Олимпиадаға юл
методическая разработка (подготовительная группа)

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Спорт- телмәр байрамы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon olimpiadaga_yul.doc44.5 КБ

Предварительный просмотр:

Олимпиадаға юл

Маҡсат: Балаларҙың спорт тураһында белемдәрен киңәйтеү; ҡышҡы һәм йәйге спорт уйындары тураһында белемдәрен нығытыу; тирә-йүндә ориентир тоторға өйрәтеү; хәрәкәт әүҙемлеген, телмәр, дөйөм мотриканы үҫтереү; һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеүҙе хәрәкәт аша күрһәтә белеү; өндәргә һүҙҙәр уйлау һәләте үҫтереү; спорт уйындары тураһында һөйләмдәр төҙөү; хәрәкәттәрҙе өлгөгә ҡарап эшләй белеү; дуҫлыҡ тойғолары һәм спорт характеры, спортҡа һөйөү тәрбиәләү.

Алдан алып барылған эш: нәфис әҙәбиәт уҡыу, спорт тураһында презентациялар, телетапшырыуҙар ҡарау, спорт, спортсмендар тураһында әңгәмәләр.

Йыһазландырыу: 4 сәкән, 4 шайба, бәләкәй саңғылар, таяҡсалар, геометрик фигуралар, домино һүрәттәре, мультимедия проекторы, компьютер.

Байрам барышы

Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, балалар һәм ҡунаҡтар! Беҙ һеҙҙе бәләкәй Олимпия уйындарына саҡырабыҙ. Бөгөн беҙ бәләкәй Олимпия уйындарын асыуҙа “Етеҙҙәр” һәм “Көслөләр” командаларын  сәләмләйбеҙ.(Ҡул сабалар) Беҙҙең илдә Олимпиадаға әҙерләнәләр. Ул Сочи ҡалаһында үтәсәк. Беҙ һеҙҙең менән ҙур Олимпиадаға юл һаласаҡбыҙ. Ә нимә һуң ул Олимпиада? ( Балаларҙың яуаптары.)

Алып барыусы. Олимпиада – ул спорт ярыштары, спорт уйындары. Олимпиадаға төрлө илдәрҙән иң көслө спортсмендар йыйылалар һәм көс һынашалар. Балалар, экранға ҡарағыҙ әле, ниндәй Олимпиадалар була? ( Ҡышҡы һәм йәйге олимпиадалар була.) ( Экранда ҡышҡы һәм йәйге олимпиаданың һүрәттәре)

Алып барыусы. Ҡышҡы олимпиада йәйге олимпиаданан нимә менән айырыла икән?  Әйҙәгеҙ, һүрәттәр ҡарап алайыҡ.( Экранда һүрәттәр сыға: саңғы шыуалар, футбол уйнайҙар, конькила шыуалар, һыуҙа йөҙәләр һ.б.)

Алып барыусы. Сысҡандар нимә эшләйҙәр?

Бала. Сысҡандар футбол уйнайҙар.

Алып барыусы. Футбол ҡышҡы спорт уйынымы әллә йәйгеме? Ни өсөн шулай уйлайһың?

Шул рәүешле бер нисә һүрәтте ҡарап китәләр

Алып барыусы. Балалар, Олимпиадаға барыу өсөн көслө, спорт һөйөүсән һәм шулай уҡ зирәк, аҡыллы, белемле булырға кәрәк. Кемдәр ауырлыҡтан ҡурҡмай, шулар ғына олимпиада үренә барып етә. ( Баҫҡысты күрһәтә.)

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, юлға сығыр алдынан күңелле гимнастика эшләп, тәндәребеҙҙе яҙып алайыҡ. ( Экранда видеоға ҡарап балалар күнегеүҙәр башҡаралар)

Алып барыусы. Көс йыйып алдыҡ. Балалар, һеҙ юлға сығырға әҙерме? Беҙҙең юлыбыҙ Математика иле аша үтә. Бында юлдар тик геометрик фигураларҙан ғына төҙөлгән. Беҙгә шул юлдар аша үтергә кәрәк. ( Командалағы һәр балаға геометрик фигуралар менән карточка бирелә. Ул шул карточкаға ҡарап үҙенең юлын таба һәм фигураларҙың исемен әйтеп, һикереп үтә.) Афарин! Был һынауҙы ике команда ла  уңышлы үтте. Беҙ бер баҫҡысҡа күтәрелдек.( Фишканы беренсе баҫҡысҡа ҡуя)

Алып барыусы. Беҙгә тағы ла бер юлды үтергә кәрәк, тик уны иң беренсе төҙөргә кәрәк. Бына ошо таяҡсаларҙан һүрәткә ҡарап юл төҙөгөҙ. ( Балалар экрандағы һүрәткә ҡарап һыныҡ һыҙыҡ төҙөйҙәр.) Нимә килеп сыҡты? Әйҙәгеҙ, шул юлдан үтәйек әле. Афарин! Бик ҡыйыу булып сыҡтығыҙ! Тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелдек.( Фишканы икенсе баҫҡысҡа ҡуя)

Алып барыусы. Хәҙер, әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. ( Уйын “Домино”)

Алып барыусы. Юлыбыҙҙы дауам итәйек. Юлыбыҙ Спорт иле аша үтә. Был илдә спортты бик яраталар. Беҙ ҙә спорт менән дуҫтар, эйеме? Һеҙ саңғыла йөрөргә яратаһығыҙмы? Улай булғас, әйҙәгеҙ, саңғыла йөрөп алайыҡ.

Уйын “Саңғы менән йүгереү” ( Ике команда ярыша) ( Фишканы өсөнсө баҫҡысҡа ҡуя)

Алып барыусы. Балалар, мин һеҙгә бер йомаҡ әйтәм:

 Шайбаны сәкән менән тей,

Был уйын булыр… ( хоккей)

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, хоккей уйнап алайыҡ. ( Ике команда ярыша) Алып барыусы. Афариндар, бик етеҙ һәм сос икәнһегеҙ! ( Дүртенсе баҫҡысҡа күтәреләләр).

Алып барыусы. Артабан юлыбыҙ бер ҡаласыҡ аша үтә. Ул ҡала ӘЮЯ ҡаласығы тип атала. Ундә өндәр һәм һүҙҙәр йәшәйҙәр. Беҙгә һүҙҙәрҙе ижектәргә төрлө хәрәкәттәр ярҙамында бүлергә кәрәк буласаҡ.( Һәр командаға 3-әр һүҙ тәҡдим ителә. Балалар һүҙҙәрҙе сәпәкәйләп, һикереп,атлап ижектәргә бүләләр, ижектәр һанын әйтәләр) Беҙ баҫҡыстың үренә менеп етеп киләбеҙ. ( Бишенсе баҫҡысҡа фишканы ҡуя).

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. Ҡайһы команда өндәргә күберәк һүҙҙәр уйлар икән?( Алып барыусы һәр командаға берәр өнгә һүҙҙәр уйларға тәҡдим итә.)

Алып барыусы. Ә хәҙер ял итеп алайыҡ.

Логоритмика “Күңелле сәйәхәт”

Етеҙ ат сабып килә, ( Балалар бармаҡтары менән

                                         тубыҡтарҙа көй аҫтында “сабалар”)

Самолет бейек оса, (Күтәреләләр, ҡулдарын ситкә йәйәләр)

Мотор геүелдәп эшләй, (Ҡулдарын терһәктән бөгөп,

                                             алдарында әйләндерәләр)

Тәгәрмәс бик тиҙ бушай, ( Усты усҡа ыуалар)

Бына паровоз килде ( Йоҙроҡтары менән иҙәнгә һуғалар)

Вагондар алып килде.

Ту-ту-ту, ту-ту-ту,  ( Бармаҡтарын йоҙроҡҡа төйәләр һәм

                                                                   асалар)

Туҡтарға ваҡыт етте.  

( Күнегеүҙәр слайдтар менән оҙатылып бара).

Алып барыусы. Афарин, балалар.Һеҙ һынауҙарҙы уңышлы үттегеҙ. Олимпиаданың иң үренә килеп еттегеҙ. ( Фишкаларҙы иң өҫкә ҡуя.) Һеҙ – еңеүселәр. ( Бүләкләйҙәр).

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, бергәләп бейеп алайыҡ.

Ритмик бейеү

 Алып барыусы. Шулай итеп, беҙ бәләкәй Олимпия уйындарын ябабыҙ.  Һеҙ бөгөн  үҙегеҙҙең спорт һәм телмәр ҡаҙаныштарын күрһәттегеҙ. Беҙ һеҙгә ҙур уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ. Һау булығыҙ!

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

Бала үҫтереү үҙәге – “ Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы

Олимпиадаға юл”

( мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн  күңел асыу сараһы)

 

                                                                                 

                                                                                       Физик тәрбиә биреү инструкторы

                                                                                    Йәнекәйева Дилара Урал ҡыҙы

                                                              Уҡытыусы-логопед

                                                                                         Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы

                                                             Сибай, 2013


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Из истории Олимпиады; Зимние виды спорта на Олимпиаде 2014г. в Сочи, Талисманы зимних олимпийских игр

Слово «олимпиада» изначально означало не сами игры, а четырехлетний промежуток между ними. Древние греки вели хронологию по олимпиадам, начиная с 776 г. до н.э. (например, «третий год 146-й олимпиады»...

Олимпиада 2014 "История Олимпиады"

Одна из задач  мероприятия звучит так:Ознакомить дошкольников с доступными для детей этого возраста сведениями из истории олимпийского движения и Олимпиады современности.  С помощью мул...

Сценарий праздника для дошкольников "Детская Олимпиада",посвящённого Олимпиаде в городе Сочи (подготовительный возраст)

Цель: Формировать у дошкольников представления об Олимпийских играх  современности как части общечеловеческой культуры....

Олимпиада в Сочи Символы Олимпиады

Презентация по теме "Олимпийская символика Олимпиада в Сочи"...