Атайҙар конференцияһы
проект
Балалар баҡсаһында "Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр" тип аталған Атайҙар конференцияһы үтте.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
atayzar_konferentsiyahy.docx | 16.48 КБ |
Предварительный просмотр:
Атайҙар конференцияһы
Формат: “Түңәрәк өҫтәл”
Тема: “Яҡшының эскәне һыу булыр,
Ямандың эскәне ыу булыр”
Ҡатнашалар:
1. Кашкаров Азамат Хурматович – Баймаҡ үҙәк дауаханаһы табибы, нарколог.
2. Хайдаров Артур Людвигович – ғаилә менән эштәр белгесе.
3. Иҙелбаева Айгөл Рамазановна – үҙәк китапхана белгесе, район ата-әсәләр комитеты рәйесе.
4. Ушанов Зариф Тафтизанович – Урал аръяғы “Ғаилә” үҙәге белгесе
5. Рамазанов Рәфит Фаритович – Балиғ булмағандар эше бүлеге инспекторы, полиция капитаны
Көн тәртибе:
- Конференцияны асыу.
- Баҡса мөдире Байегетова Р.М.- “Балалар баҡсаһында “Атайҙар ҡоро” эше.
- “Түңәрәк өҫтәл” эше.
- Йомғаҡлау.
- -«Насар ғәҙәттәр ҡайҙан башлана?» - тигән һорауға ниндәйҙер кимәлдә «Ғаиләнән» тип яуап бирергә булыр ине. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, балаларҙың өстән бер өлөшө хәмерҙе тәүге тапҡыр ун йәшенә тиклем, өстән ике өлөшө 11-15 йәштәрҙә ауыҙ итә. Уларҙы ололарҙың сәкәштереп эсеү ғәҙәте ҡыҙыҡһындыра. Уларҙа күргән – белгәнен сағыштырып ҡарау үҙенсәлеге көсәйә.
Һорау Зариф Тафтизановичҡа :
- Насар ғәҙәттәр ғаиләнән башланамы?
2. Рәфит Фаритовичҡа:
Насар ғәҙәттәре булған ғаиләләр менән ниндәй эштәр алып барыла? Статистика ним! Тураһында һөйләй?
Ощондай состояниела ата-әсә балалар баҡсаһына килде ти. Тәрбиәсе һеҙҙең бүлеккә шылтыратһа, ул ғаиләне шунда уҡ учетҡа ҡуялармы әллә тәрбиәүи эштәр алып барыламы?
3. Яңы йыл байрамдарында совет осороноң яратҡан киноларын ҡараныҡ. Был фильмдар көнө-төнө күрһәтелеп торҙо. "Шуриктың мажаралары", "Еңел быу менән", Ы" операцияһы", "Самогонсылар", "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" кеүек фильмдар ҡыҙыҡ та, тик улар тотошлайы менән шундай күңелле һәм ғәҙәти эскелеккә ҡоролған. Уларҙа эсеп алған әҙәмдең бөтөн ҡылыҡтары күҙ алдында, улар ҡыйыулана, йылғырлана, бығаса башҡара алмағандарын башҡарып ташлай. Иҫерек кеше герой, ул шундай мәрәкә, ул барыһын да көлдөрә. Нисәмә йылдар күрһәтелгән ошондай фильмдар ғына ла кешенең аңына эскелекте бәлә итеп түгел, ә байрам, мажара күренеше, аралашыу ысулы булып һеңдереүгә булышлыҡ иткән.
Айгөл Рамазановна, киң мәғлүмәт сараларындағы кире күренештәргә һеҙҙең ҡарашығыҙ?
4. Артабанғы һорау Азамат Хөрмәт улына:
-Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, Һеҙгә алкоголизм ҡоллоғонан ҡотолорға теләп мөрәжәғәт итеүселәр артамы йәиһә кәмейме?
5.Кавказ халыҡтарында һәм ҡайһы бер мосолман илдәрендә эскесене ауылдан ҡыуалар, улар айырым хуторҙа көн итә. Туғандары, зат-ырыуы, ырыуҙаштары уның был көсһөҙлөгө, мәсхәрә ғәҙәтенә тура мәғәнәһендә төкөрөп ҡарай. Йәлләмәйҙәр ҙә, дауаламайҙар ҙа, хатта бындай түбән әҙәмгә ер ҙә бирмәйҙәр. Һәм, әлбиттә, зыяраттарына ла ерләтмәйҙәр. Борон беҙҙә лә шулай булған һәм ошо йоланы кире ҡайтарыу мәсьәләһенә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
(һорау барыһына ла)
6.Йәмғиәтебеҙҙә кире күренештәр менән бер рәттән, бөгөн, ҡыуанысҡа күрә, йәштәребеҙ спорт менән шөғөлләнә, белем алырға ынтыла.
Һорау Артур Людвиг улына.
Һеҙҙе ҡыуандырған ниндәй уңыштарығыҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ?
7.«Араҡы яратҡан – аҡылын таратҡан», - тигән халҡыбыҙ. Йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең береһе лә эскелек менән бәйле булмаған. Бәйгеләр, һабантуйҙар ваҡытында ла рухи яҡтан бай халҡыбыҙ хәмер эсмәгән. Урал батыр васыятындағыса, тышҡы көс түгел, эске көс еңер.Ошо хәҡиҡәтте аңлатайыҡ халҡыбыҙға: балаларыбыҙҙың киләсәге хаҡына ЫУҙан баш тартайыҡ, Уралдың һүҙен тотайыҡ, Шүлгән юлын ҡыумайыҡ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Что такое атом?
Проект по работе с детьми....
Атом добрый и злой
Конспект совместной деятельности воспитателя и детей по познавательному развитию. Данное занятие проводилось к годовщине аварии на Чернобыльской АЭС в рамках региональной акции «Дни защиты от эк...
Атом - служит людям
Участие в открытом творческом образовательном проекте "Атомная энергия - наш друг"...
Лего-проект "Мирный Атом - друг Земли"
Формирование у детей позитивного отношения и доверия к атомной энергетике и развитие конструктивной деятельности в процессе проектирования средствами LEGO-конструктора....
Проект "Атом.Почта.KIDS
Мы с малышами участвовали в образовательном проекте «Атом Почта «KIDS»Нам очень понравилось принимать участие в проекте. С огромным удовольствием мы с воспитанниками прове...
"Атай - ғаилә тотҡаһы"
Балаларҙа атайға ҡарата хөрмәт тәрбиәләүғаиләлә атайҙың абруйын күтәреүбала һәм атай араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыу....
Балалар баҡсаһында “Атайҙар ҡоро”ойошмаһының эше
Балалар баҡсаһында “Атайҙар ҡоро” ойошмаһының эше...