“Әсәләр- нур сәсәләр”
учебно-методическое пособие (старшая группа)

Хасанова Гульназ Рамазановна

Урамда яҙ елдәре иҫә, яҙ еҫе һиҙелә. Яҙ биттәребеҙгә лә, хисләребеҙгә лә үзенең йылыһын өрә. Яҙ үҙенең сихри көстәре менән кешеләр күңеленә үк үтеп инә: йән, рухҡа ниндәйҙер көтөлмәгән ҡыуаныс инер төҫлө, бәхет-шатлыкка юл асылыр һымаҡ... Яҙҙар матур,тип әйтәбеҙ. Бәлки яҙ ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән башланғанға шулай матурҙыр?

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 8_mart_gr.doc62.5 КБ

Предварительный просмотр:

Иртәлек “Әсәләр- нур сәсәләр”

 


 Иртәлек “Әсәләр- нур сәсәләр”

1-се алып барыусы: Урамда яҙ елдәре иҫә, яҙ еҫе һиҙелә. Яҙ биттәребеҙгә лә, хисләребеҙгә лә үзенең йылыһын өрә. Яҙ үҙенең сихри көстәре менән кешеләр күңеленә үк үтеп инә: йән, рухҡа ниндәйҙер көтөлмәгән ҡыуаныс инер төҫлө, бәхет-шатлыкка юл асылыр һымаҡ... Яҙҙар матур,тип әйтәбеҙ. Бәлки яҙ ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән башланғанға шулай матурҙыр?

2-се алып барыусы: Әсәй…әсәкәйем! Был- ин изге һүҙҙәр.Әсә- һәр кемгә тормош бүләк итеүсе, уны тәрбиәләүсе. Әсәнен мөләйем йөҙө, нәфис һүҙе, монло йыры, эшсән ҡулдары кемде генә һоҡландырмай!... Әсә- ин бөйөк, мәғрүр һәм изге кеше. Һөйөклө әсәләр! Һеҙҙе яҙ байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Һеҙгә һаулыҡ,ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Малайҙар сығалар джентельмендар кеүек кейенгәндәр

 

Искәндәр: Баҡса бөгөн гөрләп тора,

                   Шаулап тора күрегеҙ.

                   Беҙ бит байрамға йыйылдык,

                   Әллә шуны белмәйһегеҙ?

Амирхан: Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ,

                  сал сәсле өләсәйҙәребеҙ,

                  Байрам менән ҡотлай

                  Бөгөн Һеҙҙе ул һәм ҡыҙҙарығыз.

    А.Тимур: Был донъяла ин яғымлы,

                     Ин яҡыны- әсәйем!

                     Бәхет, шатлыҡ, оҙон ғүмер

                    теләй һинә кескәйен!

       Данат:-Ин яғымлы, ин ҡәҙерле,

                   Һәр саҡ йомшаҡ бәғерле

                   Бик ярата кескәйҙәр,    

                   ҺАУМЫҺЫҒЫҘ ӘСӘЙЗӘР! (ХОР)

Искәндәр: Күмәкләшеп беҙ ҙә, дуҫтар,

Йырлап алайык, әйҙә әле.

Ҡотло булһын, гөрләп торһон

Әсәйҙәрҙең байрамы.

Йыр «Егеттәр»

- Малайҙар, беҙ бит  ҡыҙҙарҙы ҡотламаныҡ. Бөгөн бит уларҙың да байрамы.

- Эйе,…. Һин хаҡлы. Нисек инде беҙ ҡыҙҙарҙы оноторға тейеш. Әйҙәгеҙ әле уларҙы байрамға саҡырайыҡ.

Бергә: Байрамығыҙ ҡотло булһын, ҡыҙҙар!.

Полька

   Алып барыусы:

     Нимә булған балаларға?

Бары ла тыныс,тыйнаҡтар.

   Алып барыусы:

   Әллә килгән микән беҙгә

Бик хөрмәтле  ҡунаҡтар?

-Юҡ

   Алып барыусы:

   -Киләме әллә ветерандар?

- Юҡ?

   Алып барыусы:

  -Киләме әллә генералдар?

 

- Юҡ?

   Алып барыусы:

 -Киләме әллә беҙгә бик почетлы адмиралдар?

- Юҡ?

Бала: Бөгөн әсәйҙәр байрамы! Тик Бөгөн әсәйҙәр байрамы ғына түгел. Бөгөн өләсәйҙәр, апайҙар һәм һеңлеләр байрамы ла. 

Алып барыусы:                

Әсә бөйөк исем

          Нимә етә әсә булыуға

                           Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы

            Сибәрлеге әсә булыуҙа

                           Әсәйҙәрҙең күңелдәре балаларҙа

               Бала күңеле тиҙәр далала

                             Тик онотмайыҡ шуны ике килмәй

            Хеҙмәт итеү ата- әсәгә!

Алып барыусы:                

Әсәй ул һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “Әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.  

Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре

Был донъяның таймаҫ терәге

Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең

Бөтә кешелектең йөрәге.

Ошо яҡты байрам көндө

Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ

Шатлыҡ, бәхет һәм гел йәшәгеҙ,

Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ

Йыр әсәй тураһында

Балалар урындарына барып ултыралар

Алып барыусы: Ысынлапта бөгөнгө кисәне балаларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

       Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлөк, бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағында нығыһын, бер- берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет шатлыҡта йәшәргә яҙһын.

        Бөгөн залда тағыла ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ бар. Улар, беҙҙең, өләсәйҙәребеҙ.

Алып барыусы: Ҡәҙерле өләсәйҙәр, һеҙҙе байрам менән ейән- ейәнсәрҙәрегеҙ ҡотлайҙар.

Шиғырҙар өләсәй тураһында

Йыр «Өләсәй»

 ИГРА «КТО БЫСТРЕЕ ОБНИМЕТ СВОЮ МАМУ»

(Мамы встают по кругу. Дети - врассыпную в центре круга. Играет музыка – мамы идут по кругу, а дети закрывают ладошками глазки. С окончанием музыки дети открывают глаза и торопятся найти свою маму, обнять ее. После танцуем с мамой. Кружимся лодочкой, хлопаем в ладоши.)

Алып барыусы:   Их, замана һылыуҙары

                            Ҡыҙҙарҙың ҡыйыуҙары.

                            Күҙҙәренән осҡон һирпеп

                            Йылмайып көлөүҙәре.

                            Их, атлап килеүҙәре,

                            Өҙҙөрөп бәйеүҙәре лә

                            Күңелдәрҙе аллы-гөллө

                            Хистәргә төрөүҙәре

Бейеү “Батмустар менән”

Алып барыусы: Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙен

                              Ин ҡәҙерле һүҙебеҙ

                              Шат, күнелле бейеүҙе

                              Һеҙгә тип әҙерләнек

МАЛАЙҘАР БАШҠАРЫУЫНДА МАТРОСТАР БЕЙЕҮЕ

 Алып барыусы: (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға) Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

Шиғырҙар

Уйындар:

 

  1. Игра с прищепками
  2. Собери мусор
  3. Игра для мальчиков с веревкой
  4. әсәйҙәр өсөн уйын “Бәпәйҙе билә”

Алып барыусы:

Нимә булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа

 Алып барыусы:  Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк

                                Күстәнәсем башҡа юҡ минең – тип әйтә беҙҙең ҡыҙҙар

                  

Йыр “Бишек йыры”

Алып барыусы:   Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һез-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнья йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,   һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.