Берҙәм ғаилә-ил терәге
консультация (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Башкортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Тәүәкән ауылы «Бәпембә» балалар баксаһы мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автоном учреждениеһы
“Берҙәм ғаилә-ил терәге!”
Өлкәндәр төркөмө.
Тәрбиәсе: Ғафарова З.З.
2020 йыл
Маҡсат: ғаилә тураһында белемде арттырыу һәм үҫтереүҙе дауам итеү.
Бала һәм өлкәндәр араһында йылы мөнәсәбәттәр булдырыу. Ғаилә ағзалары менән таныштырыу, кейемдәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ниндәй ғаилә ағзаһыныҡы булғанын әйтеү,иғтибарҙы үҫтереү.
“Ғаилә” темаһына һүҙ запасын үҫтереү, күреү һәләтен үҫтереү.
Ғаилә ҡағиҙәләрен һаҡлау, тыныс,ипле булырға. Оҫта итеп төшөрөргә,етеҙлекте үҫтерергә,ғаилә ағзаларына ҡарата һөйөү тәрбиәләргә.
Күргәҙмә материалдар: төҫлө буяуҙар,альбом биттәре,ҡәләмдәр, һандыҡ, кейемдәр, мәҡәлдәр, уйындар өсөн картуф, күнәк, кәнфит, машиналар, ярмалар, туп, дипломдар, магнитофон.
Музыка яңғырай. Тәрбиәсе ата-әсәләр менән балаларҙы өҫтәл артына саҡыра.
Алып барыусы: Бөгөн беҙ юҡҡа ғына йыйылышманыҡ. Бер-беребеҙ менән яҡыныраҡ танышыр өсөн йыйылдыҡ, балалар һәм ата-әсәләр. Ғаилә-ул бәләкәй генә ил. Ғаиләләр бер-береһенән айырыла: фамилиялары,исемдәре,ҡиәфәте,гөрөф-ғәҙәттәре. Һәр ғаиләлә үҙ тәртибе, үҙ серҙәре бар. Хәҙер беҙ һәр бер ғаиләһе менән яҡыныраҡ танышайыҡ.
1-се өҫтәл (бала һөйләй)- был минең әсәйем,исеме ............ Ул йырларға ярата. Атайымдың исеме ..............
(4 ғаилә үҙҙәре менән таныштырып үтә).
Алып барыусы: Һеҙ барығыҙҙа төшөрә беләһегеҙ. Һәр ғәилә тиҙ генә үҙенең ғаиләһен һүрәткә төшөрә һәм ғаилә ағзалары менән таныштыра.
(Һүрәт төшөргән ваҡытта балалар сығышы.йыр.)
-Шулай итеп,ғаиләлә атай-әсәҙәр,һеҙҙән башҡа тағы башҡа туғандарығыҙ бар икән. Ғәилә-ул иң яҡын туғандар,бер-береһе өсөн йән атып торалар,яраталар,ярҙам итәләр.
Беҙгә бөгөн ҡунаҡҡа ҡарт өләсәй ҙә килде. Ул үҙенең ғаилә һандығын алып килгән. Нимәләр бар икән унда. Әйҙәгеҙ,танышайыҡ.
(Фатиха өләсәй башҡарыуында йыр).
Мәҡәлдәр әҙерләгән, «Аҙағын әйтеп бөтөр»
1.Алма ағасынан...(алыҫ төшмәй)
2.Ҡунаҡта күңелле..,Ә (өйҙә тағы ла рәхәт)
3.Йомортҡа...(тауыҡты өйрәтмәй)
Алып барыусы: Атай-беҙҙең ғаиләлә иң хөрмәтле кеше. Ул беҙҙең ғаиләне матди яҡтан ҡараусы. Хәстәрлекле атайҙар өсөн ярыш үткәреп алайыҡ әле. “Картуф йыйыу” уйыны.(Атайҙар машина менән берәр картуф һалып өйгә ташый. Әсәй кеше ҡабул итә. Улы бушата).
2-се уйын «Күнәккә тура килтереп ырғыт!»(кем күберәк күнәккә кәнфит ырғыта,шул еңә).
3-сө уйын “Баланы баҡсаға әҙерләү” (күҙ бәйләп үҙ балаһын таба ла,уны кейендерә).
4-се уйын “Әсәйҙәрҙең һиҙгерлеген,егәрлелеген тикшереү” (күҙ бәйләп ярма төрҙәрен асыҡлау).
5-се уйын “етеҙлекте күрһәтеү” (атай менән әсәй ҡулдарына ултыртып баланы йөрөтә).
Алып барыусы: Шулай итеп, беҙҙең ғаиләләр бөтә яҡлап та өлгөр, егәрле, берҙәм, көслө икән. Иң аҙаҡ, һәр ғаилә үҙенең ғаиләһе тураһында нимә әйтер икән? (тупты бер-береһенә ырғытып әйтәләр) «Беҙҙең ғаилә ниндәй?» уйыны.
- Һәр бер ғаилә дуҫ,көслө,матур,егәрле,күңелле, һау-сәләмәт,спортты һөйөүсе,ҙур икән.Рәхмәт барыһына ла! Бик әүҙем ҡатнаштығыҙ,афариндар! Баҡсабыҙҙағы төркөмдәргә йөрөүсе балалар ҙа бергә ҙур ғаиләгә оҡшағанбыҙ. Үҙ-ара беҙ-ҙә дуҫ йәшәйбеҙ,беҙ беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, һағынышып киләбеҙ. Балалар һеҙ бәхетле! Һәр ҡайһығыҙ ғаиләлә үҫә. Ғаиләлә, иң мөһиме, дуҫлыҡ,тыныслыҡ,хөрмәт һәм бер-береңә һөйөү булырға тейеш. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ,һаҡлағыҙ! Сөнки улар ҡыуаныслы минуттарҙа һеҙең менән ҡыуана,ә ауыр ваҡытта ярҙамға киләләр.
- Байрамыбыҙ аҙағына ла етте.Иң көслө ғаилә ағзаларына дипломдар тапшырайыҡ! (“Спорт һөйөүсе ғаилә”,”Иң хәстәрлекле атай”,”Иң ижади ғаилә”,”Иң берҙәм ғаилә”,”Иң егәрле әсәй”
Ата-әсәләр менән “Дуҫлыҡ” бейеүе.