сценарий к новому году "Лунтик ищет новый год"
план-конспект занятия (старшая группа)
сценарий новогоднего утренника для детей старшей группы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
luntik_yany_yyl_bayramynda.docx | 23.66 КБ |
Предварительный просмотр:
Музыка уйнап тора. Балалар залға шыршы тирәләй, бейеп инәләр.
Бейеү. "Новый год нас зовет"
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар! Мин һеҙҙе ошо матур, тылсымлы һәм байрамса биҙәлгән залда тәбрикләүемә бик шатмын!
Донъяның бар яғында ла
Шат моңдар урғып торһон.
Һәр бер таң нурланып тыуһын,
Яңы йыл ҡотло булһын!
-Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Яңы көндәр, яңы уңыштар һеҙгә телёйем!
Хоровод: «Яңы йыл»
Ниндәй ҡунаҡ беҙгә килгән?
Үҙе йәшел энәле.
Матур итеп биҙәлгән,
Ә башына йондоҙ ҡунған!
Балалар: шыршы!
Алып барыусы:
Бүлмәлә шыршы ағасы
Ул йәшелдән кейенгән
Шыршы ла урмандан беҙгә
Байрам итергә килгән!
- Ә хәҙер ҡулға-ҡул тотоношоп ҙур түңәрәк яһайыҡ, һәм беҙҙең шыршыбыҙға йыр йырлап ишеттерәйек.
Йыр: "Матур шыршыҡай"
(йырҙан һуң балалар, ултырғыстарына барып ултыралар.)
Алып барыусы:
Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ
Ҡунаҡтарҙың килгәнен.
Әкиәт батырҙарының –
Белмәгәнен, белгәнен.
Ҡыш бабайҙа килеп етер
Тоҡ аҫып иң башына
Ҡарһылыуҙы ла көтәбеҙ
Йәшел шыршы янына.
Алып барыусы: - Балалар, ишетәһегеҙме? (тыңлайҙар).
- Кемдер беҙгә ҡунаҡҡа килә, тссс тауышланмағыҙ.
(Вупсень менән Пупсеньдын көйө уйнай.)
(Залға Вупсень менән Пупсень инәләр.)
Вупсень: - Ну-ка, ну-ка, нимә ул һинең бында? Ау әллә ниндәй.
(бер нисә метр таҫманы һуҙып сығара).
Пупсень: - Ә был мин Шнюк бабайҙың ауына буталғанмын.
(Шыршы эргәһенә барып һөйләшәләр, шыршыны урап сығалар балаларҙы күрмәйҙәр)
Вупсень: - Пупсень, һин ҡара әле! Ағас әллә ниндәй үҫеп сыҡҡан!
Пупсень: - Эйе, ҙур, йәшел, тәмле! (еҫкәп ҡарай)
Вупсень: - Ә Лунтик әйткән була, ҡыш көнө ағастар үҫмәй тип.
Пупсень: - Ул уларҙың Айҙа үҫмәй. Ә беҙҙә ана ниндәй матурҙар үҫә!
Вупсень: - Әйҙә ашап ҡарайыҡ. Һин теге яҡтан кимер, ә мин был яҡтан кимерәм.
(шыршының эргәһенә баралар).
Пупсень: - Вупсень, ҡара әле, нимә ул? Алмалар эленеп тора мы?
Вупсень: - Ысынлапта алмалар. Әйҙә йыйып алайыҡта, береһелә күрмәгәндә, өйҙә ашарбыҙ.
Пупсень: - Әйҙә!
(бер-ике уйынсыҡтарҙы алғас, ағас ботағында конверт күреп ҡалалар).
Пупсень: - Вупсень, ә был нимә? (ала ла, әйләндереп ҡарай)
Вупсень: - Белмәйем, хатҡа оҡшаған.
Пупсень: - Әйҙә асып уҡып ҡарайыҡ.
Вупсень: - Әллә, кеше хатын уҡырға ярамай бит әле!
Пупсень: - Бер кемдә белмәйәсәктә, шәп кенә уҡыйбыҙҙа, йәшереп ҡуябыҙ.
Вупсень: - Әйҙә тиҙерәк ас конвертты, унда нимә яҙылғанын белгем килә!
(хатты алалар, уҡыйҙар).
“Ҡәҙерле балалар! Ашығып киләм һеҙгә! Бүләктәрҙә бер сана, мин алып киләм һеҙгә! Тик бына юлдарымда ҡарҙар, бурандар өйөп ҡуйған, санам үтә алмай, ярҙамға килегеҙ. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға ярҙам итегеҙ”.
Пупсень: - Был хат Ҡыш бабайҙан.
Вупсень: - Әйҙә Ҡыш бабайҙың санаһын көрттән һөрәп сығарабыҙҙа, Ҡыш бабайҙың санаһына ултырып бүләктәрҙе, күстәнәстәрҙе үҙебеҙгә алайыҡ. Ә Ҡыш бабайҙы аҙаштырып икенсе яҡҡа ебәрәйек.
(Хатты алып, югереп сығып китәләр.)
(Лунтиктын көйө уйнай, Лунтик өшөп килеп инә)
Лунтик: - Ниндәй һыуыҡ тышта! Мин өшөп бөттөм. Ә мында йылы, яҡты! Ниндәй матур итеп биҙәлгән булмә. Һеҙҙә әҙерәк йылынып сыҡһам була мы?
Алып барыусы: - Әйҙә, әйҙә ин, йылынып сыҡ.
Лунтик: - Ә һеҙ балалар, беләһегеҙме минең кем икәнен?
Алып барыусы: - Балалар был кем?
Балалар: - Лунтик!
Лунтик; - Ә һеҙ ҡайҙан мине белаһегеҙ?
Алып барыусы: - Беҙҙең балалар барыһын да бөтә нимәне беләләр, улар бит тиҙҙән мәктәпкә баралар.
Лунтик: - Ә һеҙ нимәгә шулай матур итеп кейенеп бында йыйылдығыҙ?
Алып барыусы: - Беҙ Лунтик, яңы йыл байрамына йыйылдыҡ, хәҙер тиҙҙән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙа килеп етергә тейеш, тик бына Вупсень менән Пупсень иртәрәк килделәрҙә, шыршыны кимерә башлағайнылар, Ҡыш бабайҙың хатын табып алып ҡастылар. Беҙ белмәйбеҙ нимә эшләргәлә хәҙер, аптырап ултырабыҙ.
Лунтик: - Эх шул Вупсень менән Пупсень, тағы эш боҙҙолар мы? Улар беҙҙең урманда, гел генә эш боҙалар, Шэр бабай уларҙы гел генә әрләй.
-Ә шыршығыҙ һеҙҙең ҡайҙа ул? Нимә ул шыршы?
Алып барыусы: - Бына ул! Һинең артында тора.
Лунтик: - Ах! Ҡалай матур шыршы, бейек, ҡупшы, йәшел, энәле.
-Ой!
(тотоп карайым тиһә, бармағын сәнсеп ебәрә.)
-Ә еҫе ниндәй тәмле! (еҫкәп карай)
-Әбыл нимә ул? (уйынсыҡтарҙы тотоп ҡарай.)
(уйын уйнатыла, Лунтик һорау бирә, балалар эйе йәки юҡ тип әйтәләр.)
1.Тәмле, тәмле алмалар?
2.Мармелад, шоколадтар?
3.Сыңаяҡтар, ҡалаҡтар?
4.Кәнфиттәр, пиражкийҙар?
5.Муйынсыҡтар, балдаҡтар?
6.Шарҙар һәм Герляндылар?
Алып барыусы: - Лунтик, ул шыршының уйынсыҡтары. Йыл һайын беҙ шыршыны матур итеп биҙәйбеҙ, шыршы тирәлә бейейбеҙ, йырлайбыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ, күңел асабыҙ
-Әйҙәгеҙ әле балалар, Лунтик менән бергә шыршы тирәлә тороп йырыбыҙҙы йырлайыҡ, “Что за дерево такое”.
Йыр: "Что-за дерево такое"
Лунтик: - Афарин! Балалар, йырығыҙ бигерәк матур икән.
Алып барыусы: - Беҙ Ҡыш бабайҙы, Ҡарһылыуҙы көтәбеҙ, ул балаларға бүләктәр алып килә, шыршының уттарын ҡабыҙа.
Лунтик: - Әәә! Мин күрҙем, күрҙем битуны, балалар. Буран уның килер юлына ҡар өйөп ҡуйған, санаһы батып ҡарҙа үтә алмай көрттән.
Алып барыусы: - Ысынлап та балалар, Вупсень менән Пупсень Ҡыш бабайҙың хаттында уҡығанда, шулай тип яҙылғайны бит инде. Иҫемә төштө Лунтик, Вупсень менән Пупсень Ҡыш бабайҙы, Ҡарһылыуҙы аҙаштырып, күстәнәстәрҙе үҙҙәренә алып касабыҙтей инеләр бит.
Лунтик: - Ярай хәҙер мин ҡотҡарып, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы алып килермен байрамға.
(Лунтик мультфилимынан көй уйнай, Лунтик югереп сығып китә.)
Алып барыусы: - Ә беҙ балалар, Лунтик Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы алып килгәнсе байрамға, уйын уйнап алайыҡ.
Уйын: «С снежинками»
(Шәп көйгә, хәлдәре бөтөп, Вупсень менән Пупсень килеп инәләр)
Вупсень: - Уф! Саҡ ҡастыҡ, Лунтик менән Ҡыш бабайҙан.
Пупсень: - Эйе! Хәлем бөттө югереп.
Вупсень: - Ниндәй күңелле тауыш ишетелә бында?
Алып барыусы: -Һаумыһығыҙ! Әйҙәгеҙ беҙҙең яңы йыл байрамына, рәхим итегеҙ. Хәҙер Лунтик Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы алып килә.Ҡыш бабай буш ҡул менән балаларға килмәй, күп итеп күстәнәстәр алып килә.
Пупсень: - Юҡ бүтән уның күстәнәстәре, беҙ уның тоғон алып кастыҡ. (Хаааа-хааа ҡысҡырып көләләр.
-Бына, ышанмаһағыҙ кәнфит кағыҙҙары. (балаларға кәнфиттең фантиктарын ташлайҙар.)
Вупсень: - Байрамдар беҙ яратабыҙ! Тик бына йырлайҙа, бейейҙә белмәйбеҙ. Һеҙ беҙҙе бейергә өйрәтәһегеҙ ме?
Алып барыусы: - Әлбиттә! Әйҙәгеҙ малайҙар тороғоҙ бейеп күрһәтегеҙ әле, Вупсень менән Пупсеньға бейеүегеҙҙе.
Бейеү: «Малайҙар бейеүе»
Пупсень: - Афарин! Бик яҡшы бейейһегеҙ икән.
Алып барыусы: - Балалар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу нишләп оҙаҡлай икән, әллә юлды таба алмайҙар микән, әйҙәгеҙ әле бергәләп Ҡыш бабай менән ҡарһылыуҙы саҡырайыҡ, бәлки беҙҙең тауышты ишетеп килептә етерҙәр.
Балалар: - Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Кыш бабай, Ҡарһылыу!
Ҡыш бабай: - Эһе-һей! Һаумыһығыҙ дуҫтарым!
Балалар: - Һаумы, һаумы Ҡыш бабай!
(Ҡыш бабайҙың һүҙҙәре)
(Вупсень, Пупсеньды әрләй тоғон алып ҡасҡанга, Вупсень менән Пупсень вәғҙә бирәләр бүтән улай алып касмайбыҙ тип балаларҙың күстәнәстәрен, ғәфу итенәләр балалар алдында, Ҡыш бабай балаларҙанһорай,бергә ҡалалар)
Ҡыш бабай: - Күрәм-күрәм, әҙерһегеҙ байрамға. Бигерәк матурһығыҙ.
-Тик нимәгәлер шыршының уттары янмай, әйҙәгеҙ әле ярҙам итәйек шыршыҡайға.
Алып барыусы: - Әйҙәгеҙ әле балалар, Ҡыш бабайҙың тылсымлы һүҙҙәрен бергәләшеп ҡабатлайыҡ.
Ҡыш бабай: - Ян, ян, ян шыршы
Бул һәр саҡ шулай ҡупшы!
(Балалар менән бергәләп ҡабатлайҙар, шыршыла уттар ҡабына. Ҡыш бабай шыршы тирәләй һоҡланып ҡарай).
Ҡыш бабай: - Әйҙәгеҙ, балалар бергәләшеп шыршы тирәләй йырлап алайыҡ.
Алып барыусы: - Әйҙәгеҙ балалар, Ҡыш бабайға йыр йырлап, бер аҙ уны бейетеп алайыҡ әле дуҫтар.
(Ҡыш бабай дәртле матур көйгә, балалар менән бергә флеш - моб бейей. )
Бейеү: ”Эй кыш бабай кыш бабай”.
Ҡыш бабай: - Һай афарин ҡыҙҙар, ҡыуандырҙығыҙ мине, рахат, һыуыҡҡына булып калды!
Алып барыусы: - Әйҙәгеҙ, балалар Ҡыш бабай менән бергә, бер уйын уйнап алайыҡ.
Игра: «Угадай – ка дедушка Мороз, что дети делают сейчас».
Игра: «Три хлопка ».
Алып барыусы: - Ҡалай ҡыҙыҡ булды, эйе бит балалар?
Балалар: - Эйе!
Ҡыш бабай: - Уф, эҫе-эҫе миңә булып китте!
Алып барыусы: - Эҫе ме Ҡыш бабай, хәҙер, хәҙер, ултырып тор ултырғысҡа, беҙҙең кар бөртөктәре һине һыуытырҙар.
Бейеү: ”Ҡар бөртөктәре”.
Алып барыусы: - Ҡыш бабай, беҙҙең балалар һиңә тип шиғырҙар әҙерләгәндәр.
- Хәҙер инде, Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләп ишеттерәйек.
Шиғырҙар (ҡалған балалар).
Ҡыш бабай: - Афарин, балалар йырланығыҙ, бейенегеҙ, матур шиғырҙарҙа һөйләнегеҙ. Рәхмәт һеҙгә. Беҙгә ҡыҙым менән ҡайтырга ла ваҡыт етте. Һау булып тороғоҙ.
Ҡарһылыу: - Э бүләктәр балаларға, Ҡыш бабай бирмәнең бит, оноттоңмә әл-лә.
Ҡыш бабай: - Юҡ, мин күңелле Ҡыш бабай. Бөтәгеҙгә лә бүләктәр алып килдем.
-Бына, минен тылсымлы бауым бар. Хәҙер генә минең тоғомдо табыр. Тылсымлы минең бауым, минең тоғомдо табырға тырыш.
(Йомғаҡты шыршы төбөнә ташлай)
( Быйма сығара.)
Ҡыш бабай: - Шаян бау. Беҙҙе шаяртып алырға булдын мы? Ҡабат һин, Ҡыш бабай менән шаярма улай! Тағы алыҫыраҡ шыршы төбөнә йомғаҡты ташлай
(Шыршы төбөндә коробканы һөрәп сығара)
Ҡыш бабай: - Йә, балалар, бүләктәрегеҙҙе алығыҙ.
(Балаларға бүләк өләшә.)
Ҡыш бабай: - Бер кемде лә онотманым мы? Бүләкһеҙ бер кем дә ҡалманымы?
Ҡотло булһын, ҡотло булһың.
Башлана өр яңы йыл.
Барығыҙға ла килтерһен
Бәхет, шатлыҡтар быйыл…
һау булығыҙ!
(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәр өләшә. Берәй талғынғына көй аҫтында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Лунтик, Вупсень менән Пупсень һаубулашып, сығып китәләр, йомғаҡлау, балалар төркөмгә ҡайтып китә.)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий нового года " веселый новый год"
Сценарий нового года для подготовительной и старшей группы « веселый новый год»...
Сценарий сказки "Зайка ищет новый дом"для детей старшей группы.
Сценарий основан на знакомом детям сюжете, введены новые герои. Все герои отказывают Зайцу в помощи, но в конце сказки он находит себе новых друзей и новый дом....
«Зайка ищет новый дом» сказка на новый лад
создание условий для развития у детей интереса к музыкальным произведениям по средствам драматизации...
Сценарий представления «Зайка ищет новый дом»
Сценари сказки на новый лад. В представлении принимают участие все дети логопедической группы....
Сценарий для средней группы на новый 2020 год “Волшебный новый год”
Сценарий разработан для средней группы. Для создания новогоднего настроения детей и их родителей....
Сценарий музыкально-театрализованного представления к новому году по мотивам сказки "Новый год и Мышиный король" подг.группа
подг группа...
11.01.2019. Сценарий фольклорного праздника на СТАРЫЙ НОВЫЙ ГОД « СЕЕМ, СЕЕМ, ПОСЕВАЕМ, С НОВЫМ ГОДОМ ПОЗДРАВЛЯЕМ!» средний ,старший, подготовительный дошкольный возраст
Цель:приобщение детей к истокам русской народной культуры, знакомство с обычаями и традициями русского народа.Задачипознакомить детей с колядками, обогатить словарный запас, создать праздничное настро...