Ата-әсәләр өсөн консультация
консультация (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Башкортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Тәүәкән ауылы «Бәпембә» балалар баксаһы мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автоном учреждениеһы
Урыҫ телендә аралашҡан
башҡорт балаларының
телмәрен үҫтереү алымдары
(ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад).
Үткәрҙе: “Йәйғор” төркөмө тәрбиәсеһе
Ғафарова З.З.
Тәүәкән-2021
И Родной тел. (Вил Казыйханов)
И родной тел, и красивый,
Папам, мамамдың теле.
Мог я узнать күп нәмәне
Һин родной тел арҡалы.
Был языкта коляскала
Мамкам сказку көйләгән.
А затем төндәр буйы
Бабуля рассказ һөйләгән.
А потом ни сәбәптәндер
Өйрәткәндәр рус язык.
Якобы, тик ошо телдә
Алам духовный аҙыҡ.
Почему же нас детсадта
Һиңә өйрәтмәнеләр,
В школе, когда обучали,
Һиндә һөйләтмәнеләр?
И родной тел, и матур тел,
Мамам, папамдың теле.
Только я их обвиняю
Өйрәтмәгәнгә һине.
И родной тел, аңлаталар:
Можно жить и быть һинһеҙ.
Папа, мама и бабуля
Оставили меня телһеҙ. (Казыханов. Родной тел)
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта балаларыбыҙҙың теле тап ошолай яңғырай башланы. Йәғни, улар ике телдә лә иркен итеп аралаша алмай. Ә ни өсөн бала үҙ телендә иркен һөйләшә алмай һуң? Быны булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә? Бөгөнгө сығышым тап ошо турала буласаҡ.
Башҡорт әҙәби теле – илебеҙгә туғандаш телдәр менән хоҡуҡлы милли тел. Башҡорт теле - башҡорт милли культураһының нигеҙе. Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, үҫешкән, көндән- көн алға китеүсе культура тармаҡтары һанала. Балаларға белем биреүҙә туған телдең әһәмиәте ҙур, мөмкинселектәре киң. Бала үҙ туған телендә һөйләшә, фекер йөрөтә.
Ошо тел аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт күренештәрен күреп, танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.
Ғаиләлә ата-әсәләр ике телдә лә һөйләшкән осраҡта балаларҙың теле һуңлап асылыу осраҡтары ла юҡ түгел. Шуға күрә, ата- әсәләр баланың һуң һөйләшә башлауына борсола. Лингвистарҙың фекеренсә, хәҙерге ваҡытта бер телдә генә һөйләшеүселәргә ҡарағанда ике телдә һөйләшеүселәр һаны арта бара. Һуңғы тикшеренеүҙәргә ҡарағанда икетеллелек балаларҙың хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, төрлө яҡлап үҫешенә ыңғай тәьҫир яһай тигән фекерҙәрҙе лә ишетергә мөмкин. Икенселәр, киреһенсә икетеллелек баланың телмәре үҫеүҙе тотҡарлай, тигән фекерҙә. 1-3 йәш, әгәр ҙә бала психик һәм физик яҡтан үҫешкән булһа, тел өйрәнеү өсөн иң отошло осор тип иҫәпләнә.Ул төп телде тиҙ арала үҙләштереп аласаҡ. Төп телгә таянып икенсе телде өйрәнеү еңелерәк була.
Туған тел баланың психикаһына туранан-тура йоғонто яһай, унда кире һәм ыңғай эмоциялар тыуҙыра, туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта. Тыуған телде өйрәнеү баланың үҙ аллы фекер йөрөтөү, һөйләү телмәрен үҫтереү, байытыу һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал булып тора.
Үҙ халҡының тарихы, йыр-моң күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, тыуған ерен, ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, халҡы рухы менән, уның маҡсаты, үҙ хыялы, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булып, уның нескәлектәрен аңлаған, үҙенең бөтә булышын халҡына бағышлаған кеше генә тәрбиәле һәм белемле шәхес була ала.
Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Тәүҙә балалар баҡсаһында, унан мәктәптә киңәйтә, тәрәнәйтә, нығыта бара. Шулай итеп, балаларҙа үҙ туған еренә, халҡына, унан үткәненә, ғөрөф-ғәҙәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, ихтирам уятыу, милли рухҡа нигеҙ һалыу, милли йыр, уйын, бейеү, мәҡәлде туған телдә өйрәтеү мәктәпкәсә йәштән үк балаға йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, улар ҡабул итә алған тиклем кимәлдә өйрәтелһә, киләсәктә үҙенең кем икәнлеген белгән, ныҡлы рухлы булған быуын үҫәсәк, сөнки бала саҡтағы ишеткәндәр онотолмай, бала үҙенең саф, таҙа күңеленә һеңдерә, тәүге бураҙналар һалына. Башҡорт балаһына үҙ телендә белем биреү, телгә һөйөү уятыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.
Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн белемгә өйрәтеү ҙә уйынһыҙ мөмкин түгел. Баланың әүҙемлеген арттырыу өсөн уйын алымын индереү, ҡулланыу киң таралған.
Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә, “телдең рухын” үҙләштерә.
Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар. Ысынлап та, бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Шулай уҡ бармаҡ хәрәкәте менән телмәр үҫеше араһында бәйләнештәр бар. Шуның өсөн, “бармаҡ уйындарын” ҡулланып телмәрҙе лә, бармаҡ эшмәкәрлегендә үҫтереп була, балала ҡыҙыҡһыныу ҙа көсөйә.
Бала нимә күрә, ишетә, күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә сағыла. Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.
Телмәр үҫтереүҙә шиғыр юлдарын хор менән һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашмаһа, үҙ-үҙенә ышаныс юғалыуы, кәмһенеү тойғоһо уяныуы ихтимал.
Балаға туған телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була һәм эш барышында тел ҡәҙерен аңлай белергә, туған телгә, уның матурлығына һөйөү уятырға бурыслыбыҙ.
Бала өләсәйҙәре, олатайҙары менән аралашып үҫкән осраҡта башҡорт телен ишетеп, белеп үҫә. Кескәйҙәр ошо ваҡытта уратып алған әйберҙәргә, телмәргә бик тә иғтибарлы була. Ул кешеләрҙең һөйләшкәнен, аралашҡанын ишетеп үҫһә, тиҙерәк теле асыла. Яңы тыуған бала менән йыш аралашыу, һөйләшеү баланың төрлө яҡлап үҫешенә булышлыҡ итә. Баланың телмәрен үҫтереүҙә ата- әсәнең сабый менән аралашыуы бик мөһим роль уйнай. Балаларға йорт, ҡырағай хайуандарҙың, ҡоштарҙың һүрәттәрен күрһәтеп, уларҙың сығарған тауыштарын ҡабатлап, исемен дөрөҫ итеп әйтеүҙәре һүҙлек байлығын арттырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән: әтәс- кикрикүк, һыйыр- мө-ө-ө, ҡаҙ- ҡаҡ-ҡаҡ, себеш- сип-сип, һарыҡ-бә-ә-ә. Ата- әсәләр артынан баланың төрлө хәрәкәтте һәм һүҙҙәрҙе ҡабатлауы, уның һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итә. Был осраҡтарҙа инде башҡорт халыҡ уйындары мөһим роль уйнай. Мәҫәлән: бармаҡ уйындары,шаяртҡыстар, һикергестәр, һанашмаҡтар, табышмаҡтар, мауыҡтырғыстар.
Шаяртҡыстар: Һәр бармаҡ ғаилә ағзаларына арналып, бөгөлә:-быныһы- олатайға, быныһы- өләсәйгә, быныһы- атайға, быныһы- әсәйгә, быныһы- ағайға, быныһы- апайға....Баланың усы йомола. Ҡайҙа ҡаҙан төбөн ҡырып ашайым, кетер-кетер- кетер- тип ҡытыҡлап баланың усын астыралар.
Һөйгөстәр:
Бәпес- бәпес, бәпестәй,
Бәләкәй генә бәпестәй.
Бәпелдәтеп һөйөргә
Арҡалары йәтештәй.
Яңы телдең матурлығы, аһәңлеге ритм, рифма һәм йырҙар аша күренә, сөнки улар балаларҙың нескә күңеленә ныҡ тәьҫир итә. Шиғыр, йырҙарҙың көслө тәьҫирен үҙебеҙҙең уҡытыусылар ҙа иҫбатлай. Халыҡ педагогикаһына күҙ һалғанда ла ата- бабалар балаларҙы һөйләшергә өйрәткәндә төрлө шиғырҙар ҡулланған. Теләктәр, юрауҙар, имләүҙәр, таҡмазалар, балаларҙы әүрәткәндә әйткән һүҙҙәр шиғри формала булған. Улар йә һамаҡлап, йә көйләп әйтелгән. Тел өйрәткәндә лә яңы телдең матурлығын, аһәңлеген еткереү өсөн поэтик әҫәргә мөрәжәғәт итеү файҙалы.
5 йәш- баланың телмәр үҫеше өсөн иң әүҙем осор. Ул әңгәмәлә еңел ҡатнаша, уй- фекерен ата- әсәләргә, ололарға әйтә башлай. Һүҙ байлығын арттырыуға телевидение, ололар менән аралашыу, әкиәттәр тыңлау булышлыҡ итә. Шулай уҡ балалар баҡсаһында йәки өйҙә өйрәнгән төрлө һамаҡтар, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар, тел көрмәлдергестәр, һанашмаҡтар өндөрҙе дөрөҫ әйтеүгә булышлыҡ итә. Кескәйҙәр өндө ишетһен, айырһын һәм дөрөҫ әйтһен өсөн телмәр ағзаларының һығылмалылығын, хәрәкәтселеген үҫтереүгә артикуляцион, дөрөҫ тын алыу һәм тын сығарыу күнегеүҙәрен ойоштороу ҙа файҙалы. Мәҫәлән:
Ға-ға-ға әйҙә киттек урманға.
Шә-шә-шә урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле ауыҙ итәйек әле.
Ге-ге-ге бигерәк тәмле еләге.
Тәрбиәсенең телмәре, эмоциональ яҡтан сағыу булһа, бала иғтибарын тиҙ йәлеп итә. Балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө- төрлө уйын һәм яңы методик алымдар ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн башҡорт халҡының йолалары, ижады, мәҙәниәте отошло. Хәрәкәтле уйындар ял итеү өсөн генә түгел, һүҙ байлығын арттырыуға булышлыҡ итә.
Айыу килә алпан-толпан,
Ҡуян килә һикереп.
Төлкө килә әкрен баҫып,
Айыу килә үкереп.
Йомаҡтар сисеү, тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр ҡулланыу, ҡабатлау кескәйҙәрҙе телгә өйрәтеүҙә алыштырғыһыҙ алымдар.
- · Ҡара ҡарға ҡарҙан бара, ҡанаттарын ҡаға- ҡаға.
- · Әнисә, Әнисә, әйт әле, сәғәт нисә.
- · Ҡара ҡарға төшкән ҡарға, ҡара түгел аҡ ҡарға
Балалар өсөн әкиәттәр уҡыу, уларҙы инсценировкалау, бармаҡ театры, би-ба-бо ҡурсаҡтары театры, күләгә театры, ҡурсаҡ театры ойоштороу башҡорт телен теләп өйрәнеүҙә бик отошло юлдар булып тора. Әкиәттәрҙе ата- әсәләр йыйылышында, байрамдарҙа, иртәлектәрҙә сәхнәләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Төркөмдөң ҡабул итеү бүлмәһендә ата- әсәләр өсөн махсус стендта дәрестә өйрәнелгән һүҙ, диалог, шиғыр һәм һүҙҙәрҙең грамматик формаларын биреп был эшкә ата- әсәләрҙе лә йәлеп итергә була. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә, 3-5 һүҙ менән һөйләмдәр төҙөргә, 4-8 юллыҡ шиғырҙар ятларға, әкиәттәр һөйләргә өйрәнһәләр, башланғыс кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар килтермәйәсәк.
Әгәр баланы бала саҡтан уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала. Ғөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
- Ш.М.Ямалова. Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс балаларында икетеллелек күренеше.
- Ҡазыханов. “Родной тел” шиғыры. (интернет селтәренән алынды).
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Консультация - парадокс или консультация с запланированными ошибками
Консультация -парадокс "Методика иллюстрирования литературных произведений"...
Консультация для родителей группы НПОЗ. Тема: «Техника проведения артикуляционной гимнастики». Проводит консультацию учитель-логопед Петрова Татьяна Николаевна
Данная консультация знакомит родителей с тем, как организуется и проводится работа по артикуляционной гимнастике в домашних условиях....
Консультация: «О значимости уровня развития мелкой моторики рук для овладения письмом» Консультация: «О значимости уровня развития мелкой моторики рук для овладения письмом»
подготовка руки к письму...
Консультация для родителей на тему "Трудности с которыми сталкиваются дети с нарушением зрения". Консультация для родителей на тему "Игры и упражнения зимой".
Материал в первой консультации рассказывает родителям о трудностях с которыми сталкиваются дети с нарушением зрения, при освоении предметного мира.Материал во второй консультации подскажет родителям ,...
Дистанционная консультация для родителей. Консультации.
Зимние травмы. Меры предосторожности.Игры в жизни семьи.Кризис 6-7 лет.Памятка для родителей детей младшего школьного возраста. Основы ПДД....
Консультация для родителей из цикла: «Правила безопасности для детей. Безопасность на дорогах» Подготовила и провела: Воспитатель группы №5: Дудорова Т.Е..; Консультация для родителей из цикла: «Дорожная азбука» Подготовила и провела: Воспит
Консультация для родителей из цикла:«Правила безопасности для детей.Безопасность на дорогах» Подготовила и провела:Воспитатель группы №5:Дудорова Т.Е.....