"Теле барҙың - иле бар" ата-әсәләр өсөн мәғлүмәт
консультация
"Теле барҙың - иле бар" ата-әсәләр өсөн мәғлүмәт
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tele_barzyn-ile_bar.doc | 477.5 КБ |
Предварительный просмотр:
ТЕЛЕ БАРҘЫҢ -ИЛЕ БАР
Тел... Ҡыҫҡа ғына һүҙ, ә үҙе ниндәй ҡөҙрәтле көскә эйә!
- Ул – быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән изге аманаты. Аманатҡа хыянат итергә ярамай, ә уны һаҡлай, ҡәҙерләй белергә кәрәк.
Ләкин телебеҙгә ҡарата битараф булғандар көндән-көн артҡандан-арта.
- Күптәребеҙҙең үҙ телебеҙҙә матур итеп аралаша белмәүе, әлбиттә, ҡыҙғаныс. Беҙ башҡорт булып тыуғанбыҙ икән, башҡорт телен, мәҙәниәтен, үҙ халҡыбыҙҙың тарихын мотлаҡ өйрәнергә тейешбеҙ.
“Күркәм тел башы – халыҡ ижады әҫәрҙәрендә. Ул, күмәк ижад емеше булып, художестволы әҙәбиәт ролен дә, йәш быуынға өгөт-нәсихәт, тәрбиә биреү сығанағы бурысын да башҡарған”, – тип яҙып үтә үҙенең хеҙмәтендә В. Псәнчин (“Һүҙ тылсымы”, Өфө: БКН, 1996). - Һис шикһеҙ, халыҡ ижады ынйылары телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур этәргес көс булып тора. Бәләкәйҙән балаларға әкиәт иленә сихри ишектәрҙе асырға бары тик ата-әсәнең һөйөү көсө, иғтибары ғына ярҙам итә алыуын оноторға ярамай. Үҙ телендә әкиәттәр тыңлап үҫкән баланың фекере лә үҫешкән, теле лә матур була. Ул үҙ теленә ҡарата бер ваҡытта ла битараф булмай.
- Ләкин замандың үҙгәреүе әҙәбиәткә лә, телебеҙгә лә йоғонто яһаны. Хәҙер балаларҙың иң яҡын дуҫы – компьютер, телевизор, кеҫә телефоны. Яңы тәпәй баҫҡан сабыйҙың да заман технологияһын белеүе бөгөн бер кемде лә аптыратмай, тик китапты белмәүҙәре генә ҡыҙғаныс. Ни өсөн балаларыбыҙ халыҡ сәнғәтен онота, йырҙарыбыҙҙы өйрәнмәй? Был киләсәктә йәш быуындың үҙ туған теленә ҡарата мөнәсәбәтенең ни рәүешле буласағын күрһәтә түгелме?
Балалар баҡсалары һәр ваҡыт телдең таҙалығы, сафлығы, күркәмлеге, дөрөҫлөгө өсөн көрәштең алғы һыҙығында булырға тейеш. Туған телебеҙҙең үткәне, үҫеш юлдары, бөгөнгөһө кеүек темаларға дәрестәр, сығыштар, кисәләр үткәрергә кәрәк. Һәр дәрес телебеҙҙе үҫтереүгә, матурлығын тойоуға бәйле маҡсат менән алып барылһа ине.
Телебеҙҙең барлыҡ торошона, уның артабан да илебеҙҙәге тиң хоҡуҡлы башҡа телдәр менән бергә гөрләп сәскә атыуына бөтәһенән элек үҙебеҙ битарафлыҡ күрһәтәбеҙ.
Туған телебеҙ – беҙҙең данлы һәм шанлы тарихыбыҙ, ул – бөгөнгө көнөбөҙ, ул – беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ. Үҙ теленә вайымһыҙ ҡараған шәхестәр хаҡында күренекле рус яҙыусыһы К. Паустовский: «Кешенең үҙ теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, уның мәҙәни кимәле генә түгел, гражданлыҡ ҡиммәте тураһында ла дөрөҫ фекер йөрөтөп була. Тыуған илеңә булған ысын мөхәббәттең үҙ телеңде һөйөүҙән башҡа булыуы мөмкин түгел. Туған теленә битараф булған әҙәм – ҡырағай... Ул үҙенең асылы менән ҡоротҡослоҡҡа һәләтле, сөнки уның телгә булған ғәмһеҙлеге үҙ халҡының
үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә булған вайымһыҙлыҡ менән аңлатыла», – тип бик хаҡ һүҙҙәр әйткән.
Рус телен, сит телдәрҙе өйрәнергә кәрәк, әлбиттә. Сөнки хәҙерге заман шуны талап итә. Ләкин үҙ телебеҙҙе лә оноторға ярамай, тик уны тағы ла байытыу, күтәреү зарур. Тел, башҡа теләһә ниндәй өҙлөкһөҙ камиллашҡан тере организм кеүек, даими иғтибарға, тәрбиәгә мохтаж.
Ҡыҫҡаһы, телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас. Үҙ телебеҙҙе һаҡлау, ҡурсалау – һәр кемдең мөһим бурысы.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект занятия во второй младшей группе на тему: "Мое тело. Знание о частях тела и органах чувств" (образовательная область "ЗДОРОВЬЕ")
Организационный момент с помощью игры "Назови ласково"Основная часть: Отгадывание загадок о частях тела. Рассматривание на картинке. Беседа о значимости их для человека. Проведение игр "Чудесный...
Татар теле-туган телем -бәйрәм кичәсе
Кичәнең максаты: туган як, татар теле,татар халкының көнкүреше турында белемнәрен ныгыту; милләтебез, туган телебез – татар теле белән горурлану хисләре, әдәплелек тәрбияләү....
"Ана теле -йөрәк теле, рухи тамыр"
Внедрение Родного языка через фольклор, художественное слово....
Татар теле – туган телем
Разработка утренника для разновозрастной группы...
"Тукай телем - Туган телем"
Сценарий праздника...
Проект в подготовительной группе "Я и мое тело". Дети познакомятся со строением человеческого тела и функциями всего организма.
МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА № 27 С УГЛУБЛЕННЫМ ИЗУЧЕНИЕМ ОТДЕЛЬНЫХ ПРЕДМЕТОВ ГОРОДСКОГО ОКРУГА САМАРА(ДОШКОЛЬНОЕ ОТДЕЛЕНИЕ)________________...
Проект в подготовительной группе "Я и мое тело". Дети познакомятся со строением человеческого тела и функциями всего организма.
МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА № 27 С УГЛУБЛЕННЫМ ИЗУЧЕНИЕМ ОТДЕЛЬНЫХ ПРЕДМЕТОВ ГОРОДСКОГО ОКРУГА САМАРА(ДОШКОЛЬНОЕ ОТДЕЛЕНИЕ)________________...