Конспект ООД по ознакомлению с окружающим миром
план-конспект занятия по окружающему миру (средняя группа) по теме
Предварительный просмотр:
Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт
Маҡсат:
- балалар менән берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:
- балаларҙың йыл миҙгелдәренең төп билдәләрен әйтә белеү, һорауҙарға тулы яуап бирә белеүҙәрен, һорауҙарға бәйләнешле яуап бирергә өйрәтеү, коллективта эшләй белеү алымын үҫтереү:
- логик фекрләй белеү алымын үҫтереү:
- тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Эш төрҙәре: уйын, дидактик уйындар, бармаҡтар өсөн гимнастика,
Белем биреү өлкәләре : познавательное, речевое, физическое развитие(безопасность)
Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта, хайуандар илюстрацияһы , музыка.
Ойоштороу моменты:
I. Тәрбиәсе: - Беҙ бөгөн һеҙҙең менән беҙҙең яҡтың тәбиғәте тураһында һөйләшәбеҙ. Һеҙҙең менән йыл миҙгелдәре буйлап сәйәхәткә сығабыҙ.
Сәйәхәткә беҙ автобус менән барабыҙ.
Артикуляцион һәм бармаҡтарға күнегеү:
-тәгәрмәстәрҙе һауа менән тултырҙыҡ: (пш-пш)
- бензин багын астыҡ:(ҡулдар менән бороу хәрәкәтен эшләү)
- бензин ҡоябыҙ:(ш-ш-ш)
- бензин багын яптыҡ: :(ҡулдар менән бороу хәрәкәтен эшләү)
- машинаны тоҡандырабыҙ :(машинаны тоҡаныу тауышы сығарыу)
-рульдарҙы тоттоҡ ҡуҙғалдыҡ:
II. Тәрбиәсе:- 1слайд күрһәтә һәм шиғыр уҡый:
Ерҙең өҫтө ап – аҡ, ап – аҡ,
Эй, ҡар яуған да яуған.
Яландар, ҡырҙар, урмандар
Шул ҡар аҫтында ҡалған.
- Әйтегеҙ әле был ниндәй миҙгел.
Әйҙәгеҙ балалар беҙ һеҙҙең менән йомаҡтар сисеп алайыҡ.
• 2слайд – тәрбиәсе йомаҡ уҡый
• Булдыра ул тултыра ул
• Сәтләүек менән өйөн
• Беләһеңме был йәнлекте,
• Исеме уның ....... (тейен) слайдтан тейен һүрәте күрһәтелә.
3-слайд
• Ана бара хан,
• Ауыҙы – мороно ҡан(бүре) слайдтан бүре һүрәте күрһәтелә.
4– слайд
• Алпан толпан атлай ул,
• Ҡышын гелән йоҡлай ул.
• Теләге – балға байыу,
• Йә, әйт, ул кем?
• Ул .......(айыу) слайдтан айыу һүрәте күрһәтелә.
5 –слайд
• Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,
• Ҡыланды ла юғалды
• Был нимә ..... ? (төлкө) слайдтан төлкө һүрәте күрһәтелә.
6 –слайд
• Кем үҙенең башында урман йөрөтә ? (мышы) слайдтан мышы һүрәте күрһәтелә.
III. Тәрбиәсе:(слайдта йомаҡта сискән хайуандар күрһәтелә) Балалар әйтегеҙ әле ниндәй хайуанды ҡышҡы урманда күреүе мөмкин түгел.
7 – слайд (дөрөҫ яуаптар).
Әйҙәгеҙ мин һеҙгә тағы бер йомаҡ ҡояйым:
• Ҡайсы һымаҡ ҡолаҡтары
• Ҡар шикелле аҡ туны.
• Эт, ҡоштарҙан аяҡтары
• Йәһәт ҡотҡара уны.(слайдтан ҡуян һүрәтен күрһәтеү)
Был ҡуян бик асыҡҡан, уға ярҙам итәбеҙме?Әйҙәгеҙ, ҡырпаҡ ҡарҙан саңғылар менән артабан сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Ҡарағыҙ әле, беҙҙең бөтә йәнлектәр ҙә асыҡҡандар, сөнки ҡыш көнө ҡыр хайуандарына аҙыҡ табыуы еңел түгел. Әйҙәгеҙ ярҙам итәйек, ярҙам итәһегеҙме? (хайуандарҙың һүрәттәре төшөрөлгән иллюстрациялар ята, уларҙың алдында ашаған аҙыҡтары буталған , балалар шул аҙыҡтарҙы һәр береһенең алдына һалырға тейеш).
Тәрбиәсе:
- ҡуян нимә ашай?
- мышы нимә ашай?
- терпе нимә ашай?һ.б
- Һай, афарин! Балалар!Хайуандарҙың тамаҡтары туйҙы.
IV. Күҙгә гимнастика.
Балалар күҙҙәрен йомған ваҡытта йылға тауышы ишетелә.
Тәрбиәсе: - был ниндәй миҙгелгә килеп сыҡтыҡ балалар?
Эйе, ҡыштан һуң яҙ миҙгеле була.
Беҙҙең йылғабыҙға нимәлер булған! Ул бысранған, таҙартабыҙмы?(сүп – сар һауыты бирелә, унда йыйып ситкә сығарып ҡуялар).
Тәрбиәсе: - йылғаны таҙалағас сылтырап ағып китте, һыу төбөндә төрлө таштар ята, әйҙәгеҙ әле, ниндәй геометрик фигураларға оҡшағандар(өсмөйөш, квадрат, тура дүрт мөйөш, түңәрәк һанап сығалар).
V. – Балалар, беҙҙең ауыл эргәһенән дә йылға аға, кемегеҙ уның исемен белә?
- Ул таҙа булһын өсөн беҙ ниндәй эштәр башҡарырға тейеш?(балалар һанап сығалар).
VI. Балалар артабан сәйәхәт итәбеҙме?Күренмәгән велосипедттың рулен тоттоҡ, киттек сәйәхәткә.(физминутка ,балалар иҙән балаҫҡа ятып велосипедта йөрөү хәрәкәттәре яһайҙар.)
VII. Тәрбиәсе: - балалар, беҙ һеҙҙең менән ниндәй миҙгелгә килеп еттек
9- слайд .
Йәй һүрәте. (шиғыр уҡыу):
Йәй - ул сәскә.
Ялан ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй миҙгеле ниндәй төҫтәргә бай миҙгел? Матур – матур сәскәләр күп, ҡоштар һайрауы тынмай урманда.
Иғтибар менән ҡарағыҙ әле (интерактив таҡтала) сәскә һүрәте төшөрөлгән, тик ул күңелһеҙ генә йылмаймай тора.Ул йылмайһын өсөн таждарында ҡуйылған һандарҙы дөрөҫ ҡуйырға кәрәк.(сиратлап сығып сәскә тажын төҙөйҙәр).
VIIl. Балалар сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ, йылға буйлап икенсе миҙгел көҙ миҙгеленә барабыҙ.Кәмәләргә ултырҙыҡ.(физминутка).
Бер бала шиғыр ятлай
Көҙ миҙгеле.
Көҙгө урман. Ағастарҙан
Алтын япраҡ ҡойола.
Зәңгәр күктән парашюттар
Төшкән кеүек тойола.
Төҫтәргә бик бай миҙгел. Һанап сығайыҡ әле төҫтәрҙе.
Көҙ көнө кешеләр ниндәй эш башҡаралар. Эйе, уңыш йыялар, ҡырҙарҙан иген, баҡсаларҙан картуф, помидор һ.б. бик күп йәшелсә, емеш – еләкте йыйып алалар.
IX. “Уңыш йыйыу” уйын – ярыш.
Бер бала кәрзиндән картуф алып сәсеп китә, икенсе бала йыя.
Балалар менән алдан әҙерләп ҡуйған плакатка киптерелгән япраҡтар йәбештереп көҙгө урман эшләү.
Коллектив эш «Көҙгө пейзаж». Япраҡтар йәбештереү.
X. “Йыл эсендә дүрт миҙгел” йырын коллектив менән башҡарыу.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миром в 1-ой младшей группе по теме: «Ознакомление детей с качествами и свойствами предметов»
Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миров в 1 младшей группе...
Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миром и рисованию во второй младшей, средней группе Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миром и рисованию во второй младшей, средней группе
Рисование красками. (пальчиками)...
Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миром во второй младшей группе "Кто живёт в лесу? (Ознакомление детей с животным миром родного края)"
Интересное занятие в игровой форме....
Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миром во второй младшей группе "Кто живёт в лесу? (Ознакомление детей с животным миром родного края)"
Интересное занятие в игровой форме....
Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миром во второй младшей группе "Кто живёт в лесу? (Ознакомление детей с животным миром родного края)"
Интересное занятие в игровой форме....
Конспект занятия по ознакомлению с окружающим миром во второй младшей группе "Кто живёт в лесу? (Ознакомление детей с животным миром родного края)"
Интересное занятие в игровой форме....
Окружающий мир Конспект ООД по ознакомлению с окружающим миром на тему: "Зима не лето, в шубу одета".
Конспект ООД по ознакомлению с окружающим миром на тему:"Зима не лето, в шубу одета"....