Йәйәү йөрөү-ин яҡшы дауа
консультация
Предварительный просмотр:
Йәйәү йөрөү – иң яҡшы дауа
Беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ грек табибы Гиппократ: «Йәйәү йөрөү – кеше өсөн иң яҡшы дауа», – тип әйткән.
Был, ысынлап та, шулай икән. Күп фәнни тикшеренеүҙәр уның файҙа килтереүен күрһәткән.
Мәҫәлән, 459 мең 833 кеше ҡатнашлығында үткәрелгән тәжрибәлә атлау йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын 31 процентҡа кәметеүе асыҡланған. Аҙнаһына 8 саҡрым һәм бигүк ашыҡмай ғына сәғәтенә 3 саҡрым үткәндәрҙә лә һәйбәт үҙгәрештәр күҙәтелгән.
Саф һауала йөрөү һөйәктәрҙе лә нығыта, ҡан баҫымын да көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға хәл индерә, йоҡоно яҡшырта. Шулай уҡ күкрәк биҙе яман шеше менән ауырыу ихтималлығын кәметә, хатта шәкәр ауырыуының икенсе төрө барлыҡҡа килеүен бөтөрә. Аҡыл һәләттәрен үҫтерергә теләүселәргә күп атлап йөрөргә кәңәш ителә. Мейе эшмәкәрлеге лә яҡшыра, хәтер ҙә һәйбәтләнә.
Йәйәү йөрөүҙе спорт төрөнә лә индерәләр. Атлаған ваҡытта йөрәк тибеше йышая, минутына 70-тән 100, хатта 150-гә етеүе мөмкин. Күп ҡан һәм кислород мускулдарға килә. Минутына 5 калория яғыла. 20 йәшкә еткәндәр йылына 1 килограмм тирәһе ауырлыҡ йыя, өлкәнәйгән һайын ул арта төшә. Ун биш йыл дауамында 4 мең 995 ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙы күҙәтеп, улар араһында йәйәү йөрөргә яратҡандарҙың аҙ ғына ауырлыҡ йыйыуын белгәндәр.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Йәйәү йөрөү ҡартайыуҙы ла бер аҙ туҡтата, тип иҫәпләй ғалимдар. Америка кардиология берекмәһе мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 1 сәғәт саф һауала теремек йөрөү ғүмер оҙонлоғобоҙҙо 2 сәғәткә оҙонайта икән. Уның кәйефте күтәреүен дә билдәләп китәләр.
Йәйәү йөрөүҙең яҡшы икәнен асыҡланыҡ. Ә хәҙер инде файҙалы шөғөлгә лә күсәйек. Тәүҙә аҙҙан башлап, арттыра-арттыра барығыҙ. Кеше көнөнә, мәҫәлән, уртаса 5 мең 117 аҙым яһай. Был һан – аҙ хәрәкәтләнеүсенең күрһәткесе. Көн һайын 500-гә күбәйтеп барғанда ла 10 меңгә еткереүе һис ҡыйын булмаясаҡ. Ә 10 мең аҙым – яҡынса 8 саҡрым, тигән һүҙ. Шәберәк атларға өйрәнһәгеҙ, 1, 5 саҡрымды 20 минутта үтеп була. Тимәк, 8 саҡрымды 1 сәғәт тә 40 минутта уҙырһығыҙ.
Йәгеҙ, кемегеҙ йәйәү йөрөү яҡлы?
Һаулыҡ бит – ул беҙҙең ҙур байлығыбыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Йәйәү йөрөү – иң яҡшы дауа
Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ, тибеҙ. Тик йыш ҡына уны сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшағас ҡына аңлайбыҙ. Кеше һәр ваҡыт үҙенең һаулығын хәстәрләргә тейеш, сөнки иҫәнлек булмаһа, бер ынтылышыбыҙ ҙа, уңышыбыҙ ҙа ҡыуаныс ...