Милләт күрке - әҙәп
материал

Байчурина Зифа Агзамовна

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район

Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәге

муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Милләт күрке - әҙәп

(ата - әсәләр йыйылышы сығышы)

                                                                                     Әҙерләне:

                                                                                        тәрбиәсе Байсурина З.Ә.

      Милли ғорурлыҡты, үҙаңды, милли хәтерҙе һәм әҙәплелекте тәрбиәләүҙә иң беренсе сиратта ата - әсәнең әһәмиәте ҙур.

     Әҙәп-милләт күрке, мәҙәнилектең айырып алғыһыҙ күрһәткесе. Ата - бабаларыбыҙ йәш быуында кешелеклелек, әхлаҡлылыҡ, рухи  хистәр үҫтерергә тырышҡан, киң күңелле, кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә, ихтирамлы булырға өндәгән. 

     Бала саҡта һөйөүҙән, иркәләүҙән ситләштерелгән кеше үҙ ғаиләһенә, балаларына йылы мөнәсәбәттә була алмай. Бала өсөн ғаилә - өмөт, яҡшылыҡ усағы. Әҙәплелек, зауыҡ тойғоһоноң нигеҙе бала  саҡта уҡ һалына. Шуға күрә мәрхәмәтлелек, яғымлылыҡ тәрбиә процесына ыңғай йоғонто яһай. Бәләкәй кешене бер туҡтауһыҙ йәберләү, ҡысҡырыу, язалау - ата-әсәнең тәрбиәүи көсһөҙлөгө, әҙәпһеҙлеге күрһәткесе ул. Балаларҙа ҡартлыҡҡа, ололарға шәфҡәтлелек, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү өлкәндәр үрнәгендә үҫешә.

      Атай булыу - етди һәм яуаплы вазифа. Бигерәк тә  ир бала өсөн  атай кеше - батырлыҡ идеалы, ғәйрәтлек өлгөһө. Ҡатын - ҡыҙға ихтирам тойғоһон, яуаплылыҡ хисен, уларҙы яҡлау теләген улында тәү башлап атай кеше уятырға тейеш. Төплө аҡыллы атай бала алдындағы абруйын белеп файҙалана. Атай кеше үҙенең яғымлылығы, рәхимлелеге менән көслө.

      Атай кешенең ҡыҙ балаға ла йоғонтоһо ҙур. Етди, ғәйрәтле, оҫта ҡуллы, аҡыллы атай ҡыҙы өсөн "егетлектең" юғары өлгөһө булһа, ҡыҙ баланың ғәҙәт-зауығы, өйгә, ғаиләгә, яҡындарына мөнәсәбәте иң  элек үҙ әсәһе үрнәгендә үҫеш ала. Ата-әсәнең ыңғай тәртибе, ҡылған эштәре, үҙ-ара мөнәсәбәттәре теләһә ниндәй өгөт- нәсихәттәренә ҡарағанда ла көслөрәк йоғонто яһай.

   Әҙәплелек - милли мәҙәнилектең, тәрбиәлелектең айырып алғыһыҙ юлдашы ул. Әҙәпкә өйрәнеү бер ваҡытта ла һуң түгел. Милләтебеҙҙең телен, йөҙөн, күркәмлеген һаҡлап  алып ҡалыу - һәр ғаиләнең изге бурысы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл millt.docx13.52 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Түгәрәкләр аша балаларда милли үзаң тәрбияләү.

Моя деятельность с одарёнными детьми всегда объемна, многопланова и результативна. Главный же итог всей моей работы в том, что в коллективе создан эмоционально-положительный климат, способствующий реш...

Сабантуй бәйрәмен сәхнәләштерү .Уйныйбыз да көләбез,сабантуйга киләбез .5-7 яшьлек балалар өчен татар халкының милли бәйрәме.

УЙНЫЙБЫЗ ДА КӨЛӘБЕЗ,САБАНТУЙГА КИЛӘБЕЗ!"САБАНТУЙ-САБАН БӘЙРӘМЕ.АНЫ КЫР ЭШЛӘРЕ БЕТКӘЧ,ЯЗ КӨНЕ БӘЙРӘМ ИТӘЛӘР.БЕРЕНЧЕ БУЛЫП БУ БӘЙРӘМ 8-9НЧЫ ГАСЫРЛАРДА КҮРЕНӘ.САБАНТУЙ ТАТАР ХАЛКЫНЫҢ ИҢ ЯРАТКАН БӘЙРӘМЕ Д...

Доклад "Милли тәрбия"

Һәр чәчәкнең - үз исе, һәр халыкның - үз төсе. Тәрбия һәр халыкта аның туган теле белән бергә барлыкка килгән......

милли компонент

Һәр халык мәдәни, тарихи, әхлакый һәм башка байлыкларга ия. Әлеге байлыклар һәрберебезнең  туган төбәгебездә бихисап. Милли тәрбия бирү,халык тарихын өйрәнү, аның мәдәни байлыгы турында күз...

Уртанчылар төркемендә сөйләм телен үстерү шөгыле. "Татар халкының милли киемнәре белән таныштыру".

Тематическое занятие  для детей средней группы. На протяжении всего занятия дети знакомятся с национальной одеждой татарского народа, её обычаями. традициями и праздниками. Занятие охватывает раз...

Милли тел язмышы ул - милләт язмышы.

   “Тел язмышы – милләт язмышы” –дип бик еш  әйтәбез  һәм ишетәбез. Тел  язмышы  барыбызны  да  борчыган  бик  мөһим ...