Мои сказки
материал по художественной литературе

Афлятунова Эльфира Забихулловна

image

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл lingvistik_kit.docx14.7 КБ
Файл kuray_mono_kit.docx15.9 КБ

Предварительный просмотр:

МАДОУ ҡатнаш төрҙәге Әкиәт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Әфләтүнова Эльфира Зәбихулла ҡыҙы(40йәш)

Баймаҡ ҡалаһы

eмаil  elfira35@mail.ru      тел.:89639009578

Тартынҡы хәрефтәр.

(лингвистик әкиәт)

Борон – борон заманда, Башкорт теле тигән бер илдә, йәшәгән ти тартынҡы хәрефтәр исемле бер халыҡ. Уларҙа бик күп парһыҙҙары булған. Шуға ла бер көндө, илдең аҡһаҡалдары аҡланға йыйылып был мәсьәләне күтәреп сыҡҡандар. Оҙаҡ хәл итә алмай интеккәндәр, тик кискә ауышҡан мәлдә генә донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған был илдең иң оло аҡһаҡалы ошондай тәҡдим яһаған.

  • Әйҙәгеҙ, матур, ҙур бер байрам үткәрәйек һәм унда иң һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙың оҫталығы, ә  иң батыр  егеттәребеҙҙең батырлығы буйынса ярыштар үткәрәйек. Бәлки ярыш, уйын мәлендә кемдер үҙенең парын табыр, тип йыйында үҙенең уйын белдергән.

Уның теләген барыһы ла ҡуш ҡуллап риза булған. Шулай итеп, Башҡорт теле илендә ҙур байрамға әҙерлек башланған. Ҡыҙҙар үҙҙәренә күлдәк текккәндәр, ә егеттәр көрөш, ат сабышы һәм дә уҡ атыу оҫталығын нығытҡандар. Был байрамға хатта тәбиғәттә әҙерләнә кеүек ситтән ҡараһаң, сөнки быға тиклем көндәр үтә ҡоро тороп бар ер кибә башлаған булһа, бер көн алдан ғына бар ерҙе туйындырып ямғыр бүләк итә. Икенсе көндө хатта  тәбиғәттә матур күлмәген кейеп байрамға әҙерләнә һымаҡ, сөнки бар тирә яҡҡа болон сәскәләренең хуш еҫтәре, ҡоштарҙың сут – сут итеп һайрауҙары яңғырап тора.

Байрамда илдең иң сибәр, батыр егерме ете егет – ҡыззары айырылып тора. Был сара шул тиклем фәһемле һәм дә һөҙөмтәле булып тамамлана.

Бер нисә ваҡыт үткәс, ошо тантананан һуң, бер – бер артлы һигеҙ туй булып утә. Унда Б менән П, В менән Ф, Г менән К, Ғ менән Ҡ, Д менән Т, Ҙ менән Ҫ, З менән С һәм Ж менән Ш – лар матур бер парлы тарынҡы ғаилә булып йәшәп китәләр.

  Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында парһыҙ тартынҡылар әле булһа үҙҙәренә һаман да пар таба алмай йәшәйҙәр.



Предварительный просмотр:

МАДОУ ҡатнаш төрҙәге Әкиәт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Әфләтүнова Эльфира Зәбихулла ҡыҙы(40йәш)

Баймаҡ ҡалаһы

eмаil  elfira35@mail.ru      тел.:89639009578

Ҡурай моңоноң көсө.

(әкиәт)

      Борон- борон заманда, Ирәндек тауы артында, Ғәҙелшә шарлауығы буйында йәшәгән ти бер батша. Ул үҙенең йомоҡ, серлерле һәм дә уҫаллығы буйынса тирә яҡҡа даны таралған булған. Уның исеме лә үҙенә тап килеп кенә торған – Йомоҡбай. Был батшаның бер генә бөртөк улы булған, тик егет ҡорона етеп килһә лә, уның тауышын бер кеше лә ишетмәгән, бәлки шуғалыр ҙа батша бөтә донъяға, ябай халыҡҡа ҡарата йөрәге түрендә нәфрәт йөрөткәндер.

    Ғәҙел бик ипле, оялсан, кешеләргә ҡарата мәрхәмәтле булыуы менән атаһынан айырылып торған. Ул үҙнең әсәһен бөтөнләй хәтерләмәгән, сөнки әсәһе уға ике йәш тигәндә юғала. Атаһы уны күпме генә эҙләһә лә таба алмай, ул һыуға батҡан кеүек юҡ була. Бер көндө Ғәҙел бик сәйер төш күрә. Төшөндә ул үҙен ниндәйҙер тау – таш арһында урынлашҡан  илдә сәйәхәт итә тип күрә һәм унда бик матур, ят тауыштар ишетә. Унда бик һылыу ғына ҡатын мине эҙләп тапһаң, мин һиңә асыҡ итеп һөйләшергә, әйтә алмаған өндәрҙе әйтергә ярҙам итермен тип вәғәҙә бирә. Шуға ла икенсе көндө иртә менән атаһы янына бара ла Ғәҙел:

  •  Мин башҡа кешеләр кеүек һөйләшкем килә, ғүмерем буйы һаҡаулығым арҡаһында өндәшмәй йәшәгем киләй, тип әйтә. Шуның өсөн дә тиҙҙән оло юлға сығасағы хаҡында белдерә.

        Әлбиттә батша был донъяла ҡалған иң ҡәҙерле кешеһен юғалтҡыһы килмәй, тик улын нисек кенә өгөтләп ҡараһа ла уны алдына алған уйынан кире баш тарттыра алмай.

     Ғәҙел ҡояш һарыһы менән тороп, атаһы йоҡлаған мәлдә Ирәндек тауы яғына юл тота. Тауҙың иң бейек нөктәһенә еткәс, ул  кеше күҙенә ҡапыл ғына сағылып бармаған, бәләкәй гәне мәмерйәне күреп ҡала. Егет бер ниҙән дә ҡурҡып тормайынса шунда инеп китә. Бер мәл,  ул ҡараңғылыҡтан ҡапыл ғына бөтөнләй икенсе бер донъяға килеп сыға. Бында елдәр ҙә башҡаса иҫә, ҡоштар ҙа икенсе төрлө һайрай,  ә ҡайҙалыр йыраҡта матур ғына моңло ла, тулы һағыш менән һуғарылған бер йыр ишетә. Ғәҙел шул яҡҡа ҡарай барырға ниәтләй, тик нимәлер уны ул яҡҡа ебәрмәй. Шул мәлдә, ҡайҙандыр бик таныш тауыш ишетә, ул уны ҡайҙалыр ишеткән кеүек хәтерләй, тик ҡайҙа һәм ҡасан икәнен иҫләй алмай. Тауыш нығыраҡ яҡынайған һайын, уның йөрәге нығыраҡ тибә башлай. Бер мәл уның ҡаршыһына бик матур һылыу барлыҡҡа килә.Тауһылыу ябай ғына ете тажлы үләнде йолҡоп ала ла, унда бер нисә тишек эшләп егет кешегә өрөргә бирә. Ғәҙел бар тынын  йыйып  көпшәгә өрөп ебәрә, ни мөғжизә, шул ваҡытта бик матур бер моң барлыҡҡа килә. Уны тыңлап бөткәс һылыу илай – илай үҙенең Йомоҡбай исемле һөйгәне, Ғәҙел тигән улы бар икәнен бәйән итә, тик ул был ерҙәрҙе ябай ғына бер үләдең ниндәй ҙә бер көй сығарғас ҡына китә аласағын әйтә. Ғәҙел көн һайын ҡурайҙа уйнай һәм ниһәйәт бер көндө бик матур, шул уҡ ваҡытта һағышлы көй уйнап ебәрә. Әллә ҡурай моңоноң көсө шулай көслө була, әллә егеттең телен түгел, ә әсәһен шул тиклем тыуған яғына алып ҡайтҡыһы килә, бер мәл бөтә сихыр юҡҡа сыға. Тауһылыу был егеттә үҙенең улын таный, ә тирә яҡ был мәлдә сихри бер моңға төрөнөп шымып ҡалған кеүек була.

    Шулай итеп, Ғәҙелдең ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тигән теләге бушҡа булмай, сөнки уның телмәре таҙара һәм дә әсәһен табырға ярҙам итә. Балалар, мөғжизәгә ышанығыҙ һәм үҙегеҙ өҫтөндә гел генә эшләгеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Что за чудо эти сказки!!! Аппликация по сказке А. С .Пушкина «Сказка о рыбаке и рыбке».

Что за чудо эти сказки!!! Аппликация по сказке А. С. Пушкина «Сказка о рыбаке и рыбке».Ко дню памяти А. С. Пушкина, мы решили оформить выставку детских работ, посвященных творчеству поэта. Для этого з...

Интегрированное комплексное занятие в первой младшей группе "Путешествие в сказку" Интегрированное комплексное занятие в первой младшей группе "Путешествие в сказку" Интегрированное комплексное занятие в первой младшей группе "Путешествие в сказку"

Цель: Напомнить детям содержание знакомой сказки, побуждать их к проговариванию и повторению вслед за воспитателем отдельных слов и фраз, воспитывать любовь к художественной литературе.Задачи:·...

Развлечение по сказкам Абдуллы Алиша "Сказка за Сказкой"

Материал подготовлен к юбилею татарского поэта и писателя А.Алиша для ознокомления детей дошкольного возраста с его творчеством...

Памятка для родителей: "Сказка....Сказка? Сказка!"

Значение сказки в жезни ребенка...

"Сказка ложь, да в ней намёк" Сценарий развлечения для детей старшего дошкольного возраста по сказке А.С. Пушкина "Сказка о царе Салтене"

Сценарий музыкально - театрализованного развлечения по сказке А. С. Пушкина предназначен для детей старшего дошкольного возраста. Дети рассматривают репродукции иллюстраций к сказке знаменитых русских...

Русские народные сказки. Сказки – один из основных видов устного народного поэтического творчества. «Словом “сказка” мы называем и нравоучительные рассказы о животных, и полные чудес волшебные сказки.

Русские народные сказки.Сказки – один из основных видов устного народного поэтического творчества. «Словом “сказка” мы называем и нравоучительные рассказы о животных, и полные ...