштар-ҡышлаусы ҡоштар тип атала.
Ял минуты.
- Һеҙҙең менән ҡоштар булып уйнап алайыҡ, эйдәгеҙ кабатлайбыҙ
Ҡанатларҙы ҡағып осабыҙ,
Уңга, һулға ҡарап, муйындарҙы борабыҙ,
Һыу эсәбеҙ (алға эйелеү),
Тук-тук итеп ем ашайбыҙ ( сүкәйеп ултырыу һәм бармаҡтар менән иҙәнгә һуғыу)
Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ. Тағы осоп китәбеҙ,
Әкрен генә ояларға ҡайтабыҙ.
- Балалар, ҡоштарҙың тәпәйҙәренә иътибар итегеҙ. Ҡайһы бер ҡоштар ерҙә атлап, ә кайһылары һикереп йөрөй.
- Балалар, кыш көнө ҡоштар нимә менән туклана?
- Ҡыш көнө ҡоштарға ем табыуы ҡыйын, шуға күрә күберәк кешеләр янында йәшәйҙәр, Тағараҡҡа һалынған емде ашайҙар.
- Беҙ ҡоштарҙы күп күҙәткәнебеҙ бар.(искә төшөрәбеҙ, һөйләп китәбеҙ) Ә улар нисек йоклайҙар?
- Ҡауырһандарын төшөрәләр ҙә күҙҙәрен йомалар. Баштарын ҡанат аҫтына йәшерәләр.
- Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ. Ни өсөн кешеләр: «Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар», - тип әйтәләр?
- Сөнки ҡоштар төрлө бөжәктәрҙе ашайҙар һәм урмандарҙы, баҡсаларҙы һаклайҙар. Үҙҙәренең матур йырҙары менән кешеләрҙең күңелдәрен күтәрәләр.
- Эйҙәгеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ҡоштар тураһында тыңлайк һәм уны үҙебеҙҙең исебеҙҙә калдырырға тырышайык. (мнемоюлдар ҡулланып)
Г Ғәлиева. «Турғай»
Әсәй ерғә ем һипкән,
Бер турғай килеп еткән,
Бәләкәс туптай еңел,
Һикереп йөрөй ул гел.
Сүпләгән саҡта емде,
Тотоп ҡараһым килде.
Бигерәк йомшаҡтыр инде.
Һузған инем ҡулымды,
Аңламаны уйымды –
Фыр-р-р итеп осоп китте,
Күңелһеҙ булып китте.
Йомғаклау:
- Балалар, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
Ҡышлаусы ҡоштар: ҡарға, һайыҫкан һәм турғай тураһында һөйләштек. Уларҙың төҙөлөштәренә иғтибар бирҙек. «Турғай» шиғырын ятланык. Ҡоштар беҙҙең дуҫтар, уларҙы һаҡлағыҙ.







По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Ҡоштар- беҙҙең ҡанатлы дуҫтар "исемле темаға арналған ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге...

«Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар»
Маҡсат:- ҡоштар тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу, нығытыу;- балаларҙа ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү теләге тыуҙырыу; - балаларҙың аң белемдәрен, телмәрен үҫтереү;- ...
- Мне нравится (2)