"Хуш киләһең яңы йыл"
материал (старшая группа)

Янгулова Акъюнудз Гафуровна

Өлкәндәр төркөмө өсөн яңы йылға сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stseariy_yany_yyl.docx18.78 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡатнашалар: Разбойниктар, ҡар бөртөкәре.

Мәскәй әбей, Современный ҡыҙ, Разбойник,Тылсымсы, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу.

Күңелле көй аҫтында балалар бүлмәгә инәләр ҙә ,теҙелеп торалар.

Алып барыусы.Хөрмәтле ,ата-әсәләр!Һеҙҙе декабрь бурандары алып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!Байрамығыҙ мөбәрәк ,ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк ,күңелле,ҡыуаныслы булһын.Тупһағыҙҙан ҡараңғылыҡ ,хәүеф-хәтәр атлап кермәһен ,бәлә-ҡаза йөрөмәһен.Бәхетле миҙгелдәр,матур ваҡиғалар,яҡшы хәбәрҙәр ,һаулыҡ-сәләмәтлек алып килһен Яңы 2021 йыл.

                             Ынйы ҡарҙар сафлыҡ һипкән кеүек ,

                             Яҡты булһын байрам көндәре!

                              Бәхет бурандары алып килһен

                              Яңы йылдың ҡарлы елдәре.

                              Йыр “ Шыршы ҡупшы кейенгән ”

Алып барыусы.Ҡыҙҙар-малайҙар ,мин бер көндө контактыла ултырғанда ,бер волшебник –чародей  менән  танышҡайным.Бөгөн ул волшебник беҙгә ҡунаҡҡа килеп төштө.Мин һеҙҙе уның менән таныштырырға теләйем.Таныш булығыҙ :Әбдурахман  Ғабдурахман үҙе!

(Көй аҫтында бүлмәгә тылсымсы инә,барыһына ла эйелеп баш эйә)

Алып барыусы.Әбдурахман тылсымсылар мәктәбенең беренсе класын бөткән.Нимә ,ышанмайһығыҙмы ?Әбдурахман ,әйҙә әле ,барыһына ла үҙеңдең ниндәй тылсымсы икәнеңде күрһәт әле.Һин беҙҙең байрамға Ҡарһылыуҙы килтер !

Тылсымсы.Һи,була ул!Пруще простого.Трах-тиби-дох-тиби-дох!Ҡарһылыу передо мной появись!

(Тылсымсы өс тапҡыр сәпәкәй итә.Музыка аҫтында Мәскәй әбей йүгереп инә.)

Мәскәй әбей.Здрасти,мине һағындығыҙмы,мине саҡырҙығыҙмы ?Вот она я ,тута.Елдереп килеп тә еттем.

Алып барыусы.Әбдурахман,һинең тылсымың яңылышыраҡ булды ахыры ул!?Ҡарһылыу,ә ниңә һинең сәсең ялбырап бөткән ,тешең төшөп бөткән,ҡолаҡтарың ҙур ?

Мәскәй әбей.Һей,ул теш менән сәс нимә генә инде ул.Һеҙ минең йөрәгемдең ниндәй ҙур икәнен белһәгеҙ ине!(ҡуйынынан уйынсыҡ сепрәк йөрәк сығара).

Күрәһегеҙме,мин һеҙҙе нисек яратам!(балаларҙы ҡосаҡлап яратырға тырыша ,балалар ҡаса).

Алып барыусы.Әбдурахман,берәй нимә булып бөтмәҫ борон төҙәтә һал хатаңды!

Тылсымсы .Ай-вай!Хәҙер,сию минуту.Трах-тиби-дох-тиби-дох!Ысын Ҡарһылыу,появись!

(Мәскәй әбей китә,һеперткегә ултырып ихахайлап көлөп  сыгып китэ, а шул вакыт эре гена современная кызыкай килеп сыға ).

Ҡызыкай. Уф алла, новигатор мине әллә ҡайҙа алып килде ул (тиеп эре гена телефонын халып ала) Ха-ха-ха!Нимәштәп күмәктәшеп йыйылғанһығыҙ ул,ә ?Ыстаа, һеҙ кемдәр ул?(балалар тирәләп йөрөй ,һәр береһен һәрмәп ҡарай )

Алып барыусы.Ну,Әбдурахман,тылсымдарың бер ҙә барып сыҡмай бит әле.Ҡана,балаларҙы харап итмәҫ борон,үҙем хатаны төҙәтеп ҡарайым әле.Әйҙәгеҙ бергалап сакырайык Карһылыузы!(Сакыралар).

Шул вакыт Карһылыу килеп инә.

Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым,

Килеп еттем ашығып!

Бер йыл буйы түҙҙем инде,

Һеҙҙе бик ныҡ һағынып.

Яңы йыл булғас бөгөн,

Көтәгеҙме бүләкте?

Бына бөгөн,һеҙҙең өсөн

Бейей ҡар бөртөктәре!

Ҡар бөртөктәре бейеүе

Алып барыусы.Бына ниндәй матур ҡар бөртөктәре менән килгән Ҡарһылыу.

Рәхмәт һиңә, беҙҙең байрамға килеп кәйефте күтәргән өсөн!

 Тылсымсы.Әйе,әйе.Тик ҡыш бабай ҡайҙа һуң?

Ҡарһылыу. Ул, бүләктәрҙе әҙерләп бөткәс, киләм тиеп әйтте.

Алып барыусы.Ярай улайһа. Туҡта , һин беҙгә ҡунаҡҡа алыҫтан ҡар бөртөктәре алып к килгәс ,беҙҙә һиңә йыр бүләк итергә теләйбеҙ.

Балалар йырлай

                                            (йырлап бөткәс,балалар ултырғыстарға ултыралар)

Тылсымсы.Мин Ҡыш бабайҙы ҡарап киләйем әле,һеҙҙең янға килергә әҙерләнәме икән ?(сығып китә)

 (Көй яңғырай.Мәскәй әбей инә,ул һеперткеһен ҡыҙҙырып маташа)

Мәскәй әбей.Тфьу ты,ну ты ёлки гнуты!Әпәт ҡыҙмай!(һеперткеһендә соҡона).Был һепертке барахлит итә башланы,пенсиямды алғас та  Устьикингә автосервизға  апарып күрһәтергә тура килер ,ахыры.Моторы яндымы икән әллә ?(балаларға)Һеҙ нимәштәп утыраһығыҙ ?Китең барың ,һеҙҙең ҡайғы юҡ әле бында!

 Ҡарһылыу.Һаумы Мәскәй әбей.Ниңә ауысланып, бөтә донъяға көс төшөрөп йөрөйһөң әле?

Мәскәй әбей.Төшөрмәй ни!Байрамға ла саҡырманығыҙ үҙегеҙ.Бәлки минеңдә шыршы тирәләй бейеп алғым киләлер.

Ҡарһылыу. Әйҙә.Беҙ ҡуй тимәйбеҙ!

Мәскәй әбей. Тик мин яңғыҙ түгел.Минең бында дуҫтарым,разбойниктарым да бар.Ҡушылһындармы һуң?

Шул ваҡыт залға,мәскәй әбейҙең дуҫы,разбойник килеп инә.

Алып барыусы. Мин һеҙгә ышанмайым.Берәй эш боҙорға йөрөйһөгөҙ!

Мәскәй әбей.Юҡ, улар аҡыллы бит ул. Килеп ихлас итеп бейеҙәр. Әйҙә егеттәр,күрһәтегеҙ әле!

Разбойниктар бейеүе.

Ҡарһылыу.Афарин!Улай булғас, әйҙәгеҙ шыршы тирәләй,күмәкләп матур итеп өйрөлөп алайыҡтар.

Шыршы тирәләй өйрөләләр,тик бейеп йөрөгәндә,Мәскәй әбей менән разбойник,Ҡарһылыуға, ҡорған ябып, алып ҡасып китәләр.Ҡарһылыуҙың тик ҡысҡырған тауышы ғына ишетелеп ҡала.

Алып барыусы.Уйланым инде шулай булырын!Хәҙер нисек байрам итәбеҙ, ниндәй байрам булһын ул!?

Шул ваҡытта Ҡыш бабайҙа килеп етә.

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ балалар!Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар.

Килдем алыҫ- алыҫтан

Ҡар бурандарҙы үтеп!

Күп бүләктәр тараттым,

Илдәрҙе гиҙеп йөрөп.

Бына һеҙгә ваҡыт етте,

Яңы йыл алып килдем!

Күстәнәстәрем бик күп,

Янадрыма килегеҙ!

Ниңә кәйефегеҙ юҡ балалар?Берәй нәмә булдымы әллә? Кем урланы?Мәскәй әбей? Ҡана саҡырайым әле уны.

Ҡыш бабай таяғы менән ергә һуҡһа,шатлыҡлы Мәскәй әбей килеп инә.

Ул бейей бейей,бабайҙың янына килә?

Мәскәй. Ниңә саҡырҙың һағынып киттеңме?

Ҡыш бабай. Ҡайҙа минең ейәнсәрем?

Мәскәй. Мин уны ебәрер инем, әгәр  миңә бүләк бирһәң!

Ҡыш бабай: Ниндәй бүләк теләһең һуң?

Мәскәй: Новый Айфон тринадСатый!

Ҡыш бабай тоғонан уйынсыҡ айфон сығара. Мәскәй әбей ҡыуана.

Мәскәй: Ишеү балалар минең менән уйнаһалар!Минең дә, күңел асҡым килә.

Ҡыш бабай. Балалар, уйнайбыҙмы мәскәй әбей менән?

Мәскәй әбей менән уйын.

Мәскәй уйнап туйғандан һуң, Ҡарҙылыуҙы ебәрә.

Күмәкләп шыршы тирәләй өйөрөлөп бейеп алалар.Хороводҡа саҡырылған ҡунаҡтарҙы ла алалар.

Ҡыш бабай. Ҡалай күңелле байрам.Кем беҙгә шиғыр һөйләп, бүләк алғыһы килә?

Балалар ҡыш бабайға шиғыр һөйләп ишеттерәләр.

А.Б.: Ҡыш бабай.Беҙҙең балалар, бейеүгәлә, йырға ла бик оҫталар!

Улар һиңә бейеү ҙә, йыр ҙа әҙерләнеләр.

 (Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәр тарата.Рәхмәт әйтеү,хушлашыу )