Көҙгө уңыш.
материал (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Байрам барышы.
Балалар көй аҫтында залға кереп теҙеләләр.
Тәрбиәсе: Килеп етте тағы көҙ көнө
Ябай түгел көҙҙөң алтыны
Саған япраҡтары ғәжәйеп
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына әкрен елдә лә
Көҙ һаман көҙ ул,күрәһең,
Япраҡ төшә сыуыҡ көндә лә.
Ислам,Искәндәр,Ильвина,Диана,Розалия шиғырҙар һөйләйҙәр.
Йыр*КӨҘ ЙЫРЫ*
(ҡабаланып Мәсекәй әбей керә,эҙләй,бәшмәк табып алып кәрзиненә һала шатлана)
М.Ә.-Бына бит кәрзинем дә туп-тулы булды,ҡайтҡас бешереп ашайым тәмле генә итеп(ирендәрен ялай)уф.арытып киттем-әҙ генә ял итеп алам да(ултыра,балалрҙы күреп ҡала)
-Бәәәй нимә эшләп ултыраһығыҙ ул?Һеҙ ҙә бәшмәк йыяһығыҙмыы?
А.Б.-юҡ мәсекәй әбей,беҙ бәшмәк йыймайбыҙ,ә көҙгө байрамға йыйылдыҡ.
М.Ә.-ә минең урманыма килеп байрам итеп ултыраһығыҙ.Минең ҡоштарымды ҡурҡытаһығыҙ,минең йәнлектәремде ҡурҡытаһығыҙ!
А.Б.-юҡ мәсекәй әбей,беҙ киреһенсә,йәнлектәрҙең ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләнгәнен күрергә килдек.Ә теләйһеңме Айыуханды саҡырам.
(Айыу сыға,бейей)
Айыу- Ҡышҡылыҡҡа өңөм әҙер
Рәхәтләнеп йоҡларға
Йоҡларға мин бик яратам
Табандарымды һурып.
(Терпе сыға,бейей)
Терпе- Мин дә ҡыш көнө йоҡлайым
Һыуыҡтарҙан ҡурҡмайым.
Күрҙегеҙме?япраҡтарҙы
Нисек ҡуйғанмын өйөп.
(ҡуян сыға,бейей)
Ҡуян- Мин кишер үҫтерҙем
Телеңде йоторлоҡ
Тамаҡ туҡ-бурандар
Торһа ла ҡотороп.
(тейен сыға бейей)
Тейен- Мин дә йоҡлап ятманым
Өйгә ризыҡ тултырҙым.
Сәтләүек,бәшмәктәрҙе
Рәхәтләнеп киптерҙем.
(түңәрәккә тороп йырлайҙар)
Бергә- Беҙ һыуыҡтан ҡурҡмайбыҙ
Беҙ һыуыҡтан ҡурҡмайбыҙ
Рәхәтләнеп йоҡлайбыҙ,
Рәхәтләнеп уйнайбыҙ.
М.Ә.-әәй мин дә һыуыҡтан ҡурҡмайым ул,ҡышҡылыҡҡа ныыҡ әҙерләндем.Бына тәмле-тәмле бәшмәктәр йыйҙым-Их тәмлекәстәрем.
А.Б.-балалар был бәшмәктәрҙе ашарға яраймы?
-Ни өсөн?
-бына улайһа шул бәшмәктәр тураһында шиғыр тыңла.
Данат- Я грибок на тонкой ножке
И в красивенькой одежке
Шляпка ярко-красная
Пятнашки прекрасные.
Самат- Я опасен с давних пор
Мое имя-Мухомор.
Эй,грибочки непростые,мухоморчики лесные
Выбегайте поскорей и танцуйте веселей.
(Танец Мухоморов)
М.Ә.-әй үҙҙәре матур итеп бейейҙәр бит әле-ә мин хәҙер был бәшмәктәремде нимә эшләтәйем инде(уйланып күңелһеҙ генә барып ултыра)
А.Б.-Эй мәсекәй әбей ҡайғырып ултырма әле юҡҡа,бына һиңә бәшмәк урынына бәрәңге.Тик уны ошо кәрзингә йыйырға кәрәк.
(уйын* Бәрәңгене ҡалаҡ менән ташыу*)
М.Ә.- эй күңелле булды иветә.Мин әтеү был бәшмәктәрҙе һеҙгә ҡалдырам да-икенсе бәшмәк эҙләйем.Тик ашарға яраҡлыларын ғына йыйырмын инде.Һау булығыҙ.(кәрзинен тәрбиәсегә тотора ла сығып китә)
А.Б.-эй ҡыҙыҡ та инде был Мәсекәй әбей.Беҙгә нимәгә инде был бәшмәктәр?Йә ярар,Көҙһылыу апай килгәс уға күрһәтербеҙ.Ә әлегә ошонда ҡуйып торайыҡ та матур йыр йырлап алайыҡ.
(йыр*Йәй үтте,көҙ етте*)
Көҙһылыу инә- Һаумыһығыҙ дуҫтарым!
Һеҙҙең байрамға килдем
Барлыҡ ерҙе матурланым
Япраҡтарҙы алтынланым
Урманыбыҙҙы матурланым!
-Бына һеҙгә лә матур-матур япраҡтар алып килдем.Әйҙәгеҙ әле ошо япраҡтар менән бер өйөрөлөп бейеп алайыҡ.
(Япраҡтар менән бейеү)
Көҙ- (уңыш тураһында шиғыр)Көҙ килде ,уңыш булдыКөҙгө муллыҡты балалрға килтерҙем.
Ә бына баҡсала үҫкән йәшелсәләр тураһында беләһегеҙме икән?Мин йомаҡтар ҡоям,ә һеҙ яуаптарын уйлап әйтегеҙ.
(йомаҡтар ҡойоу.балалар яуаптарын әйткәндә кәрзиненән алып ергә һала бара)
-Ә хәҙер инде,ошо йәшелсә,емеш-еләкте йыйып салат-турама эшләйек,компот-һут ҡайнатайыҡ.
(уйын *салатҡа-йәшелсә,компотҡа-емеш-еләк йый*)
А.Б.-ә беләһеңме Көҙһылыу апай бер ваҡыт ошо йәшелсәләр бәхәсләшеп киткәндәр ти.Йәнәһе лә кем тәмлерәк,кем татлыраҡ,кемдә витаминдар күп.Әйҙәгеҙ әле уларҙың бәхәсен тыңлайыҡ.
(Спор овощей)
Горошек(Марсель)-Я такой хороший
Зелененький мальчишка!
Если только захочу,
Всех горошком угощу.
Свекла(Т.Алина)-Дай сказать хоть слово мне,
Выслушай сначала:
Свеклу надо для борща
И для винегрета.
Кушай сам и угощай-
Лучше свеклы нету!
Капуста(Снежана)- Ты уж свекла,помолчи!
Из капусты варят щи!
А какие вкусные
Пирожки капустные!
Зайчики-плутишки
Любят кочережки.
Угощу ребяток
Кочережкой сладкой.
Огурец(Руслан)- Очень будете довольны,
Сьев огурчик малосольный!
А уж свежий огуречик
Всем понравится,конечно!
На зубах хрустит,хрусти..
Я могу вас угостить!
Редиска(Рената)- Я румяная редиска
Поклонюсь вам низко-низко.
А хвалить себя зачем?
Я итак известна всем!
Морковь(Арслан)- Про меня рассказ не длинный
Кто не знает витамины?
Пей всегда морковный сок и грызи морковку-
Будешь ты тогда дружок,крепким,сильным,ловким!
Помидор(У.Алина)- Не болтай,морковка,вздор.
Помолчи немного!
Самый вкусный и приятный
Уж,конечно,сок томатный!
Лук(Аделина)- Я- приправа в каждом блюде
И всегда полезна людям.
Угадали?Я ваш друг.
Я простой зеленый лук.
(слышен стук в дверь)
Все- кто-то,кажется,стучится
Входит Айболит
Все- Это доктор Айболит!
Айболит(Таир) - Ну,конечно,это я.
Что вы спорите ,друзья?
Помидор(У.Алина)- Кто из нас,из овощей,
Всех вкусней и всех нужней?
Кто при всех болезнях
Будет всем полезней?
Айболит- Чтоб здоровым,сильным быть,
Нужно овощи любить.
Все без исключенья!
В этом нет сомненья.
Эй,водитель,поскорей
Увози всех овощей.
(песня*Урожайная*)
А.Б.-бына шулай Көҙһылыу апай,ысынлап та бөтә йәшелсәләр ҙә файҙалы икән.Тик уларҙы ашар алдынан һәйбәт итеп йыуырға кәрәк!
Көҙ- Мин килгәс балалар тағы
Ҡырҙар буш ҡала
Ямғырҙар яуа
Ерҙәр дымлана.
А.Б.-ә беҙ ямғырҙан ҡурҡмайбыҙ шулаймы балалар?Сөнки беҙҙең ошондай матур зонтиктарыбыҙ-ҡулсатырҙарыбыҙ бар.
(Зонтиктар менән бейеү)
(зонтик галоштар менән уйын)
А.Б.Көҙһылыу ә һин беләһеңме беҙҙең байрамда Мәсекәй әбей ҙә булды бит.Ул бына ошондай бәшмәктәр йыйып йөрөгән.Ә был бәшмәктәрҙе ашарға ярамай,инде нимә эшләтәбеҙ инде?
Көҙ-Ә беҙ уны хәҙер бергәләп ашай торған әйбергә алыштырабыҙ.Бәшмәккәй ,бәшмәккәй.бул һин тәмле ризыҡҡай.әйҙәгеҙ 5-кә хәтлем һанайыҡ та кәрзинде асайыҡ.(Кәрзинде асһалар унда алмалар)
Бына һеҙгә күстәнәстәрем,рәхәтләнеп һыйланығыҙ!Ә хәҙергә һау булығыҙ!(Көҙ сыгып китә)
А.Б.-Көҙ байрамы аҙағына ла яҡынлашты.Уны оҙатып матур йыр йырлап алайыҡ.
(йыр*Золотая осень*)