Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеү.
консультация
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә өндәр (фонемалар) мәҙәниәтен тәрбиәләү иң мөһим урынды алып тора.
Башҡорт телен өйрәтеү осоронда башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә,ө,ү,һ,ҫ,ғ,ҡ,ң,ҙ) дөрөҫ итеп ишетеүгә һәм айырыуға бирелгән эш төрҙәре :
- дөрөҫ тын алыу күнегеүҙәре;
- артикуляция гимнастикаһы;
- өндө һүҙ эсендә әйтеп ишеттереү;
- өндө әйткәндә телмәр ағзаларының торошон күрһәтеү;
- өндө айырым әйтеп ишеттереү;
- өндө, һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе әйтергә өйрәнеү;
- яңы өйрәнелгән өндө оҡшаш өндәр менән сағыштырыу күнегеүҙәре;
- яңы өн йыш ҡабатланған тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр өйрәтеү, бармаҡ уйындары уйнау. (Аҙнабаева Ф.Ғ., Нафиҡова З.Ғ. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. Өфө: БМКИ
нәшриәте, 2004 132 б. )
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
konsultatsiya.docx | 50.54 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теленең үҙенсәлекле
өндәрен өйрәнеү.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә өндәр (фонемалар) мәҙәниәтен тәрбиәләү иң мөһим урынды алып тора.
Башҡорт телен өйрәтеү осоронда башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә,ө,ү,һ,ҫ,ғ,ҡ,ң,ҙ) дөрөҫ итеп ишетеүгә һәм айырыуға бирелгән эш төрҙәре :
- дөрөҫ тын алыу күнегеүҙәре;
- артикуляция гимнастикаһы;
- өндө һүҙ эсендә әйтеп ишеттереү;
- өндө әйткәндә телмәр ағзаларының торошон күрһәтеү;
- өндө айырым әйтеп ишеттереү;
- өндө, һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе әйтергә өйрәнеү;
- яңы өйрәнелгән өндө оҡшаш өндәр менән сағыштырыу күнегеүҙәре;
- яңы өн йыш ҡабатланған тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр өйрәтеү, бармаҡ уйындары уйнау. (Аҙнабаева Ф.Ғ., Нафиҡова З.Ғ. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. Өфө: БМКИ
нәшриәте, 2004 132 б. )
Ошо тәртиптә бирелгән эштәр өн ҡуйыу, автоматлаштырыу, оҡшаш өндәрҙе айырыу барышын дәрес өлгөләрендә төрлө яҡлап нығытыуға һәм балаларға материалды үҙләштерергә ярҙам итәсәк.
[Ә] өнө
Өндөң артикуляцияһы: гласный звук переднего ряда. При его произношении кончик языка прижат к нижним передним зубам, спинка языка чуть приподнята кверху.
Ауыҙ асыҡ, ирендәр хәрәкәтһеҙ, тыныс. Яҫы телдең осо аҫҡы тештәрҙең артында урынлашҡан, һауа иркен сыға, тауыш менән әйтелә.
Характеристика: нәҙек һуҙынҡы.
Башҡорт телендә [Ә] өнө һүҙ башында (әсәй), һүҙ уртаһында (кәнфит), һүҙ аҙағында (бирә) ҡулланыла. Бөтә позицияла ла бер төрлө әйтелә.
[Ә] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре (5-6 тапҡыр
ҡабатлана):
1 Ирендәрҙе йыйыу, йәйеү«Йылмайыу» (тәүҙә талғын ғына,
артабан шәберәк).
2 Ҡулдың һыртына аҫҡы эйәкте тейҙерергә.
[Ә] өнөн образдарҙа биреү:
1 – Беҙҙең Әлиә матур бишек йыры ла белә икән. Ул үҙенең
һеңлеһен йырлап йоҡлата. Бына шулай: ә-ә-ә-ә.
- Әлиә нисек йырлай? Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Әлиә һымаҡ йырлайыҡ
әле (ҡабатлайҙар).
Ритмик һамаҡ.
Һарыҡ баҡыра бә-бә-бә,
Кәзә ҡушыла мә-мә-мә.
Ә-а өндәре сағыштырмаһы
Тә-тә-та Та-тә-тә
Тә-та-та Та-та-тә
Тә-та-тә Та-тә-та
Тел төҙәткестәр
Кә-кә-кәк – мискә Әт-әт-әт – рәхмәт
Тә-тә-тә – кәмә Әк-әк-әк – еләк
Лә-лә-лә – Ләлә Әс-әс-әс – сәс
Мә-мә-мә – төймә Әл-әл-әл – мәҡәл
Таҙа әйткестәр әйттереү
Лә-лә-лә – бик матур бейей Ләлә
Гә-гә-гә – ҡунаҡҡа килгән беҙгә
Сә-сә-сә – өләсәйем сәй эсә
Йомаҡтар
Башы тараҡ,
Ҡойроғо ураҡ.
(Әтәс. )
Мин барын уятам, тип,
Ҡысҡыра: «Кикирикүүүк!
Бара торған ерегеҙгә
Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!»
Һис кәрәк түгел бәхәс
Был булыр инде…
Шиғырҙар
Вәт, әтәс, беҙҙең әтәс,
Кикреген һин күр генә.
«Бындай башты донъяла
Йөрөтәм, ти, - мин генә».
Муса Ғәли
Ихатала ҙур әтәс,
Башында суҡлы кәпәс,
Күҙе мәрйендәй тере,
Үҙе йөрөй бик эре.
Фәүзиә Юлдашбаева
Бармаҡ уйыны
Һуҡ һәм баш бармаҡтарҙы бер-береһенә терәйбеҙ.
Башҡа бармаҡтарҙы өҫкә тарбайтып, әтәстең кикреген
яһайбыҙ.
Өндөң артикуляцияһы: полуузкий огубленный гласный звук. Произносится с участием губ, спинка языка приподнимается вверх.
( Ө ) өнө
Ирендәр түңәрәкләнгән, тел аҫҡы тештәргә тейеп ята, һауа иркен сыға.
Характеристика: нәҙек һуҙынҡы.
Башҡорт телендә [Ө] өнө һүҙ башында (өләсәй), һүҙ уртаһында (көҙ), һүҙ аҙағында (Өфө) ҡулланыла. Бөтә позицияла ла бер төрлө әйтелә.
[Ө] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре (5-6 тапҡыр ҡабатлана) :
1 Ирендәрҙе түңәрәкләп (о-оо), ослайтыу (ө-өө).
2 «Тәмле ҡайнатма (варенье) ашау» – ирендәрҙе тел менән ялау.
3 Телдең осо менән аҫҡы, өҫкө тештәрҙе эске яҡтан таҙартыу.
[Ө] өнөн образдарҙа биреү:
1 Ҡурсаҡ ҡулын ауырттырған: ө-өф, ө-өф.
2 Быҙауҙар нисек мөңрәйҙәр: мө-ө-ө.
Ритмик һамаҡ
¬ Һыйыр мөңрәй му-у-у, му-у-у,
Безәүкәйе мө-ө-ө, мө-ө-ө.
¬ Айыу килә доп-доп-доп,
Ә йөрәгем дөп-дөп-дөп.
¬ Машиналар выж-выж-выж,
Бал ҡорттары гөж-гөж-гөж.
Тел төҙәткестәр
¬ Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,
Өп-өп-өп – төндәр буйына йөрөп.
¬ Мө-мө-мө – мөйөш
Кө-кө-кө – төлкө
Дө-дө-дө – дөйә
Фө-фө-фө – Өфө
¬ Кө-кө-кө – ҡунаҡҡа килгән өкө,
Тө-тө-тө – төндәр буйына йөрөп.
Йомаҡтар
Көндөҙ өнһөҙ,
Ухылдамай төнһөҙ.
(Өкө.)
Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана –
Был ҡай саҡ була?
(Көҙ.)
Оҙон йөнтәҫ ҡойроғон
Күрһәң дә килә көлкө.
Был йәнлекте мин беләм.
Исеме уның … (төлкө.)
Һорауҙарға яуап биреү
Әсәйҙең әсәһе кем була? (Өләсәй)
Башҡортостандың баш ҡалаһы? (Өфө)
Мөрйәнән нимә сыға?(Төтөн)
Йәйҙән һуң ниндәй миҙгел килә?(Көҙ)
Шиғырҙар
Тик тамсы ла керпек ҡаҡмай,
Гел йоҡоһоҙ таң ҡаршылай.
Йомро башлы, түңәрәк күҙле
Төн ҡоштары – өкөләр.
Абдулхаҡ Игебаев
Бармаҡ уйыны
Бармаҡтарҙы усҡа йомарлайбыҙ. Баш бармаҡтарҙы өҫкә күтәрәбеҙ һәм бөгәбеҙ (ҡолаҡтар), һуҡ бармаҡтарҙы
бергә ҡуябыҙ (өкөнөң суҡышы).
Өндөң артикуляцияһы: огубленный гласный звук переднего ряда. При произношении этого звука язык приподнят.
Ирендәр түңәрәкләнгән, телдең осо аҫҡы тештәрҙән артҡа китеп, һырты өҫкә күтәрелгән, һауа иркен сыға.
Характеристика: нәҙек һуҙынҡы.
[Ү] өнө
Башҡорт телендә [Ү] өнө һүҙ башында (үгеҙ) һәм һүҙ уртаһында (күк) ҡулланыла.
[Ү] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре
(5-6 тапҡыр ҡабатлана) :
1 Ирендәрҙе һуҙыу (у-у-у) һәм ослайтыу (ү-ү-ү).
2 Ҡул менән ослайтылған ирендәргә йыш-йыш тейеп, (Ү) өнөн өҙөп-өҙөп сығарыу (ү-ү-ү-ү).
3 Епкә эленгән мамыҡ бөртөктәренә өрөү: фү-фү-фү.
[Ү] өнөн образдарҙа биреү:
1) Һыуҙағы ҡағыҙҙан эшләнгән кәмәгә өҙөп-өҙөп өрөү: фү-фү-фү.
2) Ҡурайға өрөү: ү-ү-ү-ү.
Тел төҙәткес
Бү-бү-бү – бүләк Кү-кү-кү – күлдәк
Тү-тү-тү – түтәл Гү-гү-гү – Гүзәл
Йомаҡтар
Һыйырҙан артыҡ ҙур түгел,
Башында ике мөгөҙ.
Үсекләһәң, асыулана,
Һөҙмәҫ тимә, ул - …(үгеҙ)
Шиғырҙар
Өй артында бүре бар,
Йылтыраған күҙе бар.
Айһылыу Йәғәфәрова
Бармаҡ уйыны
Бармаҡтарҙы бер–береһенә тура килтереп терәйбеҙ. Һуҡ бармаҡтарҙы эскә ҡаратып бөгәбеҙ. Баш бармаҡтарҙы тура итеп ҡуябыҙ – ҡолаҡтар.
[Һ] өнө
Өндөң артикуляцияһы: звук произносится лёгким гортанным придыханием. Этот звук произносит иногда мама, дыша на зеркало, которое протирает: һо-һо-һо.
Телдең осо аҫҡы тештәрҙән аҙ ғына артҡа китеп, һауа иркен сығарылып әйтелә.
Характеристика: һаңғырау тартынҡы.
Башҡорт телендә [Һ] өнө һүҙ башында (һин), һүҙ уртаһында (тупһа) ҡулланыла.
[Һ] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре
(5-6 тапҡыр ҡабатлана) :
1.- Ирендәрҙе йыйырға өйрәтеү: һу-һу-һу, һү-һү-һү;
- Ирендәрҙе ослайтыу: һо-һо-һо, һө-һө-һө;
- Тештәрҙе күрһәтеү: һы-һы-һы, һэ-һэ-һэ;
- Ирендәрҙе йәйеү: һи-һи-һи.
2. Балаларға япраҡтар таратып һәм уларҙы устарына һалып, эскә тын алып, ирендәрҙе ослайтып, көс менән «һу-у-у» тип өрөү. Осоп төшкән япраҡтарҙы алып, тағы ла өрәләр.
3. «Һу-у, һу-у, һу-у», – тип өрөп, ҡул устарын бер-береһенә ышҡып йылыталар.
[Һ] өнөн образдарҙа биреү:
1. Баланың йүгереп килгәндән һуң арып тын (һауа) сығарыуы: һу-һу-һу;
2. Тәрән тын алыу: һы-һы-һы;
3. Туңған быяланы өрөп иретеү: һо-һо-һо;
4. Көҙгөгә ҡарап, тын сығарыу: һы-һы-һы.
5. Туп булып һикереү. Һикергәндә : «һөп-һөп-һөп», – тип әйтеү.
- Отдохнем, набираем в рот воздух и выпускаем его силой, говоря: «һы-һы-һы».
[Һ] өнөнөң әйтелешен нығытыу
Танау менән тын алабыҙ ҙа устарыбыҙға өрәбеҙ (3-4 тапҡыр)
Һы-һы-һы – һы
Һы-һы-һы – һыу
Һө-һө-һө – һөт
Һу-һу-һу – һут
Һ-х өндәре.
Һа-ха-ха ха-ха-һа ах-аһ аһ-ах
Һа-һа-ха ха-һа-һа ох-оһ оһ-ох
Һа-ха-һа ха-һа-ха ух-уһ уһ-ух
Таҙа әйткестәр әйттереү
Һа-һа-һа – Һәҙиә айға осһа,
Һә-һә-һә – ракетала ул елһә,
Һы-һы-һы – бар бит кире ҡайтаһы,
Һе-һе-һе – ҡыуанысты бүләһе.
Йомаҡтар
Үҙем тунайым, үҙем илайым да илайым. (Һуған.)
Үҙе аҡ - ҡар түгел, үҙе шыйыҡ - һыу түгел. (Һөт.)
Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Үҙе һүрәт төшөрә. (Һыуыҡ .)
Шиғырҙар
Сыйырсыҡ ояһы.
Яһаным яңы оя,
Һоҡланғыс булды өйөң.
Таҡталары һап- һары,
Хәс тә батша һарайы.
Ишеге лә уйылған,
Тупһаһы ла ҡуйылған.
Миңлегөл Хисмәтуллина
Бармаҡ уйыны
Бармаҡтарҙы бер-береһенә тура килтереп, вертикаль рәүештә терәйбеҙ. Баш бармаҡтарҙы эскә ҡаратып бөгәбеҙ, ә башҡаларын аса бирәбеҙ.
[Ң] өнө
Өндөң артикуляцияһы: звук произносится, как в слове ангина, при этом [Ң] произносится «в нос», и второй маленький язычок (открой широко рот перед зеркалом и ты увидишь его свисающим в глубине рта) должен помогать произнести этот звук: таң, киң, аңлай.
При произношении язык своим основанием упирается в мягкое небо и закрывает выход воздуха через рот. Поэтому воздух направляется в нос. Получается носовой [Ң]: туң, уңыш.
[Ң] өнө ҡалын һуҙынҡыларҙың артынан килгәндә аңҡауға телдең төбө, ә нәҙек һуҙынҡылар артынан килгәндә телдең урта өлөшө күтәрелә. [Ң] өнө танау һәм тын ярҙамында әйтелә.
Характеристика: яңғырау тартынҡы.
Башҡорт телендә [Ң] өнө һүҙ уртаһында (күңелле), аҙағында (беҙҙең) ҡулланыла. Ике позицияла ла бер төрлө әйтелә.
[Ң] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре (5-6 тапҡыр ҡабатлана):
1. Ауыҙҙы асыу, ябыу (тәүҙә әкрен, аҙаҡ тиҙ-тиҙ ҡабатларға )
2. Танауҙы ябып, ауыҙҙан һауа сығарырға: ң-ң-ң
3. Телде «шартлатыу»
[Ң] өнөн образдарҙа биреү:
1.Барабан һуғып, тауыш сығарыу: доң-доң-доң
2. Ҡыңғырау тауышы: зиң-ң-ң, зиң-ң-ң
3. Бәпес нисек илай : ңә-ңә-ңә
Ижектәрҙе ҡабатлау
Ңа-ңә аң-әң
Ңо-ңө оң-өң
Ңу-ңү уң-үң
Ңы-ңе ың-ең
Таҙа әйткестәр
Ңә-ңә-ңә – Миңлегөл көлә ниңә?
Нимә һөйләй ул һиңә?
Ңө-ңө-ңө – был була төлкө өңө
Ңа-ңа-ңа – йылғала һыуҙар туңа
Йомаҡтар
Еҙ һарайым эсендә
Еҙнәм аты кешнәйҙер. (Ҡыңғырау.)
Йә әле, уйлап ҡара!
Аяҡ ҡаты, ҡулдар ҡаты,
Өҫтөндә таштай сапан.
Хатта тороп китә алмай,
Ауҙарып һалһаң салҡан. (Ҡуңыҙ.)
Шиғырҙар
Ҡыңғырауҙар зың-зың зыңлай,
Башҡорт ҡыҙы сулпыһылай.
Зың-зың-зың-зың.
Рәсимә Ураҡсина
Бармаҡ уйыны
Бармаҡтарҙы бер–береһенә горизонталь рәүештә терәйбеҙ һәм араларынан үткәрәбеҙ. Уң ҡулдың урта бармағын аҫҡа төшөрөп, «тел » яһайбыҙ. Бала уны иркен хәрәкәтләндерә.
Вил ҡара ҡуңыҙ тапҡан,
Шырпы ҡабына япҡан.
Ҡумтала уға тығыҙ,
Эй, илай бахыр ҡуңыҙ.
Бөрйән Байым
[Ҙ] өнө
Өндөң артикуляцияһы: приготовимся произнести звук [З], но при этом кончик языка находится между зубами (слегка прикуси язык ).
[Ҙ] өнөн әйткәндә яҫы телдең осо аҫҡы һәм өҫкө тештәр араһында урынлаша, телдең уртаһынан ҡыҫылып һалҡын һауа сыға.
Характеристика: яңғырау тартынҡы.
[Ҙ] өнө өс позицияла ҡулланыла : һүҙ башында (ҙур), һүҙ уртаһында (быҙау), һүҙ аҙағында (тоҙ).
[Ҙ] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре
(5-6 тапҡыр ҡабатлана):
1. Ирендәрҙе бер йыйыу, бер йәйеү, өҫкө, аҫҡы тештәрҙе күрһәтеү;
2. Телде бер аҫҡы, бер өҫкө тештәргә тейҙереү, өҫкө һәм аҫҡы тештәр буйлап тел менән йүгереп сығыу;
3. Тештәр менән телдең осон, уртаһын тешләү;
4. Телде тешләп, һауа өрөү.
[Ҙ] өнөн образдарҙа биреү :
Бал ҡорто бал йыя: ҙ-ҙ-ҙ-ҙ
Ритмик һамаҡ
Ҡәләм алдым яҙам-яҙам,
Дәфтәр битен һыҙам-һыҙам,
Тура юлдар һуҙам-һуҙам,
Шаҡмаҡтарға тулам-тулам.
Ҙ-з өндәрен айырыу
Ҙа-ҙа-ҙа Аҙ-аҙ-аҙ Ҙа-ҙа-ҙа
Ҙо-ҙо-ҙо Оҙ-оҙ-оҙ За-за-за
Ҙу-ҙу-ҙу Уҙ-уҙ-уҙ Зо-зо-зо
Ҙө-ҙө-ҙө Өҙ-өҙ-өҙ
Таҙа әйткестәр
Ҙа-ҙа-ҙа
Беҙҙең Ғәҙилә ҡайҙа?
Ҙа-ҙа-ҙа
Беҙҙең Ғәҙилә өйҙә.
Ҙа-ҙа-ҙа – ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙы-ҙы-ҙы – ҡаҙҙар йылғаға барҙы.
Ҙә-ҙә-ҙә – рәхәтләнеп эй йөҙә,
Ҙы-ҙы-ҙы – ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
Йомаҡтар
Утта янмай, һыуҙа батмай. (Боҙ.)
Бәләкәй генә бер көсөк
Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. (Йоҙаҡ.)
Ел үтмәй, күҙ үтә. (Тәҙрә.)
Һорауҙарға яуап бир
Йылдың ниндәй миҙгеле?
а) Ҡарҙар ирей, һыу таша,
Талдар бөрөһөн аса. (Яҙ.)
б) Башҡорт халҡының билдәле боронғо музыка ҡоралы? (Ҡумыҙ.)
в) Башҡорт халҡының иң файҙалы, иң шифалы эсемлеге? (Ҡымыҙ.)
г) Ҡасан ҡоштар йылы яҡҡа осалар? (Көҙ.)
Ял итеү минуты
Беҙ, беҙ, беҙ, беҙ,
Беҙ, беҙ, беҙ генә.
Бармағыбыҙ төҙ генә,
Ҡул- ҡанатын ҡағабыҙ,
Сәпәкәйләп алабыҙ,
Билде артҡа бөгәбеҙ,
Шунан инде сүгәбеҙ,
Тағы ҡанат ҡағабыҙ,
Тәрән һулыш алабыҙ.
Ултырабыҙ шым ғына
Һәм тыңлайбыҙ тын ғына.
Бармаҡ уйыны
Бармаҡтарҙы усҡа йомарлайбыҙ. Һуҡ бармаҡ һәм сәтәкәй бармаҡтарҙы ике яҡҡа «тарбайтабыҙ». Бала уларҙы иркен хәрәкәтләндерә. Сығанаҡ һәм урта бармаҡтарҙы баш бармаҡ менән «ҡыҫабыҙ».
[Ҫ] өнө
Өндөң артикуляцияһы: приготовимся произнести звук [С], но кончик языка ставим между зубами: баҫ, дуҫ, таҫтамал.
Яҫы телдең осо аҫҡы һәм өҫкө тештәр араһында урынлаша. Телдең уртаһынан ҡыҫылып һалҡын һауа сыға.
Характеристика: һаңғырау тартынҡы.
[Ҫ] өнө ике позицияла ҡулланыла: һүҙ уртаһында (ҡыҫала), һүҙ аҙағында (баҫ).
[Ҫ] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре
(5-6 тапҡыр ҡабатлана):
1. Ирендәрҙе бер йыйыу, бер йәйеү, тештәрҙе күрһәтеү.
2. Телде киңәйтеп, аҫҡы ирендәргә һалыу: «Ҡоймаҡ ҡойоу» . Телде киңәйтеп аҫҡы тештәргә терәү, уңға, һулға хәрәкәтләндереп, тештәрҙе таҙартыу.
3. Телде тештәр араһына ҡуйып, тын сығарыу (өрөү).
[Ҫ] өнөн образдарҙа биреү:
1. Ағас ҙур булып үҫ-ҫ-ҫ-ҫә
2. Йылан ыҫылдай: ҫ-ҫ-ҫ-ҫ
3. Ҡаҙ асыулана: ҫ-ҫ-ҫ-ҫ
Ритмик һамаҡ
Себен оса быз-быз-быз
Утын яна быҫҫ-быҫҫ-быҫҫ
Ҫ-с өндәренең айырмаһы
Ҫа-са Са-ҫа Са-са-ҫа
Ҫо-со Со-ҫо Ҫа-ҫа-са
Ҫу-су Су-ҫу Ҫа-са-ҫа
Таҙа әйткес
Ҫа-ҫа-ҫа – беҙҙең Аҫыл шәп баҫа.
Ҫе-ҫе-ҫе – көн бөгөн бик эҫе.
Ҫә-ҫә-ҫә – баҡсабыҙҙа гөл үҫә,
Ҫө-ҫө-ҫө – бигерәк матур төҫө.
Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай оҫта баҫа,
Ҫо-ҫо-ҫо – ултырма әле боҫоп.
Ҫы-ҫы-ҫы – бигерәк матур икән балаҫы.
Аҫ-аҫ-аҫ – шулай матур баҫ.
Ыҫ-ыҫ-ыҫ – хуш еҫле ылыҫ.
Әҫ-әҫ-әҫ – ағастарҙа бәҫ.
Иҫ-иҫ-иҫ – көслөрәк ел иҫ.
Өҫ-өҫ-өҫ – ниндәй матур төҫ.
Ҫә-ҫә-ҫә – минең матурым үҫә.
Ҫе-ҫе-ҫе – инде ҙур булып үҫте.
Тиҙәйткестәр
Өҫтәл өҫтөнә баҫтым-
Ҡарағыҙ ниндәй үҫтем!
Ҡыҫала мнән ҡырмыҫҡа
Баҫмала дуҫлашҡандар,
Иҫтәлеккә аҫыл төҫтәге
Таҫмалар алышҡандар.
Ял минуттары
Күрһәт әле , үҫкәнем,
Сәскә нисек үҫкәнен?
Бына шулай, бына шулай,
Бына шулай үҫәләр.
Күрһәт әле, үҫкәнем,
Ҡоштар нисек осҡанын?
Бына шулай, бына шулай,
Бына шулай осалар.
Күрһәт әле, үҫкәнем,
Ҡаҙҙар нисек ыҫылдай?
Бына шулай, бына шулай,
Бына шулай ыҫылдай (ҫ-ҫ-ҫ-ҫ).
Ел иҫә, иҫә, иҫә, Ел тына,тына, тына,
Ағастарҙы һелкетә. Ағастар ҙур булып үҫә.
[Ғ] өнө
Өндөң артикуляцияһы – глубоко заднеязычный звук, при произношении которого основание языка приближается к небу, образуя щель: Ғата, туғыҙ.
Помнишь, как ты полоскал горло, когда болел ? Попробуй повторить и произнести звук [Ғ] : ға-ға-ға, йылғаға.
Телдең төбөн өҫкә күтәреп, аңҡау менән тел араһында арауыҡ ҡалдырып тауыш менән әйтелә.
Характеристика: яңғырау тартынҡы.
[Ғ] өнө һүҙ башында (Ғәлиә), һүҙ уртаһында (ағай) ҡулланыла. Ике позицияла ла бер төрлө әйтелә.
[Ғ] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре
(5-6 тапҡыр ҡабатлана):
1. Ирендәрҙе йыйырға өйрәтеү: ирендәрҙе ослайтыу, тештәрҙе күрһәтеү.
2. Телде киңәйтеп, аҫҡы ирендәргә һалыу: «Ҡоймаҡ ҡойоу» .
3. Телде киңәйтеп, аҫҡы тештәргә терәп, уңға, һулға хәрәкәтләндереү:
«Тештәрҙе таҙартыу».
4. Ауыҙҙы асып, телде уртаға ҡуйып, тамаҡ төбөнән һауа сығарыу.
5. Телде уртаға бөкләп, ялғаш эшләргә өйрәтеү.
[Ғ] өнөн образдарҙа биреү :
1. Тамаҡҡа һыу һалып, сайҡау: ғ-ғ-ғ-ғ
2. Ҡаҙ ҡысҡыра: ға-ға-ға
Ритмик һамаҡ
Бабай йоҡлай ғыр-ғыр-ғыр,
Мыяубикә мыр-мыр-мыр.
Күгәрсендәр гөлдөр-гөлдөр,
Күркә, һуйыр ғолдор-ғолдор.
[Ғ] өнөн төрлө позицияла ҡулланыу:
Ға ағ аға ағас
Ғо оғ оғо борғо
Ғу уғ уғу ағым
Ғы ығ ығы туған
Ғә әғ әғә Ғәли
Ғ-г өндәрен айырыу
Ға-ға-ға га-га-га
Ғо-ғо-ғо го-го-го
Ғә-ғә-ғә гә-гә-гә
Таҙа әйткес
Ға-ға-ға – ҡаҙҙар китте йылғаға.
Ға-ға-ға – ҡара әле ҡуянға:
Ғо-ғо-ғо – ҡыҫҡа ғына ҡойроғо,
Ғы-ғы-ғы –оҙон ғына ҡолағы.
Ға-ға-ға – ҡарға килгән ҡарғаға
Ға-ға-ға – ҡарғаларын һанарға.
Ға-ға-ға – киткән былар баҙарға
Ға-ға-ға – төҫлө ҡәләм алырға.
Шиғырҙар
Ямғыр әйтә: шыбыр-шыбыр,
Ишек әйтә: шығыр-шығыр.
Бик тырышһаң, шиғыр сығыр,
Сығыр, сығыр…
Рәшит Шәкүр
Ямғыр
Ямғыр, ямғыр, тиҙ туҡта.
Балаларҙы һыулама!
Бармаҡ уйыны
Бармаҡтарҙың осон өҫтәлгә тейҙерергә. Пианинола уйнаған кеүек, бармаҡтар менән бер-бер артлы хәрәкәттәр эшләргә.
[Ҡ] өнө
Өндөң артикуляцияһы – глубоко заднеязычный звук. При его произношении основание языка полностью закрывает вход воздуха, потом резко открывает : ҡар, аҡса, аҡҡош.
[Ҡ] өнө телдең төбөн өҫкә күтәреп, аңҡау менән тел араһында арауыҡ ҡалдырып әйтелә.
[Ҡ] өнө башҡорт телендә ауыр әйтелешле өндәрҙең береһе булып һанала.
Характеристика: һаңғырау тартынҡы.
[Ҡ] өнө һүҙ башында (ҡала), уртаһында (бутҡа), аҙағында (аҡ) ҡулланыла. Өс позицияла ла бер төрлө ишетелә.
[Ҡ] өнөнә артикуляция күнегеүҙәре
(5-6 тапҡыр ҡабатлана):
1. Ирендәрҙе йәйеү, йыйыу, ослайтыу.
2. Телде алға, артҡа йөрөтөү (тел күрһәтеү).
3. Телдең артҡы өлөшө менән аңҡауға тейеү (ҡы-ҡы-ҡы).
[Ҡ] өнөн образдарҙа биреү:
1. Ҡарға ҡарҡылдай: ҡар-ҡар-ҡар.
2. Тауыҡ саҡыра: ҡыт-ҡыт-ҡыт.
3. Тамаҡ ҡырыу: ҡы-ҡы-ҡы.
4. Ҡа-ҡа-ҡа – ҡаҙҙар ҡысҡыра йылғала.
Ритмик һамаҡ
Ҡаҙ ҡаҡылдай: ҡаҡ-ҡаҡ-ҡаҡ,
Өйрәк ҡушыла:баҡ-баҡ-баҡ.
Ҡаҙ ҡағына: ҡаңҡ-ҡаңҡ-ҡаңҡ,
Ҡара ҡарға: ҡарҡ-ҡарҡ-ҡарҡ.
Әтәс саҡыра: ҡот-ҡот-ҡот,
Ем таптым, ти, ике бот.
Тауыҡ ҡытҡылдай: ҡыт-ҡытаҡ,
Йомортҡам, ти, бер ҡосаҡ.
Көсөк өрә:лаңҡ-лаңҡ,
Тимер ҡағам: даңҡ-даңҡ.
Ҡ-к өндәре айырмаһы
Ҡа-ка-ка ка-ка-ҡа
Ҡа-ҡа-ка ка-ҡа-ка
Ҡа-ка-ка ка-ҡа-ка
Таҙа әйткестәр
Ҡа-ҡа-ҡа – кил әле беҙҙең яҡҡа.
Ҡы-ҡы-ҡы – мә, беҙгә китап уҡы.
Ҡо-ҡо-ҡо – юҡ, килә минең йоҡо.
Ҡа-ҡа-ҡа – ҡолағында матур алҡа.
Ҡу-ҡу-ҡу – ҡуян килде ҡунаҡҡа.
Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм.
Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тама тамсы.
Йомаҡтар
Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш.)
Йәйен һоро, ҡышын аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ. (Ҡуян.)
Аҡ ашъяулыҡ таптым,
Ер өҫтөнә яптым. (Ҡар.)
Эсе ҡыҙыл, тышы йәшел. (Ҡарбуз.)
Бәләкәй генә йорт, эсе тулы ҡорт. (Ҡыяр.)
Һорауҙарға бер һүҙ менән яуап биреү
Нимә менән аш ашайҙар? (Ҡалаҡ)
Күктә нимә яҡтырта? (Ҡояш)
Нимә менән һүрәт төшөрәләр? (Ҡәләм)
Шиғырҙар
Гөлкәй менән тауыҡ Маһинур Бикбова
Тауыҡ саҡыра Гөлкәйҙе:
“Ҡыт-ҡыт-ҡыт,
Кил бергәләп уйнайыҡ,
Ҡыт-ҡыт-ҡыт.
Йәһәтерәк бул
Сыҡ-сыҡ-сыҡ
Сыҡ-сыҡ
Гөлкәй килә йүгереп:
“Туҡ-туҡ-туҡ
Туҡ-туҡ-туҡ
Тары һибәм, ҡошҡайым
Йот-йот-йот,
Йот-йот-йот!”
Балалар донъяһы
Эй, ҡурсағым, ҡурсағым,
Битеңде, ҡулдарыңды
Таҙа итеп йыуайыҡ.
******************** Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,
Ҡолағы оҙон икән. Абдулхаҡ Игебаев
Бармаҡ уйыны
Ҡоймаҡтар бешерәбеҙ
Ҡадирҙың тыуған көнөнә ,
Беҙ саҡырҙыҡ ҡунаҡтар.
Ҡунаҡтарҙың килеүенә,
Беҙ бешерҙек ҡоймаҡтар.
(балалар устарын бер-береһенә һуғып “ҡоймаҡ” бешереп һамаҡлайҙар)
Ҡояшҡай-алтынҡай
Ҡарай ҙа йылмая.
Йылыһын ҡыҙғанмай
Ҡоя бар донъяға.
Яҡуп Ҡолмой
(Ҡулдарҙы киҫештерәбеҙ. Бармаҡтарҙы туп-тура ҡатырып, тирә-яҡҡа “тарбайтабыҙ” )
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1. Абуталипова Р.Ә., Әмирханова Г.И., Юлмөхәмәтов М.Б. Ләйсән: Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2002.
2. Абуталипова Р.Ә., Әмирханова Г.И., Юлмөхәмәтов М.Б. ” Ләйсән” дәреслегенә
методик ҡулланма.- Өфө: БР ММ РУҒМҮ, 2004.
3. Азнабаева Ф.Г.,Нафикова З.Ғ. Тылсымлы өндәр/ Методик ҡулланма.- Өфө: БМКИ нәшриәте, 2004.
4. Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен.- Өфө: Китап, 2005.
5.Раҡаева Ә.С. Бармаҡ уйындары.- Өфө: Китап, 1998.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Гаиләдә баланы тәрбияләү Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , гаиләдә формалаша.
Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , г...
«Ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары» ( дәрес-экскурсия ).
Маҡсат: үҙҙәре йәшәгән ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныштырыуҙы дауам итеү; яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, монологик телмәр үҫтереү; үҙ хәүефһеҙлеген һаҡлау һәм үҙе йәшәгән ҡалаға ҡарата ...
Балалар психик үсешенең яшь узенчәлекләре: икенче кечкенәләр төркеме ( 3 яшьтән 4 яшькә кадәр )
3-4 яшьлек баланың карашлары акрынлап гаилә чикләрен үтеп чыга башлый. Ситуацияләрдән тыш аралашулар барлыкка килә. Олы кеше аның өчен гаилә әгъзасы гына түгел, ә аерым иҗтимагый фу...
Балалар психик үсешенең яшь узенчәлекләре: уртанчылар төркеме ( 4 яшьтән 5 яшькә кадәр ).
Уртача мәктәпкәчә яшьтәге балаларның уенг эшчәнлегендә рольле мөнәсәбәтләр үзләрен аеры башлыйлар. Уен процессында рольләр үзгәрергә мөмкин.Сүрәтләү эшчэнлеге шактый үсеш ала. Рәсем предметлы һә...
Әхлакый хисләрне тәрбияләү үзенчәлекләре
Гаилә тәрбиясенең әһәмиятле бурычларының иң затлысы – балаларда әхлакый хисләр тәрбияләү. Балаларда кечкенәдән әдәплелек, инсафлылык, мәрхәмәтлелек тәрбияләү – ата-аналарның аеруча җаваплы һәм изге бу...
Яшь үзенчәлекләренә карап балаларга экологик тәрбия бирү
Ата- аналар җыелышы өчен чыгыш....
Чыгыш.”Педагогның профессиональ эшчәнлегендә психологик үзенчәлекләр”
Һәр кеше узенең тормышында профессиональ эшчэнлегендэ проблемалы авырлыклар белэн очрашып тора.Моның ачык мисалы- педагог профессиясе.Ул коллегалары,администрация,балалар белэн,ата-аналар белэн,хезмәт...