Башҡортостаныбыҙҙың тыуған көнө.
методическая разработка (подготовительная группа)

Хасанова Гульназ Рамазановна

Эйе, аллаға  шөкөр, бына 1990 йылдан  алып  11 октябрҙә  республикабыҙҙың  көнөн  билдәләйбеҙ. Был көндө Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә, 1992 йыдың февраль айынан Башҡортостан республикаһы тип атап йөрөтөлә башлай. Беҙҙең республиканың символдары барлыҡҡа килә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл den_respubliki.docx17.9 КБ

Предварительный просмотр:

-Һаумыһығыҙ балалар! Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн  беҙҙә  оло  байрам –  Башҡортостаныбыҙҙың тыуған көнө. Барығыҙҙы ла ошо  милли байрамыбыҙ  менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан – тыуған  ерем,

Һиндә  тыуҙым, һиндә  үҫәмен.

Һинән  яҡын, һинән гүзәлерәк

Юҡтыр  бер  ил – шуны  беләмен.

Ҡурай моңо яңғырай. Балалар залға инәләр.

Эйе, аллаға  шөкөр, бына 1990 йылдан  алып  11 октябрҙә  республикабыҙҙың  көнөн  билдәләйбеҙ. Был көндө Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә, 1992 йыдың февраль айынан Башҡортостан республикаһы тип атап йөрөтөлә башлай. Беҙҙең республиканың символдары барлыҡҡа килә.

(ниндәй символдар)

  1. Гимн. (БР Гимны башҡарыла)

Ошоноң менән беҙ иртәлекте асыҡ тип иғлан итәбеҙ.

Балалар шиғыр һөйләйҙәр:

Әминә:

Башҡортостан – баш илем,

Һиндә асылды телем.

Һинең йылы ҡосағыңда

Шатланып алам белем.

Альвина:

Башкортостан горжусь тобою
Сияньем радостных твоих огней
Твоею славою, твоей судьбою,
Тобой, прекрасной родиной моей.

Дания:

Башҡортостан, һин -
Тыуған ергенәм,
Минең һөйөклөм,
Минең бергенәм.

Айнель:

Башкортостан — чудесная земля!
Кругом сады, зеленые поля
На зорьке тихо солнце ясное встает
Как белый лебедь Ак-Идель плывет.

Нурислам:

Башҡортостан, беҙ һине
Һөйәбеҙ, яратабыҙ,
Һин бит тыуған еребеҙ,
Әсәйебеҙ, атабыҙ!

Данил:

Башкирия, родимый край.
Здесь слышно, как поёт курай.
Леса и степи и поля
Богата недрами земля.
Гордимся родиной своей —
Она для нас всего родней!

  1. Флаг.

Башҡортостан флагы өс төҫтән тора. Ниндәй төҫтәр?

Зәңгәр төҫ: халҡымдың уй- ниәте, сафлығы

Аҡ төҫ: ул именлек төҫө.

Йәшел төҫ: мәңгелек йәшәү төҫө.

Шиғыр:

Зарина :

 Байрам бөгөн, байрам бөгөн -
Республикамдың көнө.
Флаг яһаным байрамға,
Миңә шундай күңелле!

Эмиль И.
Флагымда зәңгәр төҫ бар,
Ә уртаһы – ап-аҡтан,
Йәшел төҫ тә балҡып тора -
Өс төҫтө лә яратам.

Уйын: “Флагты йый”

  1. Герб. Башҡортостандың гербында нимә төшөрөлгән? Кем ул Салауат Юлаев? Салауат юлаев башҡорт халҡының милли батыры, ҡурайсыһы, йырсыһы.

-Ә беләһегеҙме,малайҙар тыумыштан уҡ ат йәнле булып тыуа. Әйҙәгеҙ әле, шуны тикшереп үтәйек!

Уйын “һыбайлылар”

Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырланыҡ. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы, теле. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең, телдең ҡәҙерен белеп, татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек.

Уйын “Ҡурай”

    Үҙ  илеңде яҡлар бул,

Халҡыңа һин ҡалҡан бул,

Үҙ телеңдә ятлар бул,

Үҙ ереңдән атлар бул.

Халыҡ терәге булһағыҙ,

Ил йөрәге булһағыҙ,

Алға китер Башҡортостан,

Сәскә атыр баш йортом.

Һис юғалмаҫ башҡортом.

Йыр: “Башҡортостан гөлбостан”

Балалар бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа күпте күргән, күпте белгән матур аҡ инәйҙәр килгән. әйҙәгеҙ уларға һүҙ бирәйек.

Әттә түҙер түҙәле

Ҡурайсығыҙ өйҙәме?

Өйҙә булһа килһен әле,

Бейетеп китһен әле.

(Балалар түңәрәккә торалар, бейейҙәр.)

Тарт ҡурайың. Әйт таҡмағың

Таҡмағыңа ней етә?

Һикереп төшөп бейеүҙәрең

Йөрәгемдне елкетә.

Бейеү “Самауыр”