Сәскәләр байрамы
материал (старшая группа)
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район
Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәге
муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Сәскәләр байрамы
(Өлкәндәр төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы)
Әҙерләне:
тәрбиәсе Байсурина З.Ә.
Байрам тышта үткәрелә.
Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше
Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып- белеү үҫеше, художестволы-эстетик үҫеш, социаль- коммуникатив үҫеш.
Бурыстар:
Белем биреүсе: сәскәләр һәм уларҙың файҙаһы тураһында белем биреү, яңы һүҙҙәр менән телмәрҙәрен байытыу .
Үҫтереүсе: балаларҙың иғтибарын һәм бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи: байрам аша балаларҙа матурлыҡты күрә белеү, тәбиғәткә ҡарата
һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Күңелле көй уйнай. Алып барыусы балаларҙы байрамға саҡыра.
- Бына,балалар, беҙ ҙур аҡланға гөл- сәскә байрамына йыйылдыҡ.Байрамға рәхим итегеҙ.
''Cәскәләр вальсы'' яңғырай.Еҙ төймә, ынйы, мәтрүшкә, әлморон сәскәләре булып кейенгән балалар көй ыңғайына бейеп килеп сығалар һәм үҙҙәре менән таныштыралар.
1-се сәскә. Мин- еҙ төймә.
Тамырым өҙә күрмә.
Гелән һыҙланып йөрөмә,
Төнәтмәмде яһап эс.
2-се сәскә. Мин- ынйы сәскә
Йыраҡтан балҡып торам.
Сәскәләремә ҡағылһаң
Хуш еҫтәр аңҡып тора.
3-сө сәскә. Мин- хуш еҫле мәтрүшкә,
Күп ауырыуға дауа.
4-се сәскә. Мин- ниндәй матур әлморон,
Сәскәләрем ал ғына,
Ҡояш һипкән бал ғына.
Алып барыусы. Балалар, һеҙ ниндәй сәскәләр беләһегеҙ? Улар ҡайҙа үҫәләр? Беҙгә сәскәләр ни өсөн кәрәк?(балаларҙың яуаптары). Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ, сәскәләр менән бергәләп йыр йырлап алайыҡ.
Г. Юнысова һүҙҙәренә Р.Сәхәүетдинова көйөнә ’’ Ҡыңғырау сәскә’’ йыры йырлана.
Алып барыусы.Балалар, әйҙәгеҙ әле, кемегеҙ үҫемлектәр тураһында йомаҡтарҙы күберәк белә икән? Мин башлайым ,ә һеҙ дауам итерһегеҙ.
Моңдары менән үҫемлек
Тыуған еремде урай,
Барыбыҙға ла ҡәҙерле
Серле үҫемлек .( ҡурай)
Үҫә ҡойма буйында,
Гел сағыуҙыр уйында,
Уты ла юҡ- яндыра,
Ҡорт саҡҡан эҙ ҡалдыра.(кесерткән)
Ҡойма буйы, юл буйы
Энәле йомғаҡ тулы.
Яҡын барма- һәрмәп алыр,
Кейемеңде һырып алыр.(дегәнәк)
Алып барыусы. Һай, афарин, балалар! Был үҫемлектәр бик файҙалы, ләкин улар менән һаҡ булырға кәрәк.Ни өсөн һаҡ булыға кәрәк, кем һөйләп бирер .(балаларҙың яуаптары)
Г.Юнысова һүҙҙәренә, А. Ғабдрахманов яҙған ‘’Гөлдәр’’ йырының көйө яңғырай. Ҡулдарына сәскәләр тотҡан өлкәндәр төркөмө балалары байрамға киләләр,байрамда ҡатнашыусыларға сәскә бүләк итәләр, шиғыр һөйләйҙәр.
1-се бала.Бигерәк матур урманда,
Күңелле йәй булғанда:
Аҡландары хуш еҫле,
Сәскәләре күк төҫлө.
2-се бала. Бында ҡыҙҙар килделәр.
Сәскәләрҙе күрҙеләр,
Гөлләмәләр теҙергә
Тотондолар өҙөргә.
3-сө бала. Унды өҙҙө Гөлфиә,
Бик күп өҙҙө Зөлфиә,
Гөлнур өҙҙө бер ҡосаҡ,
Күтәрҙе үҙе саҡ-саҡ.
4-се бала. Ҡайтып киттеләр ҡыҙҙар,
Шатланышып, йырлашып.
Күбәләктәр аҡланда
Тороп ҡалды илашып.
Алып барыусы. Балалар, ниңә күбәләктәр илашып ҡалдылар икән? Сәскәләрҙе өҙөргә яраймы? (балаларҙың яуаптары)
- Әйе, сәскәләрҙе күпләп өҙөргә ярамай. Үҙебеҙ үҫтергән сәскәләрҙе өҙөргә, бүләк итергә мөмкин.
Майҙан уртаһына балалар - сәскәләр сығалар һәм бөтәһе бергә:
Мин – сәскә, үҙемсә
Һағышым, ғәмем бар.
Тоямын барын да-
Минең дә йәнем бар.
Эй, кескәй дуҫтарым,
Ергә йәм биреп,
Үҫһен тиһәгеҙ,
Өҙмәгеҙ мине! Йәлләгеҙ!
Минең дә йәшәгем
Килә бит донъяла!
Ғ.Байбурин һүҙҙәренә Р.Сәлмәнов яҙған “Яратам мин илемде “йыры башҡарыла, байрам тамамлана. Байрам аҙағында “Йәшерәм яулыҡ” уйыны ойошторола.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ssklr_bayramy.docx | 20.09 КБ |
Предварительный просмотр: