Сценарий «Озорная хлопушка».
статья (младшая, средняя группа)
Предварительный просмотр:
Новогодний праздник на башкирском языке в детском саду. Сценарий «Озорная хлопушка». Средняя группа
Иң беренсе Ҡарһылыу килеп инә,
Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар, һеҙҙе барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым һәм балаларҙы ҙур алҡыштар менән ошо матур,биҙәлгән залда ҡаршы алыуығыҙҙы теләйем!
( балалар залға килеп инәләр,шыршы тирәләй баҫып торалар)
Ҡарһылыу: Ҡотло булһын Яңы йыл!
Гел шатлыҡтан торһон ул,
Бәхетле һәм мул тормошҡа
Күрһәтһен ул яңы юл.
1-2 шиғыр
Ҡарһылыу: Әйҙәгеҙ шыршы тирәләй күңел асып алайыҡ, шыршы тураһында беҙ күңелле йыр йырлайыҡ.
- Йыр “ Эх һин матур шыршы!”
Урындарына ултырышалар.
Ҡарһылыу: Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙ шыршыға эй йыр йырлаған булабыҙ, ә уның бит уттары тоҡанмаған. Әйҙәгеҙ бергәләшеп уттарын ҡабыҙайыҡ! Тик уның өсөн тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк.
Бер ике өс , шыршының уттары ян!
Балалар: Бер ике өс , шыршының уттары ян!
Елка (озвучка): Йыл да бер үк нәмә! Ялҡытты! Икенсе төрлө ҡабыҙығыҙ уттарымды!
Ҡарһылыу: Ах, һин шаян шыршы, икенсе төрлө ҡабыҙырғамы? Ярай улай булғас.
Балалар ,әйҙәгеҙ минең артымдан ҡабатлағыҙ!
Ҡолаҡтарҙы аҫҡа тартам, шыршының уттарын ҡабыҙам!(ҡабатлайҙар)
Елка (озвучка): (смех елки) Ой, көлдөрҙөгөҙ ҙә инде мине! (огни не загораются).
Ҡарһылыу: Күңелен күтәрҙек тә ул ,тик бушҡа ғына,уттары ниңәлер һаман тоҡанмай. Атайҙар,әсәйҙәр, ярҙам итегеҙ инде, бергәләшеп шыршы уттарын ҡабыҙайыҡ! Әйҙәгеҙ бөтәгеҙ ҙә баҫып тороғоҙ, тыпырлатып алығыҙ, сәпәкәйләп алығыҙ һәм тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтегеҙ
Бер,ике өс ! Шыршының уттары ян!( ҡабатлайҙар)
Под новогодние фанфары елка загорается.
Ҡарһылыу: Ура (хлопают) Бына инде шыршы үҙ уттарын да ҡабыҙҙы, әйҙәгеҙ шыршы тирәләй әйлән бәйлән бейейек!
- Исполняется хоровод: «Вокруг елочки нарядной»(Ср.Б)
Малыши карандаши ( мл.Б)
ултырышалар
Ҡарһылыу: Ҡарағыҙ әле ,беҙҙең шыршы ниндәй матур биҙәлгән,төрлө уйынсыҡтар эленгән, ул шарҙары, ялтыр-ялтыр- биҙәүестәре, ул петрушкалары,ул хлопушкалары, күҙҙең яуын алып тора. Балалар, ә һеҙ әкиәткә ышанаһығыҙмы? Улай булғас тыныс ҡына ултырығыҙ , тылсымлы әкиәтте ҡаршы алығыҙ. Мин бит тылсымлы Ҡарһылыу , ошонда эленгән петрушкаларҙы терелтә алам. Ышанағыҙмы быға?
Петрушкалар,терелегеҙ, бейеү бейергә төшөгөҙ!
Елка аҫтында ултырған погремушкалар менән кәрзинде ала һәм Петрушкаларға таратып бирә.
3.Бейеү “ Петрушкалар”
Ҡарһылыу: Ҡайһылай күңелле Петрушкалар! Бигерәк матур бейенегеҙ!
Әкиәт дауам итә , ҡунаҡҡа кемдер килә!
Музыка аҫтында Хлопушка килеп инә .Әҙерәк бейеп ала.
Хлопушка: Һаумыһығыҙ балалар! Ҡыҙҙар һәм малайҙар! Сәләм барығыҙға ла!
Мине танынығыҙмы?
Мин – Хлопушка!
Олоһо ла кесеһе лә
Мине бик ныҡ ярата,
Тыуған көндә,Яңы йылда
Бар байрамда “ шарт” итә!(конфетти ташлай ата әсәйҙәргә, йәки ҡунаҡтарға.
Ҡарһылыу: Ах, Хлопушка,беҙ бик шатбыҙ!Ҡара әле. Күпме һинең әхирәттәрең был байрамға йыйылған!
4. «ТАНЕЦ ХЛОПУШЕК»
Хлопушка (с обидой): Бына! Шыршыны ла биҙәгәндәр! Барыһын да ҡунаҡҡа саҡырғандар,ә мине онотҡандар! Ныҡ асыуландым мин һеҙгә! Ҡасығыҙ тирә яҡҡа,хәҙер “шарт” итеп ҡалам! (обегает детей, хлопая на них и на родителей)
Ҡарһылыу: Туҡта Хлопушка,асыуланма! Тиҙҙән Ҡыш бабай килер, тәмле күстәнәстәр килтерер!
Хлопушка: Һеҙ Ҡыш бабайҙы көтмәгеҙ, ул һеҙгә барыбер ҙә килмәй. Бүләктәр ҙә һеҙгә бирмәй! Тирә яҡтағы бөөөөтә бүләктәрҙе йыйып алам да,миндә күүүп бүләктәр була!
Ведущая: Ой-ёй-ёй!Һиңә оят түгелме?
Хлопушка: Нимәгә миңә оят булырға тейеш?! Минең шыршым да өйҙә биҙәлмәгән.Ә һеҙҙең шыршығыҙ ниндәй матур,ҡупшы,уйынсыҡтары ла күп. Ә мин хәҙер уйынсыҡтарығыҙҙы алам да ,үҙемдең шыршымды биҙәйем!
Ҡарһылыу: (показывает на елку) Юҡ шыршы уның уйынсыҡтарын берәүгә лә алырға ҡушмай.
Хлопушка (берет корзинку из-под елки : Ә мин барыбер ҙә алам ,(снимает с елки игрушки) үҙемдең шыршымды биҙәйем(продолжает снимать) һәм инде бүләктәрҙе лә үҙем таратасаҡмын (прижимает к себе корзину).Аңланығыҙмы?! (проходит около детей, кривляясь и хвастаясь и уходит).
Ҡарһылыу:Нимә эшләргә икән балалар? Ҡыш бабайҙы саҡырырға кәрәк! Ул беҙгә килеп етер ҙә, уйынсыҡтарҙы кире ҡайтарыр. Әйҙәгеҙ бергәләшеп ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ! Ҡыш бабай ,кил инде!
Ҡыш бабай!
Көй уйнай,Ҡыш бабай килеп инә.
Ҡыш бабай:Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!
Ҡуға ҡул тотоношоп әйлән бәйлән йырлайыҡ!
Күңелле итеп Яңы йылды ҡаршылайыҡ!
5. Йыр “ Ҡыш бабай менән ҡарһылыу”( средняя Б)
Йыр “ Ҡыш бабай,һин беҙгә килдең”
Ҡыш бабай: Ҡайһылай матур итеп йырланылар,ә уйын да уйнарға яратаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ
6. Уйын “ Паровозик новогодний”( ср Б)
Уйын “ Туңдырам “ (младшая Б)
В конце игры – «ловит» детей. Дети разбегаются на места.
Мороз: Ох, арып киттем мин юлда,әҙерәк ултырып ял итәйем,ә һеҙ миңә шиғырҙар ятлап күрһәтегеҙ.
ЧТЕНИЕ СТИХОВ для Деда Мороза.
Мороз: (встает) Шыршығыҙ бигерәк ҙур, ә уттары күҙҙең яуын алып тора, (обходит елку ,замечает отсутствие игрушек). Тик уйынсыҡтары әҙ һымаҡ(ҡарай иғтибар итеп)
Әйе шул ,уйынсыҡтары етмәй бит, нимә булды ?Ҡайҙа булған уйынсыҡтар?
Ҡарһылыу:Уларҙы Хлопушка килеп алып китте,бүләктәрҙе лә бирмәйем тине.
Ҡ.Б.: Тылсымлы таяғым миңә ярҙам итһен ,Хлопушканы залға кире килтерһен!
Под музыку выходит ХЛОПУШКА, как вначале, с танцем.
Хлопушка: Шунан , нимәгә мине кире саҡырҙығыҙ ул, нимә кәрәк һеҙгә? Ҡ.Б.: Шыршының уйынсыҡтарын кире бир һәм балаларҙан ғәфү үтен!
Хлопушка: Бер ҡасан да ғәфү үтенмәйем!
Ҡ.Б.: Был тағы ла ниндәй хәл ул? Туңдырам,өшөтәм,боҙға әйләндерәм!
Мороз пытается посохом дотронуться до Хлопушки. Хлопушка бегает от него и пытается спрятаться, за Снегурочку,за родителей.
Хлопушка с обидой: Бөтәһе лә мине яратмай,минең менән уйнамай.Ә минең уйнап алғым килә! (Снегурочка, тем временем, берет корзинку со снежками)
Ҡарһылыу: Әйҙәгеҙ Хлопушка менән уйнап алайыҡ,уның кәйефен күтәрәйек! Мин ҡар бөртөктәренә бик бай, ата-әсәйҙәр ҙә беҙгә ҡушылығыҙ, ҡар бөртөктәре менән ташлашығыҙ.
– Высыпает снежки – дети берут по одному
7. Проводится игра «У КОГО В РУКАХ СНЕЖОК»
Кидаются друг в друга
Ҡарһылыу:Бер ,ике ,өс кәрзинде кире тултыр!
– дети собирают снежки обратно в корзинку и садятся на места.
Хлопушка: Һеҙҙең менән уйнаным,берҙә арыманым! Һеҙ дуҫтарым ғәфү итегеҙ,мин бүтән улай итмәйем.(илай)
Ҡарһылыу: (успокаивает): Илама, Хлопушка,тик уйынсыҡтарҙы ғына кире ҡайтар!
Хлопушка: Тылсымлы һүҙҙәр әйтәм дә кире ҡайтарам уйынсыҡтарҙы.
Уйынсыҡтар кире ҡайтығыҙ,
Балаларҙы ҡыуандырығыҙ!
( шыршы артынан кәрзин килтереп сығара)
Бына улар!!! (киренән шыршыға элә)
Ҡыш бабайХлопушканы маҡтай: Афарин , Хлопушка! Үәт исмаһам яҡшы эш эшләнең, шуның өсөн һиңә балалар йыр йырлап ишеттерерҙәр.
Йыр “ Шыршы ҡупшы кейенгән” (только ср Б группа поет)
Для мл группы( Афарин Хлопушка,шуның өсөн минән һиңә бүләк! (тоҡ менән бүләк бирә)
Хлопушка: Рәхмәт! Һау булығыҙ!
Ҡарһылыу: Уйнаныҡ та,бейенек тә,хәҙер инде бүләктәр ваҡыты етте бит Ҡыш бабай.
Ҡыш бабай: Әйе,дөрөҫ,тик ҡайҙа икән минең тоғом бүләктәр менән?
Ҡарһылыу: Юғалттыңмы Ҡыш бабай? Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?
Ҡыш бабай: Минең тылсымлы таяғым һә тигәнсе бүләктәрҙе эҙләп табыр.(включает посох– в зале приглушается свет)
(ходит с наклоненным посохом возле детей, родителей, под елкой….,Мороз подходит к условленному месту и находит мешок с подарками).
Ҡыш бабай: Бына ул , бүләктәрҙе таптым, хәҙер ҡарайыҡ әле бүләктә бармы икән унда.Бына улар! Ошоноң менән байрам да тамам, барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым!!!Ә хәҙер күмәкләшеп фото төшәйек!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий новогоднего праздника в средней группе "Озорные хлопушки"
Новогодний праздник в средней группе...
Сценарий музыкального утренника "Озорная Хлопушка"
Сценарий новогоднего утренника для детей среднего возраста "Озорная Хлопушка"...
Сценарий новогоднего утренника "Озорная Хлопушка" для средней группы
Веселый и очень интересный сценарий!...
Сценарий новогоднего утренника "Озорная хлопушка" 2019г средняя группа 11
Новогодний утренник....
Сценарий новогоднего праздника «Озорная хлопушка» (средняя группа №11)
Цель: создать праздничную атмосферу, раскрыть творческие способности детей через различные виды деятельности....
Сценарий Новогоднего утренника для детей средней группы "Озорная хлопушка"
На утренник приходит Хлопушка, обижается, что ее не пригласили.Забирает игрушки и хачет испортить детям праздник....
Сценарий "Озорная хлопушка"
Сценарий новооднего утренника для средней группы детского сада...