"Башҡорт теле" көнө
проект

Альбекова Гульсум Шагибаловна

Педагогтар араһында "Телен белгән генә илен белер" исемле уйын-ярыш

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_tele_konon_uyyn-yarysh.docx26.33 КБ

Предварительный просмотр:

“Телен белгән генә илен белер”

Уйын  барышы

 Башҡорт фольклоры быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға тапшырыла килгән. Уны ижад итеүселәр һәм халыҡҡа еткереүселәр — сәсәндәр, йырауҙар, халыҡ йырсылары һ.б. булған.

Башҡорт фольклорының үҙәгендә боронғо башҡорттарҙың тәбиғәткә булған ҡарашы, рухи ҡиммәттәре, уй-кисерештәре, теләк-хыялдары сағылдырылған. Фольклор улар өсөн танып белеү сығанағы ролен үтәгән.

Фольклорҙың төп үҙенсәлектәре булып уның импровизация рәүешендә ижад ителеүе, телдән-телгә күсеп йөрөүе, коллектив рәүештә башҡарылыуы, күп вариантлы булыуы һанала.

Башҡорт фольклорының төп жанрҙары: ҡобайырәкиәткөләмәсмәҫәл, лаҡап, риүәйәт, легенда, мәҡәл, әйтем, йомаҡ һ.б.[1]

Халыҡтың социаль-көнкүреш эшмәкәрлегенә бәйле башҡорт фольклоры йола фольклорына, балалар фольклорына һ.б. бүлеп йөрөтөлә.

Башҡорттарҙа йыр фольклоры айырыуса бай. Шаян йырҙар, бейеү һәм уйын йырҙары һәр төрлө ял итеү һәм күңел асыу кисәләрен оҙата барған. Башҡорт фольклорында шулай уҡ таҡмаҡтар һәм бәйеттәр киң таралған. Бәйеттәр башлыса фажиғәле ваҡиғаларға бағышлап сығарылған. Шундай бәйеттәрҙең береһе булған «Саҡ менән Суҡ» әҫәрендә әсә ҡарғышына дусар ителгән ике туған тураһында бәйән ителә. Башҡорт фольклорында табышмаҡ, әйтем, мәҡәл, һынамыш, йомаҡ кеүек бәләкәй жанр формалары ла таралған.

Башҡорт фольклорын беренселәрҙән булып П. РычковП. ПалласИ. ЛепехинИ. ГеоргиВ. Татищев (XVIII б.), Т. БеляевП. КудряшовА. ПушкинВ. Даль, Л. Суходольский, А. Бессонов (әкиәттәр), М. Буранғолов («Урал батыр» эпосы) кеүек яҙыусылар һәм ғалимдар, музыкаль фольклорҙы — композитор А. Алябьев, Т. Шуберт, С. Рыбаков (XIX б.), И. Салтыков, Л. ЛебединскийЛ. Атанова һ.б. туплай башлай.

Башҡорттар араһынан С. КүкләшевМ. Биксурин, Ю. Әминев, Б. ЮлыевМ. ӨмөтбаевФ. ТуйкинМ. БуранғоловМ. ҒафуриШ. Бабич һ. б. кеүек киң билдәле фольклор йыйыусылар үҫеп сыға.

Башҡорт фольклорын йыйыу, системаға һалыу һәм баҫтырып сығарыу өлкәһендә түбәндәге исемлектәге шәхестәр ҙә ҙур өлөш индерә:

  • Ғәбит Арғынбаев (Ғәбит сәсән) — «Урал батыр», «Иҙел һәм Яйыҡ», «Аҡбуҙат», «Күсәк бей», «Батырша», «Ҡараһаҡал», «Юлай һәм Салауат», «Һары мулла» эпик әҫәрҙәрен яҙып ала.
  • Мөхәмәтша Буранғолов «Башҡорт легендалары», «Батырҙар тураһында эпостар» хеҙмәттәре менән билдәле. Халыҡтан күпләп эпос, әкиәт, йыр һәм ҡобайырҙар, шул иҫәптән мәшһүр «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын, «Алпамыша» әкиәтен яҙып алған.

А.Б.

- Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең күп быуатлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы.

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул.

Ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн  бөгөнгө кисәбеҙҙе уйын – ярыш формаһында үткәрергә йыйылдыҡ.

 Жюри  менән таныштырыу

- Шуның өсөн хәҙер беҙгә 2 командаға бүленергә кәрәк.

Командаларға бүленеү, командаларҙың сәләме  ( сәләмләү таҡмағы)

                     “Таҡмаҡтар”

1-се бирем. «Йомаҡтар»

  1. Бабай бүреге йөҙ ямау. (Глобус)

  1. Көн һайын ябыға,

Йыл аҙағында үлә. (Календарь)

  1. Ҡалаһы бар – халҡы юҡ,

Диңгеҙе бар – һыуы юҡ. (Карта)

  1. Һиндә лә бар, миндә лә бар,

Әҙәмдә юҡ, донъяла бар. (Н хәрефе)

  1. Ауыҙы юҡ, күп телле,

Дәртләндермәй һуң кемде? (Гармун)

  1. Эсе ҡыуыш,

Дыңғылдарға уны ҡуш. (Барабан)

  1. Һүҙе килә - үҙе килмәй. (Хат)

8) Көн үткәнде кем белә,

Мин онотһам, ул белә. (Сәғәт)

9) Тәҙрә башында терәү,

Һөйләп тора берәү. (Радио)

10) Урманға барғанда, өйгә ҡарай,

Өйгә ҡайтҡанда, урманға ҡарай. (Билдәге балта)

11) Береһе әйтә: «Йәй тыныс»,

Икенсеһе әйтә: «Ҡыш тыныс»,

Өсөнсөһө әйтә: «Йәй ҙә, ҡыш та бер тормош,

Юҡ ул миңә тиктормош». (Сана, арба, ат).

  1. Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш)

2-се бирем. Ҡайһы команда тиҙәйткесте дөрөҫ һәм тиҙ

әйтә.

(Команданан бер кеше)

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,мөгөҙө үгеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме,мөгөҙө

үгеҙҙекеме?

3-сө бирем. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урыҫ теленә

тәржемә итергә

Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай.

(Ворон ворону глаз не выклюнет)

Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ.

(Куй железо, пока горячо)

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.

(Всему свое время)

Беҙ ҡапсыҡта ятмай.

(Шила в мешке не утаишь)

2 команданың  бер-береһенә тәҡдим иткән  әйтем,мәҡәлдәрен рус теленә әйләндереү.

Әйтемдәр, жанр йәһәтенән, мәҡәлдәргә яҡын тора. Улар һүҙ араһында, күпселек осраҡта, күсмә мәғәнәлә ҡулланыла, предметтың, күренештең асылын тапҡыр асып бирәләр һәм уларға образлы характеристика өҫтәйҙәр. Әйтем, мәҡәлдәрҙән айырмалы, дөйөмләштереү үҙенсәлегенә эйә түгел, кинәйәләтеп кенә предмет йәки күренеште образлы сағылдыра. Әйтемдәр һәр саҡ бер яҡлы ғына булып, фекер йөрөтөүҙән генә тора һәм уларҙа дөйөмләштереүсе нәсихәт бөтөнләй юҡ: «һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?».

4-се бирем. «Әкиәт  яҙабыҙ» тип атала. 1-се команда «Ҡ»

хәрефенә генә башланған һүҙҙәр ҡулланып, ә 2-се

команда «Т» хәрефенә генә башланған һүҙҙәр

ҡулланып әкиәт     яҙырға.

5-се бирем.  

6-сы бирем. «Анаграммалар»

«Ҡыҙыҡ» «Ҡыҙыҡ» булып ҡала

Уҡыһаң да кирегә.

Әйҙә киттек һүҙлек буйлап

Ҡыҙыҡ эҙләп йөрөргә.

Ҡыҙыҡтарҙың бүтәндәрен

Үҙең эҙлә тиҙерәк.

Бирелгән ваҡыт эсендә кем күберәк анаграммалар яҙа.

(Ҡыйыҡ, көсөк, ҡалаҡ, ҡоҙоҡ, оло, сәс, наҙан, ҡыуыҡ, ете, өрө, йәй, ҡабаҡ…)

           

7-се бирем. «Бер һүҙ менән әйт»

Күҙ асып йомғансы - тиҙ

Ауыҙы ҡолағына еткән - шатланыу.

Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ - ғәжәпләнеү, аптырау.

Ауыҙ асырға ла ирек бирмәү - һөйләтмәү.

Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел - бик күп

Утлы табаға баҫтырыу - тиргәү

Энә күҙенән үткәреү - ентекләп тикшереү.

8-се бирем. «Рифма тап»

Бик һиҙгер тоя белһәң,

Был донъяла серҙәр күп.

Иркен һулап йөрөргә

Сәхрә генә ……. күп.

Шыбыр-шыбыр япраҡтары –

Туғайҙарҙа дуҫтар бар:

Иртә-кисен серле генә

Сутылдашҡан …… бар.

Тиҙ арала сәскә атҡан

Аҡланда гөлдәр күп-күп,

Һағышланырға беҙҙе лә

Саҡырып йөрөй …… .

Көҙгә хәтлем эшһеҙ ҡалғас,

Бойоғоп тора көрәк.

Әллә ҡайҙа боҫоп ҡына

Быжҡылдап ҡуя …… .

9-сы бирем. «Ребус»

-Яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡырһығыҙ.

10-сы бирем. «Метаграммалар»

(Метаграммаларға яуаптар  әйтеү)

Һүҙ жюриға бирелә.

- Ошоноң менән беҙҙең «Тел бәйгеһе» уйыны тамам. Рәхмәт

иғтибарығыҙға.

Еңеүселәрҙе бүләкләү.