Ата-әсәләр өсөн консультация" Covid - 19 "
консультация

Заһитова Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы

Короновирустан һаҡланыу саралары.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koronavirus_sirenn_haklanyu_saralary.docx18.76 КБ

Предварительный просмотр:

Коронавирус” – бөгөн йыш яңғыраған һүҙ. Коронавирустар – вирустар ғаиләһе ул, нигеҙҙә хайуандарҙы зарарлайҙар, ләкин айырым осраҡтарҙа кешегә лә күсеүҙәре ихтимал.

Ғәҙәттә коронавирустар тыуҙырған айырыуҙар еңел үтә, ауыр симптомдар тыуҙырмай. Ләкин ауыр формалары ла була.

Яңы коронавирус COVID-19 тыуҙырған сирҙең билдәләре ниндәй?

*Арыусанлыҡ;

*тын алыуҙың ауырлашыуы;

*юғары температура;

*йүткереү һәм/йә иһә тамаҡ ауыртыуы.

Симптомдар күпселек  респиратор сирҙәрҙекенә оҡшаш, йыш ҡына ғәҙәти һыуыҡ тейҙереүгә, грипҡа тартым.

Коронавирус менән грипп вирусы араһындағы айырма ниҙә?

Уларҙың симптомдары оҡшаш булырға мөмкин, ләкин генетик яҡтан улар ныҡ айырыла.

Грипп вирустары бик тиҙ үрсей – сир билдәләре зарарланғандан һуң ике-өс көндән күренә. Ә коронавирусҡа бының өсөн 14 көнгә тиклем талап ителә.

Коронавирус нисек йоға?

Башҡа респиратор вирустар кеүек, коронавирус сирле кеше йүткергәндә йә иһә сөскөргәндә барлыҡҡа килгән ваҡ ҡына тамсылар аша тарала. Бынан тыш, теләһә ниндәй зарарланған әйберҙәр, мәҫәлән, ишек тотҡаһы аша күсергә мөмкин. Бындай әйберҙәрҙе тотҡандан һуң танау, ауыҙ йә иһә күҙҙәренә ҡағылып, кешеләр сирҙе йоҡтора.

Коронавирустан нисек һаҡланырға?

*Ҡулығыҙҙы таҙа тоторға тырышығыҙ, йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ йә иһә дезинфекциялаусы сараларҙы ҡулланығыҙ.

*Шулай уҡ йыуылмаған ҡулдарығыҙ менән ауыҙ, танау һәм күҙҙәрегеҙгә ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ (ғәҙәттә беҙ бындай хәрәкәттәрҙе уртаса сәғәтенә 15 тапҡыр яһайбыҙ).

*Кеше күп йөрөгән урындарҙа, йәмәғәт транспортында айырыуса һаҡ булығыҙ. Бындай урындарҙағы әйберҙәргә мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡағылырға тырышығыҙ.

*Үҙегеҙ менән бер тапҡыр ҡулланыла торған салфеткалар йөрөтөгөҙ, йүткергәндә йә иһә сөскөргәндә һәр саҡ танау-ауыҙығыҙҙы ҡаплағыҙ, һуңынан уларҙы мотлаҡ утилизациялағыҙ.

*Эпидемиологик хәл тотороҡлашҡанға тиклем осрашҡанда ҡул биреп күрешеүҙән, үбешеүҙән тыйылығыҙ.

*Эш урынында үҙегеҙ ҡағылған әйберҙәрҙе һәм ҡорамалдарҙы (компьютер клавиатураһы, оргтехника панелдәре, смартфон экраны, пульттар, ишек  тотҡалары һ.б.) даими таҙартып тороғоҙ.

*Бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәрҙе ҡабаттан файҙаланмағыҙ. Һәр ҡулланыуҙан һуң уларҙы ташларға кәрәк.

Өйҙә нимә эшләргә мөмкин?

Балаларығыҙға коронавирусты киҫәтеү тураһында һөйләгеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр сир йоҡтороу хәүефенә күберәк дусар, сөнки улар бер-береһе менән тығыҙ аралаша һәм таҙалыҡ һаҡлауҙа эталон булып тормай. Балаларығыҙға микробтарҙың нисек таралыуын, шәхси гигиена талаптарын үтәүҙең мөһимлеген аңлатығыҙ. Ғаиләлә һәр кемдең үҙ таҫтамалы булырға тейеш, теш щеткаһы, башҡа шәхси гигиена әйберҙәре менән уртаҡлашырға ярамауын хәтергә төшөрөгөҙ. Бинаны йышыраҡ елләтеп тороғоҙ.

Яңы коронавирустан дауаланып буламы?

Күпселек башҡа респиратор вирустарҙан специфик дауаланыу булмаған кеүек, яңы коронавирустан специфик  препарат юҡ.

Коронавирус инфекцияһының иң төп һәм хәүефле ҡатмарлашыуы – пневмонияны антибиотиктар менән дауаларға ярамай. Пневмония үҫешкәндә дауалау үпкә функцияларын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.

Хәүеф төркөмөнә кемдәр инә?

Вирус менән  теләһә ниндәй йәштәге кешеләрҙең зарарланыуы ихтимал. Ләкин, башҡа вируслы респиратор сирҙәр осрағында кеүек үк, балалар, 65 йәштән өлкән, иммун системаһы көсһөҙләнгән кешеләр сирҙең ауыр үтеүе буйынса хәүеф төркөмөнә инә.