Наурыз байрамы
план-конспект занятия (старшая, подготовительная группа) по теме

Даутова Люция Азаматовна

Борон замандарҙа кешеләр Яңы йыл байрамын яҙғыһын, 22 мартта үткәрер булғандар. Был байрам Наурыз байрамы тип атала. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл nauryz_bayramy.docx18.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Әбйәлил районы Асҡар ауылының

“Миләш” балалар баҡсаһы

Наурыз байрамы.

(Өлкән төркөм балалары өсөн иртәлек).

Башҡарҙы: “Сулпылар” төркөмө тәрбиәсеһе

                                   Дауытова Л.А.

Асҡар-2018

Наурыз байрамы.

Музыка яңғырай.

Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, тәрбиәселәр, ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә Наурыз байрамы. Борон замандарҙа кешеләр Яңы йыл байрамын яҙғыһын, 22 мартта үткәрер булғандар. Был көндө малайҙар, ҡыҙҙар өйҙән өйгә йөрөп, хужаларға таҡмаҡтар әйткәндәр, байрам менән ҡотлағандар.

Сәхнәгә ҡыҙҙар, малайҙар йүгереп сыға. Бер малайҙың ҡулында ҡолға.

1-се бала. Йыйылығыҙ, йыйылығыҙ!

Наурыз етте, Наурыз.

Наурызсылар килде һеҙгә

Ни һөйөнсө бирерһегеҙ?

2-се бала. Ас ишеген керәбеҙ

Науруз әйтә киләбеҙ

Хәйер доға ҡылабыҙ

Аш-һыу көтөп торабыҙ.

1-се ҡунаҡ. Рәхим итегеҙ, балалар. Науруз мөбәрәк булһын. (бауырһаҡ бирә)

3-сө бала. Килә науруз даулап, шаулап

Бәхет, шатлыҡтар яулап

Науруз мөбәрәк булһын,

Яңы йылығыҙ ҡотло булһын.

2-се ҡунаҡ. Науруз байрамы ҡотло булһын. (ҡоймаҡтар бирә)

4-се бала. Науруз әйттек беҙ һеҙгә,

Хаҡын бирегеҙ беҙгә

Йәшегеҙ етһен йөҙгә

Малығыҙ артһын көҙгә

Наурыз мөбәрәк булһын!

Алып барыусы. Науруз яңы йыл, яңы көн тигәнде аңлата. Ул көндө көн менән төн тигеҙләшә. Бына шунан һуң көн оҙоная башлай. Хәҙерге ваҡытта Науруз байрамы ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ билдәләнә. Әйҙәгеҙ, бергәләп яҙ тураһында йыр йырлап алайыҡ. Беҙҙең йырҙы ишетеп Наурузбикә лә килеп етер.

Яҙ тураһында йыр.

А.б. Наурузбикәһеҙ байрам булмай бит инде. Әйҙәгеҙ, уны саҡырайыҡ.(саҡыралар)

Мәскәй әбей.(балаларҙы етә-төртә килеп инә). Ҡасығыҙ, юғалығыҙ...Науруз бикәне саҡырҙығыҙмы?

А.б. Эйе,беҙ саҡырҙыҡ. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

М.ә. Аһ-аһ. Мин тап шул Наурузбикә инде. Бына, документым бар. Ҡултамғағыҙҙы ҡуйып ҡына ебәрегеҙ әле.

А.б. Нимә өсөн? Бер ни ҙә аңламайым.

М.ә. Һеҙ нимә, Наурузбикәне танымайһығыҙмы? Саҡырҙығыҙмыһ Саҡырҙығыҙ. Хәҙер, будьте добры, ҡаршы алығыҙ. Һаумыһығыҙ, балалар...(онотоп тора) Мин шул тиклем ҡабаландым, хатта шпаргалкамды онотоп ҡалдырғанмын. А-а-а. Иҫләнем...

А.б.Балалар, был Наурузбикәгә  бер ҙә оҡшамаған. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

М.ә. Нисек оҡшамаған. Нап-настоящий Наурузбикәмен. Бына-бына, документым бар. Хатта печаты ла бар. (ҡағыҙ күрһәтә)

А.б. Яҙыуын танып та булмай.

М.ә. Ҡыш бабай бик ҡартайған шул. Яҙырға ла онотҡандыр инде.

А.б. Хәҙер аңлашылды инде. Тимәк, һине ҡыш бабай ебәргән. Уның бер һә киткеһе килмәйҙер инде. Әммә лә беҙ һине байрамыбыҙға Наурузбикә итә алмайбыҙ.

М.ә. Нисек инде, итә алмайһығыҙ. Мин бит әҙерләндем. Бер кемгә лә яҡшылыҡ та ,насарлыҡ та эшләмәнем.

А.б. Бына шул-шул. Наурузбикә исемен яулап алырға кәрәк.

М.ә. Мин риза. Әйт, нимә эшләргә кәрәк. Хәҙер барығын да эшләрмен.

А.б. Наурузбикә – бик талантлы, яҡшы күңелле. Ә һинең талантың бармы?

М.ә. Ооо, мин бик талантлы бит ул. Һеперткемдә оса алам, сихырлайым, балаларҙы ҡытыҡлайым.

А.б. Был талант түгел, ә хулиганлыҡ. Һин бейей беләһеңме?

М.ә. Ха, әлбиттә. (бейей башлай, арый). Көтөп тороғоҙ, хәлем бөттө.

А.б. Наурузбикә була алмайһың шул, М.ә.

М.ә. Мин бер ергә лә китмәйем. Бына минең наказдарҙы үтәһәгеҙ, бәлки, китермен. Беренсе наказ – йомаҡтарҙың яуабын сисегеҙ.

1. Бабайым килә һаҡынып,

Аҡ толобын ябынып. (ҡыш)

2. Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,

Йөрөй йәшел кейем кейеп. (шыршы)

3. Ишектән керә, түргә уҙа,

Ҡулһыҙ һүрәт төшөрә,

Телһеҙ тешләй. (Һыуыҡ)

4. Утта янмай, һыуҙа батмай,

Тышты таш була,

Өйгә инһә – һыу була. (боҙ)

5. Тамсылап тамһа ла,

Бөтә ерҙе һуғара.

Арағыҙҙа кем тапҡыр

Исеме уның ... (ямғыр)

Ҡайһылай шәпһегеҙ ул. Ярай, китергә тура килә инде. Әммә мин тағы киләсәкмен әле.(китә)

А.б. Балалар, яҙ хәбәрселәре тип кемдәргә әйтәләр әле. (ҡара ҡарғалар).Эйе, элекке ваҡытта кешеләр яҙҙың нисек килеүен аңламағандар. Яҙҙы ҡара ҡарғалар алып килә тип уйлағандар. (ике бала ҡарға булып кейенеп, Наурузбикәне индерәләр).

Наурузбикә. Һаумыһығыҙ, балалар.

Ағым һыуҙар кистем мин,

Һеҙгә килеп еттем мин.

Инде өшөп тормайыҡ,

Уйнайыҡ та бейейек.

А.б. Әйҙәгеҙ, Наурузбикә менән бергә уйнап алайыҡ. (“Йәшерәм яулыҡ” уйыны).

Наурузбикә. Һай,афариндар. Әйҙәгеҙ мин һеҙгә һанашмаҡтар әйтәйем әле.

  1. Әгәр 1 мартта йылы булып, тамсы тамһа, ҡар тиҙ бөтөр.
  2. Март башында турғай эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы килер.
  3. 25 мартта ямғыр яуһа, арыш игене уңыр.

А.б. Эйе, элек кешеләр ошондай һанашмаҡтарға ҡарап йылдың нисек килерен билдәләр булғандар. Әйҙәгеҙ, хәҙер ярыш ойоштороп алайыҡ.

           (Малайҙар уйынсыҡ аттарға атланып сабыша)

А.б. Арғы урам, бирге урам –

Хәҙер беҙ ярышабыҙ:

Ҡайһы урам көслөрәк –

Арҡанда тартышабыҙ. (Арҡан тартышалар.)

А.б.

Тамаша ҡылыусыларға

Булһын әле бер мәҙәк:

Беҙгә инде күмәкләшеп

Тоҡта ярышыр кәрәк. (Тоҡ кейеп йүгерешәләр.)

(Аҡ тирәк – күк тирәк уйыны үткәрелә.)

Наурузбикә. Ҡар тиҙерәк бөтһөн өсөн, әйҙәгеҙ, ҡар бәрешеп уйнап алайыҡ.

А.б. Балалар арып та киткәндәр инде. Әйҙәгеҙ, Науруз байрамының һыйынан рәхим итегеҙ.

Науруз йылға баш булыр,

Бойҙай башҡа баш булыр,

Бойҙай уңһа аш булыр,

Уңмаһа аш таш булыр,

Йылдың башы уң булһын

Ризығы мул булһын

Игендәр шашып уңһын

Ҡаҙандар ташып торһон.

Бир хоҙай көндөң һилен

Донъялар булһын имен.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Песня "Здравствуй, Наурыз!"

Песенка для среднего возраста...

Песня "Наурыз келді"

Песенка для средн.гр....

Праздник Наурыз!

сценарий тематического занятия Наурыз. В сценарии использованны песни о весне, стихи на двух языках, национальные казахские игры....

"НАУРЫЗ" /старшая группа/

Мақсаты:Қазақ халығының музыкалық мәдениетiне орнықты мүдденiң тәрбиесi, оның мерекелерi және салттарға, Қазақстан мәдениетiне ортақтастықтың сезiмi музыкасы бар қарым-қатынас арқылы қалыптастыру. Саз...

Сценарий празднования "Наурыз" в детском саду.

. «Наурыз» в переводе  с казахского «Новый день».Празднование нового года у казахов отмечено своеобразными чертами.Так например казахи называли Наурыз также «Улыс куне» (Первый день нового года),...

праздник Наурыз

Наурыз в старшей группе была ведущей...

Наурыз мерекесіне арналған «Жыл басы –Наурыз» ертеңгілігінің сценарийі

Ортаңғы және ересек топтарына арналған сценарий...