«Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү»
презентация к уроку по музыке (подготовительная группа)
Музыка эшмәкәрлеге әлбиттә сәләмләү менән башлана:
Хәйерле иртә алһыу таңдарға
Хәйерле иртә зәңгәр һыуҙарға
Хәйерле иртә зифа талдарға
Хәйерле иртә барлыҡ дуҫтарға
Хәйерле иртә наҙлы елемә
Хәйерле иртә тыуған еремә!
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
«Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү» | 1013.91 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Кейекбай башланғыс мәктәп –балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Сафина Нәзирә Вәки ҡыҙы.
Музыка эшмәкәрлеге элбиттә сәләмләү менән башлана: Хәйерле иртә алһыу таңдарға, Хәйерле иртә зәңгәр һыуҙарға, Хәйерле иртә зифа талдарға, Хәйерле иртә барлыҡ дуҫтарға Хәйерле иртә наҙлы елемә Хәйерле иртә тыуған еремә !
Йыр күнекмәләрен ҡулланыу ҙур файҙа бирә . Һай , туғай, туғай , туғай Туғайҙа уйнай ҡурай Серле ҡурайға кушылып Беҙҙең балалар йырлай. Һай , ҡурай, ҡурай , ҡурай Бигерәк моңло уйнай Һинең йырыңды тыңлап Күңелем һаман туймай.
Дөрөҫ тын алыу һәм тын сығарыу күнекмәләре. Мәҫәлән: Тәрән итеп тын алабыҙ ҙа, бер нотала көйләп “ғыж-ж-ж…” тиеп тынды сығарабыҙ . Айырым өндәрҙе йырлау балаларҙың дикция үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән : Да-дэ-ди-до-ду, йәки ма-мэ, ми, мо, му . Ңө-ңө-ңө- ана айыуҙың өңө Нө-нө-нө- үкерә көнө-төнө Ңы-ңы-ңы- өңө өр- яңы
Бармаҡ хәрәкәттәре үҫешкән булһа, баланың телмәре лә юғары кимәлдә була. Шуның өсөн мин дәрестәрҙә бармаҡ уйындарын да ҡулланам . Әүһәләй ” уйыны. әүһәләйҙә бәүелергә беҙ бик тә яратабыҙ өҫкә-аҫҡа осабыҙ болоттарға етәбеҙ. Бесәй , бесәй, бесәй шул Бесәй әле кескәй шул Үҙе мырлай ҙа мырлай Әллә ул шулай йырлай
Балаларға тауыш үҫтереү уйындарын уйнау ҙа бик оҡшай . Мәҫәлән , беҙҙе төрлө тауыштар уратып алған: ҡоштар һәм йәнлектәр тауышы, сәғәт, ямғыр тауыштары һ. б. Һеҙҙең иғтибарға “Кем белә?” уйыны. Был уйында бөтәһе лә Бөтәһе таныш һиңә Тыңлап ҡына әйт, эҙләмә . Кем һиңә тауыш бирә? Кемдәр нескә тауыш менән мыйылдаша? “мяу-мяу-мяу, мяу-мяу-мяу”
Телмәрҙе музыка ҡоралдары аша күрһәтеп була.Һәр төрлө шиғырҙы музыка ҡоралдары менән уйнарға мөмкин.
Дәрес аҙағында шулай уҡ хушлашыу йырын йырлайбыҙ. Уң ҡул, һул ҡул (ҡулдарҙы бер-бер артлы өҫкә күтәрәбеҙ) Уң ҡулға һул ҡул ( ҡулдарҙы тоташтырабыҙ) Бер-ике , бер-ике ( сәпәкәйләйбеҙ) Ҡул бир ҙә хуш бул! (ҡулдарҙы болғап хушлашабыҙ)
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе уйындар.
Башҡорт балалар баҡсаһында балалар өсөн бармаҡ уйындары...
"Мәктәпкәчә яшьтәге балаларда уен аша социаль коммуникатив сәләтләрен үстерү" педагогик киңәшмәдә “Мәктәпкәчә яшьтәге балаларның социаль-коммуникатив үсешен формалаштыру” темасына чыгыш
Выступление для педагогов на татарском языке...
Түбән Йәркәй “ Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы”ның уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш
Уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш планы...
Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.
Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...
“Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү” темаһына мастер-класс.
ldquo;Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү” темаһынамастер-класс....