8 мартҡа сценарий
методическая разработка (подготовительная группа) на тему
Әсә. Был бөйөк исем, Ер кеүек туйындырыусы, Ҡояш кеүек юл күрһәтеүсе. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән иң яҡты байрамдарҙың береһе – 8 март Халыҡ- ара ҡатынү ҡыҙҙар байрамын билдәләр өсөн иртәлеккә йыйылғанбыҙ. Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_na_8_marta_2017g.doc | 55.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Алып барыусы: Хәйерле иртә, хөрмәтле, ғәзиз әсәйҙәр!
Әсә. Был бөйөк исем, Ер кеүек туйындырыусы, Ҡояш кеүек юл күрһәтеүсе. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән иң яҡты байрамдарҙың береһе – 8 март Халыҡ- ара ҡатынү ҡыҙҙар байрамын билдәләр өсөн иртәлеккә йыйылғанбыҙ. Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ.
Март ҡояшы серле йылмая ла
Һибә нурын тыуған еремә
Ҡаршы алып гүзәл яҙ байрамын
Шатлыҡ өҫтәй янған күңеңелемә
Бар йылыһын биреп күңелдәрҙең
Ҡотлайбыҙ беҙ бөйөк бер затты
Изге теләктәргә, ихтирамға
Улар лайыҡ, улар бик хаҡлы!
- “Ангелы” бейеүе
- Малайҙарҙың шиғыры(Нурислам, Динар, Г. Арслан, Х, Арслан, Фидан, А.Арслан)
- Малайҙарҙың эшләпәләр менән бейеүе.
Алып барыусы:
Әсә бөйөк исем
Нимә етә әсә булыуға
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы
Сибәрлеге әсә булыуҙа
Әсәйҙәрҙең күңелдәре балаларҙа
Бала күңеле тиҙәр далала
Тик онотмайыҡ шуны ике килмәй
Хеҙмәт итеү ата- әсәгә!
4.Балаларҙың шиғырҙары(Искәндәр, Ильдар, Элина, Луиза, Данис)
5.Йыр “Солнышко в окно впускает мама...”
Алып барыусы: Әсә һәм бала- ғүмерҙең ике яры, улар араһы ике тотам ғына. Әсә өсөн иң наҙды, яғымлы һүҙ- бала, ә бала өсөн- Әсә.
6.Уйын “Үҙеңдең ҡыҙыңды йә улыңды таны”
7.Уйын “Әсәйеңде таны”
Алып барыусы: Ысынлапта бөгөнгө кисәне балаларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлөк, бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағында нығыһын, бер- берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет шатлыҡта йәшәргә яҙһын.
Бөгөн залда тағыла ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ бар. Улар, беҙҙең, өләсәйҙәребеҙ.
8.Балаларҙың шиғырҙары(Нурия, Сәлимә, Аэлита, Р.Эльвина)
Алып барыусы: Ҡәҙерле өләсәйҙәр, һеҙҙе байрам менән ейән- ейәнсәрҙәрегеҙ ҡотлайҙар.
9. “Матростар” бейеүе.
10. Йыр “Һалдат булам”
Алып барыусы:
Сәстәремде тарап үрсе, әсәй
Бала саҡтағылай икенән.
Тойғом килә ҡулың йылыларын,
Һыйпағанын йомшаҡ сәсемдән.
Тупылдатып берҙе ярат әле
Арҡаларым бер аҙ яҙылыр
Иңдәремә төшкән һынауҙарға,
Бәлки кәңәштәрең табылыр
Әсәйгенәм минең әлдә һин бар,
Ер йөҙөнөң барлыҡбәхете
Үҙ ҡулдарым менән хөрмәт итеп
Бирһәм ине ҡартлыҡ рәхәтен!
-Әйҙәгеҙ, өләсәйҙәр менән уйын уйнап алайыҡ “Мәҡәлде әйт”
11.Уйын “Мәҡәлде әйт”(аҡса, көҙгө, балдаҡ, ҡалаҡ, бысаҡ, гөл)
- Аҡса аҡыл таптыра
- Аҡса алһаң, һанап ал, ҡатын алһаң, һынап ал
- .
- Аҡса бөткәнгә ҡайғырма, эш бөткәнгә ҡайғыр
- Аҡса бөткәс, аҡыл керә
- Аҡса бөтә донъяны гиҙә
- Аҡса иҫәп ярата.
- Аҡса - иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата
- Аҡса кешене кешегә ят итә
- Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
- Аҡса сыҡмай, аҡса кермәй
- Аҡса тапҡансы, аҡыл тап
- Аҡса таш киҫтерә
- Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
- Аҡсаға хеҙмәт итмә, һаулыҡҡа хеҙмәт ит.
- Аҡсалының эше күп, баҡсалының ашы күп
- Аҡсаның йоҙағы - һаран, ашлыҡтың йоҙағы - һалам
- Аҡсаның күҙе юҡ
- Аҡсаң булһа - аш күп, ашың булһа - дуҫ күп
- Аҡсаң күп булғансы, дуҫың күп булһын
- Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма
- Күҙҙәр- күңел кәҙгөһө
- Йөҙөң ҡыйыш булғанға, көҙгөгә үпкәләмә
- Если нет зеркала, и мир может служить зеркалом
- Алтын балдаҡ кейһәң дә кәкре бармаҡ тураймай
- Ашҡа ҡалаҡ ҡәҙерле
- Бысаҡ ҡынын киҫмәҫ.
- Бысаҡ осонан һыныр
- Гөл ҡәҙерен былбыл белер
- Гөл тикәнһеҙ (сәнскеһеҙ) булмаҫ
- Гөлөнә ҡарама, төбөнә ҡара
- Гөлөң сәскә атмаһа, ҡояшҡа үпкәләмә, үҙеңә үпкәлә
12. Уйын “Йомғаҡты ура”
13. Балаларҙың шиғырҙары(Батыр, Ильяс,Сафия)
14. Малайҙар бейеүе
Алып барыусы:
Их, замана һылыуҙары
Ҡыҙҙарҙың ҡыйыуҙары.
Күҙҙәренән осҡон һирпеп
Йылмайып көлөүҙәре.
Их, атлап килеүҙәре,
Өҙҙөрөп бәйеүҙәре лә
Күңелдәрҙе аллы-гөллө
Хистәргә төрөүҙәре
Һеҙҙең алдығыҙҙа береһенән-береһе гүзәл, йөрәктәрендә илаһилыҡ, зауыҡлыҡ, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо йөрөткән, оҫта, наҙлы ҡыҙҙар баҫасаҡ.
15. Ҡыҙҙар бейеүе таҫмалар менән
Алып барыусы: Әсәй ул һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “Әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре
Был донъяның таймаҫ терәге
Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең
Бөтә кешелектең йөрәге.
Ошо яҡты байрам көндө
Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ
Шатлыҡ, бәхет һәм гел йәшәгеҙ,
Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ
Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр менән уйын уйнап алайыҡ.
Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә,
Сисеп кенә өлгөр йомғағын.
Береһен сисһәң, инде икенсеһен
Әҙерләп тә ҡуя ул тағын.
16. Әсәйҙәр менән уйын “Йырҙы таны”
Алып барыусы:
Донъға килгән һәр бала,
Әсә ҡуйынына һыйына.
Бишек йырын тыңлағанда,
Бәхет нурҙарына ҡойона.
Атаһының көслө беләгендә
Үҫә сабый, баҫа яғына.
Әсә, фатихаһы ҡанат ҡуя
Хыялдарға ҡабат осҡанда.
Сабыйының һәр бер уңышына
Ата-әсә ҡарай һоҡланып.
Балаҡайы улар намыҫына,
Ҡара яҡмаҫына ышанып.
Һәр беребеҙҙең дә бәхете
Булыуҙалыр ата-әсәле.
Иҫән саҡтарында үҙҙәре
Күрһәтәйек ҡәҙер- хөрмәтте.
17. “Бишек йыры”
18. Балаларҙың шиғырҙары
Алып барыусы: Оло бәхет, һулымаҫ матурлыҡ, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Йортобоҙ һәр саҡ йылы, күркәм булһын, ир-аттар һеҙгә күркәм сәскәләрҙе иң матур һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт бүләк итһен. Тормош һеҙгә бары тик бәхетле яҡты көндәр бүләк итһен, ғаилә усағын йылылыҡ һәм муллыҡ менән тултырһын, яратығыҙ, яратылығыҙ, һөйөклө булығыҙ.
19. Йыр “Битемдән үбеп, сабыйым тиеп....”
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
8 Марта. Авторский сценарий праздника.
Сценарий праздника для детей второй младшей группы детского сада. Задействован кукольный театр. Большим достоинством этого сценария является, на мой взгляд, то, что дети практически не сидят на стулья...
8 марта в старшей группе. Сценарий "Любимые телепередачи" Праздник, посвященный дню 8 марта для детей старшего дошкольного возраста Описание материала: Предлагаю вашему вниманию сценарий праздника для детей старшего дошкольного возраста (5-6 лет), посвящ
8 марта в старшей группе. Сценарий "Любимые телепередачи"Праздник, посвященный дню 8 марта для детей старшего дошкольного возрастаОписание материала: Предлагаю вашему вниманию сценарий празд...
Сценарий праздника 8 марта в детском саду. Средняя группа Праздник 8 Марта в средней и старшей группах. Сценарий
1. Создание праздничной атмосферы для детей детского сада, родителей и педагогов.2. Формировать позитивное отношение к знаниям и школе....
Сценарий праздника « Марта» и Сценарий праздника «23 февраля» «Февромарт»
Сценарий праздника « Марта» и ...
«Международный Женский день 8 марта - КВН" Сценарий праздника для детей 6-7лет.
Сценарий праздника, посвященного Международному женскому Дню, для детей подготовительной группы.Цель: создание условий для развития творческих способностей у старших дошкольников через активную д...
МАРТ -24. Сценарий праздничного мероприятия (утренник) - "Мамочки любимые"
Сценарий к утреннику на 8 марта...