Һүҙ тылсымы
консультация на тему
Туған тел – быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата-бабабыҙҙың изге аманаты. Ул һаҡлауға, ҡәҙерләүгә мохтаж. Хыянатты иһә ғәфү итмәйәсәк
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
huz_tylsymy.doc | 377 КБ |
Предварительный просмотр:
Һүҙ тылсымы
Туған тел – быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата-бабабыҙҙың изге аманаты. Ул һаҡлауға, ҡәҙерләүгә мохтаж. Хыянатты иһә ғәфү итмәйәсәк.
Ә тәрбиә башы – ғаиләлә. Баланың ниндәй кеше булып үҫере бәләкәйҙән уҡыған китаптарына ла бәйле. Милли баҫмалар, гәзит-журнал, әҙәбиәтебеҙ – аң-ғилем, фекер тәрәнлеге сығанағы. “Күркәм тел башы – халыҡ ижады әҫәрҙәрендә. Күмәк ижад емеше булараҡ, улар художестволы әҙәбиәт ролен дә, йәш быуынға өгөт-нәсихәт, тәрбиә биреү бурысын да башҡарған”, – тип яҙған ғалим Вәли Псәнчин “Һүҙ тылсымы” тигән хеҙмәтендә.
Ысынлап та, халыҡ ижады ынйыларының телебеҙҙе үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ата-әсәнең бурысы – балаһына бәләкәйҙән әкиәт иленә ишек асыу. Туған тел мөхитендә үҫкән баланың фекере төплө, теле бай, күңеле бөтөн була.
Рухи хазинабыҙға ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәһәк ине. Ул – данлы һәм шанлы тарихыбыҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ. “Кешенең туған телгә мөхәббәтенә ҡарап, уның мәҙәни кимәле генә түгел, гражданлыҡ ҡиммәте тураһында ла дөрөҫ фекер йөрөтөп була, – тигән яҙыусы К. Паустовский. –Туған телгә битараф әҙәм – ҡырағай. Ул үҙ асылы менән ҡоротҡослоҡҡа һәләтле”.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..
ТЕЛЕМ
Телем! Ерем! Иң ҙур байлығыбыҙ,
Күсә килгән ата-бабанан!
Бала башын бутамайым тиеп,
Хәл итмәсе ҡандаш, ҡабалан.
Түкмәй сәсмәй еткерәйек уға
Бөйөклөгөн тыуған телемдең!..
Ҡош йырылай моңон, яғымлығын,
Ғорурлығын ғәзиз еремдең!
Тыуған телен белмәй икән балаң
Бушҡа йәшәлә бит ғүмерең…
Киләсәккә мираҫ итеп үҙең,
Һалмағанда рухи күперен!?
Үҙ теле бар.
Һандуғас та һайрай үҙ телендә,
Күгәрсендәр “гөр-гөр” гөрләшә,
Ҡарғалар ҙа “ҡар-ҡар” ҡарҡылдаша,
Сәпсектәр ҙә “сырҡ-сырҡ” серләшә.
Һөйләшергә ошо ҡош йырылай,
Үҙ теле бар һәр бер милләттең.
Башҡа телдә йырлайбыҙ бит хәҙер
Эй, замана, беҙҙе нишләттең?..
Ултырҙыҡмы кеше арбаһына,
Йырлайбыҙмы хәҙер ҡушылып?..
Оноттоҡмо үҙебеҙҙең телде,
Йәшәп китәр өсөн дуҫ булып?..
Тамыр ҡаҡшамаһын, тиһәк
Бала тыуа, хәрәкәтләнә башлай, тәүге өндәрен, һүҙҙәрен әйтә. Уның теле асыла башлағанына ҡыуанабыҙ, һәр әйткәнен иҫтә ҡалдырабыҙ. Ә тәүге һүҙҙәрҙе ниндәй телдә еткерергә тейешлеген үҙ белдегебеҙ менән һайлайбыҙ...
Айырыуса әсә кеше туған телдең әһәмиәте тураһында тәрәнерәк аңларға, күберәк белергә тейештер. Халыҡ – үткән быуын рухы, бөгөнгөнөң һынланышы, киләсәктең нурланышы. Был бөйөк көстө бәйләп тотҡан ҡөҙрәт – уның туған теле. Ошо ҡиммәтенән яҙмаған һәр кеше рухланып, илһамланып йәшәй. Ә инде телдән, тимәк, халҡынан айырылған әҙәм балаһы тамырһыҙға әйләнә. Ул, туған телен белмәгәнлектән, милләттәштәре, туғандары менән аралаша алмай, һөҙөмтәлә быуындар бәйләнеше өҙөлә, нәҫел тамыры ҡаҡшай.
Халыҡтың быуаттар буйы туплап килгән зиһен көсө, рухи ҡиммәттәре, аҡылы нәҫелдән нәҫелгә күсә, һәм уны туған тел аша ғына асып була. Рухи ҡиммәтен белмәгән кеше ошо хазиналар асманына ишек табып инеүҙән мәхрүм.
Әгәр бала ят мөхиткә эләккәнгә тиклем туған телен камил үҙләштереп өлгөрһә, бер ниндәй ерлек тә белгәнен оноттора, уға ҡарата һөйөү һәм ҡәҙер тойғоһон кәметә алмай. Сабыйҙың телмәре, уның нескәлектәрен тойоу һәләте биш-алты йәштә үҫешеп етә, ти белгестәр. Тимәк, телебеҙ, милләтебеҙ яҙмышы – әсәләр ҡулында.
Бөгөн донъя кимәлендә сабыйҙарҙың 70 проценты ике теллелек шарттарында үҫергә мәжбүр. Был, әлбиттә, заман талабы. Ғалимдарҙың тикшеренеүенә ярашлы, бала нисәлер телде бер юлы үҙләштерә ала. Ләкин тәүҙә берәүҙе ныҡлап өйрәнеп, уның төҙөлөшөн төшөнөп өлгөрмәһә, зиһендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килә, телмәр ярлылана. Бер башта төрлө образдарҙың болғаныуы бала өсөн ифрат зыянлы һәм аяныслы. Ул тәүҙә туған телен аңларға, уның нескәлектәренә төшөнөргә тейеш. Артабан башҡаларҙы өйрәнеү файҙаға ғына.
Туған телде юҡҡа ғына “әсә теле” тимәйҙәр. Халыҡ, милләт яҙмышы – әсәйҙәр ҡулында. Телгә һөйөү уларҙың ярҙамында һалына. Рухи ҡиммәтебеҙҙе үҙебеҙ хөрмәтләһәк, уны башҡалар ҙа ныҡлы ихтирам итер.
Өйҙәрегеҙҙә милләт тәрбиәләнәме?
Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, донъяла йыл һайын ҡырҡлап тел юғала. Сәбәптәре глобализация йоғонтоһонда телдәрҙең конкурентлылығына, демография процестарына, тормош ҡанундарына, талаптарына бәйле. Был мәсьәлә Башҡортостанға ла ҡағыла.
Туған телдең киләсәге уйландыра. Мәҫәлән, мин әсәм теленең быуаттар буйы өҙлөкһөҙ яңғырауын теләйем. Әммә бөгөнгөбөҙ борсоуға һала... Сөнки һин теләйһеңме-юҡмы, урам буйлап атлаған башҡорт йәштәре үҙ-ара урыҫса аралашҡанда, телебеҙҙең хәлен яҡшыларҙан тип әйтеп булмай.
Кеше туған телен белгәндән дә ни үҙгәрә, әгәр ул шул белемен артабан тапшырмаһа? Күңел–дәргә рухи орлоҡ сәсмәйенсә ураҡҡа сығыу булмаймы был? Балалар баҡсаһынан ҡайтҡан сабый башҡа телдә һупалай икән, ни әйтәһең?! Башҡорт ауылында башҡорт тәрбиәселәре үҙҙәре үк “сабыйҙарға беренсе сиратта урыҫ телен белергә кәрәк” тигән маҡсатҡа ынтылһа...
Әйтерһең дә, туған телде белеү бүтән телдәрҙе өйрәнергә ҡамасаулай...
Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙән яҡшы яғы менән айырылмаған миҫалдарҙы тағы ла килтерергә була. Бер апайым да, ана, “киләсәктә әсәмдең теле балама кәрәкмәйәсәк, сөнки ул бер ни ҙә бирмәй” тип тәрбиәләй бәләкәсен. Бына бит, һорауҙы нисек ҡуябыҙ: “Нимә бирә беҙгә башҡорт теле?” Ни өсөн әсәм, ата-бабам теле – аманат, рухи хазина тип ҡарамайбыҙ үҙебеҙ үк?.. Ошо ҡиммәт бөгөн тамаҡ, өй йыһаздары кимәлендә тороп ҡалды түгелме? Йәғни ҡарынды тултырыу, ҡиммәтле телевизор алыу өсөн милли ҡиммәтеңде валюта итеүгә тиңләмәҫлекме был?.. Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” тигән поэмаһынан ошо юлдар иҫкә төшә:
Сит телдәргә балам маһир тиеп,
Шатлығынан берәү һикерә.
Тик ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?
Һәм шул уҡ баяғы апайым тағы күҙ алдына баҫа. Мәктәптә, белеүемсә, ул заманында башҡорт телендә уҡыған. Ә хәҙер? Үҫеп килгән улы менән урыҫ һөйләмдәрен әтмәләй. Был бер генә осраҡ түгелдер әле халҡыбыҙҙа, һәр кемдең туғандары араһында ла барҙыр ундайҙар. Телде һаҡлар урынға, “кәрәкмәй” тип, үткәндә ҡалдырыусылар.
Күптән түгел бер таныш кеше шатлығынан ҡанатланып: “Кейәүем башҡа милләттән, бүтән милләттән минең кейәүем!” — тимәһенме! Күҙҙәренән осҡон сәсә, ауыҙы хатта ҡолағынаса йырылған. Хәҙер уйлайыҡ, ейәндәренең исеме ниндәй икән: Искәндәр, Миңзәләме? Володя булған хәлдә лә, башҡортса уҡып, олатаһының телен белерме?..
Ә үткән йәйҙә өләсәйемдә балалары менән алты ҡыҙы һәм бер улы ҡунаҡҡа йыйылғайны. Һарыҡ һуйып, табын йәйелгәйне ул көндә. Бына шулай: өс-дүрт ейәненең нимә һөйләшкәнен аңлай алманы, “бабушка” тигәндәренән тыш. Әле ейәнсәрҙәрен әйтмәйем. Йөрәк әрнеткес күренеш... Бер ейәне менән үҙем дә сәкәләшеп алдым, мин өндәшкәнгә “аңламаным” тигәненә, “ҡартатайҙан һора тәржемә итеүен” тип яуаплағас... Фажиғәһе түгелме был халҡыбыҙҙың?.. Ҡартатай – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ике “Ҡыҙыл Йондоҙ” алған капитан...
Ошо йәһәттән һәр өйҙә айырым тәрбиә алып барылһа?! Моғайын, һис хилафлыҡ юҡтыр бит бында. Ә милләт булараҡ йәшәүҙе дауам итер өсөн һәр халыҡ вәкилдәренең, исмаһам, өйҙәрендә, ғаиләләре менән туған телдә һөйләшеүе зарур. Әлегә башҡорт теленең һаҡланыуы ауыл халҡына бәйле икәнлеге лә билдәле. Туған телен белгән башҡорттарҙың күбәймәүе урбанизацияға килеп терәлә, тиергә мөмкин. Шул уҡ ҡалала йәшәгән апайҙарҙың балалары башҡортса башлаған һөйләмдәрен бүтән телдә тамамлауы хаҡында әсенеп һөйләгәнен ишетергә була. Мөхит нисек тә үҙенекен итә. Ләкин эштә, йәмәғәт урындарында, транспортта башҡа милләт вәкилдәре менән урыҫ телендә аралашыу бер булһа, ниңә хәҙерге йәштәргә ғаиләлә өнһөҙ ҡалырға?.. Мөхәммәт пәйғәмбәр (салаллаһу-ғәләйһи-үә-сәлләм) бер хәҙисендә ошондай һүҙҙәрен еткерә: “Өйҙәрегеҙҙе ҡәберлеккә әйләндермәгеҙ, унда ла намаҙ уҡығыҙ”. Ошо уҡ әйтелгәнде телгә ҡарата ла йүнәлтергә мөмкин: “Өйөгөҙҙә лә башҡортса һөйләшегеҙ”. Тыуған тупһабыҙ тарихыбыҙҙың, ата-бабаларыбыҙҙың һәм киләсәктә үҙебеҙҙең ҡәберлеккә әйләнмәһен өсөн, унда туған теле, мәҙәниәте һәм йолалары менән башҡорт милләте лә йәшәүен дауам итергә тейеш. Ә халҡыбыҙҙың һәр кешеһе — уның бер һулышы. Телебеҙҙең киләсәге иһә иң тәүҙә һәммәбеҙҙең аңлауынан ғибәрәттер. Юғиһә әлеге кеүек дәүләт теле статусын йөрөтөү ҙә, башҡаһы ла ярҙам итә алмаҫ...
БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Һин – боронғо яугир, башҡорт теле,
Еңеп сыҡтың һәр бер алыштан!
Сынйыр сыңы, ҡылыс тауыштары
Ишетелә алыҫ-алыҫтан.
Салауат та һинең кеүек булған,
Һөргөнлө лә үткән ғүмере
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.
Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.
Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.
Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында тора!” - тип әйткән рус яҙыусыһы К.Ушинский.
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында
21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә.
- Үҙенең әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай кеше, зарарлы кеше. Сөнки шуның менән ул үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген, битарафлығын күрһәтә. (К.Паустовскийҙан)
- Халыҡ теле – иң бай тел.(Л.Толстой)
- Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар)
- Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ.(Мәҡәл)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Яңа ел тылсымы"
Балаларда җитезлек, көчлелек, чыдамлылык кебек физик сыйфатларны үстерү ....
"Яңа ел тылсымы"
Балаларда җитезлек, көчлелек, чыдамлылык кебек физик сыйфатларны үстерү ....