Праздник осени :"Көҙгө уңыш байрамы"- "Сөмбөлә"
материал (старшая группа)

Гизатуллина Фаузия Кимовна

Праздник осени в детском саду :"Көҙгө уңыш байрамы"- "Сөмбөлә" с детьми  старшей группы на башкирском языке

Воситатель:Гизатуллина Ф.К. 

 

Скачать:


Предварительный просмотр:

        Көҙгө уңыш байрамы:  "Сөмбөлә"

Маҡсат:

-Балаларҙың куңелендә байрамға ҡарата сағыу һәм шатлыҡлы атмосфера булдырыу , кинәнес тойғоһон уятыу.

Бурыстар:

-Балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә һәм миҙгел үҙгәрештәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

-Көҙ билдәләре тураһында белемдәрен үҫтереү;

-Көҙ миҙгелен йомарт,бай һәм матур йыл миҙгеле итеп күҙаллауҙарын киңәйтеү,кеше өсөн көҙ  ниндәй үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле икәнен аңлатыу;

-Тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү,

-Тыуған яҡҡа, туған  телгә,ата- әсәләргә һөйөү  тәрбиәләү;

-Балаларҙы башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә йәлеп итеү;

-Балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә теләк уятыу.

Йыһазландырыу: Тирмә, иҙәндә балаҫ. Өҫтәлдә - самауыр, милли ашамлыҡтар (бал, бауырһаҡ, сәк-сәк). Балалар, Көҙбикә, алып барыусы– милли кейемдэ.

Ҡатнашыусылар:

Алып барыусы(тәрбиәсе )

Көҙбикә(тәрбиәсе)

Балалар(Һуған,кишер,помидор,картуф,ҡабаҡ,сөгөлдөр)

Йыр: «Көҙ етте”(Нәсимә Дәүләтҡолова һүҙҙәре һәм музыкаһы); “ Әсәй”,  

Уйындар: «Көҙ”,”Йәшелсәләрҙе таныу”,”Һыбайлылар”

Инсценировка:Малайҙарҙың бәхәсе.

Бейеүҙәр:

1.Көҙбикәнең бейеүе,(“ Ҡояшлы көн“ А.Каримов музыкаһы) ;                      2.Япраҡтар менән бейеү, “ Көҙ уйыны“,Азамат Хәсәншин музыкаһы;                                                                                                           3.“Дуҫлыҡ» бейеүе,(Нур Дауытов музыкаһы).

                             

                                      Байрам барышы:

Залға  өс малай йүгереп керәләр.

1 малай: Һин уҙаман булаһың!

2 малай: тағы ла минме?!

3 малай: танылған)....

1 малай: юғары

1 малай:  баҡса ҡарасҡыһы...

3 малай: һеперткенән мыйыҡ!

3 малай: эшләпә

1 малай: ҡарғалар артынан күҙәт.

Малайҙар (бергәләп) : осто,осто ҡарғалар осто (ҡулдарын болғайҙар) ҡар-ҡар, ҡар....хәҙер тот беҙҙе.

Байрамса кейенгән балалар  залға  З.Исмәғиловтың “ Баҡсала ” исемле музыкаһына  инәләр.

Алып барыусы : Хәйерле көн, балалар, ҡунаҡтар, хеҙмәттәштәр! Беҙ бөгөн ошо яҡты залда һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ.Беҙҙең осрашыуыбыҙ иҫ киткес,матур йыл миҙгеленә - алтын көҙгә арналған.Көҙ еткәс беҙ һылыу ҡунағыбыҙ- йомарт көҙбикәне ҡаршылайбыҙ. Ошо уңыш байрамы башҡортса “ Сөмбөлә “тип атала. Әйҙәгеҙ беҙҙең  һылыу көҙбикәне-Сөмбөләне матур шиғырҙар менән ҡаршы алайыҡ!

Добрый день уважаемые коллеги и дети! Мы сегодня собрались в этом зале, чтобы в торжественной, праздничной обстановке проводить осень на целый год!

                                      (балалар шиғыр уҡый)

1 Байрам менән  һеҙҙе ,яҡын дуҫтар,                 2. Көҙ килгән, көҙ килгән,          

 Уңған булған оло, кесегеҙ,                                    Көҙ килгәнен кем белгән?                                            

 Ысын йөрәктән

 сыҡҡан был һуҙҙәрҙе                                              Көҙ бит һорап та тормайса            

 Сәләм итеп ҡабул итегеҙ!                                      Баҡсаға барып ингән.              

3Көҙ еткәс тә миләшем                                       4. Елбер-елбер ел иҫә,  

  Һалғайны шул кейемен.                                        Япраҡтар ергә төшә.

  Хәҙер шуны буран сыҡһа,                                     Ағастар өшөп бөткән,                                            

  Эҙләй кеүек эйелеп.                                               Үләндәр ҙә  күшеккән.      

5.Уңыш йыйылды,ҡоштар ҙа китте

   Матур көҙ айы-ноябрь етте.

Алып барыусы: Бигерәк матур шиғырҙар һөйләнегеҙ.Афарин,балалар!... Байрамды дауам итер өсөн беҙҙең байрамдың хужабикәһе кәрәк бит әле! Кем әле ул?

Балалар (бергә): Көҙбикә!

Алып барыусы :Әйҙәгеҙ эле, беҙ уны яныбыҙға матур йыр менән саҡырайыҡ!

                                               Йыр ”Көҙ етте”

(Көҙбикә А.Каримовтың “Ҡояшлы көн” исемле музыкаһына  бейеп залға инә)

Алып барыусы: Төклө аяғың менән, Көҙбикә! Байрамыбыҙға рәхим ит! Әйҙә түрҙән уҙ!

Көҙбикә: Һаумыһығыҙ балалар,  ҡунаҡтар!Мин Көҙбикә—көҙ ҡыҙы. Мул уңыштарым менән, ҡырау-ямғырлы көндәрем, һалҡын төндәрем менән килдем һеҙгә. Бөгөнгө байрамда бейеп, йырлап, көлөп, төрлө уйындар уйнап  куңел асырбыҙ бергә.

Алып барыусы: Һин беҙҙе Көҙбикә,  иҫ китерлек сағыу биҙәктәрең,тирә-яҡтың матурлығы һәм  тәмле күстәнәстәрең менән ҡыуандыраһың! Бына һиңә быйылғы уңыштан бешерелгән, яңы ғына мейестән сыҡҡан аҡ ҡалас. Икмәгебеҙ бик уңды, быйылғы ямғырлы йәйҙә шундай уңыш алырға ярҙам иткәнең өсөн, рәхмәт һиңә! (икмәкте бирә)

Көҙбикә: Ҡояштан алда торһағыҙ, иренмәһәгеҙ, мин һәр саҡ һеҙгә ярҙам итермен.

Алып барыусы: ысынлап та, икмәктән дә оло бер нимә лә юҡ, шуның өсөн дә әйҙәгәҙ әле икмәк тураһында шиғырҙар тыңлап алайыҡ.

            (балалар икмәк тураһында шиғыр һөйләй)

1 Күпереп бешкән икмәк                  2  Икмәк бешерҙе әсәйем,

   Табынға килһен өсөн,                        Таралды тәмле еҫе.

   Йыл буйына игенсе                            Сәй эсәбеҙ беҙ күмәкләп,

   Ҡыҙғанмай түгә көсөн.                         Шау-гөр килә өй эсе.

Алып барыусы: Дөрөҫ әйттегеҙ, балалар. Икмәк – беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ! Икмәк бик ҡәҙерле! Иң беренсе табынға килә ул! Ә беҙ табынға килгән хуш еҫле, тәмле икмәкте ҡәҙерләргә, хөрмәт менән ҡарарға өйрәнеп уҫәйек!

Көҙбикә: Көҙ көнө кешеләр мул уңыш йыялар. Тутәлдәрҙә, ялан-ҡырҙарҙа емеш-еләк өлгөрә. Әсәй-өләсәйҙәр уларҙан төрлө ҡайнатмалар, салаттар әҙерләй... Бөгөн дуҫтарым, минең менән, йәшелсәләр ҙә  килеп етте. Бына улар, ҡарағыҙ әле (йәшелсә булып кейенгән балалар сыға).

Һуған.                                             Помидор                                                          

Мин –йәшел һуған                     Мин уҙем помидор                      

Йыл әйләнәһе тыуған               Үҙем кескәй, уҙем ҙур                  

Тәмгә әсе булһам да                 ыҙыл булам, йә һары,                

Витаминдарҙан торам.               Витаминдарҙан торам бары.    

    Кишер                                                   Ҡабаҡ                                      

 Мин һаҙғылт кишер                               Мин – ҡабаҡ,                              

 Буйы ҙур тип һоҡланһаң,                       Минән һеҙгә шул һабаҡ-

 Ҙур булып үҫәм тиһәң,                           Орлоҡтарымды алып              

 Ашыңа һалып бешер.                             Сәсегеҙ ҡабат-ҡабат.                

                Картуф                                                    Сөгөлдөр  

Бер бөртөк ер аҫтына күмелдем,               Мин бит – ҡыҙыл сөгөлдөр                    

Көҙ етеүгә балаларым күренде.                Үҙем шәп, үҙем өлгөр.  («йәшелсәләр” залдан сығалар)                              

Көҙбикә: Кәрзинем эсендә төрлө уйындарым да бар  минең. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп “Көҙ” уйынын уйнап алайыҡ.                                

              1.Уйын ”Көҙ”,Азамат Хәсәншин музыкаһы-япраҡтар менән  күмәкләп бейеү.

              2.Уйын «Һыбайлылар”(«Ҡара юрға” башҡорт халыҡ көйө)

Көҙбикә: Ай-һай, балалар... кәрзинемдә төрлө-төрлө йәшелсәләрем дә бар икән. Әйҙәгеҙ уларҙы танып алайыҡ.  

                               

              3. “Йәшелсәләрҙе таныу”                                       (ҡыяр,алма,....балалар йәшелсәләрҙе башҡортса әйтәләр),  балалар  ултыралар.

Алып барыусы:  Көҙбикә !Беҙ һинең килеүеңә бик шатбыҙ,матур  башҡорт бейеүе менән тәбриҡ итәбеҙ.

                         ( «Дуҫлыҡ»  бейеүе-парлы бейеү )

Алып барыусы: Балалар, көҙ көнө йәшелсәләрҙе йыйған ваҡытта һеҙ кемдәргә ярҙам итәһегеҙ?

Балалар: Атайға, әсәйгә.

Алып барыусы: Ә һеҙ беләһегеҙме, көҙҙөң һуңғы айында беҙ иң матур, иң куркәм байрам –әсәйҙәр көнөн билдәләйбеҙ. Ысынлап та.....

( Әкрен генә музыка уйнай) Әсәй! Ниндәй бөйөк исем! Ер йѳҙѳндә иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Күпме наҙ, күпме йылылык бар был һүҙҙә! Шул һүҙ менән баланың теле асыла. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Уның йомшаҡ ҡулдарын, ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй. Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә, ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.

Йоҡо татлы булһын өсөн--- Әсәй кәрәк! (балалар бергә)

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн--- Әсәй кәрәк! (балалар бергә )

Донья йәмле булһын өсөн--- Әсәй кәрәк! (балалар бергә)

Аштар тәмле булһын өсөн--- Әсәй кәрәк! (балалар бергә)....

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн--- Әсәй кәрәк! (балалар бергә)

Хөрмәтле ҡунаҡтар, хеҙмәттәштәр, ысын күңелдән һеҙҙе яҡынлашып килгән иң матур байрам—әсәйҙәр  көнө менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә Донъяның бар матурлығын, ҡояш нурҙарының иң яҡтыһын, сәләмәтлектең ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең сикһеҙен теләп ҡалабыҙ. Бүләк итеп йыр ҡабул итегеҙ.

                     (йыр ”Әсәй” – балалар  урындарында  ҡалалар)

Көҙбикә:

Бигерәк матур йырланығыҙ,

Шиғырҙар һөйләнегеҙ,

Барыһы өсөн рәхмәт һеҙгә.

Алдағы көндәрҙә лә

Теләйем һеҙгә уңыштар.

Алып барыусы:Беҙҙең тыуған  Башҡортостаныбыҙҙа кешеләр яҡшы йәшәйҙәр,берҙәм эшләйҙәр,күңелле ял да итәләр.Беҙҙең тыуған илебеҙ,еребеҙ сәскә атһын,ялан,ҡырҙарында күпереп иген уңһын,баҡсалары бай уңыш бирһен!

Көҙбикә:

Йәшәгеҙ барығыҙ, дуҫтар! Хушлашыр алдынан  һеҙгә бәләкәс кенә кустәнәс,быйылғы уңыштан  алмалар  тапшырайым! Быйылға балалар минең ваҡытым утте, миңә алмашҡа Ҡышбикә килә. Ә мин һеҙҙең менән хушлашам! Һау булығыҙ!

Алып барыусы: Һау бул, Көҙбикә! Киләһе йылда ла көҙгө муллыҡта һине көтөп ҡалабыҙ.

Ҡәҙерле ҡунаҡтар, шуның менән байрамыбыҙ тамам. Килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!Балалар ,матур сығышығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Алып барыусы : Балалар, ҡунаҡтар менән хушлашайыҡ.

Балалар: Һау  булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий осеннего праздника для детей средней и старшей групп "Простуда на празднике Осени".

Неожиданно на праздник Осени приходит  Простуда и запугивает детей микробами. Но растроганная подарками и хорошим отношением к ней, обещает детям и Осени  измениться: дружить с лучком ...

Сценарий осеннего праздника для воспитанников Дома ребенка. Праздник осени.

Меня вы звали? Вот и я!   Привет осенний вам, друзья! Закрепление знаний об изменениях в природе с наступлением осени....

Фольклорное развлечение «Гости к Дашеньке пришли»,Осенний праздник"Осень,в гости просим",Развлечение"Россия - Родина моя",консультации для родителей"Изготовление муз.инструментов","Правила поведения при встрече с музыкой",подбор слайдов"наши праздники"

1. Приобщение детей к русскому быту,укладу.2 .В необычной форме рассказать детям о вреиени года - осень,вызвать положительные эмоции.3. Развлечение направлено на патриотическое воспитание дошкольников...

Сценарий осеннего праздника «ПРАЗДНИК ОСЕНИ» в младшей группе «АКВАРЕЛЬКИ», «БУСИНКИ» 2018-2019 уч.год

Жаль, что лето миновало. Жарких дней нам было мало.Лето было, да прошло – время Осени пришло.Как красиво в нашем зале, всех на праздник мы позвали.Будем в гости Осень ждать, с нею...

Сценарий праздника во 2 мл.группе "Малыши в гостях у осени" (объединенный праздник Осени + День матери)

Сценарий праздника во 2 мл.группе.  Объединенный праздник Осени + День матери....

Праздник осени. Сценарий осеннего праздника во второй младшей группе "Волшебница осень" Развлечение для второй младшей группы.

Цель: создание праздничного настроения. Задачи: формировать у детей интерес к явлениям природы; воспитывать бережное отношение к природе; развивать музыкально-ритмические навыки, творче...