Педагогтарға кәңәштәр
консультация

Асҡарова Лилиә Рәшит ҡыҙы

Консультация для педагогов.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл nfis_zbit_asha_balalarzyn_telmren_ustereu.docx17.44 КБ
Файл hiky_tozou_alymdary.docx17.52 КБ

Предварительный просмотр:

   «Нәфис әҙәбиәт аша балаларҙың телмәрен үҫтереү»

Нәфис  әҙәбиәт балаларға бер нәмә менән дә  сағыштырып булмай торған  

рухи аҙыҡ  бирә.

 Китап - өнһөҙ уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә.

Ул балаларҙың аң кимәлен үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен  арттыра.  

 Ә балалар  баҡсаһында  беҙҙең уҡытыу, тәрбиә биреү  эшмәкәрлеге  нәфис әҙәбиәт менән  тығыҙ бәйләнгән.

     Хәҙерге ваҡытта беҙҙең балалар күберәген телевидение һәм интернет аша әхлаҡи нормалар рамкаһынан ситкә киткән сит ил йәнһүрәттәрен ҡарайҙар һәм уларҙан үлтереш, ҡан ҡойош күренештәрен күреп үҫәләр. Был уларҙа агрессияға, бер- береһенә йәлләү тойғоһоноң булмауына, ҡаты бәғерлелеккә алып килә. Ә бит балаға тыумыштан изгелек, миһырбанлыҡ, тәүфиҡлелек сифаттары һалына.

Шуға күрә көн тәртибенең һәр өлөшөндә: балаларҙы йыуындырғанда, ашатырға  ултыртҡанда   шиғырҙар, төрлө  уйындар, һамаҡтар, йоҡларға һалғанда бишек  йырҙарын, ә инде саф һауала  уйнағанда  - ауыҙ-тел  ижадының   бөтә төрҙәрен дә ҡулланабыҙ.

Маҡсат:

  1. Башкорт һәм урыҫ халыҡ әкиәттәре аша  балаларға әхлаҡи- рухи тәрбиә биреү һәм уларҙың донъяны танып- белеү һәләтен үҫтереү.
  2. Балаларҙы  нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу өсөн шарттар булдырыу;
  3. Уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләү;    
  4. Нәфис әҙәбиәт менән таныштырғанда инновацион технологиялар ҡулланыу.
  5. Тасуири һөйләргә өйрәтеү.

Уртансылар төркөмөндә беҙ балаларҙы, ошо пункттарҙан өйрәтә башлайбыҙ.

  1. Әҫәрҙе иғтибар менән тыңлау
  2. Төп геройҙың харатерын асыҡлау
  3. Иҫтә ҡалған әҫәрҙе кире ҡайтарып һөйләү
  4. Әҫәрҙә булған ситуацияларҙы, бер –береһе менән бәйләү
  5. Әҫәрҙәге иллюстрация аша, эстәлеген һөйләү
  6. Әҫәрҙе уҡығандан һуң, үҙеңдең уй – кисерештәрен менән уртаҡлашыу.
  7. Балалар менән һанашмаҡ, шиғырҙар ятлау.
  8. Китапҡа ҡарата һөйөү уятыу.

Балалар баҡсаһында балаларға әҫәрҙең эстәлеге бик ауыр бирелә. Улар уҡылған һәр бер әҫәрҙе асыҡ, аңлатып һөйләп еткерә алмай. Шуның өсөндә  балаларҙың иғтибарлылығын, әҙәбиәткә һөйөү уятыу өсөн, беҙ төрлө алымдар ҡулланабыҙ

 Алымдар:

- тасуири уҡыу,

- аңлатма биреү,

- һорауҙар,

- дидактик уйындар,

- сюжетты уйнау,

- иллюстрация ҡарау,

- шиғыр һөйләү, ятлау  һәм б.

Балалар баҡсаһы программаһында рус һәм башҡорт телендә нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу ҡаралған.

Дәрестәрҙә ҡыш, яҙ, йәй,көҙ   миҙгелдәренә, тәбиғәт

күренештәре   тураһында   рус   һәм  башҡорт   шағирҙары  һәм  яҙыусылары - А. Барто, В.Пришвин, К. Ушинский, А. Толстой, З. Воскресенская һәм  М. Кәрим, А. Йәғәфәрова, Р. Ураҡсина, Ф. Ғөбәйҙуллина, Г. Ситдиҡова һәм башҡаларҙың    шиғырҙарын,  хикәйәләрен уҡыйбыҙ, иллюстрациялар ҡарайбыҙ. Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһе  кескәйҙәрҙең   күңелендә      тирә - йүнгә, уратып  алған     мөхиткә  ҡарата  хис - тойғолар  уята.

     Халыҡ  һәм яҙыусылар ижады аша балаларҙы изгелекле  булырға, уларҙа яҡшылыҡ һәм насарлыҡ, ялҡаулыҡ менән хеҙмәт, изгелек менән яуызлыҡ,  ҡурҡаҡлыҡ менән батырлыҡ  кеүек сифаттарҙы сағыштырырға өйрәтәбеҙ, ыңғай сифаттарҙы үҙләштерергә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙ    балаларҙа  китапҡа һөйөү, төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарына яуап бирерҙәй шәхес тәрбиәләү маҡсатын  ҡуябыҙ.

Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте төрлө формаларҙа алып барабыҙ.

- Төркөмдә "Китап " мөйөшө   булдырылған. Китаптарҙы ай һайын алыштырып торабыҙ.

Унда программаға ярашлы   башҡорт, рус,  һәм   сит  ил  балалар  яҙыусыларының     әҫәрҙәре   тупланған.

– Ата - әсәләр  менән    дә аңлатыу эше алып барабыҙ.

 "Буласаҡ  китап һөйөүселәрҙе тәрбиәләү", "Речевое развитте современного ребенка","Бала тәрбиәләүҙә әсә теленең көсө" темаларына  йыйылыштар үткәрәбеҙ.

- Ата - әсәләрҙе    программа буйынса тәҡдим ителгән яҙыусылар әҫәрҙәренең исемлеге менән таныштырабыҙ;

     - Китаптар һатып  алырға, балалар  китапханаһына йөрөргә тәҡдим итәбеҙ.  Өлкәндәр тәркөмөнә күскәс, бөтә төркөм менән Аҡбуҙат журналына яҙылырға тәҡдим  итәсәкбеҙ!

Сөнки«Аҡбуҙат»  журналы  беҙҙең  эшебеҙҙә  ҙур  ярҙамсы.

Балалар  менән  унда  баҫылып  сыҡҡан  шиғырҙарҙы ятлайбыҙ, әкиәт, хикәйәләрҙе  уҡыйбыҙ, йомаҡтар  һәм  ребустар  сисәбеҙ.

Төркөмдә төрлө уйындар алып барабыҙ;  -  Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?,

Әкиәттең аҙағын һөйләп бөт?,

Баҡсала   «Китап дауаханаһы» ойоштороп,  йыртылған  китаптарҙы

 йәбештерәбеҙ.

     Дәрестәрҙә әҙәби   жанрҙарҙың  төрҙәре- әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер - береһенән айырырға өйрәтәбеҙ, бирелгән ситуацияға  ярашлы бәләкәй әкиәт төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү эшен ойошторабыҙ.



Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ САЛАУАТ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ

«50-СЕ ДӨЙӨМ ҮҪЕШ ТӨРӨНДӘГЕ  БАШҠОРТ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ»

МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«Хикәйә төҙөү алымдары»

   (педагогик кәңәшмәлә сығыш)

Әҙерләне: Асҡарова Л.Р.

Хикәйә төҙөү алымдары

Балаларҙы һөйләргә өйрәтеү – ул бәйләнешле телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр ойошторолған белем биреү ваҡыттарында һәм көндәлек тормошта үҫтерелә.

Хикәйә –  ниндәй ҙә булһа хәлде үҙ аллы төҙөп һөйләү.

 Балаларҙы хикәйә төҙөп һөйләргә өйрәтеү алымдары

  • Тәрбиәсенең өлгө хикәйәһе
  • хикәйәнең планын төҙөү
  • хикәйә төҙөү буйынса коллектив эш
  • хикәйәне өлөшләп төҙөү
  • хикәйәне һөйләп бөтөү
  • һорауҙар ярҙамында хикәйә төҙөү.

  1. Өлгө хикәйә – балаларға аңлайышлы һүҙҙәр ҡулланып, предметты йәки ваҡиғаны ҡыҫҡаса тасуирлау. Тәрбиәсенең һөйләүе балаларға өлгө булып тора. Хикәйә бәйләнешле, эҙмә – эҙлекле, йөкмәткеле булырға тейеш. Өлгө хикәйәләр балаларға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы, ябай телдә һөйләнелә. Беҙҙең өлкәндәр төркөмө өсөн 10 – 12 һөйләмдән торған хикәйәләр һөйләнә. Өлгө хикәйәләр йышыраҡ дәрестең башында ҡулланыла. Хикәйәне тулыһынса йәки уның бер өлөшөн тәрбиәсе дәрестең төрлө ваҡытында ҡабатларға мөмкин. Өлгө хикәйәләрҙе һөйләгәндә балалар һәр бер һүҙҙе яттан һөйләргә тейеш түгел, киреһенсә тулыландырып һөйләүҙәре баһалауға лайыҡ.
  2. План буйынса һөйләү. Хикәйәнең планы – йөкмәткеһен һәм эҙмә-эҙлеклеген күрһәткән 2-3 төп һорау. Өлгө хикәйә иң еңел алым булһа, план буйынса һөйләү ауырыраҡ. Был бик мөһим алым һәм йышыраҡ хикәйә һөйләргә өйрәтеү дәрестәрендә ҡулланыла. Ғәһәттә  бер-ике өлгө хикәйә ҡулланған дәрестән һуң план буйынса һөйләү үҙ аллы алым булып ҡала. Тәрбиәсе балаларҙы план менән хикәйәләрҙең дөйөм темаһын әйткәс кенә таныштыра. Бала ҡәтғи бирелгән план буйынса ғына һөйләргә тейешме? Уртансылар төркөмөндә беренсе дәрестәрҙә баланы бүлдермәй генә тыңларға була, шулай ҙа ипләп кенә хикәйәнең тулы булмағанлығына иғтибар ителә. Шул уҡ ваҡытта тәрбиәсе балаларҙы иптәштәренең һөйләгәнен иғтибар менән тыңларға әйҙәй. Ваҡыты-ваҡыты менән:
  • Хәҙер нимә тураһында һөйләргә тейеш?
  • Бөтәһенә лә аңлашылһын өсөн тәүҙә нимә һөйләргә? тигәнерәк һорауҙар биреп тора. Балаларға план буйынса хикәйә төҙөүҙө еңеләйтер өсөн планды коллектив менән анализлау алымы ҡулланыла. Был алымдың үҙенсәлеге нимәлә һуң? Хикәйәне һөйләй башлағансы пландың һәр бер пунктын ҡарап сығалар. Шул уҡ ваҡытта бер пунктҡа әллә нисә төрлө йөкмәткеле хикәйә төҙөп булғанлығы иғтибарға алына. Был алым балаларҙы үҙалллы ҡатмарлы хикәйәләр төҙөргә өйрәтә.
  1. Хикәйә төҙөү буйынса коллектив эш – был алым ижади һөйләргә өйрәнеүҙең беренсе баҫҡыстарында ҡулланыла. Тәрбиәсе балалар менән план буйынса хикәйәне тикшерә, айырым яуаптарҙы тыңлай, уңышлыларын тәрбиәсе ҡабатлап китә. Һуңынын инде иң яҡшы һорауҙар һәм яуаптарҙы һайлап алып, үҙенең һөйләмдәрен өҫтәп хикәйәне һөйләп күрһәтә. Аһаҡтан инде был эште балалар үҙҙәре башҡара. Был алымдың яҡшы яғы нимәлә – бында бөтә балалар ҙа ҡатнаша, ә кире яғы булып инде балаларҙың айырым фразалар, һүҙҙәр әйтеүенә гәенә ҡайтып ҡала. Шуның өсөн дә был алым һирәгерәк ҡулланыла.
  2. хикәйәне өлөшләп төҙөү. Ҡайһы бер дәрестәрҙә хикәйәне өлөшләп төҙөү алымы ҡулланыла. Был алым, әлбиттә, һөйләүсенең эшен күпкә еңеләйтә. Сөнки эштең күләме әҙерәк. Ә инде дәрескә килгәндә ул күпкә төрлөрәк, ҡыҙығыраҡ, хикәйәләрҙең йөкмәткеһе тулыраҡ, мәғлүмәтлерәк була. Шулай уҡ балалар ҙа күберәк йәлеп ителә.
  3. хикәйәне һөйләп бөтөү. Хикәйә һөйләргә өйрәткән ваҡытта хикәйәне һөйләп бөтөрөү алымын ҡулланыу ҙа мөһим урын алып тора. Балалар тәрбиәсе башлаған хикәйәне үҙ-аллы тамамлап ҡуялар, артабан инде тулыһынса үҙҙәре генә һөйләй.
  4. һорауҙар ярҙамында хикәйә төҙөү. Һорауҙар биреү хикәйә төҙөүҙә эйәрсән алымдарҙың береһе булып тора. Ғәҙәттә һорауҙарҙы төҙөлгән хикәйә өсөн генә бирәләр.

Күреүебеҙсә, хикәйә төҙөү алымдары күп төрлө. Һәр тәрбиәсе балаларының белем кимәленә, дәрес төрөнә ҡарап уңайлы алымдар ҡуллана ала.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Педагогтар өсөн файҙалы һылтанмалар.

https://ufa-edu.ru/nimts/ https://education.bashkortostan.ru/ http://www.irorb.ru/ http://www.multashkino.ru/ http://www.uchmag.ru/ http://kaleidoskop-konkurs.com/ http://magistr-r.ru/...