Ябай математик төшөнсәләрҙе формалаштырыу конспекты
план-конспект занятия по математике (средняя группа)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
matematika_dres_2gruppa.docx | 14.08 КБ |
Предварительный просмотр:
Уртансылар төркөмөндә танып белеү
(ябай математик төшөнсәләрҙе формалаштырыу)
буйынса дәресе конспекты
Тема: “Маша менән сәйәхәт”
Маҡсаттар: 1, 2, 3, 4, 5 һандары тураһындағы белемдәрҙе нығытыу; күләм һәм рәт һандары буйынса йыл буйына алған белемдәрҙе ҡуллана белеүҙәрен тикшереү; барлығы нисә? Нисәнсе? Һорауҙарына дөрөҫ яуап биреүҙәренә ирешеү; геометрик фигураларҙың айырмаларын күрә һәм әйтә белеүҙәрен тикшереү; “уңда”, “һулда”, “өҫтә”, “ аҫта”, “оҙон”, “ҡыҫҡаҡ”, “бейек”, “тәпәш” төшөнсәләрен нығытыу; цилинд, шар, куб тураһында алған белемдәрҙе тикшереү; ваҡ ҡул моторикаһын, етеҙлекте, логик фекерләү һәләтен үҫтереү; бер-береһенә ҡарата иғтибарлыҡ, ярҙамсыллыҡ, ябай математиканы үҙләштереүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Маша һәм Айыу уйынсыҡтары, мольберт, фланелеграф, поезд төшөрөлгән плакат, таяҡсыҡтар, таратмалы материалдар: балалар һанынса фигуралар менән пеналдар, һанау өсөн карточкалар, һандар-табличкалар, “Маша һәм АКйыу” йәнһүрәтенән музыка, поезд тауышы.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу өлөшө.
Төркөмгә инеү. Һаулыҡ һорашыу. Ҡапыл “Маша һәм Айыу” йәнһүрәтенән көй яңғырай.
- Балалар, был ниндәй көй? Беҙгә кем килгән? (Маша килгән. Уйынсыҡ сығарыу).
- Балалар, Маша аҙашҡан, илаған. Ул дуҫы Айыуҙы эҙләй. Ярҙам итәбеҙме Машағаҙ? (Эйе)
- Нимә менән барабыҙ? (поезд тауышы) Әйҙәгеҙ поезд менән барайыҡ!
- Ҡарағыҙ әле , поезд тишкәләнеп бөткән. Уны ямарға кәрәк.
Төрлө ямаулыҡтар – фигуралар алып, һәр бала фигураны дөрөҫ ҡуя, атамаһын әйтә.
- Афарин, поездды рәтләнек! Хәҙер сәйәхәткә китәбеҙ! әҙерһегеҙме? Вагондарға ултырышығыҙ!
Сылбыр булып теҙелеп поезд тауышына китеү.
- Уң ҡулдарҙы күтәрәбеҙ, поездды туҡтатыр кәрәк! ПУУУф!
- Төп өлөш.
Беренсе туҡталыш: “Урман туҡталышы”
- Балалар. Рәт буйынса был нисәнсе туҡталыш? (Беренсе) Дөрөҫ! (вагон һүрәтенә 1 һанын йәбештереү – бер бала)
Өҫтәлдәр артына ултырыу. Һандар-табличкалар менән эш.
- Балалар, Маша үҙенең дуҫы – Айыуҙы фотоға төшөрөп алған. Был һүрәтте һеҙгә лә күрһәтәм тей. Әйҙәгеҙ һандар-табличкалар менән эшләп алайыҡ. Мин һорау бирәм – һеҙ табличка менән яуап бирәһегеҙ!
- Һүрәттә нисә айыу?
- Нисә шыршы?
- Нисә ҡояш?
- Нисә бәшмәк?
- Нисә сәскә?
- Нисә болот?
- Уң яҡта нисә шыршы?
- Афарин. Маша һеҙҙең менән шаярам тей. Тағы ла бер фото күрһәтә.
Икенсе һүрәтте ҡуйыу. Сағыштырыу.
- Беренсе һәм икенсе һүрәт араһында ниндәй айырмалар бар? (ҡул күтәреп яуап бирәләр)
- Маша һанай белмәй, өҫтәлдәге һандарҙы рәт буйынса теҙеп һалып күрһәтегеҙ әле. (һандарҙы дөрөҫ итеп теҙеү 12345)
- Маша баҫҡыстан һикреп уйнарға ярата. Уға үҙебеҙҙең математик баҫҡысыбыҙҙы теҙеп күрһәтәйек әле.
Математик баҫҡыста һандарҙы һәм тап килгән һүрәттәрҙе урынлаштырыу. Бер-ике бала таҡтала эшләй.
- Афариндар. Ҡарап әйтегеҙ әле: 5 күберәкме әллә 4 күберәкме?
- 4 аҙраҡмы әллә 2 аҙраҡмы?
- Афариндар! Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ!
Физминутка.
Бер, ике – беҙ баҫабыҙ.
Өс, дүрт – беҙ атлайбыҙ.
Биш, алты – нығыраҡ аҫ,
Ете, һигеҙ – ултыр төҙ!
- Маша һеҙгә тағы ла бер нисә һорау әҙерләгән.
Ябай мәсьәләләр сисеү.
- Һүрәттәр-карточкалар һәм планшеттар менән эшләйбеҙ. Карточкаларҙы һлдан уңға урынлаштырабыҙ. Кем таҡтала эшләй? (бер баланы таҡтаға сығарыу)
- Тыңлайбыҙ һәм ҡуя барабыҙ: Машаның 3 уйынсыҡ ҡуяны бар. Айыуҙың 4 машинаһы бар. Кемдең уйынсыҡтары күберәк? Бер тигеҙ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? (бер ҡуян өҫтәргә)
- Һанап күрһәтәбеҙ. Афарин!
- Поездға ултырып арытабан киттек! (дежурҙар кәрзиндәрҙе йыйып ала) Поезд тауышына сылбыр булып теҙелеп китәләр.
- Һул ҡулдарҙы күтәрәбеҙ, поездды туҡтатабыҙ! ПУУУФФФ
Икенсе туҡталыш: “Фигуралар туҡталышы”
- Балалар, был нисәнсе туҡталыш? (икенсе, карточканы ҡуйыу)
- Бында Айыу булып киткән, яратҡан таяҡсыҡтарын ҡалдырған. Уларҙан фигуралар эшләргә кәрәк.
Таяҡсыҡтарҙан геометрик фигуралар эшләү: өсмөйөш, тура дүртмөйөш, дүртмөйөш, овал, түңәрәк)
- Афарин, урындарға ултырҙыҡ. Маша төрлө һүрәттәр күрһәтәм тей.
Ике һүрәтте сағыштырыу: (таҡтаға элеү)
-бейек – тәпәш, уңда – һулда, оҙон – ҡыҫҡаҡ, ҙур – бәләкәс, көн – төн төшөнсәләренә
- Машаның яратҡан уйынсығы – туп. Шундай уйын тәҡдим итә: мин туп ырғытып һан әйтәм – һеҙ арытабанғы һанды атайһығыҙ.
Уйын “Тупты тот – арытабанғы һанды әйт”
- Арытабан поезд менән киттек!
Өсөнсө туҡталыш: “Айыу өйө”
- Был нисәнсе туҡталыш? (3 һанын ҡуйыу)
- Ҡарағыҙ әле, бында бит кемнеңдер өйө! Нимәләрҙән төҙөлгән? (фигураларҙан)
- Ниндәй фигуралар бар? (цилиндр, шар, куб)
- Афарин, бына Айыу үҙе лә килеп сыҡты. Маша менән Айыу һеҙгә рәхмәт әйтәләр. Әйҙәгеҙ, һаубуллашып поездға ултырып төркөмөбөҙгә ҡайтайыҡ инде.
Ҡайтыу.
- Йомғаҡлау өлөшө:
- Беҙ бөгөн ҡайҙа барҙыҡ?
- Кемгә ярҙам иттек?
- Унда нимәләр эшләнек?
- Һеҙгә нимә оҡшаны?
- Афарин! Маша менән Айыу һеҙгә күстәнәстәр ҙә әҙерләгәндәр (таратыу)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспекты занятий По математике Конспект занятия по математике в средней группе Тема: План (карта путешествий) Программные задачи: Формировать умение ориентироваться по элементарному плану, правильно определять взаимное расположение предметов в про
Конспекты занятийПо математикеКонспект занятия по математике в средней группе Тема: План (карта путешествий)Программные задачи:Формировать умение ориентироваться по элементарному плану, правильно...
Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект занятий
Познакомить детей с числом и цифрой 6.Совершенствовать навыки счета и сравнения совокупностей предмета.Формировать умение детей различать понятия вчера, сегодня, завтра.Закреплять знания о геоме...
Картотека дидактических игр по математике во второй младшей группе, в подготовительной группе, конспект родительского собрания мастер-класс.
Дидактический материал по математике...
ТЕЛМӘРҘЕҢ ГРАММАТИК ТӨҘӨЛӨШӨН ФОРМАЛАШТЫРЫУ ӨСӨН УЙЫНДАР
Аш бүлмәһендә уйнар өсөн уйындар...
Наадая, энхэ элуур ябая!
В сохранении и укреплении здоровья широкое распространение получили игры. Это бурятская национальная борьба, стрельба из лука и конные скачки, получившие название «Эрын гурбан нааадан» - т...
Конспект занятия по математике в средней группе «Веселая математика» Конспект занятия по математике в средней группе «Веселая математика» Воспитатель: Бейнарович С.А. Цель: развивать математические способности. Задачи: -закреплять умение считать (в преде
Конспект занятия по математике в средней группе «Веселая математика»Конспект занятия по математике в средней группе «Веселая математика»Воспитатель: Бейнарович С.А.Цель: развив...