Науруз байрамы
план-конспект занятия
Предварительный просмотр:
Науруз байрамы
Сәхнәлә һике. Сөйҙәргә матур таҫтамалдар эленгән.
Түрҙә мендәрҙәр өҫтөндә ноҡотсо инәй ултыра .
(Ишек шаҡыйҙар).
Бер ҡыҙ килеп инә һәм һаулыҡ һораша.
Ҡыҙ:
- Һаумы инәй!
Инәй:
- Һаумы ҡыҙым!
Ҡыҙ:
- Инәй, байрам менән һине ҡотларға килгән инек, иптәштәрем инһендәрме?
Инәй:
- Эй, балаҡайҙарым, инһендәр, самауыр ҡуйып ебәрермен.
Көлөшөп балалар килеп инәләр.
Балалар:
- Һаумы инәй! Һаулығың нисек?
Инәй:
- Аллаға шөкөр балалар, аллаға шөкөр! Әйҙүк түрҙән уҙығыҙ!
Балалар ултырышалар.
Инәй:
- Йә, балалар, Науруз нисек башланды?
Балалар:
- Бик яҡшы, бик күңелле инәй.
Беренсе бала (алға сығып):
- Инәй, һиңә Науруз ашын ауыҙ итергә килтерҙек.
Инәй:
- Рәхмәт, бигрәк тәмле булған!
Бойҙай – туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул.
Йылдың башы уң булһын,
Ризыҡтары мул булһын,
Байрам мөбәрәк булһын.
Икенсе бала:
- Инәй, нимә аңлата ул Науруз байрамы?
Инәй:
- Борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип йөрөткәндәр.
Науруз – мосолман халҡының иң изге, иң оло байрамдарының береһе. Ул яҙ мәлендә көн һәм төн тигеҙләшкән көндә үткәрелә, йәғни егерме беренсе – егерме икенсе март тирәһендә.
Науруз һүҙе – яңы йыл, яңы көн тигәнде аңлата. Халыҡ беҙҙе ҡышҡы ауырлыҡтан иҫән – һау йәйләүгә алып сығыуына шатлана. Бөтәгеҙҙе лә Науруз байрамы менән ҡотлайым, һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем.
Алып барыусы:
- Инәй кемдәр байрамға килерен белер өсөн ноҡот һалайыҡ әле.
(Ноҡот һалыу)
Инәй:
-Эй, ноҡотом, ноҡотом
Ноҡотомдоң бит ҡотон.
Оҙон – оҙон юл булыр, осона сығыр берәү, йөрәккә ут һалып егеттәр килә, үҙҙәре матур, үҙҙәре батыр.
Егеттәр килеп инә, һаулыҡ һорашалар.
Инәй:
- Әйҙәгеҙ түрҙән уҙығыҙ. Науруз байрамында – һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.
Алып барыусы:
- Уйна, әле уйна әле
Уйнағаның юҡ әле.
Уйнағаның булмаһа ла
Оҫта уйнайһың әле.
Малайҙар ҡурайҙа уйнайҙар.
Инәй:
- Уландарым, килегеҙ һеҙгә лә бәхет юрайым.
Һарыҡтан йөн ал
Һыйырҙан май
Һөттән паҡлыҡ
Шулай итеп йәшәһәң донъяла
Килер шатлыҡ.
Малайҙар ултыра
Инәй:
- Барығыҙ әле, ҡыҙҙар, сарсап киттем, шишмәнән Науруз сәйенә саф – һыу алып килегеҙ.
Ҡыҙҙар сығып китәләр. Биҙрәләр тотоп кире килеп инәләр.
Бейеү “Һыу буйында”
Инәй:
- Ҡыҙҙар һыу алып килделәр, малайҙар самауыр ҡуйығыҙ.
Малайҙар сығып китәләр.
Алып барыусы:
- Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар ошо биҙрәләргә балдаҡтарығыҙҙы сисеп һалығыҙ. Байрамда изге теләктәр теләйек.
Беренсе ҡыҙ:
- Науруз хаҡы – биш алтын,
Бирһәң ярар ике алтын.
Ҡарама ялтын – йолтон
Науруз ҡотло булһын.
Икенсе ҡыҙ:
- Һеҙҙең эшегеҙ – мул булһын
Теләгегеҙ уң булһын
Күңелдәрең киң булһын
Науруз ҡотло булһын.
Өсөнсө ҡыҙ:
- Ата-инәле булайыҡ.
Дүртенсе ҡыҙ:
- Йондоҙҙарыбыҙ яҡты,
Күңелдәребеҙ шат булһын.
Бишенсе ҡыҙ:
- Науруз әйттек беҙ һеҙгә
Хаҡын бирегеҙ беҙгә,
Йәшегеҙ етһен йөҙгә,
Малығыҙ артһын көҙгә,
Науруз ҡотло булһын!.
Алып барыусы:
- Балалар, әйҙәгеҙ әле бергәләп уйнап алайыҡ әле.
Уйын: “Косилка-молотилка”
- Афарин, балалар.
Алып барыусы:
- Уйын менән Наурузбикәне оноттоҡ түгелме? Сәллә бабай менән бәхәсләшеп алыҫтарҙа йөрөйҙөр. Нимә эшләргә икән?
Инәй:
- Кемдәр килерен белер өсөн ноҡот һалайым әле:
Эй ноҡотом, ноҡотом,
Ноҡотомдоң бир ҡотон
Оҙон-оҙон юл булыр,
Осона сыҡҡан бар микән?
Ултырғаны ат микән
Кәшмәк. микән, һал микән,
Тигән кеүек, оҙон юлды
Ҡыҫҡа итеп, берсә осоп
Бәрсә ойоп, үҙе ҡарт
Үҙе дәртле тигәндәй
Бер бабай килә етеп,
Кем икән ул бабай?
Бер тауыш ишетелә. Селлә бабай килеп инә.
Селлә бабай:
Һаумыһығыҙ балалар, һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!
Ашыҡтым һеҙгә килергә,
Науруз ҡаршыларға.
Һеҙҙең менән бергәләп,
Бейеп күңел асырға.
Һаҡалым ап- аҡ булһа ла,
Йәшем йөҙҙән уҙһа ла.
Йәштәрҙән һис ҡалышмайым
Бейейем таң атҡансы
Тирем сығып аҡҡансы.
Алып барыусы:
Әйҙә Селлә бабай, урының түрҙә булһын.
Селлә бабай:
Байрамығыҙ мөбәрәк булһын.
Улайһа әйҙә тиҙерәк, түңәрәккә тороғоҙ.Бергә уйнап алайыҡ.
Уйын “Ҡатырғыс”
Арыным, булды.
Хатта күңелем тулды. Хушығыҙ дуҫтар.
Сығып китә.
Алып барыусы:
Инәй, тағы кемдәр килерен белер өсөн, ноҡот һалайыҡ.
Инәй:
Эй, ноҡотом, ноҡотом
Тағын кем килә икән?
Өйрәк микән, ҡаҙ микән,
Эстәғәфирулла, Шүрәле килә икән.
Ул бында нимә ҡарап йөрөй инде.
Шаярып Шүрәле килеп инә.
Алып барыусы:
Әстәғәфирулла, тәүбә, был кем тағы?
Шүрәле:
Мин Наурузбикә.
Алып барыусы:
Юҡ һин һис оҡшамағанһың, Наурузбикә матур, ә һинең башыңда мөгөҙҙәрең бар.
Шүрәле:
Юҡ, минең мөгөҙҙәрем.
Балалар:
Был кем? Шүрәле был, Шүрәле.
Шүрәле:
Эй, аллам, таныны ла ҡуйҙылар. Бик зирәк икән балалар. Наурузды килтергегеҙ килһә, минең йомаҡтарымды сисегеҙ. Ләкин сисә алмаһағыҙ, Наурузбикә килмәй – һә - һә - һә. Беренсе һынау зирәклеккә. Мин йомаҡ әйтәм, кем белә?
1. Йәшенле ямғыр үтте
Күккә көйәнтә элде.
Кем яуап тиҙрәк табыр
Ул нимә була ( Йәйғор)
- Тамсылап ҡына тамһа ла
Бөтә ерҙе һуғара.
Арағыҙҙа кем тапҡыр
Исеме уның ( ямғыр)
Афарин балалар, һынатманығыҙ. Хәҙер ебәрермен Наурузбикәгеҙҙе.
Сығып китә
Инәй:
Эй, Ноҡотом, ноҡотом!
Ноҡотомдо бир ҡотом.
Байрамға йәм өҫтәп, байрамдың Хужаһы Наурузбикә килә.
Бөтәһе:
Наурузбикә килә!
Наурузбикә килә!
Наурузбикә килә, ул ҡулына кәрзинкә тотҡан.
Наурузбикә:
Ағым һыуҙар кистем мин
Һеҙгә килеп еттем мин.
Науруз әйтеп үттем мин
Науруз мөбәрәк булһын.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Сәләм һеҙгә яҙ ҡояшынан. Көн һәм төн тигеҙләшкәндә, кешеләргә бәхет теләгеҙ. Бер-берегеҙгә яғымлы булығыҙ.
Йыр: “Фатиха”.
Алып барыусы:
- Афарин, Наурузбикә - бик матур итеп йырланың.
Наурузбикә:
- Әйҙәгеҙ ҡыҙҙар ҡайынға таҫма тағайыҡ һәм теләктәр теләйек.
Наурузбикә:
Бөтәбеҙ ҙә бәхетле булайыҡ.
Беренсе бала:
Йорт-илебеҙ тыныс торһон.
Икенсе бала:
Беҙҙе иҫләп торһондар.
Өсөнсе бала:
Ерҙә һуғыш булмаһын.
Дүртенсе бала:
Яман күҙҙән һаҡлаһын.
Инәй:
Ғаиләләр ишле булһын, сабыйҙар тыуып торһон.
Алып барыусы:
Балалар ата-инәле үҫһен.
Түңәрәк уйыны: “Науруз һәм балалар”.
Инәй:Ярай, балалар, байрамығыҙҙы дауам итегеҙ, мин сәй әҙерләйем.
Таҡмаҡ:
Ҡуй самауыр, сәй эсәйем
Йәлләмәгеҙ күмерҙе.
Ашап- эсеп,уйнап көлөп,
Үткәрәйек ғүмерҙе.
Инәй сығып китә.
Алып барыусы:
Наурузбикә - һылыубикә
Аяғың төклө булһын.
Донъялар көлөп торһон
Бәхеттәр килеп торһон.
Дуҫлыҡтар ташып торһон.
Наурузбикә:
Ауыҙыңа бал да май.
Алып барыусы:
Наурузбикә әйт әле
Бик күңелебеҙ булыр
Яҙҙың нисек килеүен.
Наурузбикә:
Яҙ тураһында һөйләй.
Алып барыусы:
Юрағаның шулай булһын, Наурузбикә.
Науруз, Науруз
Науруз мөбәрәк булһын.
Тормош түңәрәк булһын.
Беренсе бала:
Мал тыуарыбыҙ артһын
Ҡолондарыбыҙ сапһын
Игенебеҙ бик уңһын
Йомортҡалай туҡ булһын!
Икенсе бала:
Ер атаһы ерен һаҡлар
Ер инәһе Аҫылбикә.
Илемә тыныслыҡ бир
Илемә муллыҡты бир,
Тип әйтәйек теләкте
Һыҙғанайыҡ беләкте.
Бергә:
Науруз, Науруз!
Науруз мөбәрәк булһын!
Алып барыусы:
Инәйҙең сәйе лә әҙерҙер әйҙәгеҙ сәй эсергә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Консультация для родителей на тему «Науруз-бэйрэм!»
КонсультацияТема: Праздник «Науруз-бэйрэм!»Наурыз, Навруз, Ноуруз, Науруз – восточный Новый год! Итак, немного о празднике: Праздник Наурыз существует у восточных народов с древних времен. ...
Праздник Науруз
Науруз - татарский народный праздник. Дети знакомятся с традициями празднования этого праздника. Разучивают народные игры, песни, танцы....
Праздник Науруз
Науруз - праздник весны, символизирует пробуждение природы, ее обновление. Из этой презентации вы можете узнать о традициях проведения этого праздника....
Развития музыкальных способностей детей дошкольного возраста через использование татарского народного фольклора (на примере праздника "Науруз")
Методическая разработка о развитии музыкальных способностей детей дошкольного возраста через использование татарского народного фольклора на примере татарского народного праздника "Науруз". Разр...
Фольклорный праздник "Науруз"
Тема: Нәүрүз.Максат: Татар халык бәйрәмнәре белән таныштыруны дәвам итү, балаларда рухи- әхлак кагыйдәләре, әдәплелек тәрбияләү, сүзлек запасын арттыру, халык авыз иҗаты белән таныштыруны дәвам ...
«Науруз Байрам»
«Науруз Байрам»...
"Науруз байрамы"
Сценарий проведения...