Главные вкладки
Заһитова Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы
Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе сайты
Профессия: Тәрбиәсе
Профессиональные интересы: Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса алымдар ҡулланыу
Увлечения: презентация,видео материалдар эшләү, йырларға яратам
Страна: Рәсәй
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Өфө ҡалаһы
Место работы: "40 - сы һанлы башҡорт балалар баҡсаһы" ,Өфө ҡалаһы
Звание, ученая степень: педагог -эҙләнеүсе(педагог-исследователь) , оҫта педагог( педагог -мастер)
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/zagitova-aysylu-minnigalievna
Сайтыма рәхим итегеҙ!
Визит карточкаһы: https://yadi.sk/i/aWPFekT_oqQGMg
О себе
16 йәштән һайланым,
тәрбиәсе һөнәрен.
Был һөнәрҙе һайлағанға
Һис тә мин үкенмәнем.
Заман менән бергә атлап,
дәртләнеп мин эшләйем.
Туған телде онотмаҫҡа
Балаларҙы өндәйем.
Башҡорт теле-әсәм теле,
Ул минең туған телем.
Башҡорт тигән һәр бер бала
Онотмаһын, ине телен. ( Заһитова А.М.)
- тигән маҡсат менән, 20 йылға яҡын, Өфө ҡалаһының "40- сы һанлы башҡорт балалар баҡсаһы"нда эшләйем.
Тәрбиәсе һөнәре – ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре.
Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, килеш – килбәте, холҡо, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙө, күңел паклығы менән дә тәрбиәләй.
Һөнәрем: юғары категориялы тәрбиәсе.
Белемем: 1999 йылда Сибай педагогик колледжын тамамлап тәрбиәсе һөнәренә эйә булдым, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһын тамамлап юғары белем алдым.
Педагогик стажым: 19 йыл.
Педагогик дәрәжә:
Педагог- эҙләнеүсе(педагог-исследователь)
Оҫта педагог (педагог- мастер)
Маҡсатым: һәләтле, ижади, белемле, рухлы, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү.
Тормош девизым: Заман һулышын тойоп, заман менән бергә атлау, һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!
Яратҡан шөғөлдәрем : Тыуған Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү, бейергә һәм йырларға яратам,халыҡ медицинаһы
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Педагог булараҡ минең эске донъямды -
бөйөк педагог В. Сухомлинскийҙың "Йөрәгемде балаларға бирәм" һәм "Улыма хат" китаптары;
әсә булараҡ - Т. Ғиниәтуллиндың "Әсә һәм бала" әҫәре, М.Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы;
ҡатын- ҡыҙ булараҡ - Һ.Дәүләтшинаның "Айбикә" повесы, Г.Яҡупованың Ҡатындар" трилогияһы;
ҡатын-ҡыҙ һәм көрәшсе булараҡ - Ғ.Хәйринең "Боролош" романы асырға булышлыҡ итте.
Бөйөк педагог К.Д. Ушинский: "Халыҡ теле - баланың рухи тормошоноң, иң аҫыл, бер ҡасан да һулымай һәм мәңге яңынан асыла торған сәскәһе... Теле юғалдымы – халыҡ башҡаса юҡ. Теле тере икән, ул саҡта халыҡ та тере" тип билдәләй.
Мой взгляд на мир
Был тормошта үҙ тәғәйенләнешеңде тойоп, шул йүнәлештә үҫешеп, тирә-йүндәгеләргә ҡыуаныс өләшеп йәшәү ‒ оло бәхет.
Мои достижения
Минең уңыштарым:
2017 йыл - Өфө ҡалаһы кимәлендә үткәрелгән “Педагог-эҙләнеүсе” конкурсы, еңеүсе
2017 йыл - Өфө ҡалаһы кимәлендә үткәрелгән “Илһам” конкурсы, “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһы еңеүсеһе
2018 йыл - 2-се Халыҡ-ара “Ата-бабалар теле” конкурсы, еңеүселәрҙе әҙерләгән өсөн диплом
2018 йыл - Ҡала кимәлендә үткәрелгән “Иң яҡшы видео- дәрес” конкурсы, еңеүсе
2018 йыл - Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районының почет грамотаһы
2019 йыл- район кимәлендә педагогтар өсөн үткәрелгән" Илһам" конкурсында еңеүсе
2019 йыл - Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуына арналған" Иң яҡшы дәрес конспект" ы конкурсы еңеүсеһе
2019 йыл -Яҙыусы М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, М.Кәрим исемендәге фонд дипломы
2019 йыл - Театр йылына арнап, Өфө ҡалаһы Киров районы кимәлендә үткәрелгән “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға театр” конкурсы, 3-сө урын
2019 йыл-"Беҙ баласаҡ планетаһынан" Республика ижади конкурсы призеры
2020 йыл - Л.В.Выготский исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсы, ҡатнашыусы
2020 йыл- Интерактив уйындар Республика конкурсында еңеүсеһе
2020 йыл - Өфө ҡалаһы кимәлендә үткәрелгән “Оҫта педагог” конкурсы, еңеүсе
2020 йыл- Республика кимәлендә үткәрелгән "Иң яҡшы электрон дәрес" конкурсы, ҡатнашыусы
2020 йыл - Өфө ҡалаһының “40-сы һанлы башҡорт балалар баҡсаһында” ойошторолған "Балалар баҡсаһында полилингваль белем биреү" инновацион майҙансығының төп белгесе