Федераль дәүләт стандартына ярашлы мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү
консультация по окружающему миру на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

В статье даны методические рекомендации по организации экологического воспитания дошкольников.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ekologik_trbi_bireu_formalary_hm_alymdary.doc62.5 КБ

Предварительный просмотр:

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы экологик тәрбиә биреү. Эш формалары һәм алымдары.

         Белем тураһындағы Законға ярашлы белем биреү бурыстарының береһе –шәхескә рухи - әхлаки тәрбиә биреү, йәғни рухлы - әхлаҡлы шәхес формалаштырыу. Рухи - әхлаки тәрбиә  йөкмәткһе буйынса күп яҡлы. был – тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, үҙ халҡың менән ғорурланыу, уратып алған донъя менән тығыҙ бәйләнеште күрһәтеү, үҙ илеңдең байлығын арттырыу һәм һаҡлау теләге уятыу. Рухи - әхлаки тәрбиә биреүҙең йүнәлештәре күп:

  • гражданлыҡ, ватансыллыҡ тәрбиәһе биреү;
  • әхлаки тойғолар  һәм этик  аң тәрбиәләү;
  • хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләү;
  • экологик тәрбиә (тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш) биреү

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү   - экологик культура формалаштырыуға йүнәлтелгән өҙлөкһөҙ уҡытыу – тәрбиә биреү барышы ул.  

       Был маҡсатҡа ирешеү өсөн  бер – береһе менән үҙ – ара бәйле булған бурыстарҙы тормошҡа ашырыр кәрәк:

  • мәктәпкәсә йәштәге балаларға аңлайышлы булған элементарь экологик белем биреү;
  • тәбиғәт донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу үҫтереү;
  • бала һәм тәбиғәт өсөн хәүефһеҙ булған экологик тәртип күнекмәләре формалаштырыу;
  • уратып алған тәбиғәткә гуманлы һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
  • тәбиғәт күренештәрен күҙәтеү күнекмәләре формалаштырыу;
  • үҙ – үҙеңде тәбиғәттең бер өлөшө икәнен аңлау, тәбиғәт һәм кеше араһындағы үҙ –ара бәйләнеште аңлау;
  • Тәбиғәткә булған  һаҡһыҙ ҡараштың  нимәгә килтереүен күрә белеү.

Экологик белем биреү принциптары

Фәннилек. балаларға экологик белем биреүҙе, танып белеү эшмәкәрлеген үҫтереүҙе  күҙаллай

Доступность. Материал балаларға аңлайышлы булырға тейеш

Гуманлылыҡ.  был принцип экологик культура төшөнсәһе менән тығыҙ бәйләнештә. балаға һәр объекттың матурлығын, сафлығын күрһәтеү, уларҙы беҙҙең кескәй туғандарыбыҙ итеп күрә белеү

Эшмәкәрлек . Экологик белем бала өсөн аңлайышлы булырға тейеш. Балаға тәбиғәтте Һаҡлар өсөн  нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыу мөһим. Бала  көсө еткәнсе экологик акцияларҙа ҡатнашһын.

Бөтөнлөк. Был принцип уратып алған донъяны бер бөтөн итеп ҡабул итеүҙе күҙаллай.

Регионализм. Региональ ысынбарлыҡты танып белеүҙе  күҙаллай.

Системалылыҡ.  Ябайҙан ҡатмарлыға һәм системалы рәүештә белем биреүҙе аңлата.

Күсәгилешлек.  

 Интеграция. 

Экологик тәрбиә биреү йөкмәткеһе балалар баҡсаһы үҙләштергән “Кеше һәм тәбиғәт” методик ҡулланмаһында асыла.

Экологик тәрбиә биреүҙә төп методик алым – күҙәтеү.  Әммә күҙәтеү аша алған белемдәр балаларҙың аңына һе

һен өсөн, белемдәрҙе төрлө эшмәкәрлектәрҙә нығытырға тәҡдим ителә: һүрәтләү, музыкаль эшмәкәрлектә, театр, эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлектәрендә һ.б.

Шуға күрә, тағы бер методик алым – интеграциялы  тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәре үткәреү. Йәки бер – береһе менән тығыҙ  бәйле эшмәкрлектәр ҙә эффектлы була.

Мәҫәлән, “Гәлсәр ҡыш” темаһына  эшмәкәрлек ойоштороу аша балаларҙы ҡар яуыу менән таныштырыу алып барыла. Экскурсиянан һуң, ҡар яуғанын күҙәткәндән һуң, шиғырҙар уҡырға мөмкин. Артабан балалар  ҡышҡы тәбиғәтте һүрәтләйҙәр, музыка тыңлайҙар, ҡар бөртөктәре булып бейейҙәр һ.б.

Бындай эшмәкәрлектәр баланы уйланырға, фекер йөрөтөргә, ижади һәләттәрен асырға, уйлап сығарырға һәм тәбиғәт закондарын аңларға өйрәтә.

Экологик йөкмәткеле тәжрибәләр үткәреү ҙә бик файҙалы. Бындай тәжрибәләр үткәреү өсөн төркөмдә экологик йәки тәбиғәт мөйөшө булдырыла. Унда эксперименттар өсөн кәрәк – яраҡтар туплана.

Бик йыш ҡына проекттар алымы ҡулланыла башланы. был бик һөҙөмтәле алым.

Мәҫәлән, “Аҡ ҡайын” проекты. тәрбиәсе балалар менән ьергә ҡайынды күҙәтеү ойоштора. Сезонлы тәбиғәт күренештәре аша ҡайындың үҙгәреүен күҙәтәләр.  Ҡайын образы – Рәсәй образы булараҡ һүрәтләү һәм музыкаль эшмәкәрлектәрҙә нығытыла. Ә  ата - әсәләргә ҡайын тураһында шиғыр эҙләп балаларға ятларға, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр алып килергә  тәҡдим ителә.Халыҡ медицинаһында ҡайынды нисек ҡулланырға була, шул турала материал алып килергә ҡушыла.     Это не только помогает ребенку лучше усвоить материал, рассмотреть его со всех сторон, но и привлекает родителей к проблеме экологического воспитания, а бындай ҡараш балаларға теманы яҡшы аңлау ғына түгел, ә ата - әсәләрҙе лә берләштерә.

Тәбиғәт менән таныштырыуҙа дидактик  уйындар ҙур урын биләй. дидактик уйын бурыстарын үтәгәндә бала предметтарҙың һәм күренештәрҙең айырым билдәләрен  күрһәтергә өйрәнә, сағыштыра, төркөмләй. Балалар уйларға, фекер йөрөтөргә өйрәнә.Был ваҡытта баланың иғтибары, хәтере үҫешә. Балалар үҙҙәренең уйын хәрәкәттәрен аңлаталар, тимәк баланың телмәре лә үҫешә.

Мәҫәлән УЙЫН “Туҡланыу сылбыры”

Маҡсат : балаларға һыуҙағы туҡланыу сылбырын аңлатыу

Уйын ҡәғиҙәһе : Тәрбиәсе һыу ятҡылыҡтарында йәшәүсе йән эәйләренең силуэттарын күрһәтә һәм кемгә ниндәй аҙыҡ кәрәклеген теҙеп һалырға тәҡдим итә. Балалар карточкаларҙа түбәндәгесә теҙеп сығалар:


серәкәй – тәлмәрйен – селән

селәүсен - балыҡ – аҡсарлаҡ

ылымыҡ - ҡабырсаҡ – ҡыҫала

Уйын "Урманға нимә менән барырға ярамай?"

Маҡсат : Тәбиғәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен нығытыу

Уйын ҡағиҙәһе: Тәрбиәсе өҫтәлгә балта, мылтыҡ, сачок, магнитофон, шырпы, велосипед һ.б.  белдергән һүрәттәр һала. Балалар ни өсөн был предметтарҙы алырға ярамағанын аңлаталар.
Уйын “Тәбиғәткә гимн” балалар түңәрәккә торалар. Улар  бәләкәй генә ҡар бөртөктәре. һәр ҡар бөртөгөнә Ер - әсәгә  ҡарата матур изге һүҙҙәр әйтергә тәҡдим ителә. Балалар башҡаларҙың әйткәнен ҡабатларға тейеш түгелдәр. Педагог ул һүҙҙәрҙе яҙып бара- тәбиҡәткә гимн килеп сыға. Балалар көҙгө япраҡтар, тамсылар һәм башҡалар булыуы мөмкин.
Шулай итеп экологик  белем биреү буйынса эш формаларын һанап китәйек:

Экологик  белем биреү буйынса эш формалары

- ТББЭ

- экскурсиялар, походтар

- экологик күңел асыуҙар, байрамдар

- прогулкалар

- эҙләнеү – тикшеренеү эштәре

Экологик белем биреү алымдары

  • күҙәтеү
  • күргәҙмә материалдар ҡулланыу
  • дидактик уйындар
  •  тәжрибәләр
  • моделирование
  • тәрбиәсенең тәбиғәт күренештәре тураһында һөйләүе
  • нәфис әҙәбиәт ҡулланыу
  • әңгәмәләр
  • тәбиғәттә хеҙмәт


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"ҖИР КӨНЕ" балалар бакчасында экологик бәйрәм сценарие

Җир көне – 22 апрельдә бәйрәм ителә. Балалар бакчасында “Җир көне”нә багышланган бәйрәм сценарие тәкъдим итәм.Предлагаю сценарий экологического праздника «День Земли» в детском саду на татарском языке...

Балалар бакчасында экологик тәрбия

Балалар бакчасында экологик тәрбия бугенге көндә дә көндәлек проблемаларның берсе булып тора....

Балалар бакчасында экологик тәрбия

Экология дөньякүләм әһәмиятле, мөһим мәсьәләләрнең берсе булып тора. Ул үзенең актуальлеге белән бүген бөтен кеше алдына килеп басты. Бүгенге көндә табигатьне саклау, балаларга экологик тәрбия бирү иң...

5-6 яшьлек балалар өчен экологик тәрбия чара эшкэртмэсе

5-6 яшьлек балалар өчен экологик тәрбия  чара эшкэртмэсе...

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы  белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше...