Ҡ өнө, Ҡ ҡ хәрефе.
план-конспект занятия по обучению грамоте (подготовительная группа)

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

Мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөндә грамотаға өйрәтеү ойошҡан белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zanyatie_raduga_2.docx19.08 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: [Ҡ ] өнө. Ҡ ҡ хәрефе.

Маҡсат: [Ҡ ] өнөнөң яһалышын күҙәтергә, уның парлы (Ҡ-к) һаңғырау тартынҡы өн булыуын асыҡларға һәм Ҡҡ хәреф тамғаһын дөрөҫ каллиграфия менән яҙып өйрәнергә, һөйләү телмәрен, иғтибарлылыҡты үҫтерергә,  хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле.

Тәрбиәсе: Килегеҙсе балалар

                 Түңәрәккә торайыҡ.

                  Күңелле итеп бөгөн

                  Дәресте беҙ башлайыҡ.

(Балалар түңәрәккә йыйылалар)

-Һаумы ҡояш,

Һаумы дуҫым,

Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!

Мин сәләмәт,

Мин матур
Салауат кеүек батыр!

  • Афарин балалар! Ә хәҙер иғтибарлы булығыҙ!
  • Кемдәрҙең исеме А өнөнә башлана,шулар ултыралар өҫтәл артына.
  • Кемдәрҙең бөгөн кәйефе ныҡ шәп, шулар ултыралар.
  • Кемдәр ҡыш миҙгелен яраталар һеҙ ҙә ултырығыҙ.

(балалар ултыралар, дөрөҫ ултырыуға,кәүҙәнең торошона иғтибар иттереү)

-   Ерҙең өҫтө ап-аҡ, ап-аҡ

  Эй, ҡар яуған да яуған.

  Яландар, ҡырҙар ,урмандар

  Шул ҡар аҫтында ҡалған.

(Картина өҫтөндә эш)

-Был һүрәттә нимә күрәһегеҙ?(Ҡар,Ағастар,болот һ.б.)

(балалар әйтә, ҡуян һүрәтен әйләндереп ҡуям)

-Эйе был ҡуян(бергәләп ҡабатлау)

-Ҡуян ҡайҙа йәшәй?(урманда)

-ҡуян нимә ашарға ярата? (Кишер)

-Ҡуян ағас ҡабығын,үлән дә ашарға ярата.

-Ҡуяндың туны ниндәй  төҫтә? Ни өсөн?

Ҡ өнөн ҡуйыу, дөрөҫ әйтеү.

-Ҡабатлайбыҙ-Ҡуян. Һүҙҙең башында ниндәй өн ишетелә?

- Балыҡ ашағанда тамаҡҡа ҡылсыҡ торһа нисек сығарабыҙ?

-Ниндәй өн барлыҡҡа килде?

-ҡаты итеп әйтелә

-Был өндө һуҙып буламы,юҡ ул тартынҡы өн.

Ҡ өнөнә телтөҙәйткес ҡабатлатыу

-ҡ өнө ошондай хәреф менән тамғалана

(ҡ хәрефен өйрәнеү)

-“Ҡ” – ул башҡорт хәрефе,

“К”-ға ул яҡын таныш.

Ҡуян кеүек ҡолаҡлы,

Ҡулы, аяғы ҡыйыш.

-Ҡ өнө һәм хәрефе рус алфавитында юҡ.Ул бына беҙҙең башҡорт өндәре һандығында бар.(бер бала кумтанан ҡ хәрефен ала)

 (йомаҡтар сисеу)

-Ҡыш бабайҙың ейәнсәре.

-Яңы йыл байрамына көтөп алынған иң йомарт ҡунаҡ- бабай

-Алма кеүек ҡыҙыл түшле ҡош.

-Аҡ күбәләк, мамыҡ юрған бөтә ерҙе ҡапланы.

(яуаптары буйынса һүрәттәр ҡуйыла)

-Яуаптарҙы ҡабатлау.

Ял минуты

Вы ж-выж итә, выж-выж итә,

Беҙҙе тыз-быз йөрөтә.

Ҡайһыбыҙҙы йүгертә,

Ҡайһыбыҙҙы һикертә.

Асыуланһа, танауҙы ла

Ҡып-ҡыҙыл борос итә.

Ҡолаҡтарҙы семетә,

Тыпыр-тыпыр бейетә.

Уйын Ҡ өнө булған һүрәтте тап.

Диана:Был йәнлек.Ул урманда йәшәй.

Уның ҡолаҡтары оҙон,ҡойроғо ҡыҫка.

Ул (кишер)морковь  ярата.(Ҡуян)

АмелияУны ҡарҙан эшләйҙәр.

 Танауы урынына морковь(кишер) ҡуялар.

Ә башында биҙерә,ҡулында һепертке.(Ҡар бабай)

Ралина Был йәшелсә. Ул йәшел төҫтә.

Унан салат эшләйҙәр.(Ҡыяр)

Азамат Ул һары төҫтә.Үҙе йоморо ғына.

Бөтә ерҙе яҡтырта,йылыта.(Ҡояш)

Тамерлан.Уның ҡанаты бар.Ул оса белә.

Матур итеп һайрай. Йомортҡа һала.(ҡош)

-Өҫтәлдәге кағыҙҙарҙы әйләндерәйек әле, бында һеҙгә ҡ хәрефе төшөрөлгән, тик ул ҡар кеүек ап-ак.Беҙгә уны матурлап буярға кәрәк. Йә әле эшкә тотонайыҡ, кемдең ҡ хәрефе иң матуры булыр икән.

Ижади эшмәкәрдек.Ҡ хәрефен буяу.

Йомғаҡлау.

-Был матур ғ хәрефен алып ҡайтып ата-әсәйҙәрегеҙгә күрһәтерһегеҙ.

- Беҙ бөгөн ниндәй өн менән таныштыҡ?

-Ул ниндәй өн,тартынҡымы,һуҙынҡымы?

-ҡ хәрефенә ниндәй һүҙҙәр әйттек?

-Ҡ  өнө һәм хәрефе рус телендә бармы?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ТЕМА [Л] АВАЗЫ ХӘРЕФЕ.

ТЕМА: звук буквы   [Л] ....

ТЕМА: [С] АВАЗЫ ХӘРЕФЕ

ТЕМА: звукопроизношение [С]...

«А, а хәрефе, аның хәрефләр кассасындагы урыны һәм язылышы»

А, а хәрефе үзенчәлекләрен  һәм аның язылышын үзләштерү....

Мәктәпкә хәзерлек төркемчегендә грамотага өйрәтүгә хәзерлек буенча ачык эшчәнлек «Ө хәрефе”

Мәктәпкә хәзерлек төркеме өчен грамотага өйрәтүгә хәзерлек буенча ачык эшчәнлек конспекты....

«Авазлар һәм хәрефләр иленә сәяхәт: Л, ль авазлары, һәм Л хәрефе» /мәктәпкә хәзерлек төркемендә грамотага өйрәтү эшчәнлеге эшкәртмәсе/

Тартык  л  авазын сүзләрнең башында, уртасында, ахырында билгеләү;  л-ль авазларын дифференцияцияләү; “аваз”, “хәреф” төшенчәләрен ныгыту; балаларның игътибарын,...

ю, ю хәрефе һәм аның хәрефләр кассасындагы урыны

Белем бирү эшчәнлеге: грамотага өйрәтү эшчәнлегеТема: ю, ю хәрефе һәм аның хәрефләр кассасындагы урыны.Максат:ю, ю хәрефе үзенчәлекләрен һәм аның хәреф-ләр кассасындагы урынын үзләштерү.Нечкә һәм калы...

"Авазлар һәм хәрефләр иленә сәяхәт: Л, ль авазлары һәм Л хәрефе"

Мәктәпкә хәзерлек төркеме тәрбиячеләре өчен грамотага өйрәтү эшчәнлеге эшкәртмәсе....