сценарий "Яҙһылыуҙы эҙләп"
материал (старшая группа)

Янгулова Акъюнудз Гафуровна

мартҡа өлкәндәр төркөмө өсөн сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл alyp_baryusy.docx18.15 КБ

Предварительный просмотр:

Алып барыусы: Хәйерле иртә, хөрмәтле, ғәзиз әсәйҙәр!

Әсә. Был бөйөк исем, Ер кеүек туйындырыусы, Ҡояш кеүек юл күрһәтеүсе. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән иң яҡты байрамдарҙың береһе – 8 март Халыҡ- ара ҡатын ҡыҙҙар байрамын билдәләр өсөн иртәлеккә йыйылғанбыҙ. Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ.

Март ҡояшы серле йылмая ла

                                 Һибә нурын тыуған еремә

    Ҡаршы алып гүзәл яҙ байрамын

      Шатлыҡ өҫтәй янған күңеңелемә

       Бар йылыһын биреп күңелдәрҙең

    Ҡотлайбыҙ беҙ бөйөк бер затты

                                  Изге теләктәргә, ихтирамға

Улар лайыҡ, улар бик хаҡлы!

Ҡояш менән бейеү(вход).

А.Б.: Ниндәй матур балҡый бөгөн ҡояшыбыҙ!Балалар ҙа яҙ килеүенә, 8 март йетеүенә бик шат!

Шиғырҙар:

Яландар йәшелләнде,

Шау сәскәгә күмелде.

Ни өсөн шулай тиһәгеҙ –

Беҙгә бит яҙҙар килде.

Яҙ килде, яҙ килде,
Дөнья ҡабат уянды.
Ҡояш йылмайҙы, көлдө,
Балалар ҡыуанды.

Яҙҙың беренсе байрамы
Ул әсәйҙәр байрамы.
Бүләк итәм әсәйемә
Бер ҡосаҡ гөлләмә.

Мама дорогая
Я тебя люблю!
Все цветы весенние
Я тебе дарю
Солнце улыбается
Глядя с высота
Ка же это здорово-
У меня есть ты!

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле
Әсәйем һин генә
Иң матуры, иң яҡшыһы
Әсәйем миңә һин генә

мамина улыбка
Вносит счастья в дом,
Мамина улыбка
Нужна везде,во всем!

 мама нас ласкает
Солнце согревает.
Сонце как и мама,
Лишь одно бывает.


Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы
8-се март бөгөн
Байрам булғас, бигерәк йәмле
Барыбыҙҙа шат бөгөн.

Мама первое слово
Главное слово в каждое судьбе,
Мама жизнь подарила
Мир подарила мне и тебе

Ҡарағыҙ, нисек йәмле
Әсәйҙәрҙең байрамы
Бөтәбеҙҙә шат бөгөн
8 март бөгөн.

мин бәхетле, бик бәхетле
Әсәй янында һәр саҡ
Һин булғанға ғына әсәй
Көндәрем яҡты һәр саҡ.

 Кто открыл мне этот мир,
Не жалея своих сил?
И всегда оберегала
Лучшая на свете мама.


Кто на свете всех милее
И теплом своим согреет
любит больше, чем себя,
это мамочка моя.

Йыр Яҙ килә

Йырҙан һуң, урындарға ултыралар.

А.Б.: Ниндәй матур байрам бөгөн, ҡояшта йылмая, балалар ҙа, әсә- өләсәйҙәрҙә,тик был байрамға Яҙһылыу ғына етмәй бит.Әйҙәгеҙ бергәләп  уны саҡырайыҡ.

Яҙһылыу урынына ҡыш килеп инә.

Ҡыш: Бына инде мин- ҡыш. Мин аңлауымса һеҙ, байрамға йыйылғанһығыҙ.Ә мин һеҙҙән һис тә киткем килмәй, һеҙҙең менән күңелле булды, ҡар уйнаныҡ, сана шыуҙыҡ, яңы йылды ҡаршыланыҡ. Шуға ла мин, Яҙһылыуҙы урланым һәм ҡатырҙым! Әгәр һеҙ яҙ байрамы үткәрәм тиһәгеҙ,һеҙҙе лә, әсәйҙәрегеҙҙе лә ҡатырам!

А.Б.: Ҡыш, ниңә улай итәң һин? Һәр миғгелдең бит үҙ ваҡыты.

Ҡыш: Юҡ, китмәйем, барыбер.Миңә бында оҡшай.

А.Б.: Һин бит балалрҙың көтөп алған байрамын боҙаһың.Ҡара әле, һиңә балаларҙы, әсәйҙәрҙе йәл түгелме?

Ҡыш: Йәл шул (көрһөнә).Әгәр минең күңелемде күтәрә алһағыҙ, бәлки Яҙһылыуҙы ебәрермен.

А.Б.: нисек күтәрәйек, әйтеп ҡара.

Ҡыш: уууу, минең бында йомғаҡтарымда, вәғәҙәләремдә бииик күп.

А.Б.: Нисек итәбеҙ балалар? Үтәйбеҙме?

(балалар яуабы)

Ҡыш: Минең йомғаҡ ошо залда.Бөгөн ниндәй байрам шул һан менән бәйле.Һынап табығыҙ!

А.Б.: Әйтегеҙ әле,ниндәй байрам?(8 март) Тимәк, 8 һаны булған ултырғыста (8 ултырғыстың аҫтынан хат табып ала). Бына бит!

А.Б.: Бында йомаҡ.


 Әсәйемде үҫтергән,

Берҙә беҙҙе әрләмәй.

Яғымлы һүҙҙәр әйтә

Беҙ яратҡан (өләсәй).

Ҡыш: Бына бит, 1 йомаҡты тиҙ систегеҙ,эх! Өләсәйҙәргә шиғыр башҡарып, бейеп күрһәтегеҙ әле.Ҡарайым әле,нисек яратаһығыҙ һеҙ уларҙы.

Самауыр бейеүенә әҙерләнәләр.

Ауылдағы өләсәйгә
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Бөтәһе лә маҡтай уны:
«Уңғанлыҡта – ише юҡ».


«Аптырарһың, - тиҙәр уға, -
Белеме булмаһа ла,
Гөлдәй балаҫтар туҡый ул,
Киндер ҙә һуға ала».

Әсәкәйемдең әсәһе -
Өләсәй, өләсәйем, өләс,
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.

Өләсәйем йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.


Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.

  

А.Б.: Әйҙәгеҙ өләсәй менән тәмле итеп сәй эскәнде иҫкә төшөрәйек.

Самауыр бейеуе.

Ҡыш.: Афариндар, тик бында тағы ла бар, уҡып ебәрегеҙ әле.

 

        А.Б.: Әсә- иң бөйөк кеше. Ул үҙ балаһын меңдәр араһынан айыра,

таный тиҙәр.

Хәҙер тикшерәбеҙ. Уйын “Балаңды таны”( әсәйҙәрҙең күҙҙәрен бәйләйҙәр, бер нисә баланы сығарып, араһынан танып алырға тейеш).

Ҡыш: Һиии,әсәйҙәр әлбиттә балаларын таный, балаһы өсөн һәр нәмәгә әҙер, ә балалар әсәләр өсөн ни эшләр һуң?

А.Б.:Ә беҙ балалар менән бик матур йыр әҙерләнек

Йыр.

Ҡыш: Әсәйҙәр беҙҙе һәр саҡ һаҡлап, яҡлап алып йөрөй, ә балалар әсәләрен һаҡлай беләме һуң?

-Әлбиттә беләләр! Бына беҙҙең,балалар әсәләрен яҡларға юлға сыҡҡандар.

Эх дорожка бейеү.

Ҡыш: Афарин балалар! Ә хәҙер шуны белгем килә. Бына әсәй- өләсәйҙәр беҙгә тамаҡ бешерә, тәмле һыйлайҙар, ә һеҙ бешерә беләһегеҙме икән?

 Уйын Ҡоймаҡ ҡоябыҙ.

Уйынсыҡ табалар һәм (ҡағыҙҙан) эшләнгән ҡоймаҡтар.Ике командаға бүленәләр, ике әсәй сыға,улар ҡоймаҡ таратып торалар ә балалар тәрилкәгә ҡоймаҡ ташып ярышылар.

 

Ҡыш:Һай афариндар!Күңелле булды һеҙҙең менән!Мин икенсе йыл килермен әле  һеҙгә, яҙ үҙ ваҡытында килһен инде,Яҙһылыуҙы ебәрәм!

Яҙһылыу инә

-Һаумыһығыҙ,әсәйҙәр

Балалар,өләсәйҙәр!

Бына инде килдем һеҙгә,

Яҙғы ташҡын менән бергә!

Яҙғы ташҡын алып китһен,

Бар булған ҡайғыларҙы.

Яңы дәрт,кәйефтәр килһен,

Һөйөндөрһөн барыбыҙҙы.

Яҙғы көн, әсәйҙәр төҫлө,

Бик яҡты һәм дә алсаҡ,

Бындай матур көндәр килһә,

Иҫкә төшөр баласаҡ!

 Һеҙҙе күреүемә шатмын,

 Һеҙҙә бик ныҡ күңелле!

 Байрамығыҙ менән ҡотлап,

 Күтәрәйек күңелде!

Балалар, әйҙәгеҙ минең менән йырлап , бейеп, әсәй өләсәйҙәрҙе ҡыуандырайыҡ!

Флешмоб мама-помогалка

Йыр .

Яҙһылыу:Бына ҡайһындай күңелле итеп, беҙ яҙҙы башлап ебәрҙек!

А.Б.: Әйе, беҙ һинең һәм яҙҙың килеүе өсөн бик күп һынауҙар үтәнек.

Яҙһылыу: Рәхмәт,дуҫтарым барығыҙғала!Шулай итеп әсәйҙәр баәрамы менән, яҙҙы башлап ебәрәйек!