Башҡорт йолалары һәм уйындары
занимательные факты

Камалова Линара Радиковна

Башҡорт йолалары һәм уйындары

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkirskie_traditsii.docx208.84 КБ

Предварительный просмотр:

МАДОУ детский сад «Теремок» с. Красная Башкирия

Башҡорт йолалары һәм уйындары

                                            Подготовила: Камалова Л.Р.

Ҡар һыуына барыу йолаһы

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған был йола. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡырым тирәһе алыҫлыҡта булған. 
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар.

Боҙ оҙатыу йолаһы

Боҙ оҙатыу йолаһы - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, ләкин ниндәйҙер сәбәпле юҡҡа сығып барыусы йола байрамы. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Урамда балалар: “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” - тип ҡысҡырып йөрөгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Ташыған йылға буйҙары ла байрам төҫөн алған: өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең шатланып көлөүҙәре, өҙҙөрөп гармун уйнаған тауыштары төнгә тиклем йыраҡтарға ишетелеп торған. 
Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төртөп ебәргәндәр, ә бына өлкәндәр иһә ташыу һыуына төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйткәндәр, һаулыҡ һорағандар.

Ҡарға бутҡаһы 

Ҡарға бутҡаһы - ҡатын-ҡыҙ байрамы. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын улар бергәләп күтәрә. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемле, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтарға таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә, ҡысҡырып һамаҡ әйтә: 
Ҡарға әйтә: "Ҡар, ҡар, 
Ҡарғатуйға бар, бар!" 
Ҡарғатуйға бармағандың 
Күңеле булыр тар, тар, 
Күңеле булыр тар, тар - 
Ҡарғатуйға бар, бар! 
Байрам көндө ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сығалар. Йола буйынса, байрамға килгәндәр ағасты биҙәп тәңкәләр, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар элә, төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар бәйләй. Шул ваҡытта теләгән яҡшы теләктәр, изге хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр. 
Байрамда ғәҙәттә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешерәләр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек һ.б. ризыҡ ҡуялар. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелә: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сығалар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйтәләр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡыралар. 
Байрамда ярыштар һәм төрлө халыҡ уйындары үткәрәләр, әйлән-бәйлән уйнайҙар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып бейейҙәр, йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр. 
Байрам тамамланғас: 
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар! 
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!? 
Баҡсаларҙа алмағас, 
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар, 
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ, 
Ямғыр, яу! - тип теләгеҙ. - тип һамаҡлай-һамаҡлай таралышыр булғандар.

Кәкук сәйе йолаһы 

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. 
Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән. 
Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыға. Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны ҡорола, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый, күрәҙәлек ҡыла. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡыра. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, теләнә-теләнә, ағас аҫтына ҡалдыралар.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда -
Хәсрәт кенә бирмә башыма!

Ҡуҙғалаҡ байрамы 

Ҡуҙғалаҡ байрамы яҙ булғас, ер-һыу кибеп, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас үткәрелгән. Унда бөтә ырыу ҡатнашҡан. Ауыл халҡы йыйылышып, ҡорбан салған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәр урында яңғырап, ялан-туғай тулған, бейеүҙәр башҡарылған. Беренсе тапҡыр ҡуҙғалаҡ ҡапҡанда: "Мин киләмен - ауыҙың ас, мин киләмен - зәңге, ҡас!" — тигәндәр.

Һабантуй байрамы 

ҺАБАНТУЙ - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу - ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. 
Һабантуй башланғас, ҡор башы (майҙың атаһы ла тиҙәр) халыҡты ҡотлап, изге теләк теләй, ниндәй көрәш, бәйгеләр булырын, кемдәр, ҡайҙан ҡунаҡтар килгәнен, уларҙың ырыуын һанап сыға, ниндәй атаҡлы ҡурайсыларҙың, думбырасы, ҡумыҙсыларҙың, былтырғы батырҙарҙың, йырсыларҙың килеүен әйтә, уларға халыҡ сәләмен еткерә. Ҡунаҡтарҙы майҙан ҙурлап ҡаршылай: дөңгөр һуғалар, һорнай уйнайҙар. Ҡор башы, шулай уҡ майҙанда ил хәлдәренә ҡағылышлы ниндәй етди һүҙ булыры тураһында ла һөйләй. 
Һәр ауыл, ҡаҙан аҫып, байрамға атап һуйған һуғымын бешергән, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы бүлешеп алып һыйлаған, хөрмәт иткән. Һуғым башын йәки баш итен ҡарттарға илтеп биргәндәр. Йола буйынса, уны, баш эйеп, батыр килтергән. Аҡһаҡал йә мулла ҡабул иткәндә егеткә рәхмәт әйткән. Баш итен ҡарттар барыһы ла ауыҙ итергә тейеш булған. Өлөшсө иң тәүҙә алып килеүсе батыр егеткә баш итенең уң ҡолағын (йә ҡолаҡ арты өлөшөн) киҫеп биргән дә: “Уң хәбәр менән генә йөрө!” — тигән. 
Һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ. б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.
Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу, ара үҙенең бар һәләтен, батырҙарын күрһәтергә, һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған. Йыйын бағанаһына тамғалар ырып, ырыу араһында тоғролоҡҡа ант әйтешеү үткән.

Бесән туйы 

Бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрелгән. Туғайҙа һарыҡ һуйып, матур мәжлескә туған-тыумаса, яҡын күрше йыйыла. Ҡалҡыуыраҡ урында түңәрәк ҡор яһап һөйләшәләр, доға уҡыла. Кемгә ниндәй ер бүлергә, нисек эшкәртергә, эшләргә - һәммәһе хаҡында кәңәшләшәләр. Барыһын килешкәс кенә, ер бүләләр. Иң тәүҙә йәш буйынса ла, абруйы йәһәтенән дә өлкән, ихтирамлы кешегә (туған ырыу араһынан) ер бүленә. 
Бесәнгә төшөү көнөндә үләнде тота килеп саба башламағандар. Тәүҙә йырлап, бал балы менән һыйлашып мәжлес үткәрәләр. Үләнде, ҡоштарҙы, ағастарҙы һыйлайҙар. Аят уҡыла, теләк әйтелә. Аллаһ ризалығы алына. Бер көн шулай үтә. Икенсе көнөн генә саба башлайҙар. 
Бесән сабып бөткәс һабантуй кеүек итеп байрам үткәрелгән: йүгерешеү, көрәшеү, арҡан тартышыуҙар һ.б. була. Бесән сабыу өмә яһап, күп кеше саҡырып эшләнгәнгә күрә, хужа, килеүселәрҙе ҙурлап, ҡолғаға яулыҡ, таҫтамалдар элеп, күңел асыу ойоштора. Шулай итеп, бесән сабыр алдынан да, сабып бөткәс тә туғандар, ырыу-ара йыйылышып, байрам иткән. Ер рухы, үлән эйәһе ризалатыла, кешенең киткән көсө "ҡайта", яңыртыла.

Әбейҙәр сыуағы байрамы 

23-28 сентябрҙә, йәғни йылы, тыныс көҙгө миҙгелдә ҡояштың иң юғары мәле була. Халыҡ күҙәтеүенсә, "үрмәксе ауҙары осоп, ел дә тынып торған көндәр" әбейҙәр сыуағы тип атала. 
Был байрам көҙгө йылы осорҙа үткәрелә. Өлкән әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, төйөнсөк күтәреп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй. Таяҡ башына ап-аҡ яулыҡ элеп, яурынға ҡуйып, икенсе ауылға ҡунаҡҡа баралар, күмәкләшеп сәй эсәләр, аят-доға уҡыйҙар. Йәштәр оло инәйҙәргә ҡамыр аштары (ҡоймаҡ, күмәс) алып барып һыйлай. Оло инәйҙәр фатиха әйтә. 
Кендек инәйҙәрен ҙурлап, уларға бүләк биреп ризалатыу ҙа ошо көндәрҙә махсус йола булараҡ атҡарыла. Хәҙерге көндә күрше-күлән бергә сәй эсә, бешеренеп алып килеп, күстәнәстәре менән һыйлаша.

Ҡаҙ өмәһе 

Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур, иң күркәм йолаларының береһе. Ҡағиҙә булараҡ, был йоланы көҙҙө оҙатҡас, ергә ап-аҡ ҡар ятҡас башҡаралар. Ауыл халҡы, күрше-күлән, туған-тумаса бер-береһенә ярҙамға, өмәгә килгәндәр. 
Оло инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр, йәш килендәр һәм ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡҡандар, эсен алғандар. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә парлап аҫып шишмәгә, йылға буйына алып төшөп сайҡатҡандар. Өмәселәргә егеттәр менән балалар ҙа эйәргән. Яр буйы уйын-көлкө, йыр-бейеү менән тулған. Һыу буйына барғанда балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйы ташлап барған, ә оло апайҙар киләсәктә мул үрсем, киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләгән. 
Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә байрам табыны әҙерләп, өмәселәрҙе көтөп торған. Өҫтәл түрендә ҡаҙ бәлеше, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ булған. Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.

Һуғым өмәһе 

Ҡышҡы һалҡындар төшөп, ҡар ныҡлап ятҡас, ноябрь-декабрь айҙарында ауыл халҡы һуғым һуйыу өмәләре үткәрә. Һуғымға тип алдан уҡ йә һыйыр, йә йылҡы малын әҙерләгәндәр... Уларҙы махсус аҙыҡ рационы биреп һимерткәндәр. 
Һуғым өмәһенә хужаның туғандары, күрше-күләндәре йыйыла. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырыла. Ирҙәр малды йығып салғансы, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашмай, тик тиреһен һыҙырып бөткәс кенә һуғым һуйған ергә баралар һәм эштең аҙағына тиклем ярҙам итәләр. 
Кисен һуғым һыйы уҙғарыла. Байрамға өмәлә ҡатнашыусылар бөтә ғаиләләре менән йыйыла. Был һый өсөн малдың түшкә-муйынын бешерәләр. Бынан тыш тултырма (әгәр һыйыр малы булһа) йәки ҡаҙылыҡ әҙерләнә. Әгәр былары булмаһа, ғәйеп һанала. Һуғым ашында йәнә салыу һөйәгенең булыуы ла мотлаҡ. Уны малды бысаҡлаған кешегә бирәләр. Ит тәме мал салыусының ҡулына бәйле: "Күңеле ҡаты булһа, ит тә ҡаты була, йомшаҡ, изге күңелленең һуйған ите лә йомшаҡ,"- тигән ышаныу бар. Шуға күрә салыусының роле ныҡ баһаланған, ул ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе һаналған. 
Киске ашҡа килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең изге теләктәре менән байрамды башлап ебәрә: 
- Һуғым һимеҙ булһын! 
- Ите татлы булһын! 
- Иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын! 
Һуғым ашағас, шулай тип теләк теләйҙәр: 
- Малдарығыҙ күп булһын, 
Малдарығыҙ ныҡ уңһын! 
Беҙ ашаған ерҙәргә, 
Беҙҙең эскән ерҙәргә - 
Хоҙай Тәғәлә ишетһен - 
Малығыҙҙы ишәйтһен! 
Ғәйеп ризыҡтар бирһен, 
Ғәйеп малдар бирһен! 
Рәхмәт һыйығыҙға! 
Мал салыуҙың да үҙ тәртибе бар. Шуларҙың иң мөһимдәре: 
1. Салыусы мотлаҡ сөннәтле булырға тейеш. 
2. Малдың башы ҡибла яғына ҡарата ятҡырыла. 
3. Салыр алдынан изге доға уҡыу, һис булмаһа "бисмиллаһи-рахманир-рәхим" тип әйтергә кәрәк.

Ҡышҡы нардуған.

Ҡышҡы Нардуған 21 декабрҙән 25-енә тиклем ҡояштың торошона арналған байрам итеп үткәрелә. Ҡыш булыуына ҡарамай, берәй иркен йортта йыйын йыялар. Йыйынға һәр кем үҙ өлөшөн тотоп килә: итен, ҡаҙы-ялын, майын, һалмаһын, ярмаһын - барсаһын. Сапҡынсылар, бала-саға өйҙән-өйгә хәбәр тарата, теләк теләй, теләкте урамда ла әйтеп йөрөйҙәр: 
Нар, нар, нарына, 
Бәхет бирһен барына. 
Мал-тыуарың түл йәйһен, 
Бала-сағаң ит ейһен! 
Малың ашһын ҡуранан, 
Ашың ашһын буранан! 
Илең, йортоң һил булһын, 
Күңелегеҙ киң булһын! 
Өйгә инеп, шулай тигәс, өй хужалары, үҙҙәре ни ашаһа, теләкселәргә лә шунан өлөш бирә. Өйҙән сығыр саҡта йәнә һамаҡлағандар: 
Нар, нар, нарына, 
Рәхмәт һеҙгә барына! 
Малдарығыҙ түл йәйһен, 
Барсағыҙ ҙа ит ейһен; 
Һөтлө булһын бейәгеҙ, 
Уҡлы булһын йәйәгеҙ; 
Мәргән булһын уғығыҙ; 
Барға сыҡһын юғығыҙ, 
Малығыҙ ашһын ҡуранан, 
Ашығыҙ ашһын буранан; 
Ил-йортоғоҙ һил булһын, 
Йәннәттәргә тиң булһын. 
Әйҙә, амин тотайыҡ, 
Йортоғоҙҙо ҡотлайыҡ! 
Шулай тип доға ҡылалар ҙа: 
"Нар, нар, Нардуған, 
Нардуғанға бар, туған", — 
тип саҡырып китәләр. 
Йыйын булған йорт эсендә һый бөтөүгә тышта төрлө уйын уйнала (ҡар бәрешеп уйнау, көрәш, тауҙан тәгәрәшеү һ.б.), ҡарттар урам буйлап тәкбир әйтеп уҙа. Аулаҡ йортта ҡыҙҙар йондоҙнамә аса, фал һала - кейәүгә сығырҙарын, кемгә барырҙарын юрай. Иртәгәһен өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөү башлана. Байрам ике-өс көнгә, аҙнаға һуҙыла. Бер-береңде ҡунаҡҡа саҡырып һыйлау, йыр-моң мәжлестәре үткәреү "саҡырышыу" тип аталған. 
Ҡышҡы уйындар тынысыраҡ үткән, сөнки был мәл Тәбиғәттең ваҡытлыса үлгән мәле һаналған. Шуға күрә "кис ултырыуҙар", "аулаҡ өй"ҙәрҙә төрлө йыр, уйын ойоштороп, әкиәт, ҡарһүҙ һөйләгәндәр. Батырҙар, ҡаһармандар хаҡында һөйләү, йырлау кешегә көс йыйырға, ваҡытлыса көсһөҙ булған тәбиғәт ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ иткән. Борон йылҡынан ҡорбан салынған, бар халыҡ бергә йыйылып һыйланған.

Халыҡ уйындары.

Хәҙерге балалар уйындарҙы бөтөнләй уйнамай тип әйтһәк тә була, хәҙерге быуын балаларын күберәк компьютер, смартфон кеүек “уйынсыҡтар” нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә, мин үҙемдең эшемдә музыка эшмәкәрлегендә музыкаль- ритмик хәрәкәттәр өлөшөндә милли уйындарға, йырлы түңәрәк уйындарына өҫтөнлөк бирәм.

Беҙҙең балалар бигерәк тә “Ҡурай”, “Баҡыр төп”, “Тирмә”, “Косилка- молотилка”,”Наза” уйындарын уйнарға ярата.

Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән “Өммөгөлсөм” исемле уйынды уйнап алайыҡ.

(Аудитория менән уйын “Өммөгөлсөм)

(Аранан Өммөгөлсөм һайланыла,түңәрәк буйлап йырлап йөрөйҙәр, Өммөгөлсөм түңәрәктең ҡаршы яғынан хәрәкәт итә)

Беҙҙең Гөлсөм һыуға бара,

Көйәнтәһе, силәге

Силәгенә ҡарағанда

(Ҡушымтала Өммөгөлсөм төрлө хәрәкәттәр яһап бейей ҙә, кемгәлер барып баҫа, уйын ҡабатлана)

Үҙе ҡурай еләге.

Баҫ, әле, Өммөгөлсөм,

Бейегәнде күрһендәр,

Баҫҡан ерҙә ут сығара

Беҙҙең Гөлсөм тиһендәр.

Бына шулай итеп башҡорт халҡының уйындары ла, йырҙары ла, бейеүҙәре лә бихисап күп, уларҙы һанап бөткөһөҙ. Бына ошо музыка эшмәкәрлегендә ҡулланған эш төрҙәре минең төп эшемдә бик файҙалы, сөнки район эсендә үткән бәйгеләрҙә, беҙ бер ҡыйынлыҡһыҙ, саф башҡорт телендә йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ.

Әгәр беҙ балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята алабыҙ икән, тимәк киләсәктә лә башҡорт йырҙары онотолмаҫ, быуындан- быуын күсеп килгән бейеүҙәр мәңгелек булыр, милли уйындар китаптарҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта уйналыр һәм йолалар, башҡорт байрамдары яңынан терелер тип ышанғы килә.

Темаһы «Кейеҙ баҫыу. Үҫәргән ырыу тамғаһы» мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге

Төп белем биреү өлкәһе: художестволы-эстетик үҫеш

Интеграция өлкәләре: танып белеү, социаль – коммуникативүҫеш(хәүефһеҙлек, уйын,коммуникация).

Маҡсаттар:

Белем биреү маҡсаттары:

  • Кейеҙ баҫыу тураһында балаларҙың мәғлүмәтлелеген нығытыу, системаға һалыу;
  • Башҡорт орнаменттары менән таныштырыуҙы дауам итеү, кейеҙҙә башҡорт тамғалары баҫырға өйрәтеү;
  • Телмәрҙәрен яңы һүҙҙәр менән байытыу;
  • Һорауҙарға тулы һәм аңлайышлы яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Үҫеш маҡсаттары:

  • Балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү;
  • Ҡул суҡтарының хәрәкәтен үҫтереү;
  • Балаларҙа ижади һәләтлелекте һәм үҙаллылыҡты үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсаттар:

Балаларҙа башҡорт халҡының боронғо шөғөлдәренә ихтирам, үҙ-ара дуҫлыҡ, халыҡ ижадына хөрмәт тәрбиәләү.

Һүҙлек эш: тамғаырғаҡлы әүернә.

Эш алымдары: әңгәмә, уйын «Ҡапма-ҡаршы әйтеш», ырыу тамғаларының иллюстрацияларын күрһәтеү, йомаҡ сисеү, видеоматериал ҡарау, практик эш.

Йыһазландырыу:

Видеоматериал, интерактив таҡта, башҡорт көйө, нетбук, мнемотаблицалар, алдан баҫылған кейеҙҙәр, ҡара һәм аҡ һарыҡ йөнө, уҡлау, алъяпҡыс, яулыҡтар, тастар, йылы һыу, һалҡын һыу, һабын иҙмәһе, япмалар.

Әҙерлек эше: Һәр ырыуҙың тамғалары менән таныштырыу;

Ойоштороу өлөшө:

Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙгә йомаҡ ҡоям, иғтибар менән тыңлағыҙ:

Йомаҡ:

Башалтай ҙа өҫтөндә,

Быймалар ҙа өҫтөндә,

Өшөтмәйем мин һеҙҙе

Йүгерәм тау өҫтөндә. (һарыҡ)

Уйлап ҡарағыҙ әле… Әйе һарыҡ. Ә ниңә йомаҡта башалтай ҙа өҫтөндә, быймаларҙа өҫтөндә тип әйтелә икән?

Бала: Сөнки һарыҡ йөнөнән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, баш кейеме бәйләйҙәр, быйма баҫалар.

Тәрбиәсе: Тимәк,бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ?

Балалар: Һарыҡ йөнө тураһында.

Тәрбиәсе: Ә тулыһынса әйткәндә, һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫыу тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Төп өлөш:

Тәрбиәсе: Әлбиттә, һарыҡ йөнө файҙалы икән, уның йөнөн беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ иләп, сиратып, йомғаҡ яһап, беҙгә бейәләй, шарф, ойоҡтар баштар бәйләп кейҙерәләр. Ә һарыҡ йөнөнөң тағы ниндәй файҙаһы бар икән? (Бер баланы саҡырып, мнемотаблица ярҙамында һөйләмдәр төҙөй).

1-се бала:

Иллюстрациялар буйынса һөйләү

  1. Һарыҡты көҙ һәм яҙ көнө ҡырҡалар.
  2. Һарыҡ беҙгә ит, йөн бирә, һарыҡ йөнө беҙҙе йылыта.
  3. Йөндән баҫылған быйма ҡыш көнө аяҡтарҙы өшөтмәй.
  4. Аяҡтарға һыуыҡ үтмәһен өсөн онтораҡ һалабыҙ.
  5. Кейеҙ баҫҡандар, ул балаҫ урынына ҡулланылған, тирмәне ҡаплағандар, ат өҫтөнә япҡандар.

Тәрбиәсе: Эйе, афарин! Бына һарыҡ йөнөнөң шифаһы ла бар икән. Элегерәк ата-бабаларыбыҙ яра булған урындарға таҙа һарыҡ йөнөн һалғандар, һарыҡ йөнө тиҙ арала бөтәштергән. Ә хәҙер беҙҙең өләсәйҙәребеҙ билдәре ауыртһа, аяҡ, ҡулдарының быуындары ауыртҡан урындарға бәйләйҙәр. Ялан аяҡҡа һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаштарҙы кейһәң, аяҡтарҙы йылыта.Ә бына минең өлөсәйем миңә күҙ теймәһен өсөн сәңгелдәгемә йоҡа кейеҙ түшәгән.

Өләсәй инә.

Өләсәй: Һаумыһығыҙ балаларым!

Балалар: Һаумы өләсәй!

Тәрбиәсе: Һаумы өләсәй, әйҙә түрҙән уҙ!

Өләсәй: Бәй, балаларым кейеҙ баҫырға йыйынған бит, ҡана һорашайым әле. Бәләкәстәр, кейеҙ баҫыр өсөн көҙгө һарыҡ йөнөмө, әллә яҙғы йөн кәрәкме?

Балалар: Өләсәй, әлбиттә, көҙгө йөн кәрәк.

Бала: Кейеҙ баҫыу өсөн мотлаҡ көҙгө йөн кәрәк, сөнки уның сайыры күберәк була һәм ул йылыны ныҡ тота.

Бала: Өләсәй, өләсәй, мин дә һеҙгә йомаҡ ҡояйым әле.Йә, яуабын табырһығыҙ микән? Өйрөлдөм, төрөлдөм, түр башына йәйелдем.

Өләсәй: (балаларҙың арҡаһын һөйөп) Кейеҙ, әлбиттә кейеҙ.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ әле, кейеҙҙе нисек баҫыу тураһында видеоматериал ҡарап алайыҡ.

Видеоматериал…..

Тәрбиәсе: (Ҡараған материал буйынса бер баланан һорай)

Сөмбөл, кейеҙҙе нисек баҫтыҡ әле? Һөйләп ишеттер?

2-се бала:

  1. Һарыҡ йөнөн алдыҡ.
  2. Йөндө теттек.
  3. Йәйеп һалдыҡ.
  4. Һабындың иҙмәһен өҫтөнә һиптек.
  5. Йылы һыу ҡойҙоҡ.
  6. Уҡлауға ураттыҡ та, тәгәрәттек.
  7. Тәгәрәткәндән һуң, кейеҙ әҙер булғас, һалҡын һыуҙа сайҡаттыҡ. Киптереп алдыҡ.

Бала: Апай, ә бына минең өләсәйем эш башлар алдынан, ошолай тип әйтә торған ине, ике кеше күрмәһен, икенсегә етмәһен.

Өләсәй: Эй, балаҡайым, эште мәҡәл әйтеп башлаһаң, эш бәрәкәтле, еренә еткерелеп тамамлана.

Тәрбиәсе: Балалар, беҙ һеҙҙең менән балалар баҡсаһында кейеҙ баҫып боронғо һөнәргә өйрәндек . Арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ әле уйнап алайыҡ. Йә әле, ҡунаҡтарға үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап ишеттерәйек әле?

Ял минуты: (музыка,балалар ҡапма-ҡаршы тороп әйтешеп алалар)

Малайҙар:

Әйтегеҙ әле, ҡыҙҙар,

Нисек йөндө тетәләр?

Ҡыҙҙар:

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай тетәләр.(хәрәкәт күрһәтәләр)

Ҡыҙҙар:

Әйтегеҙ әле, малайҙар,

Нисек кейеҙ баҫалар?

Малайҙар:

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай баҫалар. (хәрәкәт күрһәтәләр)

Малайҙар:

Әйтегеҙ әле, ҡыҙҙар,

Нисек кейеҙ йыуалар?

Ҡыҙҙар:

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай йыуалар.(хәрәкәт күрһәтәләр)

Тәрбиәсе:

Әйтегеҙ әле, балалар,

Нисек күңел асалар?

Балалар:

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай күңел асалар (хәрәкәт күрһәтәләр).

Практик эш:

Тәрбиәсе:

Балалар, кейеҙ беҙҙең халыҡты йылытҡан да, һауыҡтырған да. Кейеҙ баҫҡан саҡта һәр ырыу, һәр ара үҙенең билдәләрен, күңел йылыһын һалырға тырышҡан. Беҙ һеҙҙең менән һәр ырыу менән танышып киткән инек, ә бөгөн беҙ үҙебеҙҙең ырыуыбыҙ Үҫәргәндең тамғаһын кейеҙҙә баҫабыҙ. Тамға- нимә ул?

Балалар:Тамға – ул билдә була.

Тәрбиәсе: Бына ул тамғалар (бер нисә ырыуҙың тамғаларын күрһәтәм).

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәйләгән ерҙәр: Һаҡмар, Йылайыр һәм Таналыҡ йылғалары буйҙары. Ул – хәҙерге Башҡортостандың (Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарын картала күрһәтәм). Һәр башҡорт ырыуының  үҙ тамғаһы, ҡошо һәм ағасы булған тип һөйләшкән инек. Ә бына Үҫәргәндәрҙең тамғаһын, ағасын, ҡошон әйтеп китегеҙ әле?

Бала: Үҫәргәндәрҙең тамғаһы – ҡойошҡан, ағасы – миләш, ҡошо – торна.

Тәрбиәсе:Ә беҙҙең түбә (ара) тамғаһы – ырғаҡлы әүернә.

Һүҙлек эш: Тамға,тамға-ырғаҡлы әүернә

Тәрбиәсе: Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Үҫәргән ырыуының тамғаһын кейеҙҙә баҫабыҙ. Балалар, өҫтәл янына килеп алъяпҡыс, яулыҡ кейеп алығыҙ. (талғын ғына башҡорт көйө уйнай).

Бала: Өләсәй, һеҙ элегерәк кейеҙҙе гел аҡ йөндән генә баҫтығыҙмы?

Өләсәй: Юҡ балаҡайым, кейеҙҙе ҡара йөндән дә баҫҡандар, ләкин аҡ һарыҡ йөнөнә өҫтөнлөктө күберәк бүлгәндәр.

Бала: Ә ниңә?

Өләсәй: Аҡ кейеҙ таҙалыҡты, йылылыҡты, яҡтылыҡты аңлатҡан.

Тәрбиәсе: Өләсәй, ат сабыштары булғанда, батырҙар ат өҫтөнә кейеҙ япҡандар, йәш килендәр ҡәйнә йортона ингәндә, ҡәйнә аҡ кейеҙгә баҫтырып индергән. Иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы шулай уҡ аҡ кейеҙгә ултыртҡандар.

Бала: Мин дә аҡ кейеҙ тураһында шиғыр беләм, шуны һөйләп күрһәтәйем әле:

Аҡ кейеҙ ул беҙҙең аҡ күңел,

Аҡ кейеҙгә баҫыр тик саф күңел

Аҡ кейеҙ-шәжәрә, ҡот, иман,

Ял иткәндә түшәк һәм иман.

Тәрбиәсе: Һеҙҙең алда тетелгән ҡара һарыҡ йөнө һәм аҡ төҫтә һарыҡ йөнө ята. Иң тәүҙә япмаларзы түшәйбеҙ, унан һуң аҡ йөндө йәйеп һалабыҙ(балалар үҙ аллы эш башҡара), ә хәҙер шул кейеҙ өҫтөнә тамғабыҙҙы –ҡойошҡанды-ырғаҡлы әүернәне матур, тигеҙ итеп һалабыҙ(балаларға ярҙам күрһәтәм).

Тәрбиәсе: Балалар, нимәне һалабыҙ?

Балалар: Беҙҙең тамғабыҙ –ырғаҡлы әүернәне.

Тәрбиәсе: Бына, тамғабыҙ әҙер,өҫтөнә һабындың иҙмәһен һибеп сығайыҡ (балалар эште үҙ-аллы эшләйҙәр).

Ә хәҙер, бер аҙ ғына йылы һыу һибеп, алдығыҙҙа ятҡан уҡлауға уратып тәгәрәтәйек (балалар үҙ эштәрен үҙҙәре башҡара). Нығыраҡ баҫып тәгәрәтәбеҙ.Кейеҙебеҙ әҙер, һалҡын һыуҙа сайҡатып алайыҡ . Кейеҙебеҙҙе киптерергә һалып ҡуяйыҡ. Бына алдығыҙҙа еүеш салфетка ята, шуны менән ҡулдарыбыҙҙы һөртөп алайыҡ.

Йомғаҡлау.

Бөгөн һеҙгә кейеҙ баҫыу нимәһе менән оҡшаны?

Ә кемдең бөгөнгө баҫылған кейеҙе һеҙгә оҡшаны? Ни өсөн?

Беҙ ниндәй ырыуҙан? Ырыуыбыҙ нисек атала? Әйҙәгеҙ бергәләп әйтәйек әле: Үҫәргән.

Ырыуыбыҙҙың тамғаһы нисек атала? (Ырыуыбыҙҙың тамғаһы «ырғаҡлы әүернә” тип атала)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Милли йолалар аша балаларга әхлак тәрбияясе бирү

милли йолалар аша балаларга әхлак тәрбиясе бирү...

Балаларны татар халкының гореф-гадәтләре,йолалары белән таныштыру

Мәктәпкәчә яшҗтәге балаларга татар халкының гореф-гадәтләре,йолалары аша милли тәрбия бирү.Татар халкының тарихын,йолаларын саклау,мәхәббәт уяту....

Буыннан-буынга күчкән йолалар

Балаларны татар теле өйрәтүдә төп бурычлар....

татар халык йолалары

Татар халкы гасырлар буе нинди генә сынауларга дучар булса да, барлык авырлыкларны җиңеп, үз телен, үз милләтен, үз гореф-гадәтләрен саклап килгән халык....

"Авылым чишмәләре - әбием йолалары"

Бу сценарийны  балаларны авылыңның  тарихы, милли йолалары белән таныштырганда һәм шулай ук экологик тәрбия бирү өчен кулланырга була....

Дидактик уйындар (үҙ уйындарым)

Балалар баҡсаһында дидактик уйындар/´МӘКТӘПКӘСӘ белем биреү учреждениеһында дидактик уйын – баланың шәхесен һәр яҡлап тәрбиәләү ысулы, ул уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Был ысул менән файҙа...