Әкиәт геройҙарының күңелле старты
план-конспект занятия (старшая, подготовительная группа) на тему

Даутова Люция Азаматовна

Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙ әкиәт яратаһығыҙмы? (Эйе)

Бөгөн беҙ бер нисә әкиәт иленә сәйәхәткә сығырбыҙ. Сәйәхәтебеҙ ярыш формаһында буласаҡ. Унда беҙ яратҡан әкиәт геройҙары үҙ ара ярышасаҡ. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kit_geroyzarynyn_kunelle_starty.docx13.91 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Әбйәлил районы Асҡар ауылының

“Миләш” балалар баҡсаһы

Әкиәт геройҙарының күңелле старты

(Өлкән төркөм балалары өсөн иртәлек).

Башҡарҙы: “Сулпылар” төркөмө тәрбиәсеһе

                                   Дауытова Л.А.

Асҡар-2018

Әкиәт геройҙарының күңелле старты.

Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙ әкиәт яратаһығыҙмы? (Эйе)

Бөгөн беҙ бер нисә әкиәт иленә сәйәхәткә сығырбыҙ. Сәйәхәтебеҙ ярыш формаһында буласаҡ. Унда беҙ яратҡан әкиәт геройҙары үҙ ара ярышасаҡ. Әҙерһегеҙме? Улайһа күҙҙәрҙе йомайыҡ һәм “бер, ике, өс” тип өйрөләйек. (Музыка ыңғайына балалар өйрөләләр)

Бына беҙ әкиәт иленә килеп тә еттек.

Беренсе әкиәт. Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың сыбар тауыҡтары булған, ти. Тауыҡ алтын йомортҡа һалған. Әбей ҙә, бабай ҙа йомортҡаны вата алмаған, ти. Шул саҡ сысҡан йүгереп сыҡҡан да, ҡойроғо менән йомортҡаны бәреп ватҡан. Әбей менән бабай бик ҡайғырышҡандар. Ә тауыҡ әйтә, ти: “Әбей, бабай, ҡайғырмағыҙ, мин һеҙгә тағы йомортҡа һалырмын, алтын түгел, ябайын”.

Хәҙер һеҙ оянан йомортҡаларҙы ҡалаҡҡа һалып ташырға тейешһегеҙ. (ике команда ярыша. Һәр командала ике кеше: әбей һәм бабай. Ояла икешәр йомортҡа).

Икенсе әкиәт. “Итекле бесәй”.

Әкиәтте, моғайын, иҫләйҙегеҙҙер. Һеҙ хәҙер резина итектәрҙе һәм башығыҙға ҡалпаҡтар кейеп, берешәрләп ошо таяҡты урап сығаһығыҙ. (һәр командала 3-әр кеше).

Өсөнсө әкиәт. “Шалҡан” әкиәте.

Бабай шалҡан ултыртҡан. Шалҡан ҙур булып үҫкән дә үҫкән. Бабай тарта икән-тартып сығара алмай. Бабай әбейҙе саҡырған. Әбей бабайға тотоноп, тарталар-тарталар, сығара алмайҙар, ти.

Бер бала үҙе генә йүгереп, таяҡты урай. Артабан биленә “әбей” йәбешә һәи икәүләп урайҙар. Ҡыҙҙы, этте, бесәйҙе йәбештереп йүгерәләр.

Дүртенсе әкиәт. Әкиәттәрҙә Мәскәй әбей нисегерәк була? Бына хәҙер күрерһегеҙ.

Бер бала һеперткене “менеп” таяҡты урап килә, артабан икенсе бала. (Командала 3-әр кеше).

Бишенсе әкиәт. “Йомро икмәк” әкиәте.

Йомро икмәк әбейҙән дә ҡасҡан, бабайҙан да ҡасҡан. Тағы нимәләргә осрай әле? Эйе, киләге ярышыбыҙҙа йомро икмәкте тәгәрәтергә кәрәк. Ошо таяҡ менән “йомро икмәкте”(тупты) тәгәрәтеп алып барып, таяҡты урап киләбеҙ. (ике команда ярыша. Һәр командала 3-4 бала).

Алып барыусы. Бына шулайтып әкиәте илендә лә геройҙар бик күъелле йәшәйҙәр икән. Һеҙгә оҡшанымы? Кемдәрҙең ярышы иҫегеҙҙә ҡалды? Сәйәхәтебеҙ ошоноң менән тамам. Ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Хәҙер баҡсабыҙға ҡайтайыҡ инде. Бер, ике, өс... (музыкаға балалар өйрөләләр).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Күңелле сәяхәт

Татарстан Республикасы Кукмара муниципаль районының “Кукмара ш.т.п. дүртенче номерлы “Ләйсән” балаларны һәрьяктан тәрбияләп үстерү буенча балалар бакчасы” муниципаль бюджет мәктәпкәчә  белем бирү...

Күңелле светофор.

Интегрированное занятие в средней группе....

Уртанчылар төркемендә үткәрелгән күңел чарасы "Күңелле Светофор"

Уртанчылар төркемендә үткәрелгән күңел чарасыМаксат :  балаларны транспорт төрләрен (автобус, җиңел машина, йөк машинасы) таный белергә һәм әйтеп бирә белергә, автомашинаның өлешләрен (кабина, ку...

Күңелле матеиатика

зурлар төркемендә   балаларның элементар математик  күзаллауларын үстерү буенча  йомгаклау  шөгыле...

Күңелле математика

Зурлар төркемендә йомгаклау шөгыле...