сценарий к празднику на день матери
план-конспект занятия (младшая группа)

конспект музыкального сценария в младшей группе на праздник мам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ikense_keskyzr_torkomond_syzr_bayramyna_stsenariyy.docx17.51 КБ

Предварительный просмотр:

   Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә әсәйҙәр байрамына сценарийы

   “Кәзә менән бәрәстәр, әсәйҙәр байрамына ҡунаҡҡа килгән”

Маҡсаттар:

1.Балаларҙың йыр, бейеу аша,  иҗади һәләттәрен үҫтереү.                                                                                    2.Әсәйҙәр тураһында йыр, бейеу аша, әсәйҙәрҙе хөрмәт итергә, ғорурланырға өйрәтеу.                                                                                                                                       3.Балаларға әсәйҙәр иң яҡын, иң изге, иң ҡәҙерле кеше барлығын  төшөндереу.  

                                                      Байрам барышы.

(Матур итеп биҙәлгән залға, балалар   музыка  аҫтында  тәрбиәсе  менән  инәләр, Һәм түңәрәк ярым яһап торалар.)

Алып барыусы:

- һаумыһығыҙ, Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр!                                                                                                                 - Һеҙҙең барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ!                                                                                                             - Был байрамды беҙ һеҙҙең өсөн әҙерләнек!

- Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғумер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!

Алып барыусы.

Ҡәҙерле  әсәйҙәр, өләсәйҙәр  киләһе

Йырыбыҙ  яңғырай  һеҙҙең  өсөн,

                                         “Әсәй менән гөл ултыртыҡ” йыры..


Алып барыусы.

Ә хәҙер ял итәйек,

Ултырғыстарға ултырайыҡ,

Мин тылсымлы һуҙҙәт әйтәм,

Һеҙҙе кәзә бәрәстәренә әйләндерәм,

Һеҙҙе әкиәт иленә алып китәм,

Бер әкиәт тыңлап алайыҡ.

(Залдың бер мөйөшендә өй ултыра, унан кәзә сыға.)

Алып барыусы.
 Борон-борон заманда йашаган ти бер кәзә. Уның  бәрәстәре булған ти. Ул урманда өй һалып, шунда бәрәстәре менән йәшәгән ти. Кәзә көн һайын баҙарҙан аҙыҡ-тулек алып ҡайтҡан.

Кәзә. 

-Мин баҙарға барып киләм ә һеҙ ишекте ныҡ бикләп ултырығыҙ. Ишекте бер кемгә лә асмағыҙ, тәмле кәнфит бирәм тиһәләрҙә асмағыҙ.

Алып барыусы.

-Бәрәстәр әйҙәгеҙ әсәй баҙарҙан ҡайтҡансы беҙ бейеп, куңел асып алайыҡ.                     “ Бейеү куңелле полька”

Алып барыусы.

-Ҡарағыҙ әле балалар, Ҡәҙә асай кер йыуған, бер тас, әйҙә Кәзә асайга ярҙам итаек,

ул  баҙарҙан кайтҡансы керҙе элеп куяйыҡ.

(Уйын боткас, кой уйнай, Бүре инә, ишек шаҡый )

Бүре.

-Бәрәстәрем, балаҡайҙарым!
 Асығыҙ ишекте, асығыҙ!
 Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты!

Тәмлекәстәр алып кайтты!

Алып барыусы.

-Балалар, был Кәҙәнең тауышы мы?

Балалар.

-Юҡ!

Алып барыусы.

-Эйе дороҫ.

-Кәзәнең тауышы нәҙегерәк.

-Һин Кәзә түгел.

-Беҙ һиңә ишекте асмайбыҙ.

Бүре.

-Мин һеҙгә тәмле кәнфиттәр, төрлө-төрлө тәмлекәстәр алып килдем, асығыҙ ишекте.

Алып барыусы.

-Әсәй ҡушмағас, асырға яраймы ищекте?

Балалар.

-Юҡ!

Алып барыусы.

- Эйе дөрөҫ, ярамай, сит бер кемгә лә ишекте асырға ярамай.

-Кит Бүре мынан, беҙ һиңә ищекте асмайбыҙ.

 Бүре.

-Мин асыҡтым, өшөнөм йылынып сығам, асығыҙ ишекте.

Алып барыусы.

-Юҡ асмайбыҙ, кит мынан.

(Бүре илап, һөйләнә-һөйләнә, сығып кита.)

(Кәзә инә, ишек шаҡый)

Алып барыусы.

-Кәзә, баҙарҙан ҡайтҡас, ишекте шаҡылдатып, йырлаған ти:

Кәзә.
-Бәрәстәрем, балаҡайҙарым!
 Асығыҙ ишекте, асығыҙ!
 Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты,!
 Һеҙгә ҡульяулыҡтар алып ҡайтты!

Алып барыусы.

-Балалар был тауыш Кәзәнекенә оҡшаған мы?

Балалар.

-Эйэ!

Алып барыусы.

-Эйэ әсәй ҡайтты, ҡульяулыҡтар алып ҡайтты, әйҙә тиҙерәк ишекте асайыҡ. Матур ҡульяулыҡтар менән, туңәрәккә тороп бейеп алайыҡ.

Ҡульяулыҡтар менән бейеү”.

Алып барыусы.

Ой, ҡайҙа булды  улар

Беҙҙең күңелле бәрәстәр.                                                                                                            Ә бына ҡайҙа улар,                                                                                                                        Беҙҙең шаян бәрәстәр.

-Әйҙәгеҙ бәрәстәр кәзәгә әсәйгә сәскәләр йыйып бирәйек.

Уйын сәскә төҙө уйыны”.

Кәзә.

- Рәхмәт!  Бәрәстәрем, ниндәй матур сәскә минә бүләк иттегеҙ

Алып барыусы. 

-Балалар әйҙәгеҙ әле Кәзәгә матур йырыбыҙҙы буләк итәйек.

Йыр. «Ҡояш көлә»

 Кәзә.

-Рәхмәт һеҙгә йырығыҙ бик оҡшаны миңә.

Алып барыусы.

-Балалар, әйҙәгеҙ Кәзә менән бергә, куңел асып  бейеп алайыҡ.

Бэйеү. «Полька»

Кәзә.

-Һай  афарин бәрәстәр бик куңелле һеҙҙең менән, матур бейейһегеҙ, йырлайһығыҙ, бына мин һеҙгә күстәнәстәр алып килдем төркөмгә кайтҡас сәй эсерһегеҙ кәнфит менән.

-Һеҙҙең менән күңелле, тик минең эшем бик куп. Миңә базага барып килер карак. Киләһе осрашҡанға тиклем һау булып тороғоҙ.

Алып барыусы.

-Рәхмәт, кәзә кустәнәстәрең өсөн.

(Күңелле көйаҫтында, кәзә сығып китә)

Алып барыусы. 

-Ә хәҙер мин тағы ла тылсымлы һүҙҙәр әйтәм, һеҙҙе кәзә бәрәстәрен кире балаларға әйләндерәм.

(Тылсымлы һүҙҙәр әйтә )

Алып барыусы. 

-Ә хәҙер балалар, әйҙәгеҙ әсәйҙәргә үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән бүләктәребеҙҙе алайыҡ, әсәйҙәргә “мамочка милая мама моя”тигән йырыбыҙҙы ла йырлап, буләк итәйек.

Йыр. «Мамочка милая мама моя»

Алып барыусы. 

-Әсә  һәм бала! Улар бер  бөтөн, айырылғыһыҙ.Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бер бөтөнлөк, бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

   Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған бәләкәй генә концертыбыҙ аҙағына ла етте. Һеҙгә киләсәктә нныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡтар, ҡыуаныстар, ғәйлә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һәм балаларығыҙҙың үҙ ҡулдары менән, тырышып эшләгән бәләкәс-кенә бүләктәрен ҙур итеп ҡабүл итеп алығыҙ.

-Һау булып тороғоҙ!

                                                    (Йомғаҡлау.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Праздник-конкурс «День матери» 2015 (сценарий)

Задачи:1.  «Музыка»:  продолжать приобщать детей к музыкальной культуре, воспитывать художественный вкус;  совершенствовать умение двигаться  в соответствии с характером движения м...

сценарий праздник на день матери

сценарий праздник на день матери...

Сценарий к празднику на день матери «Мама, ты тоже маленькой была?»

Дети нашей группы  занимаются техникой папье-маше. На день матери из бумажной массы мамочкам сделали разноцветные бусы, нам  хотелось преподнести подарки торжественно. Для этого м...

Сценарий совместного праздника на «День Матери» для второй младшей группы «Вместе с мамой»

Семейный досуг разработан с учетом задач Программы дошкольного образования «От рождения до школы» под ред. Н.Е.Вераксы, М.А. Васильевой, Т.С. Комаровой (взаимодействие ДОУ с семьей).Во вре...

Сценарий праздника во 2 мл.группе "Малыши в гостях у осени" (объединенный праздник Осени + День матери)

Сценарий праздника во 2 мл.группе.  Объединенный праздник Осени + День матери....