Уртансылар төркөмө өсөн дәрес өлгөһө "Математика иленә сәйәхәт"
план-конспект занятия по математике (средняя группа)

Хисматуллина Нурсиля Гаязовна

5-кә тиклем һанай белеү күнекмәләрен нығытыу; геометрик фигураларҙы таный, айыра һәм уларҙың атамаларын әйтә белеүҙе нығытыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл matematika_buyynsa_dres_konspekty.docx16.43 КБ

Предварительный просмотр:

Математика буйынса  дәрес конспекты

Тема: «Математика иленә сәйәхәт»

уртансылар төркөмө

                                                                       

Тема: Математика иленә сәйәхәт.

Маҡсат:

        - балаларҙы “бер тигеҙ”, “берәүгә аҙ”, “берәүгә күп”, “аҙ” төшөнсәләре менән таныштырыуҙы, ҡағыҙ битендә йүнәлеш билдәләй белеүҙе, 5-кә тиклем һанай белеү күнекмәләрен нығытыу; геометрик фигураларҙы таный, айыра һәм уларҙың атамаларын әйтә белеүҙе нығытыу;

        - балаларҙың хәтерен, аңын, иғтибарын, фекерләй белеү һәләтен үҫтереү;

        - уларҙың бер-береһенә ярҙам итергә теләген һәм ынтылышын тәрбиәләү.

Йыһаз: ҡуян уйынсығы, өй һүрәте.

Таратма материал: ағастар, ҡоштар, аҡ ҡағыҙ бите, төҫлө таҫмалар, кәрзиндәр, балаларға күстәнәстәр.

                                        Дәрес барышы:

1. Инеш.

Балалар үҙ урындарында өҫтәл артында ултыралар.

Тәрбиәсе:

- Һаумыһығыҙ, балалар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышып алайыҡ та дәресте башлап ебәрәйек.

2. Төп өлөш.

- Балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа кем килгән икән, ҡарағыҙ әле?

- Ҡуян (балаларҙың яуабы).

- Эйе. Ҡуян килгән беҙгә ҡунаҡҡа. Ләкин ул ниңәлер бойоҡ, күңелһеҙ генә ултыра. Ул яҙ тураһында һүрәт эшләй алмаған икән. Шуға ла уның кәйефе юҡ. Балалар, әйҙәгеҙ, был ҡуянға ярҙам итәйек. Мин хәҙер һеҙгә аҡ ҡағыҙ биттәре һәм төрлө төҫтәге ҡағыҙ таҫмалар таратып бирәм. Аҡ ҡағыҙ битенә яҙ һүрәте эшләйбеҙ (балаларға ҡағыҙ бите һәм төҫлө таҫмалар, һәр балаға етәрлек ағастар, ҡоштар таратып биреү).

Тәрбиәсе:

- Күк йөҙө ниндәй төҫтә? (күк, зәңгәр төҫтә). Күк төҫтәге таҫмаларҙы табабыҙ. Уның ҡағыҙ битенең ҡайһы еренә - өҫ яҡҡамы, әллә аҫ яҡҡа һалабыҙмы? (яуаптар)

- Дөрөҫ, ҡағыҙ битенең өҫ яғына һалабыҙ.

- Балалар, яҙ көнө ер өҫтө нимә менән ҡаплана? (үлән менән). Беҙҙең ҡағыҙ битендә ерҙе ҡайһы урында төшөрәбеҙ? (аҫта).

- Үлән ниндәй төҫтә? (йәшел). Хәҙер йәшел таҫмаларҙы табып, ҡағыҙ битенең иң аҫҡы өлөшөнә һалабыҙ. Был – үлән.

Тәрбиәсе:

- Балалар, уң яҡта 4 ағас үҫеп ултыра. Ә һул яҡта 3 ҡош ем сүпләй. ( балалар һанап, уйынсыҡтарҙы ҡағыҙ битенә урынлаштыралар).

- Ә хәҙер һүрәткә ҡарап әйтегеҙ әле: ағастар күпме, әллә ҡоштар күпме?

- Һанап әйтәйек әле, нимә күберәк? Нисәүгә күберәк? (ҡоштарға ҡарағанда ағастар күберәк. Ағастар берәүгә күп).

- Ағастар һәм ҡоштар бер тигеҙ булһын өсөн беҙ нимә эшләйбеҙ? (бер ҡош өҫтәргә кәрәк тигән һығымта яһар кәрәк).

- Ә хәҙер һүрәттәрегеҙҙе өҫкә күтәреп ҡуянға күрһәтегеҙ әле. Ул һеҙҙең һүрәттәрегеҙгә ҡарап шатланһын.

Физминутка:

Ҡуяндар һикерәләр (балалар ике аяҡта һикерәләр),

Бик бекек һикерәләр (балалар бейегерәк итеп һикерәләр),

Сүкәйеп тә алалар ( сүкәйәләр),

Уңға ҡарайҙар ( уң яҡҡа боролалар),

Һулға ҡарайҙар ( һулға боролалар),

Аҫҡа ҡарайҙар ( баштарын аҫҡа эйеп, аяҡтарға ҡарайҙар),

Өҫкә ҡарайҙар ( ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, ҡулдарға ҡарайҙар),

Тағы һикереп алалар ( һикерәләр).

Тәрбиәсе:

-Балалар, тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ әле, беҙ һеҙҙең менән матур бер аҡланға килеп сыҡҡанбыҙ икән. Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Әйҙәгеҙ, төҫтәрен әйтеп сығайыҡ әле (яуаптар).

- Балалар, мин һеҙгә кәрзиндәр таратып бирәм. Кәрзиндәрҙә нөктәләр ярҙамында һандар билдәләнгән. Нисә нөктә булһа, шунса сәскә йыйырға кәрәк буласаҡ (бер нисә балаға кәрзиндәр таратып биреү).

- Ә хәҙер цифрҙар күрһәтелгән кәрзиндәр таратып бирәм. Ниндәй цифр яҙылған, һеҙ шунса  сәскә йыйырға тейешһегеҙ (бер нисә балаға таратып биреү).

Балалар сәскә йыялар, тәрбиәсе эштәрен тикшерә.

Тәрбиәсе:

- Балалар, бына бер һүрәт, ҡарағыҙ әле! Унда нимә төшөрөлгән? (Өй) Уның һүрәте ниндәй геометрик фигураларҙан эшләнгән? (квадрат, өсмөйөш, тура дүртмөйөш фигураларын балалар әйтеп, күрһәтеп сығалар).

3. Йомғаҡлау.

- Шулай итеп, балалар, һеҙ бөгөн бигерәк зирәк, аҡыллы булдығыҙ. Бөтә эштәрҙе лә бик матур, дөрөҫ башҡарып сыҡтығыҙ. Ҡуяндың да кәйефе күтәрелеп китте, һеҙҙең уңыштарығыҙға ул да шатлана. Бөгөн дөрестә актив ҡатнашып ултырғанығыҙ өсөн һеҙгә наклейкалар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе.

Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе....

Математика иленә сәяхәт.

Йомгаклау занятиесе. Өйрәнгән материалларны ныгыту максатыннан үткәрелә.Балаларның предметларның үзлекләре, кушу, алу турында белемнәрен ныгыту; микъдар һәм тәртип саннарын кабатлау; 0-9 га кадә...

Математика иленә сәяхәт.

Максат: 1) Балаларның 10 саны эчендә дөрес санау күнекмәләрен, ел фасылларын аеруларын, атна көннәренең берсе артыннан берсе килүен белүләрен үстерү.            ...

“Математика иленә сәяхәт”

Конспект НОД в средней группе по ФЭМП....

Математика иленә сәяхәт

1.  Балаларны атна көннәрен эзлекле рәвештә исемнәре белән атарга, тәүлек төшенчәсе турында күзаллауларын булдыру. Янәшә торган саннарның нисбәтен аңлауны һәм 10 эчендә янәшә торган саннарны чагы...

Математика иленә сәяхәт. (ПУТЕШЕСТВИЕ В СТРАНУ МАТЕМАТИКИ)

ТЕМА:  Математика иленә сәяхәт.(ПУТЕШЕСТВИЕ В СТРАНУ МАТЕМАТИКИ)Максаты :1.1дән 10 га  кадәр уңайга һәм кирегәсаный белүне ныгыту ;уң ,сул,алда ,артта,аскы ,өске якларны дөрес атау;мәсьәләлә...

“Кызыл калфак белән математика иленә сәяхәт” темасына оештырылган белем бирү эшчәнлеге конспекты (математик белем бирү өлкәсе)

Татарстан Республикасы Түбән Кама муниципаль районыМуниципаль үзидәрә мәктәпкәчә яшьтәге балаларга белем бирү учреждениесы 83 нче номерлы гомуми үстерешле  балалар бакчасы...