Бассейнда уйындар
консультация по физкультуре
Беҙҙең баҡсала балалар бассейнда шөғөлләнергә ярата. Йөҙөргә өйрәнеү өсөн бер нисә күнегеү тәҡдим итәбеҙ
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
basseynda_uyyndar.docx | 161.87 КБ |
Предварительный просмотр:
Беҙҙең баҡсала балалар бассейнда шөғөлләнергә ярата.
Йөҙөргә өйрәнеү өсөн бер нисә күнегеү тәҡдим итәбеҙ
Сумыу
Күкрәккә тиклем һыуға инергә, тын алырға һәм сумырға кәрәк. Һыу аҫтында тынды сығармайынса, 5-10 секунд торорға. Был күнегеүҙе 5-6 тапҡыр ҡабатлайбыҙ.
Шыуыу
Күкрәккә тиклем һыуға инергә, ҡулдарҙы алға һонорға, тын алырға, битте һыуға төшөрөп, аяҡтар менән һыу төбөнән этенергә. Шул рәүешле һыу өҫтөнән ярға табан шыуырға кәрәк.
Һыуға тын сығарыу
Күкрәккә тиклем һыуға инерғә һәм эйәкте һыу ҡаплағансы эйелергә кәрәк. Тын алырға, битте һыуға ҡаплап, тын сығарырға.
Аяҡтар менән сәпелдәтеү
Күнекмә таҡтаһы, туп йәки башҡа йөҙә торған әйбер алығыҙ. Таҡта йәки туп тотҡан ҡулды алға һоноп, аяҡтар менән һыуға алмашлап һалмаҡ ҡына сәпелдәтергә кәрәк.
Ҡул менән ишеү
Һыуға ингәс, эсегеҙ менән һыуға ятығыҙ һәм уң ҡулды һыу өҫтөнән алға һоноп аҫҡа табан хәрәкәт иттерегеҙ. Артабан һул ҡулды алға һоноп шул уҡ хәрәкәттәрҙе яһарға кәрәк. Шул рәүешле ҡулдар менән өҙлөкһөҙ хәрәкәт итегеҙ. Был ваҡытта аяҡтар “сәпелдәтеү” күнекмәһе буйынса хәрәкәтләнәләр.
Һыуҙа уйындар
Туп артынан һыуға
Бассейн ситендә баҫып торған уйнаусыларҙың икеһенең ҡулында бер үк төрлө туп. Сигнал буйынса улар туптарын һыуға мөмкин тиклем алыҫҡа ташлайҙар. Шунан икеһе лә, береһе икенсеһенең тубы артынан йөҙөп китә. Тупты беренсе булып ярға алып сыҡҡан кеше еңеүсе тип таныла. Был уйында, һәйбәт йөҙөүҙән тыш, тупты алыҫҡа ташлай ҙа белергә кәрәк.
Кем күберәк ҡыуыҡ сығара?
Балалар күкрәккә тиклем еткән ерҙә бергә туплана һәм торған килеш һәр береһе күп итеп тын ала ла иңкәйә биреберәк ултырып,тынды яйлап ҡына кире сығара. Ойоштороусы һыу эсенән оҙаҡ һәм күп ҡыуыҡ сығарған баланы еңеүсе итеп билдәләй.
Балыҡсы менән балыҡтар
Был уйын да һыуҙа уйнала. Балаларҙың береһе “балыҡсы”, ҡалғандары “балыҡ” була. Уйын башланыу менән “балыҡсы” балаларҙы берәмләп баҫтырып тота башлай. Кем тотола, ул “балыҡсы”ға башҡа уйнаусыларҙы тоторға ярҙамлаша. Иң аҙаҡ тотолған бала йылғыр “балыҡ” булып иҫәпләнә.
Һыуҙан ҡоро сығыу
Уйнаусылар бер рәт булып баҫалар. Уйынды ойоштороусы балаларҙың барыһына ла берәр бит ҡоро, таҙа ҡағыҙ өләшеп сыға. Сигнал булыу менән балалар ҡағыҙҙы һыу тейҙермәҫ өсөн юғары күтәреп йүгерәләр. Билдәләнгән араны үткәс кире боролалар. Кем беренсе булып еүешләнмәгән ҡағыҙ бирә, шул еңеүсе була.
Балыҡ тотоу
Уйнаусылар ҡулға-ҡул тотоношоп түңәрәк яһайҙар. Түңәрәк эсендә бер бала иптәштәренең ҡул аҫтынан һыуға сумып тышҡа сығырға тырыша. Кемдең ҡул аҫтынан сыға, шул “балыҡ” була, ә үҙе түңәрәккә баҫа.Әғәр ҙә “балыҡ” булған бала биш мәртәбә түңәрәктән сығырға тырышып та ҡотола алмаһа, уны шулай уҡ икенсе иптәше алмаштыра.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1. Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...
Дидактические игры. Дидактик уйындар.
"Бер һүҙ менән әйт" "Бер һүҙ менән әйт" дидактик уйыны өсөн карточкалар. Был карточкалар балаларҙы дөйөмләштереп әйтә белергә өйрәтеү менән бер рәттән, уларҙың актив һүҙлеген үҫтереү өсөн дә файҙ...
Башҡорт йолалары һәм уйындары
Башҡорт йолалары һәм уйындары...
Дидактик уйындар (үҙ уйындарым)
Балалар баҡсаһында дидактик уйындар/´МӘКТӘПКӘСӘ белем биреү учреждениеһында дидактик уйын – баланың шәхесен һәр яҡлап тәрбиәләү ысулы, ул уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Был ысул менән файҙа...