"Хуш киләһең Ҡуян йылы!"
материал (старшая группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы
Яңы йыл сценариһы  урта һәм өлкәндәр төркөмө өсөн.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_na_novyy_god_2023.docx41.27 КБ

Предварительный просмотр:

“Хуш  киләһең, Ҡуян йылы!”

(Өлкәндәр төркөмөнә тәғәйәнләнгән)

  • Төҙөүсеһе: Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы.

Башҡортостан Республикаһы, Әбйәлил районы, Амангилде  ауылы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Ҡатнашалар: Ҡыш бабай

Ҡарһылыу

Яңы йыл –Ҡуян

Иҫке йыл -Юлбарыҫ

Мәскәй әбей

Йондоҙ һанаусы

Алып барыусы һәм балалар.

  • Йыһыздар: Ҡулдан эшләнгән ҙур  навигатор,   телефон .   СМС өсөн  телевизор йә булмаһа проектор.

Маҡсат: 

Танып -белеү: Яңы йыл,  Ҡуян йылы тураһында белем биреү, үткән йылға йомғаҡ яһау, ҡыш миҙгеленә хас булған тәбиғәт  күренештәрен иҫкә төшөрөү;

Үҫтереүсе:  Шиғырҙарҙы тасури итеп ятларға өйрәтеүҙе, телмәр байытыу, шымартыу; бейеү, йырлау һәләттәрен нығытыу, балаларға байрамдан шатлыҡ, ҡыуаныс биреү;

Тәрбиәүи:  ыңғай геройҙар ярҙамында дуҫлыҡты,  яҡшылыҡты, изгелекте һәм ярҙамсыллыҡты күрә белергә,  тәбиғәт матурлығын  тоя белергә өйрәтеү ,  тыуған телгә ихтирам тәрбиәләү.  

Сараның барышы:

  • Залда  уртала  ҡупшы биҙәлгән шыршы, түңәрәккә балалар теҙелгән. Музыка “Тылсымлы сәғәт”   Д.Талхина , Г.Ишҡыуатова.

Музыка бөтөүгә Ҡыш бабай килеп инә.

Ҡыш бабай:

Ҡар бурандарын егеп,

Елеп килдем мин, балалар,

Һеҙҙең менән осрашам, тип

Ашҡынып көттөм, дуҫтар!

Сәләм, кескәй дуҫтарым,

Сәләм, шыршы-матурым,

Сәләм, атай-әсәйҙәр,

Сәләм-сәләм, ҡунаҡтар!

Балалар яуаплай:

СӘЛӘМ-СӘЛӘМ , ҠЫШ БАБАЙ,

ҺЫУЫҠ БАБАЙ, ТУҢ БАБАЙ,

СӘЛӘМ БЫЛТЫРҒЫ БАБАЙ,

СӘЛӘМ ЙОМАРТ, ШУҠ БАБАЙ!

Алып Барыусы: Һаумы, һаумы ,Ҡыш бабай, Рәхмәт инде көттөрмәй генә килдең.  Хәлдәрең нисек, юл нисек?

                    Ә ҡайҙа Ҡарһылыу менән Яңы йыл ?

Уларһыҙ буламы  ни ул  Яңы йыл?!

Ҡыш Бабай:    

Мин ел- буран арбаһында

Һеҙгә тура юлдан елдем.

Ә Ҡарһылыу,  Яңы йыл менән

 Урал тауы һырттарынан,

Ағиҙел, Ҡыҙыл ярҙарынан

Йылғаларҙы туңдырып,

үҙенә  юлдар  ярып

Башҡортостан ҡосағында

Сана юлдарын һалып,

Йәнлек-хайуандарҙың,

 ҡош- фәләндәрҙең

 хәл-хәүәлен һорашып,

Борма-борма юлдарҙан

Һеҙгә елеп киләләр.

Сабыр итәйек, хәҙер килеп етәрҙәр.

Алып барыусы:

Ҡыш Бабай, әйҙә түрҙән уҙ, беҙҙә байрам башланып тора, бергә уйнап, бейеп көлөп алырбыҙ.

Тук-тук-тук ! Ишек шаҡыйҙар. Иҫке йыл Юлбарыҫ килеп инә:

-Һаумы Ҡыш Бабай,

Һаумыһығыҙ , балалар!

Йыл буйы мин  хужа булдым,

Бөгөн килдем хушлашырға,

Ун ике ай бергә булдыҡ

Йомғаҡ яһайыҡ үткән йылға.

Алып барыусы: Балалар, быйылғы йыл һеҙгә нимәһе менән иҫтә ҡалды?  

Беренсе бала:

 Мин быйыл ағай булдым,

 Бәпес алды әсәйем.

Икенсе бала:

Ағайым мәктәп барҙы быйыл.

Шуға был йыл иҫтә ҡалды.

Өсөнсө бала:

Быйыл үҫтек тағы ла,

Тыуған көндәр үткәрҙек.

Берәр йәшкә арттырып

Аҡыл, иман үҫтерҙек.

Дүртенсе бала:

Ә мин быйыл “Р” өнөн

Әйтеп өйрәндем үҙем.

Бишенсе бала:

Ә мин быйыл ағай менән

Яҙ парадта йөрөнөм.

Өсәй менән олатайҙы

Ҡотларға ла өлгөрҙөм.

Алтынсы бала:

Быйыл беҙ өйгә күстек,

Эшләп сыҡтыҡ үҙебеҙ.

Өлкән өйҙә иркенләнек,        

Югереп-югереп уйнайбыҙ.

Етенсе бала:

 Мин быйыл тәүге тапҡыр

Атта һыбай  йөрөнөм.

Һигеҙенсе бала :

Ә бин быйыл апай менән

Хәреф танып өйрәндем.

Туғыҙынсы бала:

Мин быйыл әсәй менән

Емеш-еләккә йөрөнөм.

Унынсы бала: 

 Ә мин быйыл өләсәйгә

Сепей ҡарап өлгөрҙөм.

Ун беренсе бала:

Ә мин йәйен атай менән

Суртан тоттом ҡармаҡлап.

Ун икенсе бала:

Ә беҙ ғаиләбеҙ менән бергә

Ял иттек Яҡтыкүлдә.

Ун өсөнсө бала:

Мин быйыл һүрәт эшләргә

Өйрәндем көскә- көскә.

Ун дүртенсе бала:

 “Ауылдаштар” байрамында

Апай менән бейенем.

Һеҙгә лә бейеүемде

Бейеп күрһәтәйем тием.

Бейеү “ Минең ҡурсаҡ”

Ҡыш бабай:

-Афарин,  балалар, быйылғы   Юлбарыҫ  йылы бик бай, уңдырышлы, күңелле һәм иҫтәлекле булған, ҡалай яҡшы. Яҡшы хайуандың   эшелә яҡшы булһа, йылы ла шулай уңдырышлы, яҡшы иҫтәлекле булып ҡала.

Ҡарһылыу менән Яңы йыл- ҠУЯН килеп инәләр, улар икеһе лә ҙур навигаторға текәлеп алғандар һәм  навигация буйынса шыршыны бер урап,  тура Ҡыш бабай янына килеп туҡтайҙар.

Навигатор: Һеҙ һораған ергә килеп еттек.  Һеҙ  Башҡортостан республикаһы, Әбйәлил районы, Амангилде балалар баҡсаһы, Өлкәндәр төркөмөндә тораһығыҙ. ( навигатор һүнә)

Ҡар һылыу, ҡуян  тирә яғына ҡарап  аптырап китәләр. Ҡайҙа торғандарын аңлап алғас:

Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ балалар, ҡунаҡтар, Ҡыш бабай!

Ҡуян: Сәләм ҡыҙҙар, малайҙар, Сәләм ҡунаҡтар!

Ҡарһылыу: Беҙ байрамға һуңламаныҡмы? Бейеү, шиғыр, уйындар әле уйнаманығыҙмы?

Алып барыусы: Ҡайҙа ул һеҙһеҙ байрам, һеҙҙе көттөк, һеҙһеҙ күңелһеҙ  бит. Ана ҡарағыҙ балалар ҙа дәртләнеп китте. Шулаймы балалар?

“Шыршы ҡупшы кейенгән” йырын йырлап алайыҡ, шыршы утын ҡабыҙайыҡ.

Йыр “Шыршы ҡупшы кейенгән”  Тамыр студияһы баларына ҡушылып йырлайбыҙ.

Алып барыусы: Беҙҙең балалар шыршы тураһында шиғырҙарҙа әҙерләп килгәндәр  ятлап ишеттерергә теләйҙәр.

Балалар шиғырҙар һөйләйҙәр.

1 се бала

ШЫРШЫ

Беҙҙең шыршы балҡып тора,

Ай-һай матур биҙәнгән.

Йәйғор кеүек сулпылары

Төшөп тора иҙәнгә.

Бөгөн шыршы балҡып тора

Бүлмәләрҙә, өйҙәрҙә.

Ул бейеп китер һымаҡ

Беҙ уйнаған көйҙәргә.

2 се бала .

ҠЫУАНЫС  

Өйөбөҙҙөң иң түрендә

Балҡый йәшел шыршыбыҙ.

Күлдәгендә тәтәй шарҙар,

Энәлекәй ҡупшыбыҙ.

Төрлө төҫтә баҙлауыҡтар

Йылпылдап янып китһә,

Күҙҙәренән нур бөркөлөп,

Ҡустым сәпәкәй итә.

3сө бала

ШЫРШЫ  

Шыршы матур, шыршы матур,

Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.

Энәләрен ҡоймай бер ҙә,

Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.

Шыршы тағы матурлана,

Уйынсыҡтар тағылһа.

Аллы-гөллө нурға сума,

Киске уттар ҡабынһа.

 4 се бала  

Шыршы матур биҙәкләнһә,

Ҡыш бабай ҙа ярата.

«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип

Беҙгә бүләк тарата.

5се бала

ҠУПШЫҠАЙ

Уның урыны –

Байрам түрендә.

Ул бөгөн, ай-һай,

Матур күренә.

Толобо йәшел,

Сыбар нағышлы.

Ялтыр сылбырҙар –

Уның ҡайышы.

6сы бала

Башына кейгән

Йондоҙ түбәтәй.

Ҡупшы шыршыҡай

Миңә бик оҡшай.

 ШЫРШЫ    

7се бала

Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы.

Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,

Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.

8се бала:

ИҪӘНМЕ, ШЫРШЫ!  

Иҫәнме, шыршы, һаумы -

Яңы йыл килеп етте.

Күңелле шыршы байрамын

Балалар күптән көттө.

Алып барыусы: Ҡыш бабайға ла шиғырҙар, бейеүҙәребеҙ бар. Әйҙәгеҙ әле “Ҡыш бабай ” йырын йырлап ҡыуандырып алайыҡ.

Йыр “Ҡыш бабай былтырғы бабай” Әсһәл Әхмәт-хужа һүҙҙәренә.

 Балалар ҡыш бабай тураһында шиғырҙар ятлайҙар.

9сы бала:

ШЫРШЫ БАЙРАМЫ  

Ҡыш бабай килә,

Ҡыш бабай көлә,

Матур шыршыға

Бүләктәр элә.

Бына бер айыу,

Бына бер ҡуян,

Әсәйем бирә,

Мин элеп ҡуям.

10сы бала

ҠЫШ БАБАЙ  

Әй, Ҡыш бабай, аҡ бабай,

Үҙе һаҡаллы ҡалай.

Буран уйнатып йөрөй,

Бер ҙә арымай-талмай.

11се  бала:

“Ҡыш бабай”  

Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы

Бына килде ул беҙгә,

Ҡаршылайбыҙ  Яңы йылды

Беҙ уның менән бергә.

Шыршы тирәләй әйләнеп,

Тыпыр-тыпыр бейейбеҙ.

-Бүләктәрең өсөн һиңә

Рәхмәт , Ҡыш бабай !- тибеҙ.

12 се бала:

“Ҡыш бабай”  

Биҙәлгән шыршы янында

Ҡыш бабай бейеп йөрөй.

Йылы тунын, ап-аҡ бүркен,

Бейәләй кейеп йөрөй.

Бәҫ һырыған ике ҡашын,

Ҡып-ҡыҙыл булған йөҙө.

Үҙе килтергән һыуыҡта

Өшөгән бабай үҙе.

Ҡар һылыу: Ә  нишләп беҙҙең турала шиғырҙар юҡ? (үпкәләй биреп һорай)

Алып барыусы: Бар әлбиттә, балалар бит барығыҙҙы ла ашҡынып көттөләр. Әйҙәгеҙ әле башҡаларҙы ла тыңлайыҡ.

Шиғырҙар:

13 сө бала:

Ҡарһылыу.  

Ҡарлы һылыу,

Ҡарлы һылыу

Ҡарлы һылыу Ҡарһылыу.

Ҡыш бабайҙың ҡыҙы ул,

Зәңгәр күлдәк, аҡ ҡалпаҡ

Шундай кейем кейә ул.

Ҡарлы һылыу,

Ҡарлы һылыу

Көлә шишмәләй сыр-сыу.

Ҡыш бабайға ярҙамсы

Унһыҙ бабай нишләр шул.

14се бала

ҠАР БӨРТӨКТӘРЕ

Талғын ғына өйөрөлөп

Яуа көмөш нөктәләр.

Әллә инде йондоҙҙар

Күктән ергә төшәләр.

Ҡуналар танауыма,

Керпегемә, ҡашыма.

Әллә нисәүһе бергә

Ҡунды хатта башыма.

Усыма йомған инем,

Ирене лә юҡ булды.

Ҡар бөртөгө тигәнем,

Тамсы-тамсы һыу булды.

(Линиза Шакирова )

15 се бала:

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ  

Ҡар бурандарын уйнатып,

Яңы йыл килә.

Ярһыу ат егеп санаға

Ҡыш бабай елә.

Ҡуян: Балалар, минең уйнағым, бейегем килә!

                                                          Бейеп алайыҡмы әллә?

 Бейеү:  Шаян бейеү “Ҡар бабай”   Тамыр ансабле фонограмма аҫтында.

Иҫке йыл- Юлбарыҫ: Минең яратҡан, ана теге ,  бейеү “   Яңы йыл етте” бейеүен бейеп алайыҡ та мин юлға сығайым, ҡалған   эштәремде   Яңы йыл  хужаһы Ҡуянға тапшырайым.

Йыр   “ Яңы йыл етте”  .

Юлбарыҫ: Киләһе 2023сө йыл- Ҡуян йылы,

                      Ҡуян булыр йылға хужа.

                      Ҡуян, тыңла:  хужа бул!

                       Һәр  һынауға  уяу бул!

                       Берҙәмлектә көс-онотма,

                       Үс тотма. Шуны бел:

                       яуызлыҡты яҡшылыҡ еңә,

                      эшһөйәрҙең эше уңа,

                      тырышҡандың эше  уңһын,

                      ысын дуҫтың –дуҫы ысын.

                       Ырыҫлы, бай    булһын  йылың.-ти ҙә ҡуянға ҙур ҡыҙыл папка тоттора һәм хушлашып сығып китә. Ҡуян:

-Эйе, Юлбарыҫ ағай,  әйткәндәреңде иҫемдә тотормын. Рәхмәт инде васыятыңа, йылы һүҙҙәреңә.

Алып барыусы: Балалар, әйҙәгеҙ әле интернеттан йондоҙ һанаусынан һорайыҡ әле, киләһе Куян йылына  нимәләр юрай?

Телевизор экранынан Йондоҙ һанаусы:  

-Ҡуйян йылы   йомшаҡ булыр,

ваҡиғаларға бай булыр.

Ҡурҡыныстар урап үтер,

Илгә тыныслыҡ килер.

Балалар ҡыуанып йәшәр,

Атай-әсәйҙәр шат булыр.

Илебеҙ тыныс булғанда ла

Халҡыбыҙ уяу булыр. –тиҙә телевизор һүнә.  

                    Шул саҡ телефондан  СМС тауышы сыға.

Ҡар һылыу:  аптырай биреп телефонға текәлә:

  • Оппа! СМС килде

Кемдән ҡотлау алып килде?

Бик таныш уның йөҙө

Мәскәй әбей түгелме?!

(Телевизор  йә  проектор экранында  мәскәй әбей күренә)

Мәскәй әбей һамаҡлай:

-Мин бит хәҙер МӘСКӘЙ түгел,

 Супер мадам буламын.

Баш ҡала Өфө еренән

Ҡотлауҙар ебәрәмен.

  •  Һис тә йөрөмәйем хәҙер

Һеперткегә атланып.

Изге теләктәр еткерәм

Интернетта ултырып.

  • С Новым годом , балалар!

Байрам менән ололар!

I ,Love you ҡыҙҙар, малайҙар,

Тыныс торһон донъялар!

  • Бына шулай Ҡыш бабай

Минең эштәр “ВО!” –шулай

Кешегә этлек ҡылмай

Матур йәшәйем былай.

Ярай, ҡыҙҙар , малайҙар мин артабан ҡотлауҙарымды дауам итәйем. Әле Шайтанды, Бүрене, Аждаһы, Үлмәҫбайҙы башҡа балалар баҡсаһындағы балаларҙы ҡотларға өлгөрөргә кәрәк.  Һау булығыҙ, ауырымағыҙ!

Ҡыш бабай аптырап китә:

- Был ни  хәл булды инде ул?

Был әбей ҙә шулай яҡшы  яҡҡа үҙгәргәс,

Этлек, насарлыҡ ҡылыусы кеше булмағас,

Беҙҙең эштәр алға китер, туғандар, иптәштәр.

Бер беребеҙҙең ҡәҙерен генә белеп йәшәйек.

Ил йортобыҙ тыныс булһын,

Һуғыш  афәте булмаһын.

Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен

Эштәребеҙ гел уң булһын!

Алып барыусы: Эйе, рәхмәт инде ,Ҡыш бабай, һеҙҙең теләгән теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Яңы 2023 йыл –ҠУЯН йылы түрҙән уҙһын, тик бәхет, тыныслыҡ, байлыҡ,  уңыштар һәм шатлыҡтар ғына алып килһен!

Әйҙәгеҙ барыбыҙҙа бергәләп “Яңы йыл”  йырын йырлап түңәрәккә торайыҡ, шыршы тирәләй йырлап-бейеп күңел асайыҡ.

Йыр бөткәс: Телефон шылтырай:

Ҡарһылыу: Алло!

Телефон аша :

-Ҡарһылыу, Ҡыш бабай,

Һеҙ ҡайҙа? Һеҙҙе көтәбеҙ. ( ярһыған тауыш)

 Ҡар һылыу: Эйе, эйе  беҙ хәҙер киләбеҙ, көтөгөҙ.

Ҡар һылыу: Балалар, беҙҙе башҡа балалар көтәләр.Һеҙҙә бик күңелле булды йылы ҡаршылауығыҙға , рәхмәт! Беҙ һеҙгә буш ҡул менән килмәнек, ҙур тоҡта бүләктәр тотоп килдек.  Ҡуян хәҙер хужа, ул бүләктәр өләшер, ә беҙ бик ҡабаланабыҙ, башҡа балалар көтә.  Тағы  бер йылдан ошо ваҡытта, ошо ерҙә осрашҡанға тиклем!  

Ҡыш бабай менән  Ҡарһылыу  сығып китәләр.

 

                 Ҡуян: Байрам әле бөтмәне

                               уйындар дауам итә.

                               Сос малай һәм ҡыҙҙарҙы

                                Серле  бүләктәре көтә.

Уйындар:

  • “Күҙ бәйләп кәнфит ал”
  • “Ҡар бабайға танау ҡуй”
  • “Серле тоҡтан теләгән кәнфитеңде ал”

Уйындарҙан һуң ҠУЯН Ҡышбабай бүләктәрен  таратып бирә.

Шуның менән Яңы йыл байрамы тамамлана. 

Ҡулланылған әҙәбиәт:  С. Әлибаев, Ҡ.Даян, Л. Абдуллина, Г.Ситдиҡова, Ф.Сафина шиғыҙары ҡулланылыды.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

2021 йыл “Башҡорт тарихы йылы”

 2021- се йыл  Рәсәйҙә  Фән  һәм технология”, Башҡортостанда “ Сәләмәт тормош һәм оҙон ғүмерлек йылы” тигән исем аҫтында үтәсәк. Республикала быйыл йылдың ...