Атай-әсәйҙәр, һеҙҙен өсөн
консультация

Ғариева Айгөл  Әлдәм ҡыҙы

Буклеты для родителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл knsh.docx4.96 КБ

Предварительный просмотр:

Атай-әсәйҙәр, һеҙҙен өсөн. Музыка етәҡҫеһе кәнәштәре

Беҙ көндәлек тормошта заман йырҙарын тыңларға яратабыҙ. Беҙҙен  менән бер рәттән балалар ҙа шул көйҙәрҙе тыңлап үҫәләр.Бындай музыка баланың шәхес булараҡ формалашыуына зыян килтермәй ме һуң?-тигән һорау күп кенә атай-әсәйләрҙен башына ла килмәй тороуы ихтимал. Эйе шул, хәҙерге тормош ритмы менән аяҡҡа аяҡ атлаусы заман кешеһенең уйланырға ваҡыты әҙрәҡ шул. Ҙур булмаған шәхестең аҡыл үҫентеһен арттырырға, телмәр кәмселектәренән арындырырға һеҙгә музыка ярҙамға килә ала. Бының өсөн: музыка белгесе булырға кәрәкмәй бит.Бары тик файҙалы сәнғәт тармаҡтарын дөрөҫ ҡулланыу ҙа етә.Буген бына шулар менән уртаҡлашаһым килә.

Классик музыка тыңлау.

Бороңғо замандарҙан әсәйҙәр балаларына бишек көйҙәрен көйләгәндәр,был  тауыштарҙы тыңлап бала татлы йоҡоға киткән. Бала тыуғансы ук әсәһенең ҡарынында барлыҡ тауыштарҙы ла ишетә, шуна ла буласаҡ әсәйҙәргә ниндәй йырҙар тыңларға кәрәк икәне тураһында уйланырға кәрәк. Мин уларға классик музыка тыңларға тәғдим итәр идем.

Ғалимдар асыҡлауы буйынса классик музыка балаларҙы ғына түгел,өлкәндәрҙе лә тынысландыра ала. Нерв системаһын яйга һалырға булыша һәм балаларҙы аҡыл үҫешен камиллаштырырға ярҙам итә. Балалар өсөн Бетховен,Моцарт,Вивальди ижадын тыңлау файҙалы буласаҡ.

Музыка тыңлар өсөн иң уңайлы йоҡларға ваҡыт ятыр алдынан. Баланан был музыканы тыңлағанда ниндәй ваҡиға күҙ алдына килде? Музыка нисек?(тыныс ҡына,яй,шатлыҡлы) ,был  музыка һиңә оҡшаймы? Тыңлаганда ниндәй хистәр кисерәһең? тип һорарға онотмағыҙ,кем яҙғанын һәм нисек аталғанын хәбәр итеү мөһим. Музыка иҫтә ҡалыу өсөн ғәҙәттә 3-4 тапҡыр белем алыу ҙа етә, шуға бер нисә көндән сиратлаштырыу кәрәк. Мөһим!тауышты күп асып тыңлау зыян килтерергә мөмкин, шуға музыка әкрен уйнарға тейеш.

Йырҙар өйрәнеү.

Мультфильмдар, радиола яңғыраған, башҡорт халыҡының балалар өсөн ижад ителгән йырҙарҙы ятларға омтолорға кәрәк.Беренсенән был хәтер өсөн бик файҙалы,бала шәхес булараҡ та асыла,икенсенән һеҙ был шөғөлдөң нәтижәһендә ҡәнәғәт алырһығыҙ тип көтөлә. Өйҙәгеләргә ҙур булмаған концерттар ҡуйырға ла мөмкин. Бәлкем һеҙҙең балағыҙ буласаҡ йондоҙ дыр? Әгәрҙә балаға йырлау оҡшай икән, йыр түңәрәгенә юл тотоғоҙ. Сәхнәлә ғәҙәттә бик ҡыйынһына торған балалар ҙа асылып китәләр.

Музыка аша эмоцияларҙы өйрәнәбеҙ.

Музыка сәнғәтенең иң эмоциялы төрө булараҡ бөтә кешеләрҙең төрлө тойғо-кисерештәрен өйрәнеүгә ярҙам итә.Мин һеҙгә Петр Ильич Чайковский ижад иткән “Балалар альбомы “ (Детский альбом) тәғдим итәр идем. Унда музыканың һәм эмоцияларҙы бөтә төрө тиерлек сағылыш тапҡан. Балаға музыка тыңлағандан һуң бындай һорауҙар бирергә була :Ҡурсаҡтың кәйефе нисек? Ә һин быны нисек аңланың? Ни өсөн ҡурсаҡтың кәйефе юҡ? Был шатлыҡлы моң мы әллә һағышлы мы? Балалар музыканың айырыуса "Кәйефен" тиҙ аңларға өйрәнәләр.

Бер үк көндә барлыҡ күнекмәләрҙе эшләргә лә мөмкин түгел, сиратлаштырып барыу кәрәк. Заманса музыканы бала тормошонан бөтөнләй үк "Ҡыҫып" сығарырға кәрәк түгел, бары тик бала өсөн файҙалы музыканы барлығын онотмау мөһим.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Что такое атом?

Проект по работе с детьми....

Атом добрый и злой

Конспект совместной деятельности воспитателя и детей по познавательному развитию. Данное занятие проводилось к годовщине аварии на Чернобыльской АЭС в рамках региональной  акции «Дни защиты от эк...

Атом - служит людям

Участие в  открытом творческом образовательном проекте "Атомная энергия - наш друг"...

Лего-проект "Мирный Атом - друг Земли"

Формирование у детей позитивного отношения и доверия к атомной энергетике и развитие конструктивной деятельности в процессе проектирования средствами  LEGO-конструктора....

Проект "Атом.Почта.KIDS

Мы с малышами участвовали в образовательном проекте «Атом Почта «KIDS»Нам очень понравилось принимать участие в  проекте. С огромным удовольствием мы с воспитанниками прове...

"Атай - ғаилә тотҡаһы"

Балаларҙа атайға ҡарата хөрмәт тәрбиәләүғаиләлә атайҙың абруйын күтәреүбала һәм атай араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыу....

Атайҙар конференцияһы

Балалар баҡсаһында "Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр" тип аталған Атайҙар конференцияһы үтте....