матур һөйләшеү илендә
план-конспект занятия по логопедии (подготовительная группа)
Маҡсат: Бәйләнешле телмәр үҫтереү.Һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөү.
Бурыстар:
1.Тулы һөйләм төҙөү.”Л” өнөнөң дөрөҫ әйтелешен нығытыу.”Л” өнөн һүҙҙәрҙә һәм һөйләмдәрҙә нығытыу,тын һулышы менән идара итеү,артикуляция аппаратын формалаштырыу,өндө дөрөҫ әйтеү,нығытыу буйынса күнекмәләрҙе эшләүҙе дауам итеү.
2.Фекерләү ҡеүәһен,тема буйынса һүҙлек байлығын үҫтереү,хәтер,иғтибар,логик фекерләүҙе үҫтереү.Фонетик ишетеү һәләтен үҫтереү.
3. Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу,тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү , уратып алған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Кулланылған материал: Презентация,музыка ,ҡояш,нурҙар,хат,ҡытыршы туп,ҡыңғырау.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tema_asyk_dres.doc | 45 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема : Матур һөйләшеү илендә
Маҡсат: Бәйләнешле телмәр үҫтереү.Һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөү.
Бурыстар:
1.Тулы һөйләм төҙөү.”Л” өнөнөң дөрөҫ әйтелешен нығытыу.”Л” өнөн һүҙҙәрҙә һәм һөйләмдәрҙә нығытыу,тын һулышы менән идара итеү,артикуляция аппаратын формалаштырыу,өндө дөрөҫ әйтеү,нығытыу буйынса күнекмәләрҙе эшләүҙе дауам итеү.
2.Фекерләү ҡеүәһен,тема буйынса һүҙлек байлығын үҫтереү,хәтер,иғтибар,логик фекерләүҙе үҫтереү.Фонетик ишетеү һәләтен үҫтереү.
3. Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу,тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү , уратып алған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Кулланылған материал: Презентация,музыка ,ҡояш,нурҙар,хат,ҡытыршы туп,ҡыңғырау.
1.Организацион момент
Балаларҙы ҡунаҡтар менән таныштырыу.Дәрескә әҙерләү.Дәрес үткәреү өсөн тейешле атмосфера булдырыу.
Дәрес барышы
-Балалар бөгөн беҙ һеҙҙең менән сәйәхәткә барабыҙ,ләкин ул ябай сәйәхәт түгел,ә бик мауыҡтырғыс,ҡыҙыҡлы.Беҙ барған ил «Матур һөйләшеү иле” тип атала.Ғәҙәти булмаған ил булғас беҙ унда атлап та,осоп та түгел,ә үҙебеҙҙең фантазиябыҙҙы ебәрәбеҙ.
-Нимә ул фантазия
-Фантазия –ул беҙҙең хыялдар,беҙ нимәлер тураһында үҙебеҙ уйлап сығарып хыялланһаҡ шул була.
Сәйәхәткә барыр өсөн иң беренсе дәрестә ултырыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.
Көн һайын,бөтә ерҙә
Уйында һәм дәрестә ,
Дөрөҫ итеп һөйләшәбеҙ
Бер ҙә ҡабыланмайбыҙ!
Ҡул күтәреп яуап бирәбе
Ҡысҡырып ултырмайбыҙ!!!
-Балалар,беҙ дәресте нимәнән башлайбыҙ әле.Дөрөҫ,артикуляцион гимнастика .
“Л” өнөнә артикуляцион гимнастика
Парус
Маятник
Йылан
Эүһелдәк
Пароход
-Балалар “Л”өнө булған һүҙҙәр әйтегеҙ әле.
Лампа
Алҡа
Алма
Лимон
Велосипед
Баклажан
-Ә,хәҙер ошо һуҙҙәрзе ижеккә бүлеп курһәтәйек.
-Афарин,балалар!
Дәрестең төп өлөшө
-Балалар әйҙәгеҙ күҙҙәрҙе йомоп “Матур һөйләшеү иленә”сәйәхәткә юлланайыҡ әле.Күҙ алдына килтерегеҙ,беҙ һеҙҙең менән һауала оса торған шарҙа осоп китеп барабыҙ тип.Болоттар өҫтөнән осабыҙ,аҫта өйҙәр,урмандар,яландар күренә.Шишмәләр сылтырауын,ҡоштар һайрауын ишетәбеҙ.Танауыбыҙҙы әле генә яуып үткән ямғыр еҫе ҡытыҡлай.(музыка).Яйлап ҡына күҙҙәрҙе астыҡ.
-Ҡарағыҙ әле балалар.Беҙ килеп еткән илде ҙур ҡапҡа менән бикләп ҡуйғандар.Хатта унда йоҙаҡ элеп ҡуйғандар,әйҙәгеҙ,беҙ уны асып ҡарайыҡ әле.(презентация бит)
Бармаҡ уйыны” Һаумы”
Алтын ҡояш,һаумы!
Зәңгәр һауа,һаумы!
Шаян елкәй,һаумы!
Кескәй имән,һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә-
Сәләмләйем һеҙҙе лә!(“Тылсымлы өндәр” Нафикова З.Ғ.,Аҙнабаева Ф.Ғ.-2010)
Уң ҡулдың бармаҡтарын бер –бер артлы һул ҡулдың бармаҡтары менән “һаулыҡ һораштырырға”,йәғни бер –береһенә тейеп алырға.
-Афарин,балалар бына ҡарағыҙ әле йоҙаҡ асылып китте.(презентация)
-Ой,балалар ҡарағыҙ әле,бында хат!(презентация )
- Хөрмәтле беҙҙең яратҡан балалар,ҡотҡарығыҙ беҙҙе!!!Яуыз тылсым эйәһе беҙҙең илде сихырлаған.Беҙҙә булған өйҙәр,яландар,урмандар,юлдар,йылғалар хатта ҡояш юҡҡа сыҡты.Зинһар ярҙаи итегеҙсе!!!
-Балалар һеҙ нисек уйлайһығыҙ был илгә ярҙам итергә кәрәкме?
-Ә хәҙер йомаҡ тыңлайбыҙ
Йәй йылыта-ҡышын юҡ,
Бар доньяға нур сәсә,
Үҙе арымай һис тә,
Ана,тәҙрәнән ҡарай
Яғымлы Ҡояш апай. (Презентация)
-Ҡарағыҙ әле Ҡояш апай ни өсөндөр бик кәйефһеҙ.Ә,ни өсөн кәйефе юҡ икән уға күңелһеҙ икән.
-Дөрөҫ,ҡояш нурҙарын яуыз сихырсы төрлө яҡҡа һелтәп ,юғалтып бөткән.Әйҙәгеҙ,бергәләшеп ярҙам итәйек әле.
-Ҡояш апайға ярҙам итер өсөн беҙгә төрлө һынауҙар үтәргә кәрәк.
1.Еҙ ҡыңғырау яңғыра,
Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт!
(Ҡояш нурына эш яҙылған)
“Иркәләп әйт”уйыны (презентация)
Логопед туп һелтәй ,балалар иркәләтеп әйтә.
Быҙау-быҙауҡай
Бәрәс-бәрәскәй
Ҡуян-ҡуянҡай
Терпе-терпекәй
Ҡолон-ҡолонсаҡ
-Афарин,балалар!
-Ә.хәзер икенсе һынауҙы үтәйек әле.
2. Еҙ ҡыңғырау яңғыра,
Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт!
(Ҡояш нурына эш яҙылған )
“Бер һүҙ менән әйт” уйыны
-Балалар әйҙәгеҙ әле һүрәткә ҡарап, дөйөмләштереп ,бер һүҙ менән әйтәйек әле.
Йәщелсәләр
Емеш-еләк
Сәскәләр
Кейемдәр
Ағастар (презентация)
3.Еҙ ҡыңғырау яңғыра,
Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт!
(Ҡояш нурына эш яҙылған)
“Нимә артыҡ”
Самолет,вертолет,истрибитель,ағас
Апельсин,катер,теплоход,кәмә
Машина,мотоцикл ,ултырғыс (презентация)
Физминутка “Ямғыр һәм ҡояш”
Сәскәләр ҙә күренде(сүкәйеп ултыралар)
Һәм ҡояшҡа үрелде(ҡулдарҙы һоноп яйлап торалар)
Уларға йылы кәрәк(ҡулдарҙы күтәреп өйрөләләр)
Ҡояш аҫтында рәхәт.
Ел иҫте(ҡулдар өҫтә)
Сәскәләрҙе һелкетте...
Уңға бөгөлдөләр(уң яҡҡа эйеләләр)
Ергә эйелделәр(алға эйеләләр)
Һулға бөгөлдөләр(һулға эйелделәр)
Ергә эйелделәр(сукәйеп ултыралар)
Бар һин, ел бынан кит(ике ҡулды һелтәп ҡыуалар)
Сәскәләргә теймәй үт,(бармаҡ янайҙар)
Улар ҙур булып үҫһен(ҡулдар өҫтә)
Беҙгә бәхет килтерһен(өйрөләләр)
Балалар тынысланып ултырғысҡа ултыралар.
4.Еҙ ҡыңғырау яңғыра,
Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт!
(Ҡояш нурына эш яҙылған)
“Ниндәй материалдан эшләнгән”
Матрешка-ағастан
Сумка-кожанан
Өй-кирбестән
Стакан-быяланан (презентация)
5.Еҙ ҡыңғырау яңғыра,
Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт!
(Ҡояш нурына задание яҙылған)
-Ҡарағыҙ әле балалар беҙ нимә күрәбеҙ
-Дөрөҫ,ағас.
-Ә,ағастың нимәләре етешмәй?
-Япраҡтары.
-Әйҙәгеҙ әле,ағасҡа япраҡтар бүләк итәйек.Ағасҡа ярҙам итер алдынан тағы бер уйын уйнап алабыҙ.
“Киреһен әйт”
Көн-төн
Ҡыш-йәй
Оҙон-ҡыҫҡаҡ
Көслө-көсһөҙ
Бейек-тәпәш
Илай-көлә
Ябыҡ-асыҡ
Кейә-сисә
-Ҡарағыҙ әле балалар япраҡтар килеп сыҡты(презентация).Һеҙ бик афарин булдығыҙ.Ағас терелеп китте.Һеҙгә ағас ҙур рәхмәт әйтә.
6.Еҙ ҡыңғырау яңғыра,
Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт!
(Ҡояш нурына эш яҙылған)
-Балалар әйтегеҙ әле,һуҙ нимәнән тора .Дөрөҫ, өндәрҙән тора.
Дидактик уйын “Ниндәй өн йәшеренгән”
-Ә.хәҙер ҡолаҡтарҙы әҙерләйбеҙ ,иғтибар менән тыңлағыҙ ,ниндә өн һүҙҙәрҙә йәшеренгән.
Р
Л
З
Ш
Нығытыу
-Балалар ҡарағыҙ әле Ҡояш апай үҙенең нурҙарына ҡойоноп йылытып,йылмайып ебәрҙе.Ҡояш ниндәй ул?
-Күҙҙәрҙе йомоп күҙ алдына килтерегеҙ әле.Ҡояш беҙҙең сикәләрҙе ,танауҙы,ҡулдарҙы,бармаҡтарҙы йылытып ебәрҙе.Беҙгә йылы булып китте,бөтәбеҙҙә йылы,изге,шат куңелле,яҡшы,тыңлаусан балалар булып киттек.Ҡояш нурҙары болоттарҙы,яландарҙы,урмандарҙы,сәскәләрҙе үҙенең нурҙары менән яҡтыртып,йылытып сихырҙан систе.
Йомғаҡлау.
-Афарин,балалар!Ғәжәп илдә йәшәүселәр һеҙгә “ҙур рәхмәт” әйтә.
-Ә,хәҙер күҙҙәрҙе йомоп үҙебеҙҙең дәрес башында ултырып килгән һауала осоусы шарҙа кире ҡайтырға юлланайыҡ.Беҙ болоттар өҫтөндә осабыҙ,аҫта өйҙәр,урмандар,яландар,шишмәләрсылтырауы,ҡоштар һайрауын ишетәбеҙ.Танауыбыҙҙы әле генә яуып үткән ямғыр еҫе ҡытыҡлай.(музыка)
-Күҙҙәрҙе астыҡ,беҙ үҙебеҙ йөрөгән балалар баҡсаһына килеп еттек.Дәрес ошоноң менән тамам.
-Дәрес һеҙгә оҡшаны?
-Нимәләр ауырлыҡтар тыуҙырҙы?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Табышмаклар илендә кунакта"күңел ачу кичәсе.
Татар халык иҗатына багышланган кичә, зурлар группасына йөрүче балалар белән уздырыла.Бүлмә җәйге аланга охшатып бизәлә.Тирә-якта куаклар,бер читтә яшелчә бакчасы, анда түтәлл...
Конспект развлечения"Без яшибез дуслык илендә"
Конспект развлечения для старшей группы...
ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)
КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...
Саннар илендә
Мәктәпкә хәзерлек төркемендә үткәрелгән шөгыль...
1 кечкенәләр төркемендә ачык шөгыль: “Уенчыклар илендә”.
1 кечкенәләр төркемендә ачык шөгыль. ...
1 кечкенәләр төркемендә ачык шөгыль: “Уенчыклар илендә”.
1 кечкенәләр төркемендә ачык шөгыль. ...
Проект информационно-творческий "Әкият илендә"
Прект предназначен для воспитателей старших и подготовительных к школе групп. Проект с использованием Региональным национальным компонентом....